
Ишеттегеҙме, күрҙегеҙме әле был видеоматериалды: Киев күгендә - Рәсәй флагы елберҙәне! 20 декабрҙә билдәһеҙ кешеләр Рәсәй флагын таҡҡан квадрокоптер осорған. РФ Сит ил эштәре министрлығының рәсми вәкиле Мария Захарова уйынлы-ысынлы был фактты тап ошо көн билдәләнеүсе Рәсәй Хәүефһеҙлек советы хеҙмәткәрҙәре көнө менән бәйләп, уларҙы байрам менән ҡотланы һәм, Украинала был байрамды киң билдәләнеләр, тип шаяртты.
Ләкин ҡотлау өсөн сәбәптәре лә бар ине шул: РФ Оборона министрлығы хәбәр итеүенсә, 20 декабрҙә Рәсәй ғәскәрҙәренең төркөм подразделениелары Сумы өлкәһенең Высокое һәм Донецк Халыҡ Республикаһының Светлое тораҡ пункттарын яуланы. Быларҙың тәүгеһе бәләкәй ауыл булһа, уның ҡарауы, Мирноград ҡала советы составындағы Светлое ауылында меңдән ашыу кеше йәшәй һәм ул Димитров (Мирноград) ҡалаһына яҡында ғына ята, ә унда ошо көнгә тиклем Украина Ҡораллы көстәренең бер нисә батальоны ҡамауҙа ҡалып килә, уларҙың тәьминәт юлдары тулыһынса киҫелгән.
РФ Верховный Баш командующийының "Тура бәйләнеш"тә әйткән һүҙҙәренә - ҡеүәт: Рәсәй армияһы фронттың бөтөн һыҙығы буйынса ла стратегик өҫтөнлөк менән файҙалана. Ни хәл итмәк: Украинаның мөҙҙәте сыҡҡан президенты Зеленский ҙа телгә килә башланы, буғай. "Бөгөн килешеү юҡ әле", - тиһә лә ул: "Килешеү лидерҙар документҡа ҡул ҡуйып, һуғыш туҡталһа ғына буласаҡ", - ти, ләкин һаман да үҙ "туҡһанын" ҡабатлауҙан туҡтамай. Киев режимы башлығы Украина Ҡораллы көстәрен Донбастан сығарыуҙың ике яҡлы барыуын шарт итеп ҡуя: йәнәһе, улар 5 саҡрымға сигенә икән, Рәсәй ғәскәре лә шунса уҡ территорияны ҡалдырырға тейеш. Беренсенән, Рәсәйгә ҡарата ниндәйҙер шарттар белдерергә батырсылыҡ итеүсе мөҙҙәте сыҡҡан был башлыҡтың вәкәләте үә хоҡуғы бар микән һуң әле?
Икенсенән, "Тура бәйләнеш"тә Владимир Путиндың тағы бер тапҡыр ҡабатлап китеүенсә, беҙ ҙә конфликтты уның тәү сәбәптәрен юҡ итеү шарттарында тыныс юл менән тамамларға әҙербеҙ. Әммә Харьков өлкәһе Купянск ҡаласығы янында еңелгәндән һуң да Украина Ҡораллы көстәре командованиеһы был йүнәлештә контрһөжүмде туҡтатмай һәм был ергә сит ил ялланыусыларын туплай. Ә беҙҙең егеттәр үҙ эштәрен яҡшы белә һәм фәҡәт алға ынтыла. РФ Президенты "Тура бәйләнеш"тә Украина Ҡораллы көстәренең, асылда, стратегик резервтары ҡалмауы хаҡында әйтеп киткәйне. Бынан сығып, Владимир Путин Киевтың конфликтты көйләүгә аҙым яһаясағына ышаныс белдерҙе.
Үткән аҙнаның күңелгә ятышлы тағы бер хәбәре - Европа лидерҙарының Рәсәй активтарын Киев режимын финанслауға йүнәлтеү ниәтенән баш тартыуы. Был мәсьәлә буйынса бәхәс Евросоюзды ике лагерға бүлде. Бельгия премьер-министры Барт Де Вевер Рәсәй аҡсаһын билдәһеҙ ваҡытҡа тотҡарлау яҡлы булһа ла, уны Украинаға күсереү планының хәүефлеген аңлай һәм был ниәткә ҡаршы сыҡты, ул хатта Евросоюздың юғары башҡарма власть органы менән судлашырға лә әҙер булыуы хаҡында белдерҙе. Ә бына Италия премьеры Джордж Мелони менән Франция президенты Эммануэль Макрон Евросюздың Рәсәй аҡсаларын талау планын өҙөүҙә төп ролде башҡарҙылар. Financial Times баҫмаһы яҙып сығыуынса, Макрон ҡаршы булған хәлдә лә күберәк өндәшмәй ултырҙы. Уның ҡарауы, итальянка Мелониҙың тауышы хәл иткес көскә эйә булды һәм Рәсәй аҡсаһын тотоноу кәйефен үҙгәртеп ебәреүгә өлгәште. Шул арҡала Мелониҙы хатта "үлтереүсе" тип тә атанылар - Евросоюз планын, әлбиттә. Һөҙөмтәлә 19 декабрҙә, 17 сәғәт буйы бәхәсләшкәндән һуң, Евросоюз (ЕС) илдәре етәкселәре Украинаны финанслауға 2026-2027 йылдарға үҙҙәренең дөйөм бюджетынан 90 млрд евро күсерергә ҡарар итте һәм Рәсәй активтарын файҙаланыуҙан баш тартты.
Шулай итеп, Евросоюз лидерҙарының талау планы был юлы барып сыҡманы, киреһенсә, улар үҙ илдәренең һалым түләүсе халҡын финанс ауырлығы алдына ҡуйҙы. Ләкин, Бельгия премьеры Веверҙың журналистарға белдереүенсә, ЕС барыбер Рәсәй аҡсаһын кире ҡайтарыу уйында түгел. Үткән аҙнала Үҙәк Банк, киң мәғлүмәт каналдары яҙып сығыуынса, Рәсәйҙең 193 млрд евро аҡсаһы һаҡланған Euroclear Бельгия депозитарийын Арбитраж судҡа бирҙе. Бынан тыш, Рәсәй аҡсаһын Украина файҙаһына тотоноуҙан баш тартыуына ҡарамаҫтан, Үҙәк Банк шулай уҡ активтарҙан юғалтылған килемде ҡаплатыу өсөн Европа банктарына ҡаршы ла суд юллауы әҙерләй.
Фәүзиә МӨХӘМӘТШИНА.
"Киске Өфө" гәзите, №51, 26 декабрь 2025 йыл – 1 ғинуар 2026 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА