«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  | 19

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

1993 йылдан алып 15 май Берләшкән милләттәр ойошмаһы тарафынан Ғаилә көнө булараҡ билдәләнә. Ә һеҙ "Ғаилә - дәүләт нигеҙе, ғаиләһеҙ дәүләт юҡ" тигән фекерҙе нисек дауам итер инегеҙ? Һеҙҙең ғаиләгеҙ был хаҡиҡәткә яуап бирәме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

ЙЫЛАН АУЫҘЫНА ИНМӘНЕК!
+  - 

Мин Черниковка биҫтәһендә тик урыҫтар ғына йәшәй икән тип уйлай инем. "Пролетарский район" тип атайҙар ине бит. Элек иғландарға "Черниковку не предлагать!" тип тә өҫтәп ҡуялар ине.

Тик урыҫтар ғына йәшәй тип уйлап, мин дә урамда, магазиндарҙа тик рус телендә һөйләшәм. Бер көндө магазинда һөт ҡабын бер тапҡыр ғына ҡулланыла торған төргәккә төрөп, кассаға аҡса түләргә баҫтым. Һатыусы руссалап: "Ниңә төрҙөгөҙ", - тип асыуланды. Мин шым ғына: "Үәт, бынан да әрләп ҡайтаралар", - тинем. Һатыусы, ҡыҙарынып, башҡортсалап: "Юҡ, әрләмәйем, былай ғына әйтәм бит", - тип ысҡындырмаһынмы. Әлбиттә, элегерәк һәр ризыҡты һатыусылар үҙҙәре төрөп бирәләр ине. Шулай тейеш ине. Тора-бара ул ғәҙәттәрен ташланылар. Әгәр мин рус телендә "Не ругайтесь!" тип әйтһәм, нисектер, ҡаты килеп сығыр ине. Ә башҡорт телендә йомшаҡ ҡына әйтелгән һүҙ һатыусының күңелен йомшартты. "Бәй, башҡортса аңлаған кеше бар икән", - тигән булып, һатыусыға йылмайҙым. Ул "Ғәфү итегеҙ", - тине.
Тағы бер көндө магазинға инеп, алаһы тауарымды алып, кассаға аҡса түләп, ризыҡтарымды сумкама һалып та өлгөрмәнем, артымдан сиратта торған ҡатын мине төртөп тигәндәй һатыусыға аҡса һона. Мин уға тыныс ҡына: "Ашыҡмағыҙ", - тип әйткәйнем, һатыусы ла, һатып алыусы ла минең әйткәнде аңлап йылмайышты. Күрәһең, үҙ туған телендә әйтелгән һүҙҙе ишетеү матур яңғырағандыр уларға ла. Ә мин, был магазинда ла башҡорса аңлаусылар бар икән, тип ҡыуандым. Тағы бер магазинда икмәк һатып алдым да, рус телендә "Спасибо!" тигәйнем, һатыусы миңә ҡарап йылмайҙы. Уның йылмайыуына яуап итеп, "Рәхмәт, ҡыҙым!" тинем тағы ла. Ул аңланы һәм үҙенең дә башҡортса һөйләшеүен белдерҙе. Шундай тәжрибә үткәреп йөрөй торғас, мине танып бөттөләр, ахры, үҙем йәшәгән йорт эргәһендәге магазиндарҙа. Хәҙер магазиндарҙа мине "Һаумыһығыҙ! Иҫәнмеһегеҙ!" тип сәләмләйҙәр. Миңә күңелле. Беҙ мәктәптә уҡыған йылдарҙа "Әгәр төркөмдә бер кеше генә башҡорт телендә әйтелгән һүҙҙәрҙе аңламай икән, русса һөйләгеҙ, был ҡанун!" - ти торғайнылар. Был ҡанунды кем уйлап сығарып, мейеләребеҙгә һеңдерҙе икән, тип уйлайым хәҙер. Башҡорт теленең дошманылыр ул. Хәҙер бына шул ҡанунды төҙәтә башланыҡ буғай. Күренекле ғалим Әхмәт Сөләймәновтың туған телде ҡулланыуға иғтибарҙың артыуына ҡыуанып: "Әтеү, баҡылдай, баҡылдай йыландың ауыҙына инеп китеп бара инек бит", - тип кинәйәләп әйтеүе һәр саҡ иҫемдә.

Айгөл УСМАНОВА.
"Киске Өфө" гәзите, №1, 9 - 15 ғинуар 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 30.12.25 | Ҡаралған: 205

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! ПР905 индекслы "Киске Өфө" гәзитенә республика ҡалалары һәм райондарының бөтә почта бүлексәләрендә лә 2026 йылдың икенсе ярты йыллығына 1124 һум 40 тингә яҙыла алаһығыҙ. Әйткәндәй, ике кешегә (562 һум 20 тин), өс кешегә (374 һум 80 тин) бер дана гәзит алдырыу ҙа хуплана. Һәр ваҡыттағыса, гәзиткә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәрҙең кемдәрелер матур башҡорт китаптары менән бүләкләнер.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru