|
Беҙҙең номерҙар
|
| |
Ғинуар
Февраль
Март
Апрель
Май
Июнь
Июль
Август
Сентябрь
Октябрь
Ноябрь
Декабрь
Ғинуар
|
|
ӨС ЙЫЛҒА САТЫНДАҒЫ ҠАЛА, ЙӘКИ НИСӘ ЙӘШ ҺИҢӘ, ӨФӨ?
|

(Салауат Хәмиҙуллиндың видеофильмы буйынса)
Фларит Сөнғәтов: Эйе, ошо территорияла, аҡрынлап булһа ла, тормош дауам иткән, рустар килгәнгә тиклем дә, артыҡ күп булмаған хәлдә лә, кешеләр йәшәгән, тип раҫлап була.
Илшат Бәхшиев: Рустар буш урынға күсеп килмәгән. Быға тиклемге осорҙарҙа Өфө ярымутрауы һәм уның тирә-яғы әүҙем рәүештә үҙләштерелә бара. Ҡала территорияһында күп һанлы археологик объекттар табылыуын ошоға дәлил итеп килтереп була. Бында иртә урта быуаттарға ҡараған ҡомартҡылар менән бер рәттән, күп булмаһа ла, Алтын Урҙа дәүере һәм һуң урта быуаттар осоро менән даталанған археологик артефакттар ҙа табылды. Ғөмүмән, беҙ Башҡортостанда археологик тикшеренеүҙәрҙең иң динамикалы этабын кисерәбеҙ.
Салауат Хәмиҙуллин: Хәҙер ниндәй датаны Өфөгә нигеҙ һалынған йыл итеп һанарға мөмкин? Ҡалаларҙың барлыҡҡа килеүе датаһын раҫлауҙың стандарт процедураһы бармы?
Рәмил Рәхимов: Махсус рәүештә килешелгән һәм башҡарыла торған процедура юҡ. Ғәҙәттә, төрлө варианттар була: ҡаланың йәше яҙма сығанаҡтарҙа иҫкә алынған дата буйынса, археологик табылдыҡтарҙы иҫәпкә алып, риүәйәттәргә һылтанып, йә иһә теге йәки был ғилми монографияларҙа килтерелгән версиялар нигеҙендә билдәләнә. Йыш ҡына хронология урындағы элиталарҙың - чиновниктарҙың, ғалимдарҙың, төбәкте өйрәнеүселәрҙең, урындағы власть органдарының ҡараштарына ярашлы билдәләнә. Муниципаль власть органдары, мәҫәлән, ҡала советы билдәле бер йылды тәҡдим итеп, ҡалала йәшәүселәр риза булһа, шул дата ҡаланың йәшен билдәләй. Әлбиттә, был датаның ысынбарлыҡҡа тап килмәүе лә мөмкин.
Салауат Хәмиҙуллин: 2024 йылда Өфө рәсми рәүештә үҙенең фараз ителгән 450 йыллығын билдәләне, әммә, алдараҡ әйтелгәнсә, иҫәп башы итеп 1574 йылды күрһәтеү риүәйәттәрҙән алынған, шулай булғас, был датаны тейешле кимәлдә нигеҙле тип әйтеп булмай. Унан айырмалы рәүештә, иҫке режим заманында ҡабул ителгән 1586 йыл архив документтары менән раҫланған. Шул уҡ ваҡытта Өфө ярымутрауы территорияһында һәм уның тирә-яғында барса урта быуаттар дауамында ҡала тораҡтары, ҡәлғәләр һәм ауылдар булыуы хаҡында нигеҙле дәлилдәр бар.
Игорь Кызласов, тарих фәндәре докторы, РФА Археология институтының урта быуаттар археологияһы бүлегенең әйҙәүсе ғилми хеҙмәткәре: Бер генә лә рус административ үҙәге буш урында барлыҡҡа килмәгән. Иртә Мәскәү дәүләтселеге яңы ерҙәрҙә үҙенең ҡәлғәләрен, острогтарын, административ пункттарын төҙөткәндә электән килгән ҡағиҙә буйынса эш итә: яңы үҙәктәр быға тиклем дә административ нөктә ролен үтәгән урындарҙа хасил ителә. Күсем хандың Себерҙә Искер тигән ҡалаһы булған, ә уның янында Тобольск ҡәлғәһе төҙөтөлә. Әгәр ҙә Өфө территорияһында рустарға тиклемге административ үҙәк булмаһа, рустар ҙа бында үҙҙәренең острогын ҡуймаҫтар ине. Өфөнөң рус ҡалаһы булараҡ барлыҡҡа килеүе - тере, нормаль тарихи процесс һөҙөмтәһе, уны ошо ерҙә боронғо дәүерҙәрҙән бирле барған урбанлашыуҙың бер этабы итеп ҡарарға кәрәк.
Салауат Хәмиҙуллин: Өфө кешеләре үҙҙәре йәшәгән ҡалаға нисә йәш булыуы хаҡында бик күптән уйлана башлаған. Риүәйәттәр, баҫылып сыҡҡан документтар, ғаилә хроникалары Өфөлә йәшәүсе бәләкәй генә төркөмдөң күскенселәр өйөрҙәренә һәм Пугачев шайкаларына ҡаршы геройҙарса ҡаршы тороуы картиналарын һүрәтләй. Ҡала башлығы Дмитрий Волков "Уфимские губернские ведомости" гәзитендә баҫылған мәҡәләһендә Өфө тарихы хаҡында шундай уҡ тасуирлау алымын ҡулланған: "Это целый ряд насквозь промокших русской кровью страниц, говорящих о неслыханной стойкости…"
Православие донъяһының уны йоторға теләүсе башҡа динле дошмандар диңгеҙендәге бәләкәй генә утрауы хаҡындағы нарративты Рустең дала менән әлмисаҡтан бирле көрәшеүе тураһындағы милли мифтың урындағы варианты итеп ҡарарға кәрәк. Шуға күрә XIX быуатта йәшәгән Өфө кешеләре өсөн, ҡаланың рустарға тиклемге осорон инҡар итеп, уның рустар дәүерен генә иҫәпкә алыуы тәбиғи.
(Дауамы. Башы былтырғы 37-44-се, 46-51-се һандарҙа).
"Киске Өфө" гәзите, №1, 9 - 15 ғинуар 2026 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА
|
|
Яҙылған: 30.12.25 | Ҡаралған: 24
|
|
|
Киске Өфө
|
| |
|
Эрнест Хемингуэй "Бәхет - ул ныҡлы һаулыҡ һәм насар хәтер" тигән. Ысынлап та, беҙ йыш ҡына үткәндәге уңышһыҙлыҡтар, үпкәләүҙәр, ҡурҡыуҙар һәм тулҡынланыуҙар тураһындағы хәтирәләр менән йәшәйбеҙ. Әйҙәгеҙ, яңы йылда күңелдәрҙән был хәтирәләрҙе сығарып ташлайыҡ, Яңы йылда тормошобоҙҙа ла, күңелдәрҙә лә барыһы ла көйләнәсәк һәм яҡшырасаҡ, тигән өмөт, ышаныс менән йәшәйек.
|
|
Беҙҙең дуҫтар
|
| |
|
|
|