«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  18  19  |  20  |  21
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25
Июль
   26  |  27  |  28  |  29  |  30
Август
   31  |  32  |  33  |  34

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров пациенттарға медицина хеҙмәте күрһәтеү сифатын һәм дауаханаларҙа ҡайһы бер табиптарҙың тупаҫ һәм битараф мөнәсәбәтен ҡаты тәнҡит утына тотто. Һеҙгә ошондай күңелһеҙ күренештәр менән осрашырға тура килгәне бармы?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

МЫСЫР МӘМЛҮКТӘРЕ НИНДӘЙ ТЕЛДӘ ҺӨЙЛӘШКӘН?
+  - 

Ғәрәп хәлифәте Көнсығышта үҙенең позицияларын юғалтып, ялланыусыларҙан (төркиҙәрҙән һәм берберҙарҙан) регуляр армия төҙөргә мәжбүр була. Һуңынан был армия ялан "әсирҙәре" менән тулыландырыла. Ғәрәп илдәрендә уларҙы "гүләмдәр" тиҙәр. 865 йылда гвардиясылар власты үҙ ҡулына ала. 10 йыл эсендә улар дүрт хәлифте урынынан бәреп төшөрә.

"Барлыҡ мосолмандарҙың хәлифе төрки гүләмдәренән башҡа власты бер сәғәт тә тотоп тора, ә тегеләре хәлифтең рөхсәтенән башҡа сит илдә хакимлыҡ итә алмаҫ ине", - тип яҙа Лев Гумилев. Мута-сима хәлифе ярҙамында төрки сығышлы мәмлүк Әхмәт ибн-Тулун Мысырҙа наместник булып китә. 869 йылда ул Сүриә менән Фәләстанды берләштерә, шул уҡ ваҡытта Мутасим ҡолдар һатылған барлыҡ баҙарҙарҙан гүләмдәрҙе һатып алып, дружинаһын нығыта. Фатимидтар ваҡытында Мысыр ғәскәре аҡ һәм ҡара мәмлүктәрҙән тора. Көньяҡ Русия далаларынан булған төрки сығышлылар Нилдың Ар-Руад утрауында берләшә һәм бахриттар тип атала. Тыуған ерҙәренән айырылған мәмлүктәр этник билдәләр буйынса берләшә башлай. 1051 йылда Хакимдың шәхси гвардияһы һәм мәмлүктәр араһында низағ тыуа. Был көрәш 1062 йылға тиклем дауам итә һәм төркиҙәр Судан негрҙарын ҡыйрата. Шул ваҡыттан алып бөтөн власть бахрит-мәмлүктәр ҡулына күсә.
К. Э. Босворт Мысыр мәмлүктәре тарихын өйрәнеп: "X-XIII быуаттарҙа төркиҙәр мосолман илдәренә эләгеп, "намыҫлы ҡырағайҙар" сифатын - ҡыйыулыҡ, тоғролоҡ, сыҙамлылыҡ, ялағайлыҡты яратмауҙарын, ике йөҙлө булмауҙарын һаҡлап ҡалған. Ғәрәптәр төркиҙәргә өҫтөнлөк биргән һәм уларҙың "арыҫлан сифатын" - ғорурлыҡ, азатлыҡ, йорт эштәрен башҡарыуҙан баш тартыу һәм башҡа сифаттарын баһалаған. Көнсығышта мәмлүктәр эпохаһындағы төркиҙәргә шундай баһалама биргәндәр: "Төркиҙәр сит тәнгә килеп инеп үҫкән һәм ынйыға әүерелгән, һуңынан инде бөйөк дәүләттәрҙең батшалары тажын биҙәгән ҡом бөртөгөн хәтерләтә".
Мысыр мәмлүктәренең этник составын билдәләгәндә, уны билдәләүсе төп элементтарҙың береһе - телгә таянырға һәм этномәҙәни үҙенсәлекте (ат итен ашау, ҡымыҙ, айран, буҙа эсеү) иҫәпкә алырға тейешбеҙ. Мысыр мәмлүктәренең аралашыу теле булып көнбайыш-ҡыпсаҡ теле тора. Был тарихи дәлилдәр менән дә раҫлана. Күп ғалимдар мәмлүктәрҙең телен ҡумыҡ-ҡарасәй-балҡар теленең диалекты тип иҫәпләй. А.А. Зайончковский ҡумыҡ һәм ғәрәп-ҡыпсаҡ һүҙлектәре араһында параллель үткәрә. Мәхмүт Ҡашғариҙың "Дивану лөғәт ит-төрки" хеҙмәтен мәмлүк-ғәрәп теленең тәүге һүҙлеге тиергә лә мөмкин.
Мысыр мәмлүктәренең телен шулай уҡ хәҙерге ҡараим, ҡарәсәй-балҡар, ҡумыҡ, Ҡырым татарҙары теле менән бер төркөмгә индерәләр. Шулай итеп, шуныһы асыҡ: Мысыр мәмлүктәренең теле ҡумыҡтар, ҡарасәй-балҡарҙар, нуғайҙар, ҡырым татарҙары, ҡаҙаҡтар, татарҙар, башҡорттар һәм ҡырғыҙҙар һөйләшкән ҡыпсаҡ төркөмөнә ҡарай.

"Киске Өфө" гәзите, №2, 16 - 22 ғинуар 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 15.01.26 | Ҡаралған: 254

Киске Өфө
 
Иғтибар! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2027 йылдың беренсе яртыһы өсөн 1 сентябрҙән 1230 һум 42 тингә яҙыла башларға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласаҡ икәне тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru