
Әсә йәше, Йыһандағы Ер шары кеүек, зәңгәр генә булып керпек остарында әйләнеп-әйләнде лә ҡапыл аҫҡа уҡталды. Герой партаһына төшөп, әллә күпме хәсрәт, ҡара ҡайғы билдәһе булып, тирә-яҡҡа сәсрәне. "Тып!" итеп кенә ҡалды ул. Кемдер күрҙе, ишетте. Быш-быш килеп ниҙер шыбырлашыу - әллә, әлеге минуттарҙың ауырлығын үҙ-ара бүлешеп бер аҙ еңеләйтергә тырышыуҙары, әллә төрлө ваҡ-төйәк мәшәҡәттәр тураһында әңгәмә ҡороуҙары... Миңә, бөртөк был күҙ йәшен керпектәрҙә йыйылғандан алып күҙәткән кешегә, уның партаға төшөп сәсрәүе Ҡояш шартлағандай тойолдо. Ҡояш шартланы ла, донъя ҡараңғылыҡҡа сумды. Хәҙер инде шул ҡараңғы донъяла яугир әсәһенә нур эҙләргә, алға атлау өсөн һаран Ай яҡтыһы булһа ла табырға кәрәк. Һәрмәләнеп, "йәшәү" тигән бушаҡ ҡына тотҡаға тотоноп ҡалыр өсөн...
Герой партаһы асылды, ҡуйылды, тип әйтәйекме...
Мәктәптән көс еткеһеҙ ҡапма-ҡаршылыҡлы, буталсыҡлы уйҙар менән сыҡтым да, алыҫтағы йәшәү дәрте аңҡып торған, ҡоштар һайраған, сиңерткәләр сырылдаған, ҡырмыҫҡалар йүгергеләгән яҙғы тау-туғайҙарға текәлеп, ниҙер эҙләгәндәй, тупһала торам. Әллә йөрәктән урғылған "Герой партаһы" исемле өр-яңы шиғырҙы рифмаға һалырға, әллә алҡымға тығылған аңлайышһыҙ ошо бөгөнгө төйөр-көндө йоторға тырышам. Ә ул йотолмай, ярһып-туҙынып, ситлеккә һыймаған, болоттарға ынтылған сая бөркөттәй, ҡан баҫымын күтәреп, йоҙроҡтарҙы төйҙөрөп килә лә сыға, килә лә сыға.
- Апай! - Бар кешелеклелегемде, мөләйемлегемде һалып, ипле генә өндәшергә тырышам. - Хәлдәрегеҙ нисек?
- Аллаһҡа шөкөр әле... Бына, көрәшәбеҙ...
Көрәш тә бит төрлө була. Әле төҫ ташламаған илле биш менән алтмыш араһындағы борсолоулы ҡатынға, үҙем дә һиҙмәҫтән, һорауҙарыма яуап эҙләпме, һынсыл ҡараш атам. Ҡыйыу ҡатынға оҡшаған. Герой партаһына ҡуйылған фотоһүрәттәге яугир яңы танышымдың, Әлфиә апайҙың, теүәл күсермәһе икән дә. Шул уҡ ҡырлас төҙ танау, зәңгәр күҙҙәр, ҡыйыу ҡараш...
- Батырҙар аллеяһы эшләргә тигән ниәт менән йөрөйөм әле. Кәрәкле ҡағыҙҙарын йүнләйем. Аллеяға урынын билдәләйбеҙ. Хужалар ҙа төрлө. Ыңғайҙары бар, киреләнгәндәре лә етерлек. Ә мин танк һымаҡ алға барам, - әсә, үҙ-үҙе менән ғорурланғандай, йылмайып, осҡон сәскән ҡарашын миңә ташлап ала. Яу яланында Артурҙың ҡулынан төшкән автоматты алып, бирелгән бойороҡто аҙағынаса еткерергә ярһыған һалдат ҡарашы ине был. Һәр хәлдә, миңә шулай тойолдо.
Әлфиә апай менән бер йыл эсендә тағы ла осрашасаҡбыҙ әле. Мин, Сибайға ҡайтҡас, "Артурға" исемле шиғырымды яҙасаҡмын, бер дуҫтан көйгә һалдырып, 23 февраль көнө Асҡар мәҙәниәт йортонда башҡарасаҡмын. Бөтә зал аяғүрә бер минут тынлыҡта торасаҡ йыр аҙағынан. Һәләк булған ягирҙарҙың ата-әсәләренә, ҡатындарына, балаларына наградалар тапшырған ауыр минуттарҙы күтәрә алмай, сәхнә артындағы буш бүлмәгә инеп, ғәҙелһеҙ донъянан йәшенергә теләгәндәй, ишеген ябып, мең төрлө уйҙарымды йырып сығыр юл эҙләп ҡаңғырасаҡмын әле...
Герой партаһына төшөп сәсрәгән күҙ йәше лә ҡоростан булғандыр. Юҡҡамы ни, Ер тетрәне, Ҡояш һүнә яҙҙы.
"Герой партаһы"на тамған йәштән,
Ҡолаҡ тондо, донъя сайҡалды!
(Беҙҙең халыҡ ныҡ шул, сабыр инде),
Әсә - тора!
Донъя - саҡ ҡалды...
…Артурға ун бер йәштәр тирәһе булдымы икән. Ата-әсәһе эштә, өйҙә - береһенән-береһе бәләкәйерәк ике һеңлеһе һәм ул. Хужалыҡ уның яуаплылығында. Көтмәгәндә, соланда электр сымдары тоҡанып китә. Кеҫә телефондары юҡ заман. Икеләнергә, оҙаҡ уйларға ла ваҡыт тар. Шатыр-шотор янған ялҡын сымдар буйлап ҡыйыҡҡа үрмәләй. Һеңлеләрен ҡапҡа тышына алып сыҡҡас, бергәләп ҡасырға ла була ине. Әммә бындай мәлдәрҙә һыу ҡулланырға яраймы-юҡмы икәнлеген дә аңламаған малай, тыуған йорто өсөн көрәшергә ҡарар итә. Солан эсендәге янған, төтәгән урындарға, эләгә-йығыла, көс еткеһеҙ биҙрәләр менән, йүгереп йөрөп һыу һипкеләй ҙә, ағас баҫҡыс табып килтереп, ҡыйыҡ башына менеп китә.
Тыуған йортҡа ут ҡапҡас... Хәҙер инде тыуған йорто - Рәсәй. Малай сағында халҡы ике һеңлеһе булһа, һәр ваҡыт шул ике ҡыҙҙан торған "халҡын" ҡурсаланы, яҡланы, һаҡланы. Шунан - үҙенең ғаиләһен, ике ҡыҙын, улын. Бөгөн инде Рәсәй "солан"ына ут төртөп маташалар. Соланда шатырлаған бәләкәй генә ялҡын да, ваҡытында һүндермәһәң, юлына ҡыйыуҙарса ҡаршы сығып баҫмаһаң, ҙурайып, ҡомһоҙланып, күҙ асып йомған арала ҡыйыҡҡа үрмәләй икәнлеген яҡшы аңлай Артур. Тыуған ил ҡыйығына...
Махсус хәрби операция башланыуға ярты йыл тигәндә, 2022 йылдың сентябрендә, әрме хеҙмәтен дә үтмәгән өс бала атаһы, үҙенең ныҡышмалығы менән контрактҡа ҡул ҡуйған Асҡар егете Артур Ғиләжев, Украина еренә аяҡ баҫа. Буй тиһәң, буйы, төҫ тиһәң, төҫө бар. Ҡырҡты үткән ҡарсығалай ҡыйыу ҡарашлы ир-егеткә хәрби кейем дә, ҡорал да килешеп тора. Позывнойы - "Голландец". Был саҡырыу исемен һайлауы сер булып ҡалды. Әлфиә апай ҙа яуап бирә алманы был һорауыма.
Әлфиә апай менән йыш ҡына телефондан аралашып, яҙышып торҙоҡ. Иртәгә Баймаҡ хакимиәтенә йомош менән юлға сығам, тигән хәбәрен ишеткәс тә, мин дә йыйына башланым.
Яҡында ғына теҙелешеп киткән эскәмйәләрҙең берәүһенән урын алабыҙ.
- Күп һөйләмәне шул Артур ундағы хәлдәр тураһында. Бәлки, ярамағандыр ҙа. Мин бит уның хәрби операцияға йыйыныуын да белмәй ҡалдым... - тип һүҙ башланы.
Тәүге осрашҡандағы кеүек, әсә керпектәрендә йәнә лә зәңгәр "Ер шары" әйләнә башланы. Герой партаһына төшөп, шартлаған ҡорос - күҙ йәше. Йыл ярымдан ашыу тыныслана алмай, улым, тиеп ғазапланған әсәне бер һүҙ ҙә йыуата алмаҫтай. Ваҡыт ҡына дауа.
Ауыр тынлыҡтан, ҡайҙандыр пәйҙә булған, тура беҙгә табан осоп килгән аҡ ҡына күгәрсен ҡотҡарҙы. Эскәмйәнең теге башына барып ҡунаҡланы ла, беҙгә алмаш-тилмәш ҡарап, гөрөлдәргә тотондо. Әлфиә апай йылмайғандай итте лә, ашығып, сумкаһынан телефонын сығарҙы. Кәйефе күтәрелгәндәй булып китте.
- Мин һиңә, Фәнис ҡустым, бер фотоһүрәт күрһәтергә тейешмен. Өфөнән скульптор ебәрҙе. Батырҙар аллеяһына ҡуйырға Артурҙың тулы һынын эшләтергә биргәйнем. Игорь былай тип һөйләне. Бер көн мастерскойына килеп инһә, һәйкәлдең башында күгәрсен ултыра икән. Тәҙрә форточкаһы ла турғай һыйырлыҡ ҡына. Ул ғына ла түгел, ҡасырға ла уйламай. Ярай, улайһа, тиеп, тегегә сығыр юлын иркенерәк итеп, тағы ла бер тәҙрәне астым да, эштәрем менән булаша башланым, тей. Бер нисә минуттан ғына ҡош тыныс ҡына осоп сыҡҡан да алыҫ аҡ болоттарға китеп юғалған...
Төрлө уйҙарҙан ҡапыл тәндәр зыбырҙап китә. Әлфиә апай аша ынтылып, эскәмйәләге ҡошто байҡайым, ҡайһы аралалыр шым ғына юҡҡа сыҡҡан...
- Яңыраҡ Белгород өлкәһенең Шебекино ҡалаһына улымдың һуғыш юлы үткән ерҙәрен күрергә барып ҡайттым. Һуңғы кисерештәрен, уйҙарын белергә теләнем... Унан алда Тоцкийҙа хәрби часында ла булдым. Нисектер осраҡлы ғына Артурҙың документтарынан белеп ҡалдым: 2022 йылдың ноябрендә Херсон йүнәлешендә хәрби бәрелештәрҙә ҡатнашалар. Ҡамауға ҡалып, алты кеше генә кире сыға. Яҡын дуҫтарының береһе һәләк була. Тағын бер ҡаты яралы дуҫы менән, урындағы халыҡ ярҙам итеп, нисектер ҡотолалар, әммә улымдың да үпкәһенән ярсыҡ үтә сыҡҡан була. Госпиталгә эләгәләр. Йүнәлеп, бер аҙ аяҡҡа баҫҡас, ҡыҫҡа ғына ялға ла ҡайтҡайны. Часына барыуымдың сәбәбе шул ине: "Батырлыҡ өсөн" миҙалы менән наградланған булған, ә миҙал бер ерҙә лә юҡ. Үҙе менән бергә шартлағандыр, тигән уйҙар ҙа килгеләне...
Мин барып ингәндә батальон командиры урынында ине. Йомошомдо әйттем. Комбат төпкө бүлмәнән һауыты менән тапшырылмаған миҙалды алып сыҡты. Нисек кенә инәлһәм дә, бирмәнеләр, тотоп ҡына ҡараным. Үҙегеҙҙең хәрби комиссариатҡа килер, тинеләр. Миҙал өсөн алты айға һуҙылған көрәш китте. Ниндәйҙер генералдың номерын табып, уға ла барып етештем. Награда урынынан ҡыбырланы, әммә, яңылыш ниндәйҙер танк дивизияһына барып юлыҡҡан. Бик күп борсолоуҙар, төңөлә яҙыуҙар аша үткәс кенә, Сибай хәрби комиссариатына килеп етте. Бер аҙ ваҡыттан үҙебеҙҙең Асҡарҙан шылтыраттылар. Шунда уҡ елдереп барып та еттем. "Батырлыҡ өсөн" миҙалы әле үҙемдә, ҡәҙерләп кенә һаҡлайым...
Был ҡатындың үҙенә, батырҙарса һәләк булған яугирҙың әсәһенә, иң ҙур орденды тапшырырға кәрәктер...
Кискә мине Әлфиә апайҙан бик ауыр смс-хаттар көткән. Килгән видеоларҙың тәүгеһен асам. Камераны Артур үҙенә бора. Бер нәмә лә һөйләмәй. Артта ла, алда ла һалдаттар атлай. Туҙан уйнап тора. Йәнәшәләренән генә бер туҡтауһыҙ геүләп техника үтә. Уларҙы, әлбиттә, төшөрөргә ярамайҙыр. "Голландец" - Артурҙың күҙҙәре генә әсәһенә ниҙер һөйләйҙер һымаҡ.
Дауаханала ятып, ялға ҡайтып килгәс, Артурҙы Белгород өлкәһе Шебекино ҡалаһы янында урынлашҡан частҡа яңы ғына хәрби хеҙмәткә килгән ун һигеҙ йәшлек малайҙарға отделение командиры итеп тәғәйенләйҙәр, уларҙы һуғыш алымдарына өйрәтергә һәм сик һағына баҫырға ҡушалар. Кесе сержант званиеһы бирәләр. Шул малайҙарға ағай ҙа, атай ҙа урынына 2023 йылдың февраленән апрелгә тиклем йөрөй, йоҡоларын да, ашарҙарын да ҡайғыртып. Уңайы сыҡҡан һайын, ныҡышмалы рәүештә үҙен алғы һыҙыҡҡа күсереүҙәрен һорай. Күпмелер ваҡыт снайпер булып хеҙмәт итә. Һәм, ахыр ҙа, һаулығы нығынғас, штурмовиктар рәтенә баҫа. Херсон, Запорожье, Луганск, Сваты йүнәлештәрендә дошманға ҡаршы көрәшә. 2023 йылдың сентябрь аҙаҡтарында әсәһенә, бәлки, оҙаҡ элемтәгә сығып булмаҫ, тип әйтә. 3 октябрҙә, ҡатынына шылтыратып, ғаиләһе менән һөйләшә, һеңлеләренә яҙа.
Бына ул дошмандар төшөргән ҡәһәрле видео - Асҡар егете Артурҙың һуңғы секундтары. Таныйым, ошоғаса бер нисә тапҡыр "Бәйләнештә" селтәрҙәрендә ҡарағайным. Әлегә урап үтәм, асмайым. Аудиоларҙы тыңлап, барыһын да бер епкә теҙеп маташам.
"Красногоровка яғы, Авдеевка йүнәлеше буламылыр, шулайтып минең бала юғалды... Мин түҙмәй башланым, етенсе октябрь булып китте", - Әлфиә апайҙың күҙ йәштәре менән һөйләгәнен тыныс ҡына тыңлап булмай. Эстән генә уйлап ҡуям, яраларҙы ҡуҙғытып, минең нимәлер яҙып маташыуым дөрөҫ эшме икән? Ныҡлы уҡ булмаһа ла, үҙемсә ошондай ҡарарға киләм: ҡабат һорауҙар бирмәҫкә...
"Унда-бында шылтырата башланым, министерствоһы ла ҡалманы, йүнле яуап ала алмайым. Ун дүртенсе октябрь булып китте, хәбәр юҡ минең малайҙан... Ун бише инеме... Төшөмә керҙеме, әллә күҙемә күрендеме... Өр-яңы кейемдә, миңә ҡарап торҙо ла юҡҡа сыҡты... Әлеге шул... Йәне килеп хушлашҡан булғандыр инде үҙенсә... Бер һүҙ ҙә әйтмәне... Шул төндә ошо видео осраны миңә интернетта... Рәсәй һалдаты әсир төшмәҫ өсөн, автомат төбәп торған дошман менән үҙен бергә шартлатҡан... Нисектер... Бәлки, бала менән әсә араһындағы, беҙ аңламаған берәй мәңгелек бәйләнештер... Шуны күреп, ышанманым… Әллә ышанырға теләмәнем. Тауыш Артурҙыҡы ине... Ҡыҙҙарыма ебәрҙем. Юҡ, әсәй, тауыш ағайҙыҡы түгел, тинеләр. Күңелдең иң төбөндә шик булһа ла... Әсә үҙ балаһының тауышын танымай буламы инде... Ә ул оҡшаған... Нисәмә мәртәбә тыңланым... Шулайтып мин уны таптым... Класташы әйтте: ул - Артур. Мең тауыш араһынан да таныр инем, тине... Шулайтып, минең балам һәләк булып ятып ҡалды... Нисек сығарғандарын белмәйем... Беҙҙең бер волонтер бар, Ҡырым яғынан, исемен әйтә алмайым, шул табып бирҙе... Ниндәй юлдар менән мәғлүмәт алғанлығын да һөйләргә ярамайҙыр... Артур ҡамауға ҡалғас, пленға төшмәҫ өсөн үҙе менән бергә сит ил наемнигын шартлатҡан... Ул дошманды ун һигеҙенсе октябрҙә ерләгәндәр. Хәл ун дүртенсе октябрҙә була... Егерме бере ҡағыҙ ҙа килде... Атаһы ныҡ ҡысҡырҙы ҡапҡа эсендә... Мин өйҙә юҡ инем, юлда инем... Ауыр хәл булды... Йөҙ ҙә ун саҡрым Горловкаға тиклем уны алып килгәндәр, ташламағандар... Рәхмәтлемен Хоҙайыма, кәүҙәһе ҡайҙалыр юғалып ятып ҡалманы... Шулайтып, минең балам ҡайтты. Егерме бише ҡайтырға тейеш ине, ямғыр яуҙы... Самолет османы... Егерме алтынсы октябрь ул өйҙә булды... Сәғәт егерме минут алтынсы ине... Уны өйгә индерҙеләр... Мин сәғәт ун икегә тиклем эргәһенән китмәнем... Битен күрҙем... Гроб цинк ине... Бите күренә ине... Сығарыр алдынан... Мулла уҡып бөткәйне... Ике эре күҙ йәшем сыҡты... Шулайтып... Хушлаштым..."
Һәр һүҙе әсәнең әсе күҙ йәше менән мансылған аудионы үҙгәрешһеҙ тулыһынса ҡуйырға тырыштым...
Баяғы дошман камераһы төшөргән видеоға әйләнеп ҡайтам да, йәнә ҡарайым. Украина һалдаты, автоматын әҙер генә тотоп, нығытмаға яҡынлай. "Сдавайся!" - тип ҡысҡыра. Артынан камералыһы атлай. Эстән Артурҙың тауышы ишетелә һәм… көслө шартлау! Яҙма шул урында өҙөлә... Яҙмыштар өҙөлә шул урында. Өс бала атайһыҙ ҡала. Йәштән ҡауышҡан ҡатыны ниҙәр кисергәндер? Ҡурсалап, үҙе балалар баҡсаһына алып барып, ҡаршы алып, һаҡлап ҡына үҫтергән ике һеңлеһе... Хәҙер ике йылға яҡын, көнө-төнө, күңеле менән Украина ерендә йөрөгән әсәһе...
Һис һүҙһеҙ, пленға төшмәҫ өсөн, дошманыңды ла, үҙеңде лә үҙ ҡулдарың менән шартлатыу - ҙур батырлыҡ! Герой! Матросов та бит бер тапҡыр һәләк булған, ә Артурға герой исеме алыу өсөн өс тапҡыр шартларға кәрәк инеме ни... Һуңғы уйҙары ниндәй булғанлығын беҙ белә алмаҫбыҙ инде. Әммә, шуны әйтә алабыҙ: Рәсәй һалдаты, башҡорт егете, тигән исемдәргә ул тап төшөрмәне!..
- Беҙҙе, яуҙа улдарын юғалтҡан әсәләрҙе, һәләк булған яугирҙарҙың ҡатындарын былтыр Өфөлә үткән сараға саҡырҙылар. Артур һәләк булғанға күп ваҡыт та үтмәгән. Күңелдәге яралар ҙа уңалмаған. Уңалырмы икән ул? Ике йыл үтте бит, әҙ-мәҙ ысҡындырһа ла, еңел түгел шул... Барып еттем. Зал бик ҙур ине. Кешенең күплеге! Һәм... Мине сәхнәгә саҡырып сығарып, МХО-ла батырҙарса һәләк булған Артур Ғиләжевтың әсәһе тип, "Йыл әсәһе" исемле миҙал тапшырҙылар. Бөтә зал аяғүрә баҫып алҡышланы! Ныҡ тулҡынландым! Күҙҙәрҙән йәштәр тубырлап ағып тора. Әллә хәсрәт йәштәре, әллә ғорурлыҡ. Тынғы табалмай йөрөгән әсәгә күп кәрәкме инде, бер йылы һүҙҙән дә тамаҡҡа төйөр тығылып, иларға ғына тораһың. Бына шулай. Шунда, тоноп барған күҙәрем аша ҡул сабыуҙан туҡтамаған халыҡҡа ҡарап торғанда, улымдың исемен мәңгелләштереү тураһында тәүге уйҙар килде....
Ауылда батырҙар аллеяһы булдырыу өсөн күпме ишектәр ҡаҡҡан ул, күпме тупһалар тапаған, күпме саҡрым юл үткән. Ҡайһы бер хужаларҙан да, башҡаларҙан да былай ҙа туҡтауһыҙ әрнеүҙәр, нәфрәт, хәсрәт менән һуҡҡан йөрәген сатнатырҙай һүҙҙәр ишетеп, әллә күпме йоҡоһоҙ төндәр үткәргән. Ишетеп-белеүемсә, аллея асыу өсөн Өфө генә түгел, Мәскәүгә лә барып еткән, бер генә лә түгел, ике тапҡыр. Көслө ҡатын! Ысын әсә!
Күп ҡаршылыҡтарға осрай ул. Ниәтенә ҡаршы төшөүселәр ҙә табыла. Һуғыш бөтһөн дә, шунан уйларбыҙ, тигән фекерҙәр ҙә яңғырай. Әлегә ундай эшкә аҡса юҡҡа ла һылтаналар. Әлфиә апайҙың әйтеүенсә, һәйкәлдең йөҙө улыныҡы булыу оҡшамай ҡайһыларға. Билдәһеҙ һалдат ҡуйырға кәрәк, тиеп тә ҡарайҙар... Ундай ҙа һәйкәл кәрәк, әлбиттә, тик бында бит эштәр башҡасараҡ тора. Әсә үҙ теләге менән үҙенең һәләк булған улына хөкүмәт бүлгән аҡсаға эшләткән уны! Күңелдәр тар булмаһа, ер етерлек бит! Ошо тыуған ер өсөн ауған түгелме ни Артур?
Өфө сәхнәһендә, әллә күпме халыҡ алҡышлағанда, күҙ йәштәре аша биргән һүҙен, Әлфиә апай яңыраҡ ҡына - 2025 йылдың авгусында тормошҡа ашыра. Артурҙың һыны ла үҙ ауылына килеп, батырҙар аллеяһында үҙенең лайыҡлы урынын ала...
2025 йылдың сентябрендә тынғыһыҙ әсә күпме ваҡыт уйлап та, һаман килтереп сығара алмаған тағын да бер хыялын тормошҡа ашыра. Улы өс-дүрт ай йәш һалдаттар менән һаҡлаған Шебекино ҡалаһына юллана. Автомобиль яллап, ике көн, ике төн ял итә-итә баралар. Рулдә - үҙе хәрби операцияла ҡатнашҡан, әлеге ваҡытта һалдатлыҡтан бушатылған, ышаныслы ир-егет. Интернет йүнләп эшләмәй, юлда кешеләрҙән һораша-һораша баралар. Яңы Оскол ҡалаһы янында һулаҡайға китер урында, уңға боралар. Ике сәғәт тирәһе йөрөгәс, ҡабат шул тирәгә килеп сығалар. Тағы ла юл белешәләр, хәҙер инде дөрөҫ йүнәлеш алалар, әммә, яңылышып, йәнә лә бер боролошто үтеп китәләр. Тураға ҡыуалай ҙа ҡыуалайҙар. Асфальт яҡшы, тигәндә лә була, урыны менән йүнәтелгән. Ҡарайып, янған һымағыраҡ ерҙәре лә бар. Юлда бер машина ла осрамай. Ике сәғәт тигәндә, ниһайәт, Шебекино районындағы Нежеголь ауылына инәләр...
- Улыма һәм уның егеттәренә һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙып торған, аҙаҡ Артурҙы эҙләшеүҙә, һуңғы минуттарын асыҡлауҙа күп көс һалған, әле лә минең менән яҙышып торған ирекмән Татьянаның йортона килеп туҡтаныҡ. Әсәһе Елена килеп сыҡты ла ҡосаҡлап алды. Тәүге һорауы шул булды: "Ҡайһы юлдан килдегеҙ?" Мин һөйләп биргәс, һеҙ бит "үлем юлы"нан үткәнһегеҙ, тине. Аяҡтарым ҡалтырап китте... Йыш ҡына унда дрондар һөжүм итә икән. Улым үҙе фәрештә булып һаҡлағандыр,- ти ҡыйыу әсә.
...Бына мин дә батырҙар аллеяһында. Автомат тотҡан, хәрби кейемдәге һалдат һәйкәленең уң яғына "Батырҙарыбыҙ - ил терәге!" тиеп яҙылған. Һул яғында - юғарыла осоп барған торналарға ҡулдарын һуҙған әсә һүрәте... Яҡында ғына ятҡан юл ситенә автомобиль килеп туҡтаны. Эсенән эре һары сәскәләр тотҡан апай менән ун бер-ун ике йәштәр тирәһендәге малай төштө. Аллея яғына боролдолар. МХО барышында батырҙарса һәләк булған яугир ҡаршыһында бер аҙ тын ғына торғас, малай ололарса етдилек менән: "Ҡартәсәй, мин дә ҙурайғас атайым һымаҡ герой булам", - тине. Апай, тыныс ҡына йылмайып, хуплағандай, ейәненең арҡаһынан һөйөп алды...
Фәнис СИРБАЕВ.
"Киске Өфө" гәзите, №2, 16 - 22 ғинуар 2026 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА