
Авторҙарыбыҙҙың бәғзе ваҡыт кешеләрҙең бер-береһенә кешеләрсә булырға тейешле мөнәсәбәттәре хаҡында һүҙ ҡуҙғатыуы юҡҡа түгел. Был мәсьәлә һәр саҡ актуаль булып ҡала. Ошо темаға ҡағылышлы мин дә йыш ҡына уйланып алам. Хәрби табип булып оҙаҡ ваҡыттар хеҙмәт итеү дәүерендә осраған төрлө ҡыҙыҡлы хәлдәр ныҡ ҡына хәтеремдә ҡалған.
"Доктор, с вас - пузырь!"
Инженер профессиялы булған бер прапорщиктың ана шулай тип әйткәне хәтеремдә. Минең автомагнитоламдың бер нәмәһен көйләп биргәс, шулай тигәйне ул миңә. Шунан бер аҙ алдараҡ ҡына был һөнәрмән техник беҙҙең госпиталдә ятҡан ине. Шул мәл уның теле-радио аппаратура йүнәтеүгә лә маһир икәнлеген белеп ҡалғайным. Шуға күрә лә ул егеткә мөрәжәғәт иттем дә инде. "Ярай, бер шешә икән - бер шешә булһын", тип, уны ризалаштырҙым. Ул дәүерҙә әлеге бер шешәнең (халыҡта "бер ярты" тип тә йөрөтөлә ине) үҙенә күрә "валюта" булғанын хәтерләмәгән кеше юҡтыр. Шуның менән эш бөткән булһа, әлбиттә, әллә ҡасан уҡ онотҡан да булыр инем, әммә…
Төн уртаһы үткәс, дежурҙағы фельдшер телефондан шылтыратып, мине уята: "Иптәш подполковник, һеҙҙең ашығыс рәүештә госпиталгә килеүегеҙ һорала. Әҙерләнеп тороғоҙ, доктор, хәҙер өйөгөҙгә машина ебәрәм". Оҙаҡламай ашығыс ярҙам машинаһы мине госпиталгә алып та килде. Ҡабул итеү бүлмәһенә ингәс, албырғап ҡалдым: бәй, был әлеге минең "мастерым" да баһа! Муйынын алға һонған, ярым асыҡ ауыҙынан бер туҡтауһыҙ шайыҡ аға. Иҙәнгә ағыҙмаҫ өсөн, ҡулъяулығы менән әленән-әле еүешләнгән ауыҙын һөрткөләй. Ҡабаланып ашаған (әллә "закусывать иткән") мәлдә тамағына балыҡ һөйәге ҡаҙалған икән. Йәһәт кенә "смотровой" бүлмәгә алып инеп, махсус инструменттар ярҙамында ярайһы ғына төптә торған ҡылсыҡты алып та ташланам. Үҙемдең табиплыҡ бурысымды атҡарғаным өсөн, әлбиттә, унан бер ни ҙә талап итмәнем. Миңә уның ысын күңелдән рәхмәт әйтеүе етте…
Счетчик подключен…
Хәрбиҙәрҙең хеҙмәт урындарын әленән-әле алыштырып, төрлө урындарға ла күсеп йөрөүе тәбиғи. Балалар бәләкәйерәк саҡта, өйрәнгән урынды ташлап, башҡа гарнизонға күсергә тура килгәйне. Бер аҙ ғына яңы ҡаласыҡта йәшәй башлағас, етенсе синыфта уҡып йөрөгән кесе улымдың кәйефһеҙ икәнен шәйләнем. Ошо хаҡта һораша торғас, өлкән кластағы бер малайҙың улымдан аҡса талап итеүен асыҡланым. Шул хулигандан шөрләп йөрөй икән. Әлеге егет, үҙенең өй адресын күрһәтеп, "записка" ла тотторған улыма. "Фәләнсә числоға тиклем ошо адресҡа фәләнсә һум аҡса алып килмәһәң, счетчик подключим…" тигән мәғәнәләге яҙыуҙы уҡығас, шул егеттең өйөн табып, ата-әсәһе менән һөйләшергә мәжбүр булдым, үҙемдең ошо ҡаласыҡҡа хеҙмәт итергә килгән яңы табип икәнлегемде лә таныттым. Был егеттең сирләп китеп, миңә килеү ихтималлығы ҙур булмаһа ла, ошо хаҡта ла иҫкәрттем: "Тау менән тау осрашмаһа ла, кеше менән кеше осраша бит. Донъя хәлен белеп булмай, бәлки, миңә мөрәжәғәт итергә лә тура килер…" Инде һәүетемсә ир еткән улдары үҙенең ҡылығы өсөн гарнизонда абруйлы ғына булған ата-әсәһе алдында оялғандыр, тип тә уйлайым.
Шунан күп тигәндә лә бер-ике ай самаһы үткәндер, башы ныҡ ауыртып, әлеге егет госпиталгә килде. Участковый табип ебәргән икән. Ентекләп, тейешенсә тикшереп, рентген-фәлән яһап, уға "Острый двухсторонний гнойный гайморит" тигән диагоз ҡуйҙым. Танауының "гаймор ҡыуышлығын" тишеп, был хулиганды бик уңышлы ғына дауалап, әмәл иттем. Бер нисә көн эсендә йүнәлде ул (фамилиляһы - Неустроев, әле булһа иҫемдә), рәхмәттәр әйтеп сығып китте.
Финансисҡа ла доктор кәрәк икән…
Туҡһанынсы йылдар уртаһы ине. Бөтә илде баҫып алған инфляция тигән нәмә, әлбиттә, әрмебеҙҙе лә ситләтеп үтмәне. Аҙыҡ-түлек, башҡа әйберҙәр дефициты, эш хаҡын тотҡарлау һымаҡ проблемалар хәрбиҙәргә лә тейҙе. Кибеттәрҙәге һатыусылар, шулай уҡ эш хаҡы биреү менән шөғөлләнгән хеҙмәткәрҙерҙең (финансистар) ул саҡ "почетта" булыуы бер кем өсөн дә сер түгел. Бәғзе бер финансист иптәштәр үҙҙәрен саманан тыш һауалы тотто. Шул осорҙар, минең сираттағы отпуск яҡынлашып килгән мәлдәге бер хәл иҫемдә. Тыуған яҡты һағынып, зар-интизар булып, йылына бер тапҡыр биргән отпускыны көтөп йөрөгән кеше булараҡ, көн дә тыл штабына йөрөргә мәжбүрмен: "отпускной" аҡсаны ала алмай аҙапланам. Өҫтәүенә, айлыҡ эш хаҡын да гел генә сиратта тороп ала инек. Ваҡыты күберәк булғандар, әлбиттә, иртә менән сиратҡа баҫып, алып өлгөрә, бер аҙ һуңыраҡ килгәндәр өсөн кассала аҡса бөтөп тә ҡуя. Киләһе көндө көтөргә ҡала.
Госпиталдә үҙемдең эшем тығыҙ ғына булыуға ҡарамаҫтан, бер аҙ ваҡыт табып, штабта финансист булып хеҙмәт иткән бер майорҙың бүлмәһенә индем, үҙемде таныштырҙым. Доктор икәнемде лә әйттем (хәйер, уныһы китель яғаһындағы эмблеманан да билдәле инде). Проблемамды ла һөйләп бирҙем. "Отпуск башланырға тора, тыуған илгә ҡайтып китергә кәрәк, сиратта тора алмайым. Госпиталдә ауырыуҙарым көтә, иптәш майор", тинем. Минең өсөн бер аҙ ташлама яһауын - кассаға сиратһыҙ барып, "отпускной"ымды алып биреүен үтендем. "Вы знаете, товарищ доктор, я никогда к кассе не подойду!" тип ҡырҡа ғына яуап бирҙе тәккәббер майор. Үҙемдең дә ошо мәсьәләлә әллә ни ғәҙел булмауымды ла тойомлағанғамылыр, артабан, әлбиттә, ялынып торманым.
Иртәгеһен төшкә тиклем стационарҙағы ауырыуҙарымды ҡарап бөткәс, бер аҙ ғына ваҡытым булыуҙан файҙаланып, тағы тыл штабына барырға йыйынып торған мәлдә, 4-5 йәшлек ҡыҙ балаһын күтәргән әлеге финансист иптәш, уның ҡатыны, минең бүлмәгә килеп инделәр. Ҡыҙҙарының ҡолағы ауырта башлаған, шул сәбәпле төнө буйы тиерлек йоҡлай алмаған икән. (Гарнизонда граждандар өсөн поликлиника булыуға ҡарамаҫтан, ни өсөндөр, күп хәрбиҙәр балаларын, ҡатындарын госпиталь табиптарына күрһәтергә тырыша ине). Мин: "Дүшәмбенән отпускыға китергә тейешмен, аҡса ала алмай йөрөйөм. Хәҙер штабҡа барып киләм дә, балағыҙҙы ҡарармын. Бер аҙ көтөп ултырырға тура килер", - тип, халатты сисеп, китель, фуражкамды кейеп алдым. Әммә әлеге майор мине туҡтатты: "Иптәш подполковник, хәҙер мин штабҡа үҙем генә барып, алып килермен һеҙҙең "отпускной"ығыҙҙы. Юғиһә, оҙаҡлап китеүегеҙ бар, сөнки унда кассаға сират ҙур..." Ҡыҙын ҡатыны менән ҡалдырып, үҙе йәһәтләп бүлмәнән сығып та китте. Оҙаҡламай, атай кеше аҡсамды алып килеүгә, мин баланы ҡарап, тейешенсә дарыу, рецепттар яҙып бөткән инем инде. Шул ваҡиғаны хәтерләһәм, ни өсөндөр, урыҫтағы "Не зарекайся" тигән бер әйтем иҫкә төшә…
Эйе, һеҙ - табип, әммә мин табип түгел…
Хәрби хеҙмәтемдең мөҙҙәте етеп, отставкаға сығыр мәлдә булды был хәл. Рәсәй ҡанундарына ярашлы, тейешенсә стажын тултырып, пенсияға сыҡҡан хәрбиҙәргә торлаҡ сертификаты биреү тейешле. Ана шул сертификат тигән нәмәне Мәскәүҙән, Оборона министрлығынан ебәрәләр. Кәрәкле ҡағыҙҙар әҙерләгән ваҡытта беҙҙең тыл штабында минең атайымдың исемен "Тухфатович" тип яҙып ебәргәндәр икән ("Тыуыу тураһында таныҡлыҡ"та, дипломда ла "Тухватович" тип яҙылған). Ана шул бер хәреф арҡаһында, әлеге сертификатым яраҡһыҙ тип табылды, һөҙөмтәлә фатир алып булманы ла ҡуйҙы (банк эшсәндәре, ғәҙәттәгесә, бик иғтибарлы булып сыҡты). Бер генә хәрефте төҙәтеп, ҡабаттан яҙып биреү мәсьәләһе менән штабҡа килдем. Документтар әҙерләүсе "штабист" ҡатын иртәгәһенә ниндәйҙер йомош менән Мәскәүгә китергә тейешле ине. Шул йыуан ханымдың кабинетына инеп, ялынып-ялбарҙым, тигәндәй: "Һеҙ Мәскәүгә йыйынаһығыҙ тип ишеттем, хатаһын төҙәтеп, документтарымды үҙегеҙ менән алып китегеҙсе, зинһар!.." Әммә минең мөрәжәғәтемде был гүзәл зат оҡшатманы: "Ваҡытым юҡ! - тип ҡырҡа һуҡты. - Мне некогда!" Минең дә сигенергә уйым юҡ, бик мөһим мәсьәлә хәл ителә бит: "Мин табип булып хеҙмәт итәм. Төн уртаһында йә ял көнө саҡырһалар ҙа, ауырыуҙы ҡарарға һис һүҙһеҙ киләм…" "Һеҙ - табип, әммә мин табип түгел", - тигән яуап алғас, уның начальнигына инеп (ул мине белә ине), шуның аша бик тиҙ хәл иттем был мәсьәләне. Ә иң ҡыҙығы: Мәскәүҙән йөрөп ҡайтҡас, оҙаҡ та үтмәй, әлеге ҡатын да сирләп киткән икән. Ҡабул итеү бүлмәмә килеп ингәс тә, мине таныны. Йөҙөндә уңайһыҙланыу билдәһен шәйләнем. Мин, әлбиттә, һәр ваҡыттағыса, яғымлы мөғәмәлә күрһәтеп ҡабул иттем был ханымды, иғтибар менән ҡараным, рентген кабинетка ебәрҙем. Тик шул киттеүҙән, башҡаса миңә килмәне ул. Оялып, граждандар поликлиникаһына киткәндер тип уйланым…
Һүҙ аҙағында. Ысынлап та, бер уйлаһаң, бына ошондай хәлдәрҙең булыуы - осраҡлы ғына тап килеү һымаҡ та бит. Әммә был доньяла бер нәмә лә осраҡлы булмай, фәҡәт Раббыбыҙ ҡушҡан тәҡдир буйынса бара. Бәләкәй генә берәй ҡырын һүҙ йә насар ғәмәл дә Аллаһ Собхәнә үә Тәғәләнең иғтибарынан ситтә ҡалмай. Был донъяла булмаһа, Ахирәттә лә әҙәм балаһы үҙенең ҡылыҡтары өсөн яуап бирә… Ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ ошо хаҡта?
Хәлил ҺӨЙӨНДӨКОВ,
отставкалағы хәрби табип.
"Киске Өфө" гәзите, №3, 23 - 29 ғинуар 2026 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА