«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03 

2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42  |  43 
Ноябрь
   44  |  45  |  46  |  47 
Декабрь
   48  |  49  |  50  |  51 
 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

2026 йыл Рәсәй халыҡтарының берҙәмлек йылы тип иғлан ителде. Беҙҙең Башҡортостанда, билдәле булыуынса, күп төрлө милләт вәкилдәре быуаттар һуҙымында тыныс һыйышып йәшәй һәм республикабыҙ был йәһәттән ил кимәлендә өлгөлө булараҡ баһаланып килә. Республикабыҙҙа милләт-ара дуҫлыҡ сере нимәлә тип уйлайһығыҙ?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
УРМАН БАШҠОРТТАРЫНА СӘЙӘХӘТ
+  - 


XIX быуат аҙағында - XX быуат башында йәшәгән рус табибы, медицина докторы Дмитрий Петрович НИКОЛЬСКИЙ 1899 йылда Санкт-Петербургта баҫылып сыҡҡан "Башкиры. Этнографическое и санитарно-антропологическое исследование" тип исемләнгән үтә ҡыҙыҡлы китап авторы булараҡ билдәле. Унан башҡа Д.П. Никольский 1895 йылда "Землеведение" ғилми журналында "Из поездки к лесным башкирам" тигән этнографик мәҡәлә баҫтыра. Был мәҡәләлә Архангел заводы, Тирәкле, Уҫманғәле, Инйәр ауылдары һәм Көньяҡ Уралдың башҡа урындары иҫкә алына. Автор урындағы башҡорттарҙың көнкүреше һәм йәшәү рәүеше, ялан һәм урман зоналары башҡорттары араһындағы айырмалыҡтар хаҡында ла бәйән итә.
Өфөнән Верхнеуральск өйәҙенә урман башҡорттары араһында билдәле бер этнографик һәм антропологик күҙәтеүҙәр уҙғарырға барған саҡта Александров заводы экипаж менән барып етерлек һуңғы пункт ине; артабан юлды һыбай көйөнә генә дауам итергә мөмкин булды.

Завод һөҙәк соҡорҙа урынлашҡан, һәм ул алыҫтан күренмәй. Заводтың тышҡы күренешендә уның ярлылығы һәм ташландыҡ булыуы ярылып ята. Ул беҙҙең ҡәҙимге Урал заводтары кеүек түгел: насар ҡоролмалар, емерек ихаталар, күп кенә өйҙәрҙең тәҙрәләре ҡаҙаҡланған һәм башҡалар. Был завод К-ва ханымдыҡы, ул ҡасандыр баҡыр иретеүе менән дан тотҡан, әммә хәҙерге ваҡытта бөтөнләйгә эшләмәй. [Завод уҙған быуатта (1752-1753 йылдарҙа) Сембер сауҙагәрҙәре Твердышев һәм Мясников тарафынан төҙөлгән. Улар төҙөгән заводтар: Богоявлен (баҡыр иретеү), Ҡатайтамаҡ (Усть-Катав) (тимер) 1758 йылда, Сим (шулай уҡ тимер) 1754 йылда һәм Верхотор (баҡыр иретеү) 1754 йылда. Архангел заводы Асҡын йылғаһы буйында, өйәҙ ҡалаһы Стәрлетамаҡтан 100 саҡрымда урынлашҡан.] Яртылаш емерек плотина, иҫкереп бөткән ҡайһы бер завод биналары һәм домна мейесе уның үткәне хаҡында һөйләй. Завод майҙанында ҡасандыр эшселәрҙе эшкә саҡырыу өсөн ҡулланылған ҡыңғыраулы бағана тора.
Үҙемдең юлдашым менән Александров заводынан сығып киткәндә көн уртаһы ине. Түҙеп торғоһоҙ эҫелек. Урамдарҙа бала-саға күренә, урман серәкәйҙәренән һәм күгәүендәрҙән ҡасып ҡайтҡан аттар, һыйырҙар һәм һарыҡтар өйҙәр янына һәм ҡойма буйҙарына йәшенгән. Йылға ҡороп бөтә яҙған; ҡасандыр бик яҡшы итеп төҙөлгән күпер емерелгән. Унан йыраҡ түгел, уң яҡта плотина ҡалдыҡтары күренә: шлюздар сереп бөтә яҙған, яндауырҙары ерҙә ята. Йылға ашаһында, һуңғы урам артынан уҡ көтөүлек башлана, беҙ артабан быуа яры буйлап киттек. Быуа бик ҙур майҙанды биләй - беҙгә ҡаршы яҡ яр бик алыҫҡа китә һәм ҡайҙалыр урман ситенә етеп юғала. Уның бик күп өлөшөн ҡамыш баҫҡан.
- Бына беҙ хәҙер китеп барған урында ла быуа ине, - тип әйтеп ҡуйҙы беҙҙе оҙатып йөрөүсе. - Әле мин белгәндә бында һыу бар ине, - үтеп сығырлыҡ булманы, ә хәҙер түңгәктәр ҙә ҡалмаған. Ҡамыш бөтөрҙө, бар быуаны ла баҫып китмәҫ тимәгеҙ. Ә был быуала балыҡ шундай күп ине, бар тирә-яҡҡа даны таралды. Хужалар киткәс, тоторға рөхсәт булманы, йәнәһе, билдәләнгән ваҡытта ғына тоторға була. Бында ниндәй суртандар, ҡорман һәм алабуғалар бар ине - иҫең китерлек! Бер саҡ шундай ҙур суртан тотолған - көс-хәл менән ярға сығарғандар. Ваҡ балыҡты тотмайҙар ине, ә хәҙер кем нисек теләй, шулай тота.
Быуаны урап сыҡҡас, уңғараҡ боролоп, ҙур ҡарағай урманына инеп киттек. Ағас араһынан йылан һымаҡ борғаланып барған тар юл тәрән тәгәрмәс эҙҙәре менән йырғыланып бөткән. Ҡатнаш урман, әммә күбеһенсә ҡарағай һәм ҡайындарҙан тора. 2-3 сәғәттән беҙ Сирбай ҡасабаһына килеп еттек. Унда 20-ләп йорт бар, ул Баса йылғаһының бер ҡушылдығы булған Сирбай йылғасығының ике яры буйында урынлашҡан. Был ҡасабала йәшәүселәр Вятка губернияһы крәҫтиәндәренән, улар Архангел заводы хужаларынан крәҫтиән банкыһы булышлығында 7500 һумға 1000 дисәтинәгә яҡын ер һатып алған һәм, үҙҙәре түләгән аҡса күләменә ҡарап, үҙ-ара бүлешкән. Бындағы ҡара ер, һөйләүҙәренә ҡарағанда, бик уңдырышлы. Уларҙың туғайҙары ла, урмандары ла бар. Крәҫтиәндәрҙең үҙҙәре һөйләгәне буйынса, бында уларға тыуған яҡтарына ҡарағанда йәшәүе яҡшыраҡ. Ҡасаба заводтан 10 саҡрымда урынлашҡан.
Унан 3 йә иһә 4 саҡрымдар тирәһендә Тирәкле тигән башҡорт ауылы бар, әлеге ваҡытта уның кешеләре йәйләүгә сыҡҡан. Тирәкле ауылынан көнсығышҡа табан тик башҡорт ерҙәре һәм урмандары башлана, уларҙы Сим, Ҡатай һәм Йөрүҙән шәхси һәм Златоуст ҡаҙна заводы биләмәләре уратып алған; Әүҙән-Петров, Белорет, Богоявлен һәм Архангел заводтары биләмәләре шул уҡ башҡорт ерҙәренә терәлеп тора. Дөрөҫөн әйткәндә, башҡорттар үҙҙәренең ерҙәренең сиктәрен хатта аныҡ ҡына белмәйҙәр ҙә.
Тирәкленән һуң юл тар һәм үтә боролмалы, ташлы урман һуҡмағына әйләнә. Бер нисә тапҡыр Баса йылғаһы аша сығырға тура килде, ул Инйәр йылғаһының ҡушылдығы. Был йылғаның ярҙары текә, ташлы, ул күп урындарҙа лиана һымаҡ ҡырағай ҡомалаҡ үрмәләп үҫкән ҡара ағаслы йырындар менән киҫешә; улар араһында ҡурай еләге, миләш, муйыл ағастары һ.б. осрай. Яҙҙарын Баса, барса тау йылғалары кеүек үк, бик ныҡ ташҡан һыуҙарында тамырынан аҡтарылып йығылған ағастарҙы ағыҙып алып китә.
Бер генә йорттан торған беренсе йәйләүгә (Тирәкленеке) килеп еткәс, аттарыбыҙҙы ял иттереү өсөн туҡтаныҡ. Йәйләү йорто ишеге алдында бер башҡорт ҡарты салғы йүнәтеп ултыра ине. Минең юлдашымдың танышы булғас, ул беҙҙе ихлас ҡаршы алды һәм шундуҡ ҡымыҙ, ҡурай еләге тәҡдим итте.
Тирәкле йәйләүенән Баса йылғаһы буйлап өҫкә табан ҙур булмаған һөрөнтө ер участкалары, туғайҙар осрай, һыуға һалынған һалабаштар күп осрай (урман башҡорттарының бер кәсебе - һалабаш ҡабығы, йүкә йыуғыстары һ.б. әҙерләү); йылға буйлап ҡайһы бер урындарҙа балыҡ тотоу өсөн мурҙалар ҡуйылған. Баса йылғаһы буйында ҡуйы булып ерек, муйыл ағастары, ҡурай еләге һәм ҡарағат үҫә. Уның йүнәлеше бик боролмалы; ҡайһы саҡта ул бөтөнләйгә юғалып ҡалғандай тойола һәм артабан йәйелеберәк аға башлай, уның ятыуҙарында, төркөм-төркөм булып, өйрәктәр тыныс ҡына йөҙөп йөрөй, һәм ҡайһы берҙә яр буйҙарында айырым йөрөүсе сумғалаҡ һәм сүрәгәй өйрәктәр һ.б. осрай.
Юл, тәрән булмаған, ҡыуаҡтар менән ҡапланған ҡулауыҡ һәм йырындар аша Көньяҡ Уралдың (Елмерҙәктең) һырт буйына күтәрелә. Бик ҙур таштар араһынан бормаланып барып, һуҡмаҡ ҡапыл ғына текә һәм ташлы йырын төбөнә төшә, йә һерәйеп торған ҡаяларға менеп китә, һәм ошондай һуҡмаҡтарҙан йөрөп өйрәнгән аттарыбыҙ иҫ киткес таһыллыҡ менән өҫкә күтәрелә.
Һуҡмаҡ бик күп урындарҙа киҫеп ташланған ағастар менән тулған: бер һәм унан да артығыраҡ аршин йыуанлығындағы имән олондары, бер кемгә лә кәрәге булмағандай, тыныс ҡына сереп ята; уларҙың аҫҡы яғы мискә йә иһә бал ҡорттары солоғо яһау өсөн ҡулланылған, тороп ҡалған өлөшө ташланған; шулай уҡ ҡабығы һыҙырылып алынған йүкә олондары күп осрай. Ҡайһы бер ағастар йыҡҡан ыңғайы үҙҙәренең бик ҙур ботаҡтары менән башҡа ағастарға эләгеп ҡалған, улар юлды тағы ла нығыраҡ ҡаплап тора.

Бәҙри ӘХМӘТОВ тәржемәһе.
(Дауамы бар).

"Киске Өфө" гәзите, №3, 23 - 29 ғинуар 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 22.01.26 | Ҡаралған: 23

Киске Өфө
 

Әйҙәгеҙ, алға барайыҡ. Ни өсөн хаталарға һәм ҡайғы-хәсрәттәргә йәбешеп ятырға? Ниңә өмөткә һәм мөхәббәткә кәртә булып торған нәмәләрҙән ысҡынып китмәҫкә?

(Будда).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru