
Йылайыр районының Юлдыбай ауылы республикабыҙға Азат Айытҡолов, Юнир Солтанов, Роза Буканова, Алик Йәғәфәров, Салауат Фәтхуллин, Мөслим Әбсәләмов, Әхмәт Хисмәтуллин, Миңлеғәле һәм Азат Нәҙерғоловтар, Айгөл Айытҡолова, Рәфҡәт һәм Рөстәм Шәриповтар, Айрат һәм Айгиз Ҡарасовтар, Ринат Нурисламов, Иҙрис Такалов, Ләйсән Моталлапова кеүек күп һандағы шәхестәр биргән. Уларҙы һанап үтер өсөн дә айырым мәҡәлә талап ителер ине.
Ә бына Йылайыр районының башҡа ауылдарында тыуып үҫһәләр ҙә, тамырҙары менән Юлдыбайҙан булған Гүзәл Яубаҫарова менән Юнир Вәлиев үҙҙәрен ошо ауыл аҫабалары тип һанай. Бөгөн Өфө ҡалаһында йәшәүсе юлдыбайҙар - Рәсәйҙең, Башҡортостандың атҡаҙанған төҙөүсеһе, "АС-Проект" проектлау институты" яуаплылығы сикләнгән ойошма директоры Гүзәл Юныс ҡыҙы ЯУБАҪАРОВА, Башҡортостандың атҡаҙанған төҙөүсеһе, БР-ның мәғариф отличнигы, Салауат Юлаев ордены кавалеры Юнир Сәлим улы ВӘЛИЕВ, шулай уҡ Юлдыбай ҡыҙы Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Х.Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы нәфис һүҙ оҫтаһы Эльмира Рәдиф ҡыҙы Юлдашева менән осрашып, Юлдыбай ауылына бәйле хәтирәләре, шулай уҡ ауыл-ҡала проблемаларына бәйле башҡа мәсьәләләр хаҡында фекер алыштыҡ.
Һеҙ ҡасандыр ауылда тыуып үҫеп, баш ҡалаға сығып китеп, Өфө кешеһе булып киткәнһегеҙ. Әгәр ҙә тыуған ауылығыҙҙа тороп ҡалған булһағыҙ, хәҙерге көнөгөҙҙө нисегерәк итеп күҙ алдына килтерер инегеҙ?
Гүзәл Юныс ҡыҙы: Минең өсөн бик моңһоу һорау был. Ҡайһы ваҡыт, ниңә ауылымды ташлап киттем икән, тип тә уйлап ҡуям. Ауылда ғына тороп ҡалып, шунда тормошҡа сығып, итәк тултырып балалар үҫтереп, күп итеп мал-тыуар ҡарап йәшәһәм, ни булған? Ҡала ерендә ошондай беҙ көҫәгән аралашыуҙар ныҡ етмәй.
Ауыл мөнәсәбәттәре етмәй тиһегеҙме?
Гүзәл Юныс ҡыҙы: Тап шулай. Ҡала кешеләре бит йылдар буйы хатта күршеһендә кемдәр йәшәгәнен белмәй. Мин иһә күршеләремдең балаларына Яңы йылға бүләктәр, күстәнәстәр бирергә тырышам. Тәүге тапҡыр Яңы йыл алдынан күршеләремә барып, ишектәрен ҡаҡтым. Хужалар ишектәрен асҡас:
- Мин һеҙгә бүләктәр алып килдем, - тием.
- Ә бүләктәр күпме тора? - тип һорайҙар.
- Бүләкте һатып бирмәйҙәр, мин бит һеҙҙең күршегеҙ, - тием уларға.
Эй, шатландылар. Ошонан һуң улар менән ауылдағы һымаҡ ут күршеләргә әүерелдек. Балалары ла был хәлгә күнеп, Яңы йыл етә башлаһа, бүләк көтөп йөрөйҙәр.
Әле бына Юнир ҡустым менән Өфө кешеләре булып китһәк тә, асылда, ҡала ситендә ауыл тормошо менән йәшәйбеҙ. Мин ауылдан сығып киткәнмен икән, был һис тә осраҡлы булмағандыр, тием. Кешеләргә кәрәк булған өсөн сығып киткәнмен, тимәк. Күпме йорттар, ижтимағи әһәмиәттәге биналарҙы проектланым һәм төҙөнөм. Хеҙмәтемде баһаланылар, һәр төрлө маҡтаулы исемдәргә лайыҡ булдым.
Эльмира Рәдиф ҡыҙы: Кеше ҡайҙа ғына йәшәһә лә, үҙенә ҡулайлы шарт, комфорт зонаһы эшләп ала ул. Мин әгәр ҙә ауылда тороп ҡалған булһам, үҙемдең кәсебемде табыр инем. Күпләп мал тотор инем, пекарня асыр инем. Үҙемдең хыялым да бар. Әле үҙемде йәш итеп тоям, өлкәнәйгәс, төпкөлдәге бер бәләкәй генә ауылда, бер-ике һыйыр, ат тотоп йәшәгем килә. Әле Өфөлә йәшәһәм дә, ҡала ситендә үҙ йортомда донъя көтәм. Моғайын, ҡала фатирында йәшәй алмаҫ инем. Йортомдан сығып, уның янындағы сәскәләргә һыу һибеп йәшәүгә бер ни етмәй. Үҙемде мин унда утрауҙа һымаҡ хис итәм.
Юнир Сәлим улы: Өҫтәп шуны ғына әйткем килә: беҙ, ысынлап та, ауыл кешеһе һәм беҙҙе бер нисек тә үҙгәртеп булмай. Мин Өфөгә килгәс, ҡала йортоноң өсөнсө ҡатында йәшәй башланым. Күршем ҡалала тыуып үҫкән кеше. Көн һайын һаулыҡ һорашып ҡына йөрөйбөҙ. Мөнәсәбәтебеҙ шунан арыға китмәй. Башҡортса түгел һымаҡ. Туҡта әле, мин әйтәм, күршемде сәйгә саҡырып алайым әле, тинем бер көндө. Саҡырҙым, тик килмәне. Шунан ярты йыл үтте. Яңы йыл етеп килә. Ҡарап йөрөйөм, уларҙың саҡырған балалары килмәне. Шулай итеп, Яңы йылды бергә үткәрҙек.
Минең, ғөмүмән, ҡалаға килергә, институтта уҡырға уйым юҡ ине. Мин ауылда көтөүсе булып эш башланым, әрменән ҡайтҡас, шофер булып та алдым. Бер мәл көтөүем һабантуй көнөнә тура килде. Бөтә кешеләр, тиҫтерҙәрем һабантуйға, байрам итергә китте. Миңә - һыйыр көтөргә. Өҫтәүенә, дуҫлашып йөрөгән ҡыҙ ҙа миңә шик менән ҡарағандай тойолдо.
Шунда ғына, ғүмерем һы-йыр артынан эйәреп үтергә тейешме ни, тип бик ҡаты уйландым. Башыма шундай уй килде: нишләп мин көтөүсе генә булырға тейешмен, ә ниңә ферма мөдире, бригадир булмаҫҡа? Әсәйемә ниәтемде әйткәйнем, ул уҡырға барырға тәҡдим итте.
Ауыл хужалығы институтын тамамлағас, төрлө вазифалар башҡарҙым. Йылайыр районы хакимиәте башлығы булғандан һуң Өфөгә йәшәргә күстем һәм Йылайыр яҡташтар ойошмаһының рәйесе булып йөрөйөм. Ысынлап та, беҙ, йылайырҙар, барыбыҙ ҙа ауылдарҙан сыҡҡанбыҙ, районыбыҙҙа ҡала юҡ. Бер-беребеҙҙе дәртләндерер, ярҙам итер өсөн ошолай берләшергә булдыҡ. Йыйылып һабантуйҙар үткәрәбеҙ, йола-традицияларыбыҙҙы онотмайбыҙ. Йолалар тигәндән, улар беҙгә ауылдарыбыҙҙағы күркәм мөнәсәбәттәребеҙҙе һаҡлар өсөн дә кәрәк. Ауыл кешеһен, нишләһәң дә, ҡала кешеһенә әйләндереп булмай инде ул. Ҡатыным да ҡала фатирын үҙһенмәне, шуға күрә ҡаланан ситтә йорт һалдыҡ.
Мин унынсыны, ҡустым һигеҙенсене тамамлағас, тәүге тапҡыр Өфөгә килдек. Шунда таныштарыбыҙҙың фатирына барҙыҡ. Табын артына саҡырҙылар. Беҙҙе иң ныҡ аптыратҡаны шул булды: беҙ кухняла сәй эсеп ултырабыҙ һәм эргәлә генә бәҙрәф урынлашҡан. Беҙ сәй эскәс, хатта бәҙрәф эҙләп тышҡа сығып киттек. Һеҙ Өфөнө нисек яуланығыҙ һәм тәүге тапҡыр баш ҡалаға аяҡ баҫҡанда нимәгә ныҡ аптыранығыҙ?
Гүзәл Юныс ҡыҙы: Өфөнө яулауға килгәндә, миңә баш ҡала еңел бирелде. Мин Өфөгә 1-се мәктәп-интернатҡа бишенсе класҡа уҡырға килдем. Шуға Өфөлә йәшәй башлауым тураһындағы хәтирәләрем дә башҡасараҡ. Эйе, күптәргә Өфөлә ерегеп китеү әллә ни еңел түгел, матди яҡтан да бик ҡыйын. Минең өсөн был йәһәттән дә ауыр булманы шикелле. Тормошҡа сыҡҡанымда иремдең аталары дүрт бүлмәле фатир бүләк иттеләр. Һөнәре буйынса геофизик булған ирем Илдарҙы Себергә эшкә саҡырҙылар. Унда ла дүрт бүлмәле фатир әҙерләп ҡуйғайнылар. Кире Өфөгә ҡайтҡас, үҙемдең фирмамды астым. Йорттар проектлағас, балаларымды ла фатирлы итеү ауыр булманы. Ғөмүмән, миңә һәр ваҡыт уңыш йылмайып торҙо. Хажға барғанда бер шәйех менән танышып, һорашҡайным, ул миңә ата-олаталарымдың доғалары ярҙам итеүе хаҡында әйтте. Етмешкә яҡын мәсеткә мәрхәмәтлек ярҙамы күрһәттем, Силәбе, Ҡорған өлкәләренән, Мәскәү яғынан да ярҙам һорап килеүселәр булды.
Эльмира Рәдиф ҡыҙы: Бала сағымда ныҡ ауырығанмын, әсәйем мине Республика дауаханаһына алып килгәне хәтерҙә. Ҡар иреп ята ине, ә минең аяғымда быйма. Аяҡтарым һыуланып, лапылдап баҫып йөрөгәнемде һаман да иҫләйем. Мәктәпте тамамлағас, баш ҡалаға уҡырға тип килдем. Хәҙер йәштәр Өфөгә ата-әсәләре менән килә. Ә беҙ баш ҡалаға үҙебеҙ генә килдек. Атай-әсәйҙәр беҙгә аҡса, аҙыҡ-түлек тоттора ла, ауылда оҙатып ҡала ине. 1997 йылда Һынташ ауылы егеттәре менән "буханка" автобус менән баш ҡалаға килеп, ниндәйҙер бер ауылдашты табып, шуның бүлмәһенә урынлашып, Өфө сәнғәт институтының театр факультетына уҡырға индем. Беҙ үҙаллылыҡҡа ныҡ өйрәнгәйнек. Хәҙерге балалар ата-әсәһе әйтмәйенсә, бер нәмә лә эшләмәй. Төртөп күрһәтмәйенсә, бер нәмә лә урынынан шылмай. Беҙ үҙебеҙҙе әрһеҙлек менән раҫлай инек.
Ә былай, Гүзәл апай һымаҡ, миңә лә Өфө сағыштырмаса еңел бирелде. Юлдарым асылып торҙо. Уҡыған саҡта ла, кейәүгә сыҡҡас та, йәшәргә урыным булды. Үҙәк урамда ике бүлмәле фатирыбыҙ булды. Уны һатып, ҡаланан ситтә үҙемә өй алырға форсат сыҡты. Сәй эсергә ултырып, өҫтәлдә нимәлер етешмәһә, мин балаларыма: "Ҡайһы бер өйҙәрҙә шәкәрһеҙ, һөтһөҙ, тәмлекәсһеҙ ҡарлай сәй эсәләр. Артыҡ шашмағыҙ, шөкөр итә белегеҙ", - тип әйтәм. Шул һүҙҙәрҙе улар иҫләйҙәр. Ә бит ғүмер буйы ҡуртымға фатир алып йәшәгән кешеләр бар. Минең хәҙер ҡайтырға өйөм, яҫтыҡ һалырға карауатым, аш бешерергә плитәм бар, шуға риза булып йәшәргә өйрәнгәнмен, миңә артыҡ бер нәмә лә кәрәкмәй.
Юнир Сәлим улы: Мин Баймаҡта интернат-мәктәптә уҡығайным. Һигеҙенсене тамамлағас, мәктәп директоры мине маҡтап: "Һин тырышһың, туғыҙға барғансы, газосварщикҡа уҡы, ул һәйбәт һөнәр. Өфөлә профтехучилищеға һөйләшкәнмен, документтарыңды шунда алып барып тапшыр", - тип өгөтләргә тотондо. Шулай итеп, Һабырҙа һигеҙенсене тамамлаған бер малай менән Черниковкала урынлашҡан ГПТУ-ла уҡый башланыҡ. Өфөгә самолет менән килеп төшөп, "Ағиҙел" ҡунаҡханаһына урынлаштыҡ. Иртәгәһенә Черниковкалағы ГПТУ-ға трамвай менән барҙыҡ. Ул саҡтағы Черниковка мөхитендә беҙгә, ауылдан килгән малайҙарға, бигүк еңелдән булманы. Аҙым һайын малай-шалай бәйләнә. Училищела, асылда, ҡала балалары уҡыны бит. Мин Баймаҡ интернатында уҡығанда бокс секцияһына йөрөгәйнем, шуға бирешә һалып барманым. Иптәшем ике көн түҙҙе, өсөнсө көнгә, ҡайтайыҡ, тип илай башланы. Тегенең яңғыҙ ҡайтҡыһы ла килмәй.
Шулай итеп, беҙҙең тәүге Өфө тормошо өс-дүрт көндән уҙманы. Күмертауға тиклем поезд менән, артабан грузотаксиға һағып, Йылайырға ҡайтып төштөк. Ауылға ҡайтып, әсәйҙәрҙән әрләнге килмәне, шуға Юлдыбайға килдек. СПТУ-ны бер кешенән һораштыҡ, ул ҡайҙан, кем балаһы булыуыбыҙҙы һораша башланы. Мин уға Ашҡаҙарҙан Сәлим менән Мәғәзирәнең улы булыуымды әйткәйнем: "Бәй, Мәғәзирәнең улы тракторсы булмаҫ инде, нишләп унда бараһығыҙ?" - тип үҙе эшләгән Юлдыбай урта мәктәбенә алып китте. Әсәйем илленсе йылдар баштарында бында мәктәп директоры булып та эшләгән.
Шулай итеп, урта мәктәпте Юлдыбайҙа тамамларға тура килде. Артабан әрме хеҙмәте, ауылда көтөүсе, шофер булып эшләгәс, яҙмыш мине икенсегә Өфөгә алып килде. Башҡортостан ауыл хужалығы институтының ветеринария факультетында уҡып сыҡтым. Шулай итеп, хәҙер инде мин бына өсөнсөгә Өфөгә йәшәргә килдем...
Беҙ ҡалала йәшәһәк тә, барыбер ҙә ауылдаштарыбыҙға, туғандарыбыҙға, райондаштарыбыҙға һыйынып, бер ҡорға ойошоп йәшәйбеҙ. Һеҙҙең рухи тамырығыҙ, асылда, бер ауылға - Юлдыбайға барып ялғана. Өфөләге рухи ауылығыҙ ҙа "Юлдыбай" тип аталамы, унда ниндәй йолалар бар, концерттарҙа күрешәһегеҙме, Салауат һәйкәленә бараһығыҙмы, аяттарға, тыуған көндәргә саҡырышаһығыҙмы? Ҡыҫҡаһы, Өфө ҡалаһындағы аралашыу даирәгеҙ нисек?
Юнир Сәлим улы: Көн һайын Өфөлә йәшәгән бер ауылдашыңа шылтыратып, хәлен белешеү ҙә мөһим. Бынан тыш, мөмкинлек булғанда- булмағанда ла ниндәйҙер һылтауҙы сәбәп итеп, осрашып торабыҙ. Ни өсөн тигәндә, беҙ шундай ауылыбыҙ булыуы менән бәхетле лә. Ул ауылыбыҙ тарихы еребеҙгә, телебеҙгә бәйле. Ауылдарҙа булған үҙ-ара мөнәсәбәттәрҙе һаҡлар өсөн дә кәрәк беҙгә рухи ауылыбыҙ Юлдыбай.
Мин Юлдыбайҙа тыуһам да, үҫкән ауылым Ашҡаҙар. Унда йортом ултыра. Йәйҙәрен шунда ҡайтып, бесән сапҡан, еләк йыйған урман-ҡырҙарҙа йөрөп килһәм, үҙемде бала сағыма ҡайтҡандай тоям, һағыштарым баҫыла, ҡайғыларым онотола. Ҡыҙғанысҡа күрә, һуңғы ваҡытта тыуған яҡтарыбыҙҙағы ғәмәлдәге ауылдарыбыҙҙа кешеләр һаны кәмей, мәктәптәр ябыла. Ауылыбыҙҙа бер рус милләте вәкиле лә юҡ, әммә сабыйҙарҙың теле русса асыла. Бала туған телендә һөйләшергә өйрәнһен өсөн шул телдә аралашыу мөхите булыуы тәүшарт. Шундай мөхит була тороп та, сабый телдәренең башҡаса асылыуы тағы ла тәрән уйҙарға һала. Ауылдарҙа күбеһенсә ҡырҡты, иллене үткәндәр ҡала бара, янып торған егерме биш, утыҙ биш йәштәгеләр ситкә китә, йә район үҙәгендә, ҙур ҡалалар янында йорт һала, мегаполистарҙа ипотекаға фатир ала. Беҙ ауылыбыҙға ҡайтып, ҡорбан салып мәжлестәр үткәрәбеҙ, аяттар уҡытабыҙ, шәжәрә байрамдары ойошторабыҙ. Клуб, мәктәп тирәһенә үҫентеләр алып ҡайтып ултыртабыҙ. Ҡалала йәшәгән хәлле яҡташтарыбыҙҙан аҡса йыйып, зыяраттарҙы тәртипкә килтерәбеҙ, обелисктарҙы, һәйкәлдәрҙе ремонтлайбыҙ. Шуныһы күҙгә ташлана: ауылдарыбыҙ ныҡ үҙгәрә, әлбиттә, ыңғай яҡҡа үҙгәрештәр ҙә юҡ түгел. Әйтәйек, хәҙер ауылдарҙа ҡала шарттарына тап килерлек итеп, эҫе һыуы, санузелы менән йорттар һала башланылар.
Минеңсә, иң мөһиме, беҙҙең күңелдәрҙә ауыл тойғоһо булыуындалыр. Мин ҡайҙа ғына йәшәһәм дә, кем генә булып эшләһәм дә, һаман да үҙемде Юлдыбай, Ашҡаҙар ауылдары кешеһе итеп тоям.
Ауылдарҙағы хәлдәр бер Йылайырға, бер Башҡортостанға ғына ҡағылмай, тотош Рәсәй кимәлендәге проблемаға әүерелде. Беҙгә Өфөләге Юлдыбай кеүек рухи ауылдарыбыҙ ғәмәлдәге ауылдарыбыҙҙы һаҡлар өсөн дә кәрәк. Хәйбулланың Әбделнасыр ауылында тыуып үҫеп, хәҙер Өфөлә йәшәгән йәштәр менән әңгәмә ҡорғайныҡ. Улар Целинный мәктәбендә уҡып сығып, рус телле булып үҫеп, артабан баш ҡалаға килеп, ундағы башҡорт телле йәштәр мөхитендә туған телендә һөйләшергә өйрәнгән. Ҡалаларҙағы рухи ауылдар бына шуның өсөн дә кәрәк. Рухи ауыл тигәнебеҙ шул уҡ туған телдә аралашыу мөхите лә. Беҙ ауылдарыбыҙҙы ҡайғырта башлар өсөн баш ҡалала ойошорға бурыслыбыҙ. Шулай түгелме?
Юнир Сәлим улы: Тап шулай. Өфөлә йәшәүсе Йылайырҙарҙың яҡташтар ойошмаһының да төп маҡсаты шуға ҡайтып ҡала бит инде. Юлдыбайҙың 800 йыллығын үткәргәндә лә бер төптән тотоноп эшләү-ҙең файҙаһын ныҡлап тойҙоҡ. Беҙ унда тәүҙә тирмә ҡорорға кәрәк тип уйлағайныҡ. Әммә юбилей саралары үтеп киткәс, тирмәне лә алырға тура киләсәк. Районыбыҙҙан, ауылыбыҙҙан сыҡҡан тарихсылар Юлдыбайҙан ҡырҡ саҡрым алыҫлыҡтағы Айҙаболон тигән яланда ете ырыу вәкилдәренең осрашыуы уҙғанын иҫбатланы. Шул тарихи фактты нигеҙ итеп алып, оло юл өҫтөндәге Юлдыбайҙа обелиск эшләргә ҡарар иттек. Шунда уҡ "Юлдыбай" тигән яҙыуҙы ла ҡуйыуҙы кәрәкле тип таптыҡ.
Гүзәл Юныс ҡыҙы: Атайымдың тыуған ауылы Ашҡаҙар, шуға күрә ул ауылды ла тыуған ауылым тип һанайым. Фирмамды асҡан ғына мәлдә Ашҡаҙарҙан Мәҙинәне эшкә алдым. Мәҙинәгә эйәреп, тағы ла биш кеше миңә эшкә килде. Улар юғары эш хаҡы алды, барыһына ла фатир алырға ярҙам иттем. Уларға мин үҙемә ышанғандай ышанам, шул тиклем ярҙамсылдар. Күрәһең, шундай ауылдаштарыма ярҙам ҡулы һуҙыр өсөн дә Хоҙай Тәғәлә мине Өфө тигән оло донъяларға алып килгәндер инде.
Бөгөн беҙҙең алда торған проблемалар үткән быуаттың 90-сы йылдарында беҙгә ағын һыу булып ингән Америка, Европа фильмдарында уҡ сағылыш тапҡайны. Беҙ ул киноларҙа АҠШ-тың, Европа илдәренең эре мегаполистарында барлыҡҡа килгән ҡытай, япон һәм башҡа халыҡтарҙың кварталдары барлығына шаһит булдыҡ. Шул уҡ ҡытайҙар һәм япондар бер тирәгә ойошоп йәшәп, үҙҙәренең рухи булмышын һаҡлап ҡалырға тырыша. Өфөләге Юлдыбай рухи ауылын шулай уҡ "Юлдыбай кварталы" тип тә атарға кәрәктер...
Гүзәл Юныс ҡыҙы: Башта әйткәнемсә: "Нишләп ауылда ҡалманым икән?" - тигән үкенеүҙе юҡҡа сығарыу өсөн дә кәрәк ҡалаларҙағы рухи ауылдар. Ҡалаларға өйрәнгәнбеҙ инде беҙ, күптән ҡала милләтенә әүерелгәнбеҙ. Әбделнасыр ауылы йәштәренең Өфөгә килеп туған телендә һөйләшергә өйрәнеүе лә шуны раҫлап тора. Төпкөл ауылдарҙа ла телдәре русса асылған балалар үҙҙәре ғәйепле түгел. Әммә уларҙы аңларға ла була. Улар ҡала балаларынан артта ҡалмағанын да күрһәтергә теләйҙер, кем белә инде. Мин тыуып үҫкән Ҡашҡарға бер мәл Өфө яғынан рус телле кешеләр еләккә килде. Улар ауылыбыҙҙың ҡайһы яғында еләк барлығын белергә теләп, беҙҙән һораша башланылар. Мин уларға "еләк унда бик күп" тигәнде аңлатыр өсөн рус телендәге бер һүҙҙе ҡулланып аңлаттым, йәнәһе бының менән уларға үҙемдең артта ҡалмағанымды аңлатырға теләнем. Ә ул һүҙҙе ауылыбыҙға килгән урыҫтарҙан "бик күп" тигән мәғәнәне аңлата икәнен ишетеп белгәйнем. Һуңынан, үҫә төшкәс, ул һүҙҙең тура әйтелгән мәғәнәһен аңлағас, ҡыҙарырға тура килгәйне.
Юнир Сәлим улы: Ауылдарҙа һуғым мәле килеп етһә, мин дә тыуған ауылымдағы алдан әйтеп ҡуйған кешенән һуғымға мал һатып алып, һуйып алып киләм. Улым: "Ниңә, атай, йыл һайын ыҙалап ҡайтып һуғым һуяһың. Бында ла бит баҙар, йәрминкәнән һатып алып була", - тип аптырай. Мин уға: "Улым, был мал бит үҙебеҙҙең тыуған яҡта үҫкән үләнде ейгән, беҙ эскән һыуҙарҙы эскән. Икенсенән, һуғым һуйыу үҙе бит милли йолабыҙ. Үҙе бер байрам. Һуйған көндө кис һуғым ашына саҡырабыҙ, иртәгәһенә ҡаҙы эшләйбеҙ, тултырма тултырабыҙ. Үҙ ҡулың менән әҙерләгән ҡаҙыға, тултырмаға бер нәмә лә етмәй...", - тинем.
Эльмира Рәдиф ҡыҙы: Шулай ҙа ауыл беҙҙең аң төбөндә ултыра һәм беҙ унан айырылырға теләмәйбеҙ. Мин, мәҫәлән, һәр ваҡыт самауыр ҡуйырға, аш бешерер өсөн ҡаҙан аҫырға тырышам. Һалма йәйәм, ҡул икмәге бешерәм. Әгәр ҙә мин ҡаласа йәшәргә теләһәм, суши ашар инем, ҡытай тәрилкәләрендәге пасталарҙы заказать итер инем. Мин ҡалала торһам да, ауылса йәшәгем килә.
Ә Өфө урамында башҡорт кешеһен осратһаҡ, тәүҙә уның ҡайһы райондан икәнен белешәбеҙ. Икенсе һорауыбыҙ ни өсөн "Ҡайһы ауылдан?" тип яңғырай икән?
Эльмира Рәдиф ҡыҙы: Эйе, шунан ул ауылдағы таныштарҙы һораша башлаһаҡ, ул кеше кәмендә беҙҙең нәҫел йә ҡоҙа булып сыға. Был беҙҙең тамырҙарҙың киң таралған һәм ныҡ булыуы тураһында һөйләй түгелме икән?..
Беҙҙең ауылдар, асылда, туғанлыҡ принцибы буйынса ҡоролған. Тәүҙә был урынға күсеп килеп, ауылдың нигеҙ һалған кешенең исеме менән аталыуы ла беҙҙе яҡын туғандар итеп яҡынлаштыра. Беҙҙең көсөбөҙ нәҡ туғанлыҡта. Ауыл халҡы күпләп ҡалаларға күскән осраҡта ла милләттең цементы булған туғанлыҡ һаҡланырға тейеш. Юҡҡа ғына баҡыйлыҡҡа күсеп, Хоҙай ҡаршыһына барғанда тәүге һорауҙарҙың береһе намаҙ уҡыуың булһа, икенсеһе туғаның менән мөнәсәбәтеңдең һаҡланыуына ҡағылмайҙыр. Был йәһәттән һеҙҙең фекерҙәрегеҙ нисек?
Юнир Сәлим улы: "Ағай-эне талашыр, атҡа менһә, ярашыр" тип әйтелә халыҡ мәҡәлендә. Ысынлап та, тормош булғас, һауыт-һаба шалтырамай тормай. Шуға күрә туғаныңды ғәфү итә белеү мосолман өсөн фарыз. Ырыуҙар хәрәкәтен тәүгеләрҙән булып беҙ 1993 йылда Юлдыбайҙа түңгәүерҙәр ҡорон ойоштороу менән башлап ебәрҙек. Совет дәүерендә бындай ҡорҙар бөтөнләй үткәрелмәне. Шуға күрә үҙгәртеп ҡороуҙар башланып, халҡыбыҙ тәүҙә үҙенең үткәненә ҡараны һәм ырыуын иҫенә төшөрҙө.
Гүзәл Юныс ҡыҙы: Әле донъяла нимәләр булырын берәү ҙә белмәй. Шуға күрә беҙгә халҡыбыҙҙы һаҡлар өсөн туғанлыҡты нығытырға кәрәк.
Эльмира Рәдиф ҡыҙы: Тағы ла бер сәйер күренеш тә бар беҙҙең халыҡта. Кемдер үҙенең тырышлығы менән күтәрелә башлаһа, иң беренсе туғандары, ауылдаштары унан ситләшә башлай. "Эй, әллә кем булып шулайтып йөрөгән була, үҙенең кем икәнен белмәйенсә, беләбеҙ бит инде..." тип әйтәләр ҙә, ауырлыҡ килеп тыуғанда иң беренсе булып уны иҫенә төшөрәләр. Мин бына шундай хәлде, шундай мөнәсәбәтте аңлап бөтә алмайым.
Гүзәл Юныс ҡыҙы: Миңә лә бындай күренеш менән һирәкләп булһа ла осрашырға тура килә.
Эльмира Рәдиф ҡыҙы: Минең бер таныштарымдың улына ата-әсәләре: "Таш менән атҡанға аш менән атып өйрән", тип кәңәш биргәндәр икән, ул быға: "Ниңә, кәстрүлдәге ашты уларҙың өҫтөнә түгергә кәрәкме ни?" - тип көлдөргән.
Юнир Сәлим улы: Берәү минең өҫтөмдән туҡтауһыҙ ялыуҙар яҙҙы. Ул саҡта совхоз директоры булып эшләй инем. Бер мәл уның ҡыҙы мәрхүмә булып ҡалды. Икенсе бер кеше миңә шылтыратып, ялыу яҙыусының машина һорарға уңайһыҙланыуы хаҡында әйтте. Баҡһаң, ҡыҙының мәйетен алыҫтағы бер ҡаланан алып ҡайтырға кәрәк икән. Мин уға үҙемдең служебный "Волга" машинаһын һәм ашығыс ярҙам машинаһын бирҙем. Ҡыҙының етеһен уҡытҡас, ул миңә илап килеп етте, рәхмәт әйтте.
Гүзәл Юныс ҡыҙы: Ә мин бындай осраҡта "Һинең туғаныңдың бай булғаны яҡшы, аҡмаһа ла, тама ул", тип әйтә йөрөйөм...
"Халҡыңды яратып була ул, туғаныңды яратып ҡара" тигән һүҙбәйләнеште нисек аңлайһығыҙ?
Гүзәл Юныс ҡыҙы: Туғандарымдың ҙур кеше булып китеүенә, уңышҡа өлгәшеүенә һәр ваҡыт ҡыуанып йәшәнем. Егерме йылдан ашыу Нижневартовскиҙа йәшәнем. Бергә эшләгән коллегаларыма тыуған яғымда йәшәгән туғандарым хаҡында һөйләһәм, уларҙың бар йәһәттән камил булыуҙарына һоҡланып, хатта быға ышанып етмәүселәр ҙә табылды. Әлбиттә, идеаль кешеләр булмай, шулай ҙа туғандарың менән ғорурлана белергә лә кәрәк икән.
Юнир Сәлим улы: Мин үҙемдең балаларыма ла туғандарҙың ҡәҙерен белергә өйрәтәм. "Булыр илдең балаһы бер-беренә, батыр, тир, бөлөр илдең балаһы бер-беренә, бахыр, тир" тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр бит инде. Маҡтанып һөйләрлек туғаның булғас, һөйләйһең инде. Әгәр ҙә һағыҙ сәйнәп, эт һуғарып йөрөһәң, һинең менән кем маҡтаныр?
Гүзәл Юныс ҡыҙы: Яубаҫаровтар - аҫыл заттар. Минең ҡайным менән бейемем шулай тиҙәр ине: "Беҙгә ғүмер буйына көнләштеләр, көнләшерлек булғас, балаларыбыҙға ла көнләшәләр, Хоҙайға шөкөр", - тип әйтә торғайнылар.
Юнир Сәлим улы: Бер мәл әсәйемә минең өҫтән ялыу яҙыусылар, минең хаҡта ғәйбәт һөйләүселәр күбәйеүе хаҡында әйткәйнем, ул миңә: "Ғорурлан, әгәр ҙә эшкә ашмаҫтай йүнһеҙ кеше булһаң, хатта ялыу ҙа яҙмаҫтар, ғәйбәт тә һөйләмәҫтәр ине", - тип күңелемде үҫтереп ебәрҙе.
"Беҙҙән насар булғандар ғына беҙҙең хаҡта насар уйлайҙар, ә беҙҙән яҡшы булғандар беҙҙең хаҡта уйлап та бирмәйҙәр", тигән һүҙҙәрҙе раҫлай һеҙҙең был миҫалдар...
Гүзәл Юныс ҡыҙы: Урал ағай Ураҡсинға мин һәр ваҡыт һоҡландым. Ул бер ваҡытта ла бер кемгә лә көнләшмәне һәм башҡалар хаҡында насар һүҙ һөйләмәне. Үҙе шул тиклем ябай булды, мин унан күп нәмәгә өйрәндем. Уның өлгөһөндә ҡул аҫтымда эшләгән кешеләргә яҡшы мөнәсәбәттә булһам, аҙаҡ хеҙмәткәрҙәрем дә үҙемә ҡарата шундай уҡ мөнәсәбәттә була башлай икәнен тойоп йәшәнем гел.
Юнир Сәлим улы: Вазифа килә лә китә, кеше булып ҡалыу мөһим.
Гүзәл Юныс ҡыҙы: Үҙен-үҙе хөрмәт иткән кешене генә башҡалар ҙа хөрмәт итәлер. Йәшәй-йәшәй шуға ла өйрәндем. Ни өсөн тигәндә, үҙен-үҙе хөрмәт иткән кеше башҡаларға насар була алмай.
Үҙеңдән башҡаны әүлиә тип бел, тиҙәр. Быны нисек аңларға була тип уйлайһығыҙ?
Гүзәл Юныс ҡыҙы: Урам буйлап китеп барғанда ла ҡаршыңа осраған кешене башаҡ, үҙеңде һалам итеп тойорға кәрәктер.
Юнир Сәлим улы: Алама, йүнһеҙ кешегә ҡарап та ғибрәт, һабаҡ алырға була. Әгәр ҙә һин унан һабаҡ алаһың икән, тимәк, насар булмаҫҡа өйрәнәһең.
Һеҙ бөгөн Өфөлә йәшәйһегеҙ, тормошоғоҙҙа билдәле уңышҡа өлгәшеп, танылыу яулағанһығыҙ. Шулай ҙа ҡасандыр ауылда ҡалған Гүзәл, Юнир һәм Эльмира менән хәҙерге һеҙ араһында ниндәй айырма бар тип уйлайһығыҙ?
Юнир Сәлим улы: Айырма берәү генә - йәштә генә.
Эльмира Рәдиф ҡыҙы: Әсәйемдең яулығын башыма бәйләп, һинд киноларындағы героиналар кеүек бейеп, көтөү ҡаршыларға сыҡҡан Эльмира менән бөгөнгөһө айырыла инде ул. Хәҙерге Эльмира байтаҡ ҡына тормош тәжрибәһе туплаған, уның күп кенә күренеш-төшөнсәләргә ҡарата үҙ фекере бар. Бик күпте кисерергә тура килде, шул уҡ ваҡытта бер ҡасан да бирешмәгән үҙем менән ғорурланам да. Үҙемде хөрмәт итәм, сөнки мин рухи яҡтан нығынғанмын, көслөмөн. Был сифаттарым ерҙән, Йылайырҙан, Юлдыбайҙан, шул ерҙә йәшәгән кешеләрҙән килә.
Гүзәл Юныс ҡыҙы: Минең дә төп айырма йәштә генәлер.
Яңынан йәшәргә тура килһә, икенсе төрлө тормош юлы һайлар инегеҙме?
Юнир Сәлим улы: Йәшәү - асфальт юлдан ғына барыу түгел. Юлһыҙ ерҙән дә барырға, барыһын да кисерергә тура килде. Бала ҡайғыһы ла ситләп үтмәне. Үкенестәр ҙә бар, әммә бер нәмәне лә үҙгәртергә теләмәҫ инем. Маңлайыңа һыҙылған, Аллаһ Тәғәлә биргән яҙмышты үҙгәртеү ҙә мөмкин түгелдер.
Гүзәл Юныс ҡыҙы: Күптән пенсияға сыҡһам да, һаман да эшләйем. Ҙур заказдар килеп сыға, миңә эшкә йөрөүе ҡыҙыҡ. Ай һайын дәүләткә миллионлаған һумдар һалым түләйем икән, тимәк, мин кешеләргә һәм дәүләткә лә кәрәкмен. Бынан тыш, мәрхәмәтлек акцияларында ҡатнашам, Махсус хәрби операцияға гуманитар ярҙам күрһәтәм. Бер һалдатҡа каска ебәрҙем һәм унан шундай йөкмәткеле хат алдым: "Гүзәл Юныс ҡыҙы, әгәр ҙә һеҙҙең каскағыҙ булмаһа, мин тере ҡалмаҫ инем. Һеҙгә оло рәхмәт!" Шундай тормошто нисек итеп үҙгәртәһең инде?
Эльмира Рәдиф ҡыҙы: Яҙмыш миңә ниндәй һынауҙар насип итһә, шуға риза булып йәшәйем. Ниндәйҙер эште башлайым да, килеп сыҡмаһа, туҡталып торам. Һуңынан барыбер ҡайҙандыр мөмкинлек килеп сығып, ниәттәрем бойомға аша. Эштән кеше үлмәй, тип йәшәйем.
Әйҙәгеҙ, әҙерәк хыялға бирелеп алайыҡ. Әгәр ҙә Өфө ҡалаһында "Юлдыбай" тигән карауанһарай төҙөргә ҡушһалар, һеҙ уны нисегерәк итеп күҙ алдына килтерер инегеҙ? Унда ҡунаҡ йорто ла, сауҙа рәттәре лә, кафе ла булырға тейеш. Гүзәл Юныс ҡыҙы, һеҙ архитектор булараҡ, ул йортто нисек проектлар инегеҙ? Юнир Сәлим улы, һеҙ ул йорттоң хужалыҡ эштәрен нисек ойошторор инегеҙ? Эльмира, һин үҙеңдең актерлыҡ һәләтеңә ярашлы ниндәй саралар ойошторор, аш-һыу оҫтаһы булараҡ, нимәләр әҙерләр инең?
Гүзәл Юныс ҡыҙы: Шуға оҡшаған проектты беҙ Питерҙа ла эшләй башлағайныҡ. Ул этноауыл стилендә башҡорт тирмәләренән, биналарҙан ғибәрәт ине. Килеп сыҡманы. Шул проектты саҡ ҡына үҙгәртер инек тә, барыбер эшләп сығарыр инек. Унда ял итер өсөн, йоҡлар өсөн ҡунаҡ бүлмәләре лә кәрәк булыр ине. Ул йорттоң музейында Юлдыбай ауылының, түңгәүер ырыуының, Йылайыр төбәгенең тарихы ла сағылыш табыуы мотлаҡ. Унда "Ишмулла" бүлмәһендә ҡурай моңо ағылып торор ине. Конференц-залды ла планлаштырыр инем мин.
Эльмира Рәдиф ҡыҙы: Ул йортта мотлаҡ актовый зал, сәхнә кәрәгәсәк. Минең былай ҙа хыялым бар ине. Әйтәйек, быяланан торған ике ҡатлы йорт. Уның исеме "Башҡорт йорто", "Башҡорт өйө" йәки "Ай ҡыҙында ҡунаҡта". Был йортта аш-һыу әҙерләй торған кухня, шулай уҡ мастер-кластар үткәрә торған урын булыуы ла шарт.
Гүзәл Юныс ҡыҙы: Эльмира, ул йорт быяла булмаһын ул. Сөнки быяла йортто йылытыр өсөн таш йортҡа ҡарағанда өс тапҡыр күберәк йылылыҡ кәрәк буласаҡ.
Эльмира Рәдиф ҡыҙы: Бәлки, ВДНХ һымаҡ бер йорт, эко-йорт булһын да, уның эсендә "Йылайыр", "Әбйәлил", "Хәйбулла", "Баймаҡ" һ.б. атамалы бүлек-тирмәләр урынлашһын.
Юнир Сәлим улы, Гүзәл Юныс ҡыҙы төҙөгән, Эльмира Рәдиф ҡыҙы биҙәгән "Юлдыбай" карауанһарайының йәки эко-йортоноң директоры булараҡ эште нисек ойошторор инегеҙ?
Юнир Сәлим улы: Өфөлә унан да шәберәк йорт булмаҫ ине. Унда республика райондарынан ғына түгел, Рәсәй ҡалаларынан, Мәскәүҙән, Питерҙан, сит илдәрҙән ҡунаҡтарҙы ҡабул итер инек.
Хөрмәтле юлдыбайҙар, ҡыҙыҡлы әңгәмәгеҙ өсөн һеҙгә оло рәхмәт. Ағымдағы Йылҡы йылында ниәттәрегеҙ бойомға ашһын!
Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ әңгәмә ҡорҙо.
"Киске Өфө" гәзите, №3, 23 - 29 ғинуар 2026 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА