
Инглиз ғалимдары бик күп тикшеренеүҙәр үткәргәндән һуң шундай һығымтаға килгән: Гренландия эскимостарының теле доньялағы иң әҙәпле телдәрҙең береһе икән. Был телдә кешене рәнйетә торған бер генә һүҙ ҙә юҡ!
Әшәке һүҙ әйтеү, ҡарғау, һүгенеү элек-электән бик күп халыҡтарҙа осраған. Әммә һуңғы йылдарҙа ҡолас йәйгән әшәке телмәрҙе донъяның бер генә иле лә хәтерләмәйҙер. Өлкән быуын, һуғышҡа тиклем был ҡәбәхәтлек һирәк осрай ине, тип иҫкә ала. Һүгенеү Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында киң таралған, тип тә иҫәпләй улар.
Рәсәй Фәндәр академияһының Петр Гаряев етәкселегендәге бер төркөм ғалим, кеше үҙенең генетик аппаратын төҙөй йәки емерә ала, тигән шаҡҡатырғыс һығымтаға килгән. Йәғни ДНК кеше һөйләмен ҡабул итә икән. Уның тулҡын "ҡолаҡтары" шундай тирбәлештәрҙе ҡабул итеүгә яраҡлашҡан. Кеше хатта эстән генә һүгенеп уйлаһа ла, уның йөкмәткеһе электромагнит каналдары буйынса туҡымаларға (мускулдарға) барып етә. Иң мөһиме - ДНК үҙе алған мәғлүмәткә битараф ҡалмай: бер хәбәр уны терелтә, ә икенсеһе - йәрәхәтләй. Намаҙ уҡыу, яҡшы һүҙ һөйләү, күңелдән генә яҡшылыҡ тураһында уйлап йөрөү - генетик аппараттың мөмкинлектәрен арттыра. Ә ҡарғау, һүгенеү - организмдың нормаль эшләүен тәьмин итеүсе программаларҙы емерә. Киләһе быуындың сәләмәтлеге лә һинең ДНК-дың ниндәй йөкмәткеле булыуынан тора. Хатта һөйләшеүҙә үҙең ҡатнашмаһаң да, һүгенеүселәр, яман ғәйбәт, әшәкелек тураһында һөйләшеүселәр эргәһендә генә торһаң да, бының һиңә тәьҫире теймәй ҡалмай.
Йәки, киреһенсә, мәсеттәргә йөрөһәң, ғилемле хәҙрәттәрҙе, остаздарҙы, изге күңелле аҡһаҡал-ағинәйҙәрҙе тыңлаһаң, яҡшы кешеләр менән аралашһаң - һөҙөмтәһе һинең сәләмәтлегең файҙаһына буласаҡ! Ҡайһы ваҡыт бер һүҙ ҙә ауырыуға килтереүе, йәки бер шифалы һүҙ ҙә ауырыуҙы терелтеүе мөмкин.
Түбәндәге һандарға иғтибар итегеҙ әле: беҙҙең илдә һуңғы 20 йылда аҡылы камил булмаған һәм физик яҡтан ғәрип - зәғиф балалар һаны 10 процентҡа артҡан. Яңы тыуыусыларҙың 80 проценттан күберәге сирле. Мәктәпте тамамлаусы һәр 10 йәш үҫмерҙең береһе генә сәләмәт!
Дөрөҫ, был ауырыу балаларҙың сир-ҙәренең сәбәптәре күп төрлө. Әммә әлеге һандарҙа һүҙҙе үлсәп һөйләмәүҙең, йәғни һүгенеүҙең дә өлөшө бик ҙур!
Әшәке теллелек, һүгенеү, ҡарғау, битәрләү һүҙҙәрен элек йәмғиәттең төбөнә төшкән, түбәнге ҡатламға әйләнгән боҙоҡ, намыҫын юғалтҡан кешеләр генә ҡулланһа, хәҙерге йәмғиәттә, ҡайһы бер мосолмандар араһында ла был күренеш нормаға, ғәҙәти хәлгә әйләнеп бара.
Ҡайһы бер медицина ғалимдары һәм психологтар әшәке һүҙлелекте ауырыу төрҙәренә индерә. Уны улар "копролалия" тип атай. Был атама "копрос" тигән грек һүҙенән алынған, "копрос" - бысраҡ телмәр тигәнде аңлата. Медицинала бер ниндәй сәбәпһеҙ әшәке һүҙ менән һүгенеп һөйләү менән мауығыуҙы шулай атайҙар икән.
Ошо урында беҙҙең башҡорт телендә лә шундай һүҙ булғаны иҫкә төштө. Мин бала саҡта әсәйемдән бер кеше тураһында: "Эргәһенә яҡын барып һөйләшерлек кеше түгел бит ул - шул тиклем буғауыҙ", - тип әйткәнен ишетеп, ундай бысраҡ ауыҙ менән нисек ашай икән, тип аптырағанымды хәтерләйем. Туған телебеҙҙә шундай мәргән әйтелгән һүҙ булғас, тимәк, халыҡ бындай күренеш менән һис тә килешмәгән, ғәйепкә алған. Дин ҡәтғи тыйған. Совет осоро дин тыйылған ваҡыт булһа ла, ололар һүҙенә ҡолаҡ һалалар ине әле.
Кешенең һүгенеп һөйләшеүе үҙенән һәм ғаилә тәрбиәһенән дә киләлер. Һүгенеү күренеше һуғыштан һуң таралды, тиһәләр ҙә, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашып, 7 йыл армия хеҙмәтендә йөрөп ҡайтыусы атайым тураһында әсәйем күрше апайға: "Беҙҙең Ғәлиаслан һүгенә белмәй бит ул", - тигәне хәтерҙә. Ысынлап та, беҙ бала саҡта атайымдан да, әсәйемдән дә ундай бысраҡ һүҙҙәр ишетмәнек.
Ә хәҙер? Яңы теле асыла башлаған балаларҙы, тиҙерәк һөйләшергә өйрәтәбеҙ, тип, һүгенергә өйрәтеп торған, шунан ҡыҙыҡ табып көлгән ата-әсәне аҙ осратмайбыҙ, ауыҙыбыҙҙан ниндәй һүҙ сыҡҡанына иғтибар итмәйбеҙ. Уҡыусы балаларҙың урамда, хатта уҡыған ерҙәрендә үҙ-ара һөйләшкәнен ҡайһы саҡ яҙа-йоҙа ишетеп ҡалһаң, иҫ китмәле бит. Ә яңыраҡ интернет селтәрҙәренән Әбйәлил районында 13-14 йәшлек ҡыҙҙарҙың 12 йәшлек ҡыҙҙы туҡмаған видеоны ҡарап, кемдең күңеле тыныс ҡалһын! Ул ҡыҙҙарҙың ауыҙынан сыҡҡан һүҙҙәрҙе, боронғолар әйтмешләй, эт ашамаҫ. Һәм бындай видеолар берәү генә түгел. Ололар араһында ла һүгенеү һүҙҙәре ҡыҫтырып һөйләшеүселәр байтаҡ, йәнәһе, "связка слов". Үҙебеҙҙең ни тиклем бай ҙа, ябай ҙа, наҙлы ла, яғымлы ла туған телебеҙ булғанда, ни сәбәп менән һөйләмебеҙҙе бәйләргә һүҙ тапмайбыҙ, гонаһҡа батып булһа ла әшәке һүҙ эҙләйбеҙ? Беҙҙең халыҡҡа хасмы ни ул? Ҡайҙа барабыҙ?
Ислам динендә әшәке һүҙлелек, кешене әрләү, берәүгә лә ҡағылмаған хәлдә лә, ҡаты тыйылған. Ә кемделер берәүҙе әрләгән кеше әшәке һүҙҙәр, ҡарғау менән бергә һүгенеү һүҙҙәрен дә ҡулланһа, ул кешенең гонаһы тағы ла нығыраҡ арта икәнен билдәләп китеү кәрәк. Аллаһ Илсеһе әйткән: "Тыйнаҡлыҡ - имандан, ә иман - ожмахтан. Ә әшәке һүҙлелеккә килгәндә, ул тупаҫлыҡтан, ә тупаҫлыҡ - тамуҡтан"."Оялсанлыҡ һәм аҙ һүҙлелек - имандың ике тармағы, ә әшәке теллелек һәм таҫма теллелек - ике йөҙлөлөктөң ике тармағы".
Был хәҙистәрҙә тәҡүәле һәм Раббыһынан ҡурҡҡан мосолман кешеһе әрләшеү, һүгенеү, яла яғыу, ҡарғау кеүек әшәке ғәҙәттәренән тартынһын өсөн етерлек дәлилдәр килтерелә. Ысынында, Исламда кеше намыҫына тейеү ҡәтғи тыйылған! "Ислам динендә булған ҡәрҙәшен мыҫҡыл иткән кешегә яза етерлек, һәм шулай уҡ, һәр мосолман өсөн икенсе мосолмандың ғүмере, милке һәм намыҫы тейелгеһеҙ!" - тиелә хәҙистә. Әбү Һөрәйрә тапшырған тағы бер хәҙисте килтермәй мөмкин түгел: "Аллаһ Илсеһе әйткән: "Бер-берегеҙҙән көнләшмәгеҙ, хаҡтарҙы арттырмағыҙ, үҙ-ара нәфрәттән баш тартығыҙ, арағыҙҙы өҙмәгеҙ, сауҙаларығыҙҙы боҙмағыҙ һәм туғандар булығыҙ, иий, Аллаһ ҡолдары! Ысынында, мосолман мосолманға - туған, шуға бер мосолман икенсеһен ҡыйырһытырға, түбәнһетеп ҡарарға, ярҙамынан мәхрүм итергә тейеш түгел, ә Аллаһтан ҡурҡыу бында йәшенгән", - тип өс тапҡыр күкрәгенә төртөп күрһәтә".
Кешеләрҙе, хайуандарҙы, тирә-яҡтағыларҙы әрләү, һүгеү, ҡарғау тураһында Бәйғәмбәребеҙ (с.ғ.с.) тағы шулай тип әйткән: "Мосолман мыҫҡыл итеүсе, ҡарғаусы, әрләүсе, һүгенеүсе булмаҫ".
Ҡарғалған кеше мосолман булһа, был тағы ла ҡурҡынысыраҡ: "Мосолманды ҡарғау уны үлтереүгә тиң", - тиелә хәҙистә.
Шулай уҡ беҙ йыш ҡына шаярабыҙ, көләмәстәр, ҡайһы саҡта анекдоттар һөйләйбеҙ. Бында ла сама белергә кәрәк. "Күп көлмә, сөнки күп көлөү йөрәкте үлтерә", - тигән Бәйғәмбәребеҙ. Был хәҙисте "көлөргә һәм шаярырға һис ҡушылмаған" тип аңларға ярамай. Мосолманға ҡайһы ваҡыт көлөп, шаярып, ҡыҙыҡлы хәлдәр тураһында һөйләп алырға ярай, ләкин быны эшләгәндә, халыҡса әйткәндә, "арттырып ебәрергә" ярамай. "Ҡайғы шундай кешегә: ул кешеләрҙе көлдөрөр өсөн нимәлер һөйләй һәм алдай. Ҡайғы уға, ҡайғы уға, ҡайғы уға!", - тигән Бәйғәмбәребеҙ. Өҫтәүенә, халыҡты көлдөрәм тип нимәлер һөйләгән кеше мотлаҡ кемдәндер көләсәк һәм уны мәсхәрә итәсәк. Шуға Ҡөрьәндә: "Ҡайғы төрлө әрләүсе һәм хурлаусыға!" - тиелгән.
Ауыҙығыҙҙы үлсәп асығыҙ, тик яҡшы һүҙҙәр генә һөйләгеҙ. Һөйләмәҫ борон үҙ һүҙҙәрегеҙгә хужа - һеҙ, ә һөйләп ташлағандан һуң һүҙҙәрегеҙ һеҙҙең хужағыҙға әүерелә. "Эй һеҙ, иман килтергән кешеләр! Аллаһтан ҡурҡығыҙ һәм тоғро һүҙ һөйләгеҙ! Ул һеҙҙең эштәрегеҙҙе төҙөк ҡылыр, гонаһтарығыҙҙы кисерер. Кем Аллаһҡа һәм Уның рәсүленә буйһона, шул бөйөк уңышҡа ирешер", - тиелә "Фирҡәләр" сүрәһендә.
Кеше күп ваҡытын һөйләшеп үткәрә, һәм уның һәр һүҙе фәрештәләр тарафынан яҙылып бара: "Ул бер генә һүҙ әйтһә лә, уның эргәһендә күҙәтеүсе әҙер". - тиелә "Ҡаф" сүрәһендә. Шуға күрә һәр нәмәне уйлап ҡына һөйләйек.
Иғтибар иткәнегеҙ бармы? Кешеләр араһындағы бәхәстәр күберәк тел арҡаһында килеп сыға. Ауыҙың әйткәнде ҡолағың ишетмәһә, шулай була, ә һөҙөмтә аяныслы булыуын көт тә тор. Был турала Мөхәммәт бәйғәмбәр (с.ғ.с.) былай тип киҫәтә: "Кем Аллаһҡа һәм Ҡиәмәт көнөнә ышана, хәйерле (файҙалы) һүҙ генә әйтһен, йәки өндәшмәһен".
Был - динебеҙҙә кешеләрҙең үҙ-ара аралашыуының төп ҡағиҙәһе. Әгәр ҙә кем менән булһа ла әңгәмә ҡорорға йыйынһаҡ, һөйләгән хәбәрҙәребеҙҙең донъя йәки ахирәт өсөн файҙалы булыу-булмауын уйлайыҡ. Ә бына мыҫҡыл итеү, рәнйеш, ғәйбәт һәм һүҙ бәйләргә (связка слов) тип ҡайһы берәүҙәр ҡулланырға яратҡан һүгенеү һүҙҙәренән һаҡланырға кәрәк. Был осраҡта һәр һүҙебеҙ өсөн Аллаһ ҡаршыһында яуап тотабыҙ икәнде онотмау мөһим.
Шуға күрә үҙебеҙҙе уратып алғандарға файҙалы, күңелдәренә ятып торған, кәйефте күтәрә торған һүҙҙәр генә һөйләһәк, дуҫтарыбыҙ күбәйер, халыҡ алдында йөҙөбөҙ аҡ булыр. Тел күрке - һүҙ, тип халыҡ бушҡа әйтмәгән.
Зифа ИЛБАҠТИНА.
Сибай ҡалаһы.
"Киске Өфө" гәзите, №3, 23 - 29 ғинуар 2026 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА