
Бына тағы бер йыл (ике меңдә егерме бишенсе йыл) үтеп китте. Әҙәм балалары Яңы йыл ығы-зығыһы менән мәшғүл булып, шыршы биҙәп, үҙҙәре лә битлек (маскалар) кейеп, йәки төрлө ҡиәфәткә инеп биҙәнеп, шау-гөр килде.
Китаптарҙан уҡып белеүебеҙсә, беҙ, Рәсәй дәүләтендә йәшәүселәр, был байрамды Петр батша әмере буйынса үткәрә башлағанбыҙ, тип беләбеҙ. Ә ысынбарлыҡта был байрамдың бик тәрәндә ятҡан үҙ тарихы бар һәм уны беҙҙең халыҡ, йәғни башҡорттар, элек-электән билдәләгән. Беҙҙең ата-бабаларыбыҙ был байрамды Нардуған тип атаған. Улар уны хәҙерге кеүек 31 декабрҙән 1 ғинуарға күскән көндә түгел, ә иртәрәк башлаған һәм һуңыраҡ тамамлаған. Был байрам боронғо төркиҙәрҙә лә 25 декабрҙа башланып, бер аҙна буйы дауам иткән. Бындай мәғлүмәттәрҙе Л.Н.Гумилев, Морат Аджи һәм сит ил төркиәтселәре хеҙмәттәренән табырға була.
Боронғо башҡорттар йыл башын иң ҡыҫҡа ҡышҡы көн менән бәйләгән. Йылдың 22 декабре - иң ҡыҫҡа көн һәм иң оҙон төн булған тәүлек. Бының шулай икәнен фән күптән аныҡлаған һәм был беҙҙең бөтәбеҙ өсөн дә "ике икең - дүрт", тигән кеүек үк, аңлатыу талап ителмәгән төшөнсә. Ә бына заманса фән формалашҡанға ҡәҙәр боронғо кешеләр, шул иҫәптән боронғо башҡорттар, белдеме икән 22 декабрҙең иң оҙон төн һәм иң ҡыҫҡа көн булған тәүлек икәнен, белһәләр, ҡасаныраҡ белделәр икән? Был туралағы мәғлүмәттәрҙе иң боронғо рухи ҡомартҡыбыҙ - "Урал батыр" ҡобайырынан табырға мөмкин. Сөнки был ҡобайырҙа боронғо башҡорттарҙың астрономик белемдәре лә үҙ сағылышын тапҡан бит.
Кемдәр "Урал батыр" ҡобайырын уҡыған, хәтерләргә тейеш - ағалы-ҡустылы Шулгән менән Урал ата йортонан сығып китеп, аҡ һаҡаллы ҡартҡа юлығып, унан ике юл барлығын белгәс, Урал уң яҡҡа китә һәм иң тәүҙә Ҡатил батша иленә барып сыға. Был илдең ҡайһы тирәлә икәнен, унда Уралдың ҡасаныраҡ барып сығыуын асыҡларға теләп эҙләнә торғас, батырҙың был илгә йылдың 22 декабре, йәғни ҡыш миҙгеле, йыл башланырға торған саҡта барып сығыуы асыҡланды. Мәҡәләмдә был фактты асыҡлау өсөн ниндәйерәк ысулдар ҡулланыуым тураһында яҙып тормайым. Был турала урыҫ телендә нәшер ителгән "Космогонические воззрения древних башкир" тип аталған китабымда аңлатып яҙғайным. Гәзит уҡыусылырға ни өсөн Ҡатил илендә барған ваҡиғаларҙың Яңы йыл башына, 22 декабргә тап килеүе тураһында ғына яҙып китмәксемен. Әле "Яңы йыл байрамы" тураһында һүҙ алып барғанда боронғо ата-бабаларыбыҙҙың календарҙың был көнө тураһында мәғлүмәтле булыуын, "Яңы йыл", "Ҡыш бабай" тигән төшөнсәләрҙең беҙгә урыҫ (киңерәк алғанда - Европа) мәҙәниәте аша ғына түгел, ә борон-борондан билдәле булыуын әйтеп киткем килә. Әлбиттә, боронғо башҡорттар Яңы йылды хәҙерге кеүек шыршылар биҙәп, Ҡыш бабай, Ҡарһылыу булып кейенеп үткәрмәгән. Әммә улар ҙа Яңы йыл башын үҙҙәренсә байрам итеп, билдәләп киткән, сөнки был дата улар өсөн тик астрономик ваҡиға ғына булмаған. Был дата менән боронғо кешеләр бик күп нәмәне бәйләгән. Быны беҙ "Урал батыр" ҡобайырында Ҡатил илендә Урал шаһит булған, ҡатнашҡан ҡанлы йола атҡарыу ваҡиғаларынан күрәбеҙ. Ул ваҡиғаларҙа тасуирланған юлдарҙың серле мәғәнәһенә, символикаһына асҡыс табып, уларҙың мәғәнәһен асыҡлағас, был илдәге ритуалдарҙың йыл аҙағында, йәғни 22 декабрҙә, иң ҡыҫҡа көн менән иң оҙон төн булған көндө, башҡарылыуын аңларға мөмкин булды.
Тикшеренеүҙәрем барышында Уралдың сәйәхәте Ҡояштың бер йыл эсендә үткән маршруты буйынса үтеүе асыҡланды. Бер йыл эсендә Ҡояш күктә ниндәй юлды үтһә, Урал да шул юлды үтә. Боронғолар хәҙергесә "Ер Ҡояш тирәләй әйләнә" тип түгел, ә, киреһенсә, "Ҡояш ер тирәләй әйләнә тип уйлаған. Ер тирәләй әйләнешендә Ҡояш дүрт (тик дүртәү генә - Авт.) нөктә аша үтә. Был нөктәләрҙе Ҡояш 22 декабрь, 22 март, 22 июнь, 22 сентябрь көндәрендә үтә. Күреүегеҙсә, был даталар календарҙағы ҡышҡы иң ҡыҫҡа көнгә; яҙғы көн менән төн тигеҙләнгән саҡҡа; йәйге иң оҙон көнгә; көҙгө көн менән төн тигеҙләнгән саҡҡа тап килә. Боронғо кешеләр был дүрт нөктәне бик боронғо дәүерҙәрҙә, беҙҙең эраға ҡәҙәр үк асыҡлай алған, һәм был белемде донъя көткәндә, календарь төҙөгәндә файҙаланған.
Ҡобайырҙа Урал тереһыу эҙләп, төрлө илдәргә барып сыға. Эпоста "Биш ил барын беләм мин", тигән юлдар бар. "Береһендә үҙем тыуҙым, икеһен барып күрҙем, тағын икәүһен күрергә китеп барам мин әле", ти Урал Һомай менән осрашҡас. Был юлдарҙан Уралдың биш илде үтәсәген аңларға мөмкин. Был ысынлап та шулай. Ошо биш илдең береһе - иң тәүгеһе - Урал үҙе тыуған ил, йәғни урталағы үҙәк булһа, ҡалған дүртеһе - әлеге даталар менән бәйле илдәр. Йәғни, үҙ иленән сығып киткәс, Урал да, Ҡояш кеүек үк, донъяны дүрт тарафтан урап сыға һәм уның һәр тарафына ул баяғы даталарға тап килтереп юлыға.
Ҡатил илендә Урал батшаның уҫал үгеҙе менән көрәшә, уны еңә, Ҡатилдың ҡыҙының ҡулынан алма ала һәм уға өйләнә. Был хәл-ваҡиғаларҙың бөтәһенең дә символикаһы бер үк - Яңы йыл башланыуға ишаралау. Төркиҙәрҙең һәм һинд-иран халыҡтарының мифологияһында үгеҙ (тур, зубр кеүектәр - Авт.) йыл символы булып тора. Мәҫәлән, якуттар әле булһа төштәрендә үгеҙ менеп барғандарын күрһәләр, быны йылды имен-аман үткәрәсәккә юрайҙар. Сөнки улар өсөн үгеҙ - йыл символы булып тора. Улар шулай уҡ "үгеҙ үҙе менән ҡыш килтерә", тип тә ышанғандар. Беҙҙең ата-бабаларыбыҙ ҙа ҡышты үгеҙ менән бәйләгән. Мәҫәлән, бер башҡорт йомағында "ҡыш - үҙ көсө менән маһайыусы үгеҙ", тип һүрәтләнә. Беҙҙең халыҡта әле булһа "ҡышҡы селлә үгеҙ мөгөҙөн һындырыр", тигән ырым йәшәп килә. Боронғо һинд-иран мифологияһында үгеҙ 22 декабрға тап килгән иң ҡыҫҡа көн, йыл башы менән бәйле хайуан, тип ҡарала.
Күп кенә боронғо халыҡтарҙа үгеҙ "Тимер ҡаҙыҡҡа", "Етегән" йондоҙлоғона яҡын, төньяҡ менән бәйле ниндәйҙер бер йондоҙлоҡтоң исеме лә булып торған, ти астрономияны, уның тарихын өйрәнеүсе ғалимдар. Мәҫәлән, боронғо Критта йәшәүсе минойлыларҙа, боронғо эстондарҙа һәм башҡа ҡайһы бер боронғо халыҡтарҙа шулай булған. Боронғо төркиҙәрҙә лә (шул иҫәптән, боронғо башҡорттарҙа ла), күрәһең, үгеҙ төньяҡ менән бәйле ниндәйҙер бер йондоҙлоҡто аңлатҡан булырға тейеш, тип уйларға урын бар, сөнки Урал батыр ҡобайырындағы күп кенә персонаждарҙың йондоҙҙар менән бәйле булыуы асыҡланды. Мәҫәлән, башта исемен атап киткән китабымды яҙған саҡта "Урал батыр"ҙағы ваҡиғаларҙа әүҙем ҡатнашҡан Аҡбуҙат - Сириус йондоҙлоғо, Зәрҡүм - Арыҫлан йондоҙлоғо, Айһылыу - Зөһрә йондоҙо (планетаһы), Аҡ һаҡаллы ҡарт - Уҡсы йондоҙлоғо, Ҡәһҡәһә - Ҡош юлы булыуын асыҡлай алдым. Шуға күрә Урал көрәшкән үгеҙҙең ниндәйҙер берәй төньяҡ менән бәйле йондоҙ булыуы бик тә ихтимал, тиергә була.
Боронғо төркиҙәр (улар ғына түгел, ғөмүмән, бөтә боронғо кешеләр ҙә) ҡышты - иң ҡурҡыныс ваҡыт, тип уйлаған. Ҡыш етеү менән тәбиғәт ҡышҡы йоҡоға тала һәм был ваҡытта яуыз көстәр (дейеү, аждаһа, ен-пәрей кеүектәр) ҡоторона. Йыл бөтөүгә табан бара, ә яңыһы әле тыумаған. Урал ҡояш символы булараҡ шул яуыз көстәрҙе, йыл аҙағын, ҡышты һынландырыусы үгеҙ менән көрәшеп, уны еңә. Был - көндәрҙең оҙайыуға ҡарай боролоуын, ҡыштың яҙға ҡарай ауышыуын аңлатҡан. Ысынлап та, әле көндәр һыуыҡ торһа ла, 22 декабрҙән һуң көндәр оҙая башлай. Яңы йыл башлана. Быны беҙгә боронғо ата-бабаларыбыҙ Уралдың Ҡатил ҡыҙының ҡулынан алма алыуы аша ла символлаштырып аңлатҡан. Боронғо күп кенә халыҡтарҙың мифологияһында алма - ваҡыт яңырыу символы булып торған. Аллалар, ҡартая башлаһалар, алма ашап, үҙҙәрен йәшәрткәндәр. Башҡорт ҡобайырында Ҡатил ҡыҙының Уралға алма биреп ымлауын да шулай тип аңларға кәрәк. Йәғни, ваҡыт инде ҡартайыуҙың һуңғы (22 декабрь) нөктәһенә еткән, артабан яңырыу башланырға тейеш. Һәм был шулай була ла - көндәр оҙайыуға китә.
Ҡобайырҙағы Ҡатил батшаның йыл да бер ҡат бөтә халыҡты йыйҙырып, ритуал үтәп, ата-бабалары рухына ҡорбан (шул иҫәптән кеше ҡорбаны ла) килтереүенең дә мәғәнәһе шул уҡ - йыл ахырын билдәләү. Борон бик күп халыҡтар йыл аҙағында, иң ҡурҡыныс саҡта, ата-бабаларҙы иҫкә алып, ҡорбан салып, әрүәхтарҙан тереләргә ҡарата миһырбанлыраҡ булыуҙарын үтенгән. Сөнки улар "йыл ахырына яҡынлаша, ваҡыт бөтөп бара, уның дауамы әллә булыр, әллә юҡ", тип шомланған. Ваҡыт һәм уның менән ҡуша Донъя ла бөтөп ҡуймаһын өсөн төрлө саралар күргәндәр. Шул сараларҙың береһе ҡорбан килтереү булған. Бына шул Ваҡытты һәм Донъяны яңыртыу өсөн күрелгән сараларға тап була ла инде беҙҙең Урал батыр Ҡатил илендә. Ошо сараларҙың иң олоһо, кеше өсөн иң ҡурҡынысы, тик һуңғы сара булараҡ ҡулланыла торғаны - кеше ҡорбаны булып торған.
Ҡышын, Яңы йыл ритуалдарын үтәгәндә кешеләрҙе ҡорбанға килтереү йолаһы - боронғо дәүерҙә бөтә кешелек үткән этап. Бындай сараға боронғолар тик һуңғы, ахыр сиктә генә, мәжбүри мөрәжәғәт иткән. Ҡорбандарҙың ата-бабалар рухына булыуы ла оло мәғәнәгә эйә. Сөнки, боронғолар уйлауынса, ҡарттар - үткән ваҡыт, йыл аҙағы, ҡыш менән бәйле заттар тип һаналған. Беҙ әле булһа ҡышты ҡартлыҡ менән бәйләп, "Ҡыш бабай", тип атайбыҙ. Бында урыҫ мәҙәниәте аша ингән Яңы йылды байрам итеүҙең бер ҡыҫылышы ла юҡ. Ҡыш бабай башҡорттоң борон-борондан килгән, уның боронғо донъяуи ҡараштары менән бәйле үҙе тыуҙырған персонажы. Төрки халыҡтарында ҡыш ваҡыты ҡарттар, үткән заман менән бәйле ваҡыт. Беҙҙең халыҡтың ауыҙ-тел ижадында ла ҡарттар йыш ҡына ҡыш менән бәйләп телгә алына. Мәҫәлән, Башҡорт халыҡ ижадында баҫылған:
- Бабайым килә һағынып,
Аҡ толобон ябынып.
- Бер ҡарт килә һағынып,
Ауа-түнә абынып,
Аҡ сәкмәнен ябынып.
- Аҡ бабай, аҡ бабай,
Аҡ туныңды ҡаҡ бабай", - тигән юлдарҙан был бабайҙарҙың ҡыш менән бәйле персонаждар икәнен күрергә мөмкин.
Боронғо ата-бабаларыбыҙ уйлауынса, йыл аҙағында яҡты донъянан теге донъяға, йәғни, фанилыҡтан баҡыйлыҡҡа күскән туған-тыумасалары менән аралашыу мөмкинлеге барлыҡҡа килә, улар беҙҙең араға үтеп инәләр, ваҡыт һәм аралар бутала. Шул саҡта донъяны киренән ипләү, рәткә килтереү өсөн ҡорбандар килтереп, уттар яғып, доға ҡылырға мәжбүр булған боронғолар.
Шулай итеп "Урал батыр" ҡобайырында Уралдың Ҡатил иленә барып сыҡҡан мәлен, ул унда күргән-ишеткән хәл-ваҡиғаларҙы башҡорттарҙың ата-бабаларының боронғо замандарҙағы календарь ҡараштарының символдар, кодтар аша тасуирланыуы тип аңларға кәрәк. Теүәлерәк әйткәндә, Яңы йылды ҡаршылау ритуалы үткәрелеп ятҡан саҡҡа тап килә, тип аңларға тейешбеҙ был ваҡиғаларҙы.
Бала саҡтағы инде хәтерҙән юйылып бөтә яҙған ҡайһы бер ваҡиғалар күҙ алдына килә. Уларға инде илле йылдарҙан ашыу ваҡыт үтеп киткән. Атайымдың ҡарындашы Мәхмүзә апайым һәм тағы ла кемдәрҙер Яңы йыл етмәҫтән алдараҡ тундарын әйләндереп кейеп, биттәренә ҡором һөртөп, һепертке тотоп, ырғаңнап, шаярып йөрөй торғайны. Был ваҡиғаларҙың мәғәнәһен элек боронғо башҡорттарҙың Яңы йыл башын билдәләп үткәргән ритуалдарының беҙҙең көндәргә килеп етә яҙған ярсығы, тип аңларға кәрәк. Был хәтирәләр айҡанлы, ошондайыраҡ ритуалдарҙың Кавказ төркиҙәре балкарҙарҙа, ҡумыктарҙа һәм уларҙың күршеләре Дағстан халыҡтарының ҡайһы берҙәрендә барлығы фәнни сығанаҡтарҙа теркәлгәнен лә әйтеп китергә кәрәк. Уларҙа ла был ритуалдар Яңы йыл менән бәйле үткәрелә. Тунды, кейемде әйләндереп кейеү, битте ҡоромға буяу - былар бөтәһе лә символик рәүештә теге донъя персонаждарын ҡабатлау булып тора. Сөнки боронғо башҡорттарҙың ышаныуҙары буйынса, теге донъяла бөтәһе лә киреһенсә - аҡ төҫ ҡараға әйләнә, кейемдәр эс яғын тышҡа әйләндереп кейелә, имеш. Был турала ғалимдар йыйған этнографик материалдар ҙа раҫлай. Тундың тиҫкәре яғын әйләндереп кейеү, битте ҡором менән буяп, төрлө төҫтәге сепрәк-сапраҡ өҫтәп бәйләнгән сыбыртҡы менән кешеләргә һелтәнеп, төрлөсә ҡыланыуҙар тыуған районым Баймаҡта йәштәр өйләнешкәндә туй йолаһының бер мәҙәк йолаһы булараҡ әле лә үткәрелә. Ике йәш кешенең өйләнешеүе шул уҡ яңырыу, яңы донъя барлыҡҡа килеү менән бер үк мәғәнәлә һәм шуға күрә туйҙың аҙағында "сыбыртҡы йолаһы" үткәреү менән йыл ахырында тундың тиҫкәре яғын әйләндереп кейеп, ҡурҡыныс ҡиәфәткә кереп ҡыланыуҙар икеһе лә бер үк мәғәнәле.
Үрҙәрәк яҙғанымса, йыл аҙағында теге донъя менән был донъя ҡушылып, донъялар бутала башлай һәм әрүәхтар был донъяла йәшәгәндәр менән аралаша ала. Бына ошо ҡараштар сағыла ла инде, йыл ахырында, Яңы йыл алдынан кейемдәрҙең тиҫкәре яғын кейеп, биттәрен ҡара ҡоромға буяп йөрөгән кешеләрҙең ҡыланыштарында. Был да шул уҡ беҙ хәҙер бал-маскарад тип атаған нәмәнең башҡортса бер һынланышы.
Әле үрҙә яҙғандар беҙҙең ата-бабаларыбыҙҙың астрономик, календарь белемдәренең бик боронғо дәүерҙәргә барып тоташҡанын күрһәтә. Бүтән халыҡтар кеүек, беҙҙең башҡорт та Яңы йылды көтөп алған, уны үҙенсә бик матур итеп үткәрергә тырышҡан, сөнки был мәлдә ҡылған ғәмәлдәре киләсәккә тәьҫир итә, тип уйлаған һәм был тәьҫирҙең тик ыңғай ғына булыуын теләгән. Шуға күрә башҡортҡа Яңы йылды ата-бабаларҙан ҡалған рухи мираҫ, әҙерәк заманса модернизация шауҡымы ҡағылһа ла, боронғо үҙ байрамыбыҙ, тип аңлап ҡабул итергә һәм үткәрергә генә ҡала.
Зәкирйән ӘМИНЕВ,
этнограф.
"Киске Өфө" гәзите, №3, 23 - 29 ғинуар 2026 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА