«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 

2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42  |  43 
Ноябрь
   44  |  45  |  46  |  47 
Декабрь
   48  |  49  |  50  |  51 
 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ошо көндәрҙә Рәсәйҙә Студенттар көнө билдәләнде. Ә ниндәй ул бөгөнгө студенттың торомошо? Ни менән көн үткәрә улар? Байрам уңайынан юғары уҡыу йорттарында уҡып йөрөгән йәштәргә ошондай һорауҙар менән мөрәжәғәт иттек.

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БАЛАНЫҢ КИЛӘСӘГЕН АЛДАН ФАРАЗЛАУ ДӨРӨҪМӨ?
+  - 


Бер нисә йыл элек оҙаҡ ваҡыттар күрмәгән бер танышымды ҡала урамында осраттым. Өҫтөндәге керле, аламараҡ күлдәге, майланып, бысранып бөткән джинсы салбары, ҡырынмаған, таушалған йөҙө уның тормошо ал да гөл булмауы хаҡында һөйләгәндәй. Башта уны танымайыраҡ та торҙом.

- Сәләм, Айытбай, - тип килеп ҡосаҡлап алды ул, ауыҙынан "перегар" еҫен аңҡытып, - танымайһыңмы әллә?
- Эйе, мин - Айытбай. Тик һине бер аҙ ғына төҫмөрләй бирәм дә, түлке танып етмәйем, - тип, аҫты күгәргән һул күҙенә иғтибар итәм.
- Кит, эреләнеп торған булаһың!
- Эреләнгән юҡ былай. Өлфәт тиһәм… мин белгән Өлфәт икенсерәк ине…
- Эйе, Айыт дуҫ! Мин был, Өлфәт!
Ҡасандыр хатта яҡын дуҫым булып йөрөгән Өлфәтте шулай көскә таныным. Бәлки, берәй өмә-фәләндән, эштән ҡайтып киләлер, тип тә уйларға тырыштым.
- Күрешмәгәнгә нисәмә йылдар үтеп киткән, Өлфәт!.. Хәл-әхүәлдәр нисек? - тип һораша башланым, һөйләшеп ултырырға тип, яҡындағы эскәмйәгә урын күрһәттем. - Һөйләп ташла хәлдәреңде.
- Һөйләшер өсөн тәүҙә берәрҙе төшөрөп алайыҡ, - тине дуҫым, - осрашыу хөрмәтенә, - тип өҫтәне. Бына һиңә - мә!..
- Мин эсмәйем бит әле, дуҫ, - тием тегегә.
- Зато, мин эсәм...
- Улай булғас, бар эсеп сыҡ, - инде дуҫымдың хәленә нығыраҡ төшөнә башлаған мин яҡындағы буфетҡа күрһәтәм.
- Аҡса юҡ, егерме тәңкәләй бир әле, зинһар... Кисә тыуған көнгә барып "ашап" ташлалған...
Уның хәле тамам аңлашылды. Хәҙер элекке дуҫының ҡайғыһы юҡ унда, әлбиттә... Егерме һум сығарып тотторҙом да, ҡыҙыҡһынып һорап ҡуйҙым:
- Нимәгә етә һиңә ул егерме һум?
- Нимәгә еткереү - мое дело, а твое дело - отдавать... - тип урыҫсалап һалдырмаһынмы был, ауыҙыңа май туңғыры...
...Һуңынан тағы ла бер-ике мәртәбә осраттым мин уны. Һәр саҡ шундай ҡиәфәттә, шул уҡ кимәлдәге хәл-әхүәл һөйләшеүҙәр... Уға фәҡәт "бер һыралыҡ ҡына" кәрәк... Бала саҡта ниндәй кеше булғанлығын иҫенә төшөрөп уҡылған өгөт-нәсихәттәрем уның тарафынан бөтөнләйгә ҡабул ителмәне. Барлыҡ булмышы, холоҡ-фиғеле, нерв системаһы оҙаҡ йылдар буйы алкоголь тәьҫиренән ныҡ ҡына үҙгәргәйне. Ғөмүмән, ҡасандыр мин белгән Өлфәттән бер нәмә лә ҡалмаған ине унда... Ә бала саҡта мәктәптә иң тәртипле, иң һәләтле, иң алдынғы уҡыусыларҙың береһе ине бит! Уҡытыусы апай һәм ағайҙарҙың иң өмөтлө уҡыусыһы булған Өлфәттең фотоһүрәте почет таҡтаһынан төшмәне. Уның менән бергә мәктәптә һәр төрлө уҡыу ярыштарында ҡатнашып, алдынғы урындарҙы алып йөрөй торғайныҡ. Үҙем, вазифама ярашлы, оҙаҡ йылдар ҡырҙа йөрөү сәбәпле, синыфташтарымдың күптәренең артабанғы тормошон белмәй инем. Юғары уҡыу йортон да тамамлаған, баштараҡ яҡшы ғына эше лә булған уның. Әммә, шайтан тарафынан ауыҙлыҡланып, уның ихтыярына ғына бойһоноп йәшәргә мәжбүр ул (хәйер, хәҙер инде мәжбүр ҙә түгел, сөнки уны урам араһында үлеп ҡалған, тип ишеттем). Ошо юлдарҙы уҡып ултырған бик күптәр ҙә үҙҙәренең бала сағын, мәктәп йылдарын, бәғзе иптәштәрен иҫләп алғандарҙыр, тип уйлайым. Билдәле сәбәптәр арҡаһында танышымды үҙ исеме менән яҙмаҫҡа мәжбүрмен…
Мин бала саҡта уҡытыусыларыбыҙ йыш ҡына "Уҡыған - уҙыр, уҡымаған - туҙыр" тигән әйтемде ҡуллана ине. Алдынғы уҡыусы булараҡ, үҙем дә шуға бик ныҡ ышана инем. Таныштарым араһындағы насар уҡыусылар тормошта ла шулай һөйрәлеп барырҙар һымаҡ тойолдо. Дәрес ваҡытында шаярып, уҡытыусыны тыңламай, һәр саҡ унан шелтә алып йөрөгән шуҡ малайҙарҙың нисек кластан-класҡа күсеп барыуҙарына ла аптырай инем (бәғзеләре, әлбиттә, күсмәй ҙә ҡалғыланы)… Хәҙер инде урта мәктәпте тамамлағанға ла алтынсы тиҫтә китте. Синыфташтарымды барлап, уларҙың кемеһе кем булып киткәнен анализлап ҡарайым. Уларҙың бер нисәүһе баштан уҡ юғары, йә башҡа уҡыу йортонда уҡып сығып, бәғзеләре "урында эшләп", хаҡлы ялға сыҡҡан. Тик бөгөн "отличник"тарыбыҙ тураһында һөйләргә йыйынмайым, һүҙем, башлыса, уҡыуҙа уртасараҡ барған йә "артта һөйрәлеүсе" хаҡында. Бәхеткә, ҡәҙерле яҡташтар, бына шул категория иптәштәребеҙ хаҡында ла һөйөнөп һөйләрлек урын бар! Уларҙың бер-икеһе әрме хеҙмәтенә барып ҡайтҡас, ситтән тороп юғары уҡыу йортон тамамлаған, ныҡлы ғаилә ҡорған, эштә һәүетемсә яҡшы урын биләп, йорттар һалып, балалар, ейән-ейәнсәрҙәр үҫтереп, хәҙерге көндә ифрат етеш йәшәй, тип тә әйтер инем.
Шундай синыфташтарымдың береһенә туҡталап, һәр саҡ уҡытыусыларҙың "ошо Искәндәр бер нәмәгә лә эшкинмәй..." тигән һүҙҙәрен генә ишетергә тура килә ине. Класта иң шаян, "әҙәм боҙоғо" булған был малайҙың нисек унынсыны тамамлап сыҡҡанына ошоғаса ғәжәпләнәм. Ә хәҙерге көндә ул оло хөрмәткә лайыҡ, абруйлы кеше... Оло ҡыуанысҡа, нәҡ шундай уҡ икенсе класташымдың, ҡайсаҡ хатта урамда мине танып ҡалып, ҡыйбатлы автомобилен туҡтатып, күрешер өсөн килеп сығыуы күңелгә бәлзәм булып ята. Ыҫпай ғына кейенгән был Тимерғәле Рәмил улы хаҡында ҡасандыр кластың иң беренсе "хулиганы" ине, тиһәң, һис кем ышанмаҫ...
Артабан уҡырға теләмәй, ауылда ҡалған, әммә үҙ тормошона зарланмай, һарай тултырып мал аҫраған йә Себер яҡтарына барып, "оҙон" аҡса эшләп ҡайтыусылар хаҡында ла ишетеп һөйөнәм. Урта белем менән дә "эшҡыуар" булып, хатта бәғзе "отличник"тарҙың "танауына сиртеп" йәшәй улар, тигән фекерҙәр бар. Уҡыусылар араһында булған отличниктарҙы "күккә сөйгән" хәлдә лә, насарыраҡ өлгәшкәндәрҙе түбәнһетергә ашыҡмаһын ине ҡайһы бер уҡытыусы апайҙар һәм ағайҙар, тимәксемен. Эйе, ысынлап та, ҡайһы бер уҡытыусыларҙың "әй, Фәләнов, һинән ул да тыумаҫ, ҡыҙ ҙа тыумаҫ..." тип фаразлауы һәр саҡ ысынбарлыҡҡа тап килмәй, йәғни мәктәп программаһын аҙыраҡ йә күберәк үҙләштереү тормош көтөүҙә "хәл иткес төп фактор" булып тора алмай.
…Башта Өлфәт синыфташымды иҫкә алып киткәйнем бит әле. Бына шундай, башлыса "йәшел йылан" сәбәбе арҡаһында харап булған ҡорҙаштарҙың араһында уҡымағандары ла, уҡығандары ла бар. Үкенескә, йәшләй генә көйөнсә бик күптәре тормош арбаһынан төшөп ҡалды… Нәфсеңде тыйырға көс тапмай, шайтан хөсөтөнә эйәреп киттең икән, һиңә бер ниндәй ҙә "высшее образование" ярҙам итмәй икән шул.
Вафат булған таныштарымдың күпселеге утыҙ-ҡырҡҡа ла етмәгән көйө, эскелек арҡаһында үҙен-үҙе һәләк иткән икән. "Һуғырға" яратыусы шундай яҡташтарым өсөн бер аҙ өгөт-нәсихәттәр әйтеп китеүҙе мотлаҡ тип һанайым. Хәмерһеҙ йәшәгәндәр улай уҡ күпләп ҡырылмай бит! Әйтерһең дә, беҙҙең быуынға ҙур һуғыш тура килгән!.. Яҙыусы Әхмәр Үтәбай, Рамаҙан Өмөтбаевтың тикшеренеү мәғлүмәттәренә таянып, "Киске Өфө" гәзитендә былай тип яҙғайны: "Ун туғыҙынсы быуатта (бер быуат эсендә!) хәҙерге Әбйәлил районы территорияһында бер генә суицид осрағы булған. Ул да булһа - сит яҡтарҙан килгән эскесе бер кеше... Ә хәҙер эскелек арҡаһында ғүмере ҡыйылған милләттәштәр һаны һәр районыбыҙҙа (һәр йыл һайын!) тиҫтәләр менән иҫәпләнә!"
Ни бары йөҙ йыл эсендә генә халҡыбыҙ ни өсөн шулай ныҡ үҙгәреп киткән? Үҙем ҡуйған ошо һорауға һис бер икеләнеүһеҙ үҙем үк яуап бирәм: хәҙерге замандаштарыбыҙҙан айырмалы, боронғо ата-бабаларыбыҙ хаҡ мосолман булып, Ислам дине ҡанундары буйынса ғүмер иткән, ҡартатайҙарыбыҙҙың ҡартатайҙары динебеҙҙә ҡәтғи тыйылған был әшәке эсемлек менән үҙҙәренең тәнен һәм аҡылын ағыуламаған. Донъяуи уҡыуҙы бөтөнләйгә тиерлек белмәгән, әммә динебеҙ ҡанундарын үтәп, Аллаһ Тәғәләгә тулыһынса буйһоноп йәшәгән улар. Фәҡәт шулай ғына итеп аңлатырға була быны.
Баштараҡ килтергән "Уҡыған - уҙыр..." тигән әйтем дин ғилемен өйрәнеүгә лә ҡағылышлы тип әйтер инем. Дини уҡыуһыҙ, ысынлап та, туҙыу ҡурҡынысы бар, йәмәғәт, әғүҙү билләһи! Күп кенә гәзиттәрҙә һәр төрлө авторҙар илебеҙҙә ғәйәт киң таралған эскелек, суицид тип аталған афәттәрҙән ҡотолоуҙы араҡының хаҡын күтәреү, эсергә яратҡан кешене административ язаға тарттырыуҙа, араҡы һатыу ваҡытын сикләү, халыҡты "мәҙәни эсеү"гә өйрәтеү һымағыраҡ саралар ҡулланыуҙа күрә. Әммә балаларыбыҙҙы бәләкәйҙән шәриғәт ҡанундарын үтәргә өйрәтмәһәк, әле һанап кителгән саралар алабутаны өҫтән-мөҫтән генә өҙгөсләүгә оҡшаған... "Дипломыбыҙ ҡайһы ҙурлыҡта ғына булмаһын, ниндәй генә төр һөнәр эйәһе булыуыбыҙға ҡарамаҫтан, ана шул иң мөһим ғилемде һәммәбеҙ өйрәнергә тейеш!
Күптән түгел Дәүләт Думаһы депутаты Солтан Хамзаевтың сәнәғәт һәм сауҙа министрлығына илдә балалар шампаны (Детское шампанское) сығырыуҙы бөтөнләйгә тыйыу хаҡында мөрәжәғәт иткәнлеге хаҡында ишеткәнһегеҙҙер, моғайын. Интернет яңылыҡтарында яҙылған ошо мәғлүмәтте мин оло шатлыҡ менән ҡабул иттем. Тейешенсә кимәлдәге чиновниктар тарафынан да был кәңәштең хупланырына ышанғы килә, әлбиттә. "Шампанское" тип аталған хәмер эсемлеген балаларыбыҙ өсөн гүзәл нәмә итеп күрһәтеп, уларҙы байрамда эсеүҙе рәсмиләштереү, ысынлап та, үҫмерҙәребеҙҙә алкоголгә ҡарата "һөйөү хистәре" тәрбиәләй һымаҡ та баһа! Депутат Хамзаев үҙе мосолман кеше булараҡ та ана шуны тыйыу яҡлылыр инде… Афарин! Байтаҡ ҡына тормош тәжрибәһен туплаған кеше булараҡ, үҙемдең шәхси фекерҙәрем менән бүлешеүем... Ошо яҙғандарымды, моғайын, мәктәптә уҡыуға битараф булырға өндәгән мәҡәлә һымаҡ итеп ҡабул итмәҫтәр. Һәммә йәш кешенең дә лайыҡлы тормош көтөр өсөн эске ресурстары була һәм уны дөрөҫ юлға йүнәлтә белеү генә кәрәк, тимәксемен.

Айытбай ВӘЛИЕВ.
"Киске Өфө" гәзите, №4, 30 ғинуар – 5 февраль 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 29.01.26 | Ҡаралған: 21

Киске Өфө
 

Күркәм ҡылыҡтар матур тәнгә ҡарағанда ла матурыраҡ һәм ниндәйҙер картина һәм таш һынға ҡарағанда нығыраҡ һоҡланыу уята. Күркәм ҡылыҡ иң күркәм сәнғәт әҫәренән дә күркәмерәк.

(Ралф Эмерсон).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru