
XIX быуат аҙағында - XX быуат башында йәшәгән рус табибы, медицина докторы Дмитрий Петрович НИКОЛЬСКИЙ 1899 йылда Санкт-Петербургта баҫылып сыҡҡан "Башкиры. Этнографическое и санитарно-антропологическое исследование" тип исемләнгән үтә ҡыҙыҡлы китап авторы булараҡ билдәле. Унан башҡа Д.П. Никольский 1895 йылда "Землеведение" ғилми журналында "Из поездки к лесным башкирам" тигән этнографик мәҡәлә баҫтыра. Был мәҡәләлә Архангел заводы, Тирәкле, Уҫманғәле, Инйәр ауылдары һәм Көньяҡ Уралдың башҡа урындары иҫкә алына. Автор урындағы башҡорттарҙың көнкүреше һәм йәшәү рәүеше, ялан һәм урман зоналары башҡорттары араһындағы айырмалыҡтар хаҡында ла бәйән итә.
Көньяҡ Урал грандиоз урман байлыҡтарының юҡҡа сығарылыуының күңелһеҙ картинаһын хасил итә! Яҙ һәм ҡыш айҙарында киҫеп ташланған, бер нисә ҡолас йыуанлығындағы бик ҙур ағастар ерҙә сереп ята. Башҡа бер урман баһадирҙары: шыршылар, аҡ шыршылар, ҡарағайҙар, ҡарағастар, имәндәр һ.б. киҫелә башлаған йә иһә ҡайрыһыҙ ҡалған көйө ваҡытынан алда эшлектән сығасаҡ. Ҡоро-һары, йығылып ятҡан ағастар шул тиклем күп, уларҙы утын итеп ҡулланырға булыр ине, ә былар барыһы ла юҡҡа сыға. Башҡорттар киҫер өсөн һәр ваҡыт йәш һәм яҡшыраҡ ағастарҙы һайлай, әммә уларҙы төбөнән түгел, үҙҙәренең күкрәге кимәленән киҫә: эйелеп-бөгөлөп тормағас, ныҡ арытмай. Шуның һөҙөмтәһендә бик ҙур ағас төптәре бер файҙаһыҙға юҡҡа сыға. Ағастарҙың ҡырағайҙарса юҡ ителеүен күрһәң, бындағы Уралдың тулыһынса урманһыҙ ҡалыу ваҡытына күп ҡалмағандыр, тигән уй баштан сыҡмай. Эйе, Уралдың ҡайһы бер урындарында, бигерәк тә завод биләмәләрендә, быны әле лә күреп була, сөнки бындағы урмандарҙы вәхшиҙәрсә ҡырыу башҡорттарҙан һис кәм түгел.
Урман ҡырыусы башҡорт үҙен-үҙе астан үлеүгә дусар итәсәге хаҡында уйламай, сөнки уның өсөн урман - иң мөһим йәшәү сығанағы. Әлегә бындағы башҡорт ер эшкәртеү тураһында уйлап та бирмәй. "У нас урман много", - ти Инйәр башҡорто, - нам будат, а когда кунчал, тогда куда-нибудь гулять будем (пойдём)…"
Юл ауырайғандан ауырая барҙы, һәм беҙ бик аҡрын, атлап ҡына тигәндәй барҙыҡ; йыш ҡына юлға арҡыры ятҡан бик йыуан ағас олондарын урап үтергә тура килде. Кискә табан беҙ Елмерҙәк һырты түбәләренең береһендә урынлашҡан Йөйәк йәйләүенә килеп еттек. Беҙ ошонда ҡунырға тейеш инек. Был урын бигерәк тә матур булып күренә: бар яҡтан да ылыҫлы гүзәл урман менән уратып алынған тау түбәһендә, йәшеллек һәм сәскәләр араһында башҡорттарҙың йәйге өйҙәре тәртипһеҙ рәүештә, әммә бик йәмле булып таралып ята. Уларҙың ҡайһылары йөҙйәшәр ҡарағайҙар араһын, икенселәре - тау битләүен, өсөнсөләре туғайҙы һайлаған. Тау аҫтынан шарлап ағып ятҡан шишмә тауышы ишетелеп тора. Тирә-яҡтағы урман тынлығын йәйләүҙәге тауыштар, кешеләрҙең ҡысҡырып һөйләшеүҙәре генә боҙа. Беҙ бында килеп еткән мәл йәйләү хужаларының эштән ҡайтҡан сағына (бесән сабыуҙан) тура килде; бала-саға, сыр-сыу килеп, ҡысҡырышып, һарыҡтарҙы, ҡолондарҙы ялан кәртәгә ҡыуып индерә; ҡатын-ҡыҙҙар ҙа балаларына ниҙер һөрәнләй. Ҡайһы бер урындарҙа усаҡтар тоҡандырылған, унда урман башҡорттарының талымһыҙ ғына киске ашы әҙерләнә.
Урман башҡортоноң йәйләүе дала башҡортоноҡона бөтөнләйгә оҡшамаған. Бында даланы сыбарлап ултырған аҡ йә иһә ҡара-һоро тирмәләр урынына бәләкәй, тәпәш ыҙмалар осрай, улар беҙҙең ҡабыҡ йәки дранка менән ябылған крәҫтиән мөгәрәптәрен, йә булмаһа ялан ыҙмаларын хәтерләтә, ишектәре бәләкәй, тәҙрәләре юҡ тиерлек. Һәр өй янында ҡойма менән уратып алынған ихата бар, унда төнгә ҡаршы малдарҙы ҡыуып индерәләр. Иҙәндәре һәм түбә таҡталары юҡ; ергә таҡта түшәлә, йә иһә кейеҙ һалына.
Бәҙри ӘХМӘТОВ тәржемәһе.
(Дауамы. Башы 3-сө һанда).
"Киске Өфө" гәзите, №4, 30 ғинуар – 5 февраль 2026 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА