«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 

2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42  |  43 
Ноябрь
   44  |  45  |  46  |  47 
Декабрь
   48  |  49  |  50  |  51 
 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ошо көндәрҙә Рәсәйҙә Студенттар көнө билдәләнде. Ә ниндәй ул бөгөнгө студенттың торомошо? Ни менән көн үткәрә улар? Байрам уңайынан юғары уҡыу йорттарында уҡып йөрөгән йәштәргә ошондай һорауҙар менән мөрәжәғәт иттек.

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
КЕШЕНЕҢ ЭСКЕ ДОНЪЯҺЫ - ЙЫҺАНДЫҢ ҮҘЕ
+  - 


Айбулат Ураҙбахтин - гәзитебеҙҙә йәшәйеш ҡанундары темаһына бағышланған бер нисә мәҡәлә авторы. Ул Сибай ҡалаһында йәшәй. Эшҡыуар. Донъяға үҙ ҡарашы булған, үҙенсәлекле фекерләгән шәхес булараҡ, һәр ваҡыт белемен камиллаштырыу, эҙләнеү юлында. Маҡсаттар ҡуйырға һәм уларға өлгәшергә, тормошта баланс табырға өйрәткән, үҫеш, карьера йүнәлеше өҫтөнлөктәрен билдәләргә ярҙам иткән шәхси консультант - коуч та ул. Уның менән кеше булмышы, рухиәт, йәшәйеш, уңыш серҙәре тураһында әңгәмә ҡорҙоҡ.

Гәзитебеҙҙең әүҙем авторы булһаң да, уҡыусыларыбыҙ һине бик үк танып та бөтмәйҙер. Әңгәмә башында үҙең менән таныштырып китһәң ине...

- Сығышым менән мин Учалы районының Уральск ҡасабаһынан. 1977 йылда ябай эшселәр ғаиләһендә тыуғанмын. Атайым Ураҙбахтин Алик Рәйес улы ғүмере буйы иретеп йәбештереүсе һөнәре буйынса эшләне. Әсәйем Мәрйәм Барый ҡыҙы бухгалтер ҙа, төҙөүсе лә, мейес яғыусы ла булды. Хәҙер улар икәүһе лә хаҡлы ялда. Зәлифә һеңлем, Айрат ҡустым бар. 1986 йылда ғаиләбеҙ менән Бүрәт республикаһына, БАМ төҙөлөшөнә тип, күсеп киттек. Ете йыл йәшәнек ситтә. 1997 йылда Башҡорт дәүләт аграр университетына ер ҡороусы (землеустроитель) һөнәре буйынса уҡырға индем. Өсөнсө курста өйләндем. Ҡатыным Юлиә Сәлих ҡыҙы менән Уральскиҙа бер мәктәптә уҡыныҡ. Параллель кластағы ҡыҙға тәүҙә күҙ генә һалып йөрөгәнмен, күрәһең... Бөгөнгө көндә дүрт бала тәрбиәләйбеҙ. Өлкән улыбыҙ Айтуған аграр университетты тамамлап, хәҙер аспирантурала уҡый. Өйләнде, ейәнсәребеҙ бар. Айсыуаҡ та шул уҡ уҡыу йортон һайланы, беренсе курста, Айғына алтынсы синыфта, ә Айдинәгә әле ике генә йәш.
Һөнәрем буйынса алты ай ғына эшләп өлгөрҙөм - Сибай ҡалаһының Ер комитеты бөтөрөлөү сәбәпле, эшһеҙ ҡалдым. Ғаилә башлығы эшһеҙ ята алмай, күп уйлап тормай, ҡала типографияһына баҫмасы өйрәнсеге булып барҙым. Дүрт йыл эшләнем, шуның өс йылында директорҙың етештереү буйынса урынбаҫары вазифаһын биләнем. Эш араһында федераль Президент программаһы сиктәрендә ойошторолған етәкселәрҙең белемен күтәреү һәм камиллаштырыу буйынса "Кризисҡа ҡаршы идарасы" курсын тамамланым. Шул мәлдән "Идара" ғәмәли фәнен ентекле өйрәнәм.
Өс йыл Сибай ҡала телевидениеһын етәкләнем. Хәҙерге ваҡытта матбуғат, полиграфия йүнәлешендәге ғаилә бизнесын алып барам. Эшҡыуарлыҡ менән егерме йыл шөғөлләнәм.

Беҙгә тормошта бер аҙға ғына туҡтарға, уйҙарҙы тәртипкә килтерергә, күргән-белгәндәргә таянып фекер тупларға, уларҙы теркәп ҡуйырға ваҡыт етмәй. Сөнки бик ҡабалан йәшәйбеҙ. Ҡасан, ҡайһы йәштә уй-фекерҙәреңде "йүгәнләргә" форсат таптың?

- Һөнәрем буйынса хеҙмәт юлын яңы башлап, эшһеҙ ҡалыуым тормошомда һынылыш мәле булды - йәшәйеш, уның мәғәнәһе тураһында уйлана башланым. Миңә 26 йәш ине ул саҡта. Сократ: "Донъяны танып беләм тиһәң, тәүҙә үҙеңдең кемлегеңде белергә, аңларға тырыш", - тип әйтеп ҡалдырған. Эйе, мин, тормошомдоң ауыр бер мәлендә туҡтап, уй-фекерҙәремде көйләй алдым, аңым менән йәшәргә өйрәндем. Бының өсөн яҙмышыма рәхмәтлемен. Бындай илаһи мәлде һәр кем ғүмерендә бер тапҡыр булһа ла кисерә, килеп тыуған шул мөмкинлекте ҡулдан ысҡындырмаҫҡа ғына кәрәк.

Танышым, "тырмаға баҫа", ҡаты тормош һабаҡтары ала торғас, әсенеп, күңел иңрәүе менән: "Ғәҙеллек юҡ, тормош бәғерһеҙ, ауыр һәм шөкәтһеҙ, ҡайһыларға мал буштан килә, күптәр, бер нисә эштә бил бөгөп тә, мандый алмай, хатта һуңғыһын юғалта, был донъя мәрхәмәтле һәм яҡшы кешеләр өсөн түгел, ә яуыз һәм бәғерһеҙ әҙәмдәр өсөн", - тигәйне бер мәл. Уның ошо хәлен нисек аңлатыр инең?

- Кеше фиғелен күҙҙән үткәреү шуны күрһәтә: әгәр ул үҙ уңышһыҙлыҡтарының, етешһеҙ тормошоноң, һаулығын юғалтыуҙың сәбәптәрен ситтән эҙләй икән (эшендәге хәлдән, күршеләренән, дуҫтарынан, ғаиләһенән, туғандарынан, чиновниктарҙан, дәүләттән, хөкүмәттән), тимәк, ваҡиғаларҙың сәбәп-эҙемтәләре бәйләнеше менән ул ҡыҙыҡһынмай, изге китаптарҙы һанламай, шәхес үҫеше тураһында бәйән иткән әҙәбиәтте уҡымай. Бындай замандаштарыбыҙҙың проблемаһы ябай - улар томана һуҡыр. "Нишләп бындай хәл фәҡәт миңә ҡағыла, уңышһыҙлыҡтарымдың сәбәбе ниҙә, ни өсөн ауырыуҙар йәбешә, һаулығым юғала?" - тигән һорауҙы үҙенә үҙе биргәнгә һәм уға яуап эҙләй башлағанға тиклем дауам итәсәк ыҙалары. Йәғни, рухи үҫеш юлына баҫмай тороп, уның тормошо үҙгәрмәйәсәк.
Рухилыҡ һәм диндарлыҡ төшөнсәләре бар. Элегерәк уларҙы бер бөтөн итеп ҡараһалар, хәҙер айыра башланылар. Диндарлыҡ кешенең ҡайһылыр конфессияға инеүе, шуға ярашлы табыныуы, тышҡы атрибуттарын файҙаланыуы, изге китаптарын уҡыуы һәм өйрәнеүе, ғибәҙәт ҡылыуына ҡайтып ҡала. Был - уның тышҡы һынланышы. Рухилыҡ иһә кешенең эске донъяһын, уның аҡыл ҡеүәһен билдәләй, йәғни уның тормошҡа ҡарашын, ғүмере ағышына йоғонто яһаған белем кимәлен, кешелек сифаттарын күтәреүгә йүнәлтелгән алымдарҙы даими ҡулланыуын сағылдыра. Ундай кеше тормошобоҙға бик күп сағылыштар, кәрәкмәгән кисерештәр өҫтәгән, тәбиғи булмаған ҡалыплашыуҙан ситен (заман психологияһы уны аҫҡы аңға һалынған программа тип атай). Ә ҡалыплашыуҙың барлыҡҡа килеүе тәрбиәгә ҡайтып ҡала. Ул бала саҡтан ғаиләлә һалына, мәктәптә бирелә, киң мәғлүмәт саралары аша таратыла. Балаға тормош һабаҡтары биреү ниәте менән беҙ, ғәҙәттә, "Тик "отлично"ға ғына уҡырға бурыслыһың", "Ҡулдарың кәкре, эш белмәй", "Эшкинмәгән бала", тип ысҡындырабыҙ. Шул уҡ ваҡытта тик ыңғай, позитив программаға йүнәлтелгән өгөт-нәсихәт тә киң ҡулланыла: "Бөтә кешеләр ҙә изгелекле булырға тейеш, изге бул", "Ғәҙел бул", "Тәртипле ҡыҙ (малай) бул" һәм башҡалар. Ғәжәп, позитив программалар ҙа кеше тормошона буталсыҡлыҡ, деструктивлыҡ индерә. Программа-стереотиптарҙы кеше үҙе үҙгәртә ала. Бының өсөн уға шәхсәнлеген аңларға һәм рухи үҫеш (психологик) практикаһын башларға кәрәк.

Тимәк, тормошон юлға һалыр өсөн кеше рухи үҫеш кисерергә тейеш иң элек. Ябайыраҡ итеп быны нисек гәзит уҡыусыларға еткереп булыр ине...

- Рухлы кеше матди донъяға, әйберҙәргә бәйле түгел. Ул был донъяның фанилығын, йән, рух өсөн матдилыҡтың тәрбиәүи һәм үҫеш роленән башҡа бер ниндәй ҙә әһәмиәте юҡ икәнен аңлай. Тимәк, кешегә көнсөллөк һәм ҡомһоҙолоҡ хас түгел. Матдиға йәбешеп ятыу йәнебеҙҙе әйберҙәргә бәйләргә теләүгә тиң. Бының йыһан ҡануниәтенә ҡаршы килеүен аңлатыу кәрәкмәй. Беҙ теге донъяға үҙебеҙ менән бер нәмә лә алып китмәйбеҙ, барыһы ла ошонда, ерҙә, ҡала. Матдиға бәйләнеп ятыуҙы иҫбатлаған төшөнсә булып уның "күңел торошон көйләүе" тора. Мәҫәлән, аҡса бар икән - кешенең кәйефе күтәренке, аҡса юҡ - кеше депрессияға бирелә. Йәки күршеһе заманса яңы машина алған: "Мин кемдән кәм, нишләп минеке лә юҡ, минең унан да шәберәк машина алғым килә", - тип үрһәләнә. Әйберен юғалтҡан, эштә премияһын ҡырҡҡандар - тағы депрессия. Былар, ғөмүмән, кешенең матди донъяға йәбешеп ятыуын күрһәтә. Әгәр ул ошо халәтенән ҡотола алмай икән, уның матди йәһәттән хәле бер ваҡытта ла яҡшы яҡҡа үҙгәрмәйәсәк, гел уңышһыҙлыҡтар эҙәрләйәсәк уны.
Рухлы кеше - ул һәр саҡ "мәңгелек уҡыусы". Донъяны танып белеү - ялан аша үтеү түгел, ә океанды йөҙөп сығыу, "мәңгелек уҡыусы" булыу - ғүмер буйы хәҡиҡәтте өйрәнеү икәнен ул яҡшы белә. Киреһенсә, донъялыҡтағы барлыҡ нәмәне белдем тип уйлауы, уның шәхес булараҡ артҡа тәгәрәй башлауы, деградацияға бирелеүе, тигән һүҙ. Ундай кешегә, ғәҙәттә, мин-минлек, эгоизм хас.
Рухлы шәхестең юғары маҡсаты бар һәм ул уға ынтыла. Кешенең иң юғары маҡсаты матди яҡтан байыу ҙа, карьера эшләп, ҙур түрә булып китеү ҙә, хатта нәҫел ҡалдырыу ҙа түгел. Былар барыһы ла эске донъяны үҫтереү ҡоралдары ғына. Юғары маҡсат - үҙеңде табыу, рухиәт ҡанундарын өйрәнеү, белемеңде йәмғиәткә таратыу. "Йәшәү мәғәнәһе ниҙә?" тигән мәңгелек һорауға яуап та фәҡәт ошонда. Уратып алған матди мөхиттең, кешеләрҙең, йәмғиәттең, хайуандар донъяһының, тәбиғәттең, ҡул менән тотоп ҡарап булмаған, ләкин күңел аша үткәреп белгән нәмәләрҙең рухты үҫтереүгә, уның өлгөрөп етешеүенә илткән юл икәнен аңлау, рухиәт үҫешебеҙҙең кинәт алға китеүен күрһәтә.
Рухлы кеше - ҡыйыу шәхес. Ул тормошҡа уның теләһә ҡайһы сүрәтендә лә ышана, эштәрендә тәүәккәл, яуаплылыҡ тоя. Уратаһындағы, йәмғиәттәғе, донъялағы булып ятҡан хәлдәрҙең барыһы ла уның эске торошон көйләүгә, тимәк, яҡшыға йүнәлтелеүен белә. Ҡурҡыу комплексы - емергес көскә эйә халәт. Уның нигеҙендә йәшәйешкә ышанмаусанлыҡ ята, шуға ла быға дусар кешеләр барыһын да - туғандарын, балаларын, дуҫтарын, эштәге хеҙмәттәштәрен, янындағы һәм глобаль теләһә ҡайһы эш-хәрәкәтте - контролдә тоторға ынтыла. Кешегә ғазап һәм һыҙланыуҙар килтергән, бындай мөнәсәбәттәрҙе емерергә ынтылған балалары, тыңлауһыҙ хеҙмәттәштәре, туғандары, дуҫтары ышанмаусанлыҡ комплексының һөҙөмтәһе булып торасаҡ.
Шуны өҫтәргә кәрәк: һанап үтелгәндәрҙең асылы бер генә - үҙеңде өйрәнеү. Үҙеңде өйрәнеүҙең мәғәнәһе иһә тереклектең берҙән-бер ҡануниәтенә - мөхәббәт ҡануниәтенә - буйһоноу. Шуға ла рухиәтле кешене ике һүҙ менән генә кәүҙәләндереп була: ул - мөхәббәтле һәм аҡыллы. Мөхәббәт ҡанундарына буйһоноу, уратып алған донъяны хафаланмай һәм ҡәһәрләмәй, нисек бар, шулай ҡабул итергә кәрәк, тигәнде аңлата. Аҡыл иһә тормошта рухи белемде ҡуллана алыу маһирлығын күрһәтә.

Күптәр, бөгөнгө ярлы донъяны нисек бар, шулай ҡабул итеү - ул һәр саҡ алданыу, барыһынан ҡолаҡ ҡағыу, тигән һүҙ бит, тиәсәк...

- Бөгөнгө заман психологтары, күп кешеләрҙе өйрәнеп, кешелек донъяһында яҙылмаған ҡанун - кире бәйләнеш ҡануны - эшләй, тигән һығымтаға килгән. Икенсе төрлө уны "бумеранг ҡануны", "тартыу ҡануны", тиҙәр. Ул беҙҙең уйҙарҙың матдиләшеүен аңлата. Кәйефтә сағылған фекерҙәр был ҡанунды эшләтеп ебәреүсе механизм булып тора. Боронғо ведтар тәғлимәтендә ул Карма ҡануны, йәки Ғәмәл ҡануны булараҡ теркәлгән. Уны бик ябай ғына сисергә мөмкин - ни сәсһәң, шуны урырһың. Шул уҡ ваҡытта уның мәғәнәһе бик тәрән. Ҡанун матди өлкәгә лә, күңелгә лә тәьҫир итә. Әйтәйек, кеше гел юғары кәйеф, ҡыуаныс кисерһә, ләззәтләнеп йәшәһә, уны гел яҡшы кешеләр урата, тормошондағы ваҡиғалар гел ҡыуаныслы ғына була, ғөмүмән, бәхетле йәшәй. Кире миҫал: меланхолик тибындағы ҡурҡып йәшәгән кешенең тормошонда эргәһендәгеләр гел негатив хәл-ваҡиға сығанағы булып тора, уларҙың һәр саҡ нимәһелер боҙола, эштә ҡыйырһыталар, ғөмүмән, улар өсөн тормош күңелһеҙ ваҡиғаларға бай. Асылда, был осраҡта кәйефте негативтан позитивҡа ғына әйләндерергә кәрәк - һәм барыһы ла үҙгәрәсәк.
Әйтелгәндәр - тәҡдир ҡануны. Ул кешенең тәбиғилектән дә бигерәк, энергетик йән булыуын раҫлай. Энергия тигәндә, беҙ кешенең эске донъяһын, характерын, зиһенен, күңелен күҙ уңында тотабыҙ. Физика фәнендә энергияның һаҡланыу Законы бар. Ул, энергия бер ҡайҙа ла юғалмай һәм юҡтан бар булмай, ул бер төрҙән икенсе төргә күсә генә ала, тип аңлата. Тимәк, иҫкә алынған эмоция бер ҡайҙа ла юҡ булмай, ә башҡа төр энергияға әйләнә һәм беҙҙе уратҡан мөхиттә тороп ҡала. Шуға ла үҙен үҙгәрткән кеше уратып алған мөхитте лә үҙгәртә ала, ә эске торошо яҡшырған йәмғиәт барлыҡ донъяны үҙгәртергә һәләтле. Әгәр йәмғиәттә рәнйеү, асыу, ризаһыҙлыҡ, ҡомһоҙлоҡ, көнсөллөк тойғолары менән йәшәйҙәр икән, бындай ағыулы мөхиттә тик байыу, йәмғиәтте талау, булғанды емереү ынтылышы өҫкә сыға. Үҙебеҙҙе, ижтимағи кәйефте талап ителгәндең иң түбән миҡдарына - 30 процентҡа - үҙгәртә алһаҡ та, кешелек донъяһы матди һәм рухи үҫештә шаҡтай алға китәсәк. Был - уйҙырма ла, утопия ла түгел, ә ысынбарлыҡ. Кешелек йәмғиәтенең бөгөнгө заман үҫешендә ул бигерәк тә актуаль, һәм һәр кемебеҙгә йүнәлтелгән. Бәхет, сәләмәтлек, ҡыуаныслы мөнәсәбәттәр, уңыш һәм ҡаҙаныштарға өлгәшергә теләһәк, үҙебеҙ яҡшы яҡҡа үҙгәрәйек!

Кеше донъяла яңғыҙ йәшәй алмай. Иң элек беҙ - ғаилә ағзалары. Нимә ул ғаилә һәм уның һәр кем, йәмғиәт өсөн әһәмиәте ниҙә?

- Ғаилә - социаль ячейка. Уны айырым ойошма тип тә ҡарарға мөмкин. Һәр ғаилә ағзаһының айырым үҙ бурысы бар.
Дөйөм йәмғиәт ғаиләләрҙән тора. Бала тәрбиәне ғаиләлә ала. Ғаиләлә ниндәй мөнәсәбәт, ата-әсәһе араһында ниндәй мөнәсәбәт - быларҙы һеңдерә бара ул, асылда, йәшәү кодын аҫҡы аңына һала бара, өлкәндәрҙең фиғелен аңһыҙ рәүештә үҙенә күсерә. Бер ваҡытта ла атайым-әсәйем һымаҡ булмайым, тип уйлаһа ла, барыбер уларҙы теге йәки был миҡтарҙа ҡабатлай. Үҙ ғаиләһендә лә барыһы ла ҡабатлана. Төпкә төшөп ҡараһаң, шулай килеп сыға. Шуға иң элек ата-әсә үҙҙәрен тәрбиәләргә тейеш, үҙ-ара мөнәсәбәттәрен, күңелдәрен. Ыңғай мөхиттә үҫкән бала бер ваҡытта ла боҙоҡ булмай.
Кешенең эске торошо, күңеле абстракт төшөнсә түгел, ә уның энергетик асылы. Шул энергия тирбәлеү, вибрация рәүешендә барлыҡ ғаилә ағзаларына тарала, күсә. Әгәр ир менән ҡатын рухи йәһәттән үҫешмәй икән, 20 - 30 йылдан мөнәсәбәттәрҙә ҡыйынлыҡтар, аңлашмаусанлыҡтар башлана. Шуға 50 - 60 йәшкә еткән кешеләр араһында айырылышыуҙар арта хәҙер. Был - аптырарлыҡ хәл. Шул уҡ ваҡытта уны аңлатыуы ла еңел - рух үҫеше төрлө кимәлдә булған ир менән ҡатын бер-береһен аңламай башлай. Әгәр кемеһелер рухи үҫеш юлына сыҡһа, икенсеһе уға эйәрергә тейеш. Башҡаса сара юҡ. Был ҡапыл ғына килеп сыҡмай, әлбиттә. Айҙар, йылдар үтеүе ихтимал. Мин үҙгәрәм, ә һин нишләп эйәрмәйһең, тип ризаһыҙлыҡ белдереү дөрөҫ түгел. Быны үҙ миҫалымдан сығып әйтә алам. Ҡатыным минең артымдан ун йылдан һуң ғына үҫеш юлына баҫты. Булған бөтөн китаптарҙы, методик әсбәптарҙы уҡып сыҡты, рухи практикаларҙы үтә башланы. Шуға күрә ни тиклем Аллаһ Тәғәлә, рух ҡанундарын тиҙерәк аңлай башлаһаҡ, шул тиклем беҙҙең ғаиләнең сифаты үҙгәрәсәк. Әйтәйек, мин егерме йәштә үҙгәрә башлаһам, ҡатыным да минең арттан тиҙерәк эйәрер, балалар баштан уҡ рухи камиллыҡ шарттарында тәрбиәләнер ине. Ауырыуҙар ҙа рухи дискомфорт арҡаһында барлыҡҡа килә. Аллаһ Тәғәлә: "Илле йыл йәшәнең, мал артынан ҡыуҙың, ә йәнде иҫеңә лә төшөрмәнеңме? Мә, улай булғас, баһаһын ал", - тип ауырыуҙар ебәрә. Кеше быны аңламай, үҙенең уңышһыҙлыҡтарында дәүләтте, йәмғиәтте, эргә-тирәләгеләрен ғәйепләй. Тәүҙә ғаиләбеҙҙә аңлашыуға өлгәшәйек. Күп осраҡта бит бер-береһен яратҡан ике йән дә бер һүҙгә килә, килешә алмай, ә беҙ иҫ киткес ҙур илдә, сүпер социаль системаны тиҙ генә бер яйға килтерергә ныҡышабыҙ. Йәмғиәтебеҙ ғаиләләрҙән тора, ә ғаиләләрҙең яртыһынан күбе бөгөн айырылыша. Ике кеше бер ҡыйыҡ аҫтында тыныс йәшәй алмағанда, ғәйәт ҙур илдә камил ҡоролош булдырыу - утопия. Шуға үҙебеҙҙән башлайыҡ: минән, һинән, унан... Һәр йәһәттән үҙгәрештәр башлаһаҡ - ғаиләлә, үҙебеҙҙең күңел донъяһында, профессиональ йәһәттән - йәмғиәтебеҙҙең кимәле күтәренке буласаҡ, дәүләт яғынан да үҙгәрештәр көтөргә ҡала.

Донъя йөҙөндә илдәр бик күп. Үҫеш кимәленә, мәҙәниәтенә ҡарап, уларҙың төрлөлөгөн күрәбеҙ. Уларҙа, шартлы рәүештә әйткәндә, бәхет кимәле нисек һуң? Шундай анализ эшләгәнең юҡмы?

- Ғөмүмән, ундай анализ эшләргә мөмкин, әлбиттә. Әйтәйек, планетар масштабта нимә ул Ер? Боронғо Вед тәғлимәттәрендә Ер карма ғәмәле майҙаны тип атала. Ғәмәл ҡануны ошо рәүешле яңғырай: ни сәсһәң, шуны урырһың. Планетала ике төрлө билдә бар - ыңғай (плюс) һәм кире (минус). Шундай ҡапма-ҡаршылыҡ булғанға ғына Ерҙә үҫешкә урын бар. Кире билдә баҫымы һуғыштарға, ҡазаларға, енәйәттәргә алып килә. Тик ыңғай, тик барыһы ла уң ғына килеп торһа, үҫешкә урын ҡалмаҫ ине. Психологтар билдәләүенсә, комфортлы мөхиттә кеше деградацияға дусар, аҫҡа тәгәрләй.
Ерҙә шулай уҡ Көнбайыш һәм Көнсығыш бүленеше бар. Ошо ике ҡитға уртаһында Рәсәй ята. Рәсәйҙә самалыҡ ҡануниәте (закон меры) хөкөм һөрә. Башҡортса ул: "Нәфсеңде тыя бел", - рәүешендә яңғырай.
Көнбайышта матдилыҡ өҫтөнлөк итә, шул юл менән үҫешәләр. Ул даими күҙәтелгән көрсөккә илтә. Гомосексуализм, хатта каннибализм юҡҡа ғына таралмай Европа илдәрендә. Асылда, уларҙа колониаль система йәшәп килә. Борон нисек булһа, бөгөн дә ул сәскә ата, уның сағылышы булып кредит-финанс системаһы тора. Америка, мәҫәлән, хаҡы бер ни менән дә баһаланмаған долларҙар баҫа, МВФ аша башҡа илдәргә кредит бирә һәм шуның иҫәбенә сәскә ата. Буш ҡағыҙҙарға донъя байлығы һатыла, һатып алына. Хәҙер нишләп тағы көрсөк, кризис, талаш-тартыш тыуып тора? Низағ һин алданыуыңды аңлай башлаған мәлдән башлана. "Туҡта, нишләп мине талайҙар?" - тигән ризаһыҙ һорау тыуһа, уға тәүге аҙым яһала. Ул ҙур һуғышҡа ла килтереүе ихтимал. Алданмаҫ өсөн белем кәрәк, иң элек - рухи белем. Был турала төпкә төшөп күп һөйләргә була. Ваҡыт етмәйәсәк. Баҫылған бик күп китаптар бар, шулар аша аңламаған һорауҙарыңа яуап табырға мөмкин.
Библияла: "Не ропщите на своего правителя, ибо каждый народ достоин своего правителя", - тип әйтелә. Ҡөрьәндә: "Кеше үҙе үҙгәрмәй тороп, Аллаһ уның хәлен үҙгәртмәй", - тиелә. Ғөмүмән, ниндәй нур сағылдырһаҡ, шундай уҡ яҡтылыҡ алабыҙ. Тағы ла ғаилә мөхитенә әйләнеп ҡайтайыҡ.
Ғаиләлә мөхәббәт булырға тейеш. Илерткес тойғо, сабырһыҙ бер-береңә тартылыу тураһында түгел һүҙем, ә илаһи мөхәббәт хаҡында. Ул кешене ҡалай бар, шулай ҡабул итеүҙе һәм яратыуҙы аңлата. Тәҡәтһеҙ енси тойғо ике-өс йылдан һүрәнләнә, нәҡ шул мәлдә ир менән ҡатын ихтирам аша мөхәбәттең юғарыраҡ үренә артылырға, артабан илаһилыҡҡа олғашырға тейеш.
Ә ысын мөхәббәт кешенең үҙендә башлана. Йәғни һин үҙеңде нисек бар, шулай ҡабул итеүҙән. Ғәҙәттә, әҙәми зат үҙендә, үҙенең кисерештәрендә соҡонорға, етешһеҙлектәрен табырға ярата. Был комплекстарҙың барлыҡҡа килеүенә сәбәп бирә. Үҙенә булған мөхәбәтте кеше әйләнә-тирәһенә тарата, үҙенсәлекле мөхит булдыра. Эшендә уға тик уңышлыҡтар ғына юлдаш. Иждиһат һалып башҡарған ғәмәл матур һөҙөмтәләр бирә, мөхәббәтле ҡулында сифатлы, зиннәтле әйберҙәр тыуа. Ҡулланыусы уға рәхмәттәр уҡый, ул оҫтаға кире әйләнеп ҡайта. Үҙеңде яратҡас, Йыһан да һине ярата булып сыға.
Японияны алайыҡ. Унда сәнәғәт ныҡ алға киткән, етештергән тауарҙары, сығарған техникалары юғары сифатлы. Япондар әйберҙе иждиһад менән эшләй һәм яуап итеп, донъяның барлыҡ тарафтарынан маҡтау ишетә, йәғни мөхәббәттәре уларға көсәйеп кире әйләнеп ҡайта. Беҙ иһә тормоштан гел ҡәнәғәт түгелбеҙ, үпкәбеҙ ҙур уға. Тимәк, беҙҙә мөхәббәт юҡ һәм, әлбиттә, тормош та шуның менән түләй. Аллаһ Тәғәләнең ҡанундарын боҙғас, мөхәббәт аша үҙгәрә алмағас, Карма буйынса - ауырлыҡтар һәм михнәттәр (насар - яҡшы - насар - яҡшы) аша үҫешәбеҙ. Йәғни беҙгә мәжбүри юл менән мөхәббәт ҡанундары индерелә.

Мөхәббәт ҡанундарына ярашлы үҫеш этаптары: кеше үҙе үҙгәрә, ир менән ҡатын мөнәсәбәттәре ихтирам аша юғары кимәлгә күтәрелә, Аллаһ Тәғәләгә ылығыу, илаһилыҡ. Бөгөн никахтарҙың яртыһынан күберәге тарҡала икән, тимәк, беҙҙә мөхәббәт бөтөнләй юҡ, тигән һүҙ. Нишләп һуң элек айырылышыуҙар булманы?

- Совет власы заманында ҡиммәттәр системаһы икенсе ине: ғаилә, эш, партия. Ул рәсьми рәүештә ҡабул ителгән һәм дәүләт контроле ярҙамында тотолған. Күреүебеҙсә, ҡиммәттәр теҙмәһендә рухилыҡ юҡ. Йәғни совет власы осоронда рухи үҫешкә тыйыу булған. Белеүебеҙсә, мәсеттәр ябылған, рухиниҙар эҙәрлекләнгән. Һәр йәһәттән контроль көслө булған, дәүләт пропагандаһы киң йәйелдерелгән. Әйтәйек, айырылышыу оят һаналған, дәүләт һәм коммунистик йәмғиәт тарафынан ҡаты тәнҡитләнгән.
Совет власы ҡорған ҡиммәттәр системаһынан тайпылыу, аҫҡа тәгәрәү осраҡтары ла йыш булған. Алкоголизм, берәҙәклек, енәйәтселек һәм башҡа асоциаль күренештәр тураһына һүҙ был осраҡта. Юлдан яҙған кешеләрҙе лә власть ыҡҡа килтерергә, тәрбиәләргә тырышҡан. Шефлыҡҡа алыу, иптәштәр суды, махсус учреждениелар эшләгән.
Бөгөн тормошта дәүләт контроле лә, рухи үҫешкә лә тыйыу юҡ. Йәғни кеше үҙ ихтыярына ҡуйылған, уға киң юлдар асылған.
Хәҙер ни өсөн айырылышыуҙар күбәйҙе?
Әгәр беҙ рухи камиллыҡҡа ынтылмайбыҙ, үҫеш юҡ икән, ғаиләлә, эштә, башҡа мөнәсәбәттәрҙә һәр саҡ көсөргәнешлеккә, стресҡа урын бар. Стресҡа дусар кеше көсөргәнештән бушаныр өсөн йыш осраҡта эскегә бирелеүсән. Алкоголь ваҡытлыса ғына эффект бирә. Йыш ҡабатланған эскелек алкоголизмға алып килә. Был иһә - ғаиләнең емерелеүенә тура юл. Йәғни никахтарҙың тарҡалыуы иң өҫтә ятҡан рухиһыҙлыҡты күһәткән бер күренеш кенә. Рухилыҡҡа өлгәшеү юлдары тураһында үрҙә әйтеп үттек инде. Әгәр һине проблемалар баҫа икән, йөрәгең аша һорарға тейешһең: "Нишләп нәҡ минең менән бындай хәл килеп тыуҙы?" - тип. Был - рухилыҡҡа табан һин эшләгән тәүге аҙым. Китаптар яҙылған, лекалалар өҫтән төшөрөлгән - уҡы, эҙлән, һорауҙарыңа яуап тап!
Әйткәндәй, нишләп СССР юҡҡа сыҡты һуң? Ресурс йәһәттән дәүләт тотороҡлоғо тигән төшөнсә бар. Тәбиғи байлыҡтар, фән, сәнәғәт үҫеше, мәғариф һәм мәҙәниәт кимәле - Советтар Союзында былар барыһы ла бар ине. Асылда, СССР-ҙы бер нисек тә емереп булмай ине. Илде өҫтән, идара итеүсе даирәләр емерҙе. Рухилыҡтан айырылыу, барыһын да емереп, яңы ҡоролошто өр-яңынан башларға ынтылыу - деградацияға илткән юлдар. 90-сы йылдар ауырлыҡтары беҙгә төшөрөлгән һынау булды. Ыҙа аша үҫеш юлына сығарыр өсөн ебәрелде ул. Иҡтисади көрсөк, теракттар, Кавказ һуғышы - шулар аша үттек.

Ғәҙәттә, беҙ тиҙ һөҙөмтәләр көтәбеҙ, ул юҡ икән һыуынабыҙ, ҡул һелтәйбеҙ. Ғөмүмән, белемдән башҡа ниндәйҙер эш, хәрәкәт, сабырлыҡ, инаныу кәрәктер бит...

- Әлбиттә, кәрәк. Тик иң башта: "Ә-ә-ә, бына нимә арҡаһында тормошом уңмай икән", - тигән уй төшөргә тейеш башыңа. Шунан белемде эшкә егергә кәрәк. Мәсьәләне сисер өсөн дә бит ҡабатлауҙар таблицаһын, формулаларҙы, закондарҙы белеү мотлаҡ. Ә белемгә ынтылыу үҙеңә һорау биреүҙән ярала. Кеше, ғәҙәттә, үҙенә һорау биреү урынына сәбәптәрҙе ситтән эҙләүсән. Әгәр уҡыусы әҙер икән, уҡытыусы мотлаҡ киләсәк.
Бөгөн үҫеш тағы туҡтаны. Ни өсөн шулай? Сөнки халыҡтың төп массаһы үҙгәрмәй, үҫеш юлына баҫмай, кеше битараф ҡала килә. 1,5 волтлы батарейка ҡуйып, 10 волтлыҡ яҡтылыҡ алырға теләйбеҙ, йәғни артыҡ көс һалмай яҡшы йәшәгебеҙ килә. Юҡ, тәүҙә эстән таҙарын: асыуыңдан, көнсөллөктән, ҡомһоҙлоҡтан, нигеҙһеҙ талаптарыңдан ҡотол.

Һәр кешенең үҙенә айырым характеры, ғәҙәттәре, яҡшы һәм яман үҙенсәлектәре бар. Әйтәйек, ул ялҡау булыуы ихтимал. Был бит киң таралған шәхсән сифат. Әгәр беҙҙең халыҡты алһаҡ, ул күп осраҡта ауылда йәшәй. Ауыл кешеһен иһә эш, донъя мәшәҡәттәре баҫҡан. Үҙенә ҡул һелтәгәндәр эскегә һалышҡан йә түбәгә төкөрөп тик ята. Уның башына: "Нишләп былайтып ятам әле?" - тигән һорау килерме икән ҡасандыр?

- Әлбиттә, күптәргә был уйҙың килмәүе ихтимал. Әгәр кеше тормошо менән, уның ниндәй булыуына ҡарамай, үҙенсә ҡәнәғәт икән, ундай фекер башына нишләп төшһөн, төшмәй. Ул үҙенең хәлен Аллаһ Тәғәләнең тәҡдире тип аңлата.
Беҙҙең Ерҙәге был ғүмер берәү генә түгел. Изге китаптарҙа әҙәми заттың ергә ни өсөн килеүе, ул ҡайҙа олғашырға тейешлеге аңлатылған - кеше мөмкин тиклем Аллаһ Тәғәләгә яҡынлашырға тейеш. Аллаһ Тәғәлә - ул абсолют энергия. Шул юғары кимәлгә өлгәшә алмаған кешенең йәне, үлгәндән һуң, икенсе ҡиәфәттә ергә тағы ҡайта. Боронғо тәғлимәттәрҙә ул реинкарнация ҡануны булараҡ билдәләнгән. Яңынан тыуған һайын ул рухи йәһәттән үҫергә тейеш. Юғары кимәлгә етһә, башҡаса ергә ҡайтмай. Ҡөрьәндә лә үлеп терелеү тураһында әйтелә.
Белеүебеҙсә, балалар төрлө һәләт менән тыуа. Ауырыу балаларҙың донъяға йыш килеүе лә билдәле. Әгәр кеше баҡыйлыҡҡа үкенес менән китә икән, уның йәне, һынау аша юғарылыҡҡа өлгәшеү өсөн, кире ауырыу тәндә ҡайта. Иғтибар иткәнһегеҙҙер, тыумыштан ауырыу балалар сабыр, оло кешенекендәй аҡыллы тәрән ҡарашлы була.

Кешегә ашап-эсергә - ризыҡ, инеп ятырға - өй, заманса йәшәргә бик күп әйбер, кәрәк-яраҡ, көнкүреш техникаһы, автотранспорт кәрәк. Көндәлек тормошта рухилыҡ менән матдилыҡты нисек бәйләргә? Эшҡыуар булараҡ был һорауға һин нисек яуап бирер инең.

- Күптәр үҙ эшен асып, хәҙер кеҫәләремде аҡса менән тултырам, тип уйлай. Күп осраҡта ундай кеше ярыҡ ялғаш янында ҡала. Самалыҡ ҡануны, йәғни матди һәм рухи йәһәттән тигеҙ үҫештең булыуы мотлаҡ. Кире осраҡта уңышһыҙлыҡтар көт тә тор. Рәсәй самалыҡ ҡанундары энергияһы хөкөмө аҫтында, тигәйнек инде. Үҙ эшеңә тотонорҙан алда рухи ҡанундарҙы өйрәнеү кәрәк, тип иҫәпләйем. Сөнки эшҡыуарҙарға, ғәҙәттә, ҡомһоҙлоҡ һәм көнсөллөк хас, улар матди донъяға ныҡ бәйләнгән. Хәйер, матди хәлебеҙ һәр кемебеҙҙең күңел торошона ныҡ йоғонто яһай. Донъя малын күңелебеҙгә, йәнебеҙгә бәйләргә ынтылыу ярылып ята. Ә был, ғөмүмән, мөмкин түгел. Сөнки тормошобоҙҙоң матди яғы - ул инструмент ҡына. Кеше үлһә, йәне күккә олғаша, ә малы ерҙә ҡала, уны үҙең менән теге донъяға алып китеп булмай. Әгәр мөлкәтебеҙ өсөн үлеп торабыҙ икән, һәр саҡ ҡаза кисерәсәкбеҙ. Ошо ҡаза аша Аллаһ Тәғәлә беҙҙе киҫәтә: донъяңа ныҡ эҫенмә, ана, машинаңды ҡыуып алып киттеләр, ә һин нисек йәшәнең, шулай көн итә бирәһең, күк уйылманы, ер емерелмәне, ти. Муллыҡ насип иткән икән - Аллаға шөкөр, юҡ икән - башым һау, ғаиләм имен булһын, мал табылыр, тиергә кәрәк. Ошоно аңлағас ҡына уңышлыҡтарға юл асыла. Хәҙер эшҡыуарҙар хәйриәлеккә иғтибар итә - күберәк биргән һайын, күберәк инә лә.

Шулай итеп...
Кеше, Ер, Йыһан бер ҡанунға - камиллыҡ ҡанунына буйһонған, ти Айбулат Ураҙбахтин. Үҙең үҙгәрмәй, камиллыҡҡа ынтылмай тороп, тормошоң ыңғай яҡҡа көйләнмәҫ, яҡындарың менән мөнәсәбәт яҡшырмаҫ, йәмғиәтебеҙ ҙә кинәт ғәҙел булып китмәҫ. Ысынлып та, йәшәйешебеҙ ҡағиҙәләре иҫ киткес ҡатмарлы һымаҡ тойолһа ла, уның нигеҙендә ябай тәртип ята, тик беҙ уны күп осраҡта аңлап етмәйбеҙ.

Рәсүл БАЙГИЛДИН әңгәмә ҡорҙо.
"Киске Өфө" гәзите, №4, 30 ғинуар – 5 февраль 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 29.01.26 | Ҡаралған: 19

Киске Өфө
 

Күркәм ҡылыҡтар матур тәнгә ҡарағанда ла матурыраҡ һәм ниндәйҙер картина һәм таш һынға ҡарағанда нығыраҡ һоҡланыу уята. Күркәм ҡылыҡ иң күркәм сәнғәт әҫәренән дә күркәмерәк.

(Ралф Эмерсон).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru