«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 

2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42  |  43 
Ноябрь
   44  |  45  |  46  |  47 
Декабрь
   48  |  49  |  50  |  51 
 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ошо көндәрҙә Рәсәйҙә Студенттар көнө билдәләнде. Ә ниндәй ул бөгөнгө студенттың торомошо? Ни менән көн үткәрә улар? Байрам уңайынан юғары уҡыу йорттарында уҡып йөрөгән йәштәргә ошондай һорауҙар менән мөрәжәғәт иттек.

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
СИХЫРЛАҒАН МИНЕ ТЫУҒАН ЕРЕМ...
+  - 


Уҡыусыларыбыҙ хәтерләйҙер, гәзитебеҙҙә "Ябай кешенең... ҡатмарлы фекерҙәре" тигән баш аҫтындағы үҙенсәлекле, ысынлап та, ҡатмарлы, фәлсәфәле, уйландыра ла, бәхәс тә тыуҙыра торған яҙмалары менән даими рәүештә сығыш яһай торғайны Урал МОСТАФИН. Һуңғы йылдарҙа ул һирәгерәк яҙыша, әммә беҙ уның яҙмаларын һәр саҡ көтөп алабыҙ. Ошо көндәрҙә Урал Сабирйән улына 75 йәш тулды. Ихлас ҡотлайбыҙ һәм уҡыусыларыбыҙға уның ошо хәтирә-яҙмаһын тәҡдим итәбеҙ.

Башҡортостандың Баймаҡ районы 2-се Этҡол ауылында 1951 йылдың 17 ғинуарында ябай крәҫтиән ғәиләhендә донъяға килгәнмен. Атайым Сабирйән (атаhы ­ Ғәлимйән, әсәhе ­ Йәнбикә) 1924 йылғы ине. Яуырынынан үксәhенә тиклем яралар алған hуғыш ветераны, колхозда төрлө эштәрҙә йөрөнө: бухгалтер, хисапсы, бригадир, балта оҫтаһы ла булды. Ауылда йәшәп, колхозда эшләгән hәр кеше кеүек, миҙгел эштәрендә hабансы, сәсеүсе, урыусы, урмансы, бесәнсе лә булып эшләне. Әсәйем Тайфа (атаhы ­ Фәруҡ, әсәhе ­ Хөмәйрә) ­ өй хужабикәhе. Атайыма кейәүгә сыҡҡанға тиклем, һуғыш осоронда ул да колхозда төрлө эштәрҙә йөрөгән.
Атайым менән әсәйем икеһе лә сығыштары менән Байым ауылынан, үҙ заманының мәғрифәтсеһе Байым ишан Динебәков (1733-1816) тоҡомонан. Байым ишан, Бохара мәҙрәсәһендә белем эстәп, Мәккә, Мәҙинәлә хажда йөрөп ҡайтҡас, Атъетәр (хәҙерге Байым) ауылында мәҙрәсә асып, балаларға дин тәғлимәттәрен өйрәтеү менән бер рәттән, математика, география, астрономия фәндәренән белем биргән. Ваҡыты менән мәҙрәсәһендә тирә-яҡтан 130-ға яҡын шәкерт белем алыуы билдәле. Әсәйемдең атаһы Фәруҡ - Мөхәмәтйәнов Ғатаулла (1877-1929) менән Рәмиевтар тоҡомонан булған Фатиманың балаһы, Ҡолсора ауылында тыуып үҫә. Ауылдың указлы муллаһы бурыстарын фиҙаҡәр атҡарыуында ғәйепләнеп, 1929 йылда ҡулға алына һәм атып үлтерелә. Хөмәйрә өләсәйем береһенән береһе бәләкәй 6 балаһы менән бер нәмәһеҙ: өйһөҙ, малһыҙ, кейемһеҙ, кәрәк-яраҡһыҙ урамда тороп ҡала...
Бала сағымдан күрше ауылдарҙағы туғандарым менән аралашып, ер-һыуҙары менән танышып үҫтем. Бер йылы Тәкәhуҡҡан ауылындағы туғандарҙа (кем яғынан булғандарҙыр, иҫләмәйем) йәй үткәрҙем. Ул ауыл (хәҙер юҡ инде) урман араhында ултырыуы менән иҫтә ҡалған. Урам уртаhында ла, кәртә артында ла эре-эре ҡайындар, ҡарағайҙар - хистәрҙең иң сағыу сағында, торғаны менән әкиәт донъяһы инде...
Һүҙ ыңғайында йәнемде күптән борсоған һәм аңым ҡабул итергә теләмәгән бер күренеш тураһында әйтеп үтеүем урынлы булыр. Үткән быуаттың 60-сы йылдарында ғына беҙҙең яҡын-тирәләге мин белгән 8 ауыл юҡҡа сыҡты: Тәкәһуҡҡан, Һарыбейә, Мырҙый, Ҡортүлгән, Аҡтырнаҡ, Мәтем, Ҡуяндар, Күлйертау.
Юҡ, шөкөр, илгә бер ниндәй афәт тә башҡа бәлә-ҡаза ла килмәне, кешеләр үҙҙәре генә ғәйепле был хәлгә. Ғөмүмән, беҙҙең яҡтарҙа ғына түгел, ҡайҙа мәғдәнселек, урмансылыҡ менән булышалар, шунда был күренеш йыш күҙәтелә. Бигерәк тә алтын йыуыусыларҙы ер ҡоротҡостары тип әйтеп була. Ҡайҙа ғына эшләһәләр ҙә ерҙән үҙҙәренә кәрәген алып бөтһәләр, уларҙан һуң һәр ваҡыт аҫты өҫкә аҡтарылған тупраҡ, ҡотһоҙ соҡорҙар, ярҙары емерелеп, үҙәндәре йырғысланған йылғалар, ташландыҡ хәлдәге фәҡир ҡасабалар ҡала.
Тәбиғәтте һаҡлаусылар, тип уйлаһаҡ та, урмансыларҙың да эшмәкәрлеге маҡтанырлыҡ эҙҙәр ҡалдырмай. Үҙҙәренә кәрәк сифатлы ағастарҙы ҡырҡып, йығып бөтһәләр, уларҙан һуң деләнкәләрҙә бер кемгә лә кәрәкмәгән, штабель-штабель өйөлөп сереп ятҡан юғары сифатлы ағастар, йырғысланған урман юлдары, иҙгеләнгән ялан, болон, үҙәктәр, ташландыҡ ауылдар ҡала. Эш булмағанлыҡтан, тәүҙә ирҙәр ҡырға китә, ғаиләләрен күсерә башлаһалар, мәктәп, магазин ябыла, ҡарт-ҡороға ла ауылды ташлап китеүҙән башҡа сара ҡалмай.
1970 йылдарҙа Бөрйән, Ейәнсура, Йылайыр, Баймаҡ урмандары өҫтөнән "кукурузник"та (Ан-2 самолеты) осҡанда ул хәлдәрҙе мин күп күрҙем. Райкомда эшләгән осорҙа Өлкә комитет (КПСС) инспекторы менән бер ялыу тикшергәндә, деләнкәләрҙә йөрөп ҡайтҡас, илебеҙҙең киләсәктә яҡшы йәшәй башлауына ышанысым бөттө, сөнки үҙ ереңдең байлыҡтары менән ҡырағайҙарса хужалыҡ итеп, ил мөлкәтен тәләфләп, яҡшы тормош ҡороу мөмкин түгел икәненә тамам инандым...
Икенсе йәйҙе Ҡолсора ауылында әсәйемдең ағайы Әбдрәхим апаларҙа үткәрҙем. Һаҡмарҙа hыу төшөп йөрөгәндә, ҙур йылғала йөҙөп өйрәнмәгәс, ағым ыңғайына, өйөрөлтмәккә төшөп киткәнмен. Сәбәләнеп, хәлhеҙләнеп бата башлағас, ҡысҡырғанмындыр инде, Әхәт менән Самат ағайҙар hөйрәп сығарып, күтәреп алып ҡайтҡандар ҙа, инәйҙең әрләүенән ҡурҡыптыр, мине аласыҡҡа индереп hалғандар. Күпме иҫhеҙ ятҡанымды белмәйем. Эсемдә бер нәмә ҡалмағансы ҡоҫҡанымды иҫләйем. Йоҡонан уянып, иҫемә килгәндә ҡараңғы төшкән ине. Эргәмдә Бибинур инәйем hуҡранып йөрөй: "Кеше балаhы батып ҡуйhа…" Шуның тауышына уянғанмындыр. Иртәгеhенә миңә, минән бәләкәй Азат, Азамат, Ғөбәйт ҡустыларға йылға яғына барыу ҡәтғи тыйылды. Шунан бирле hыуҙан ҡурҡтым: яҡшы йөҙә белhәм дә, үҙем белмәгән ерҙә hыуҙан шикләнәм.
Байым ауылында йылдың бөтә миҙгелдәрендә лә булғаным бар. Унда атайым, әсәйем яғынан да туғандар күп булғас, үҙ ауылымда йөрөгән hымаҡ тойола ине. Йылғаhы - шул уҡ беҙҙең ауыл аша аҡҡан Таулы йылғаhы, Раhай (Урал тауының боронғо атамаһы "Рефей"ҙан микән әллә?) тауы беҙҙең Көрәй, Бешәтауға барып тоташа.
Атайым, әсәйемә ошо тормош дәрестәре өсөн рәхмәтлемен. Күрше ауылдарға йөрөтөп, туғандар менән, ят кешеләр менән дә аралаштырып, балаларын сит ерҙәрҙә таныш булмаған мөхиткә, унда йәшәгән кешеләргә тиҙ өйрәнеп, ят шарттарға ҡаушап ҡалмай яраҡлашып, сабырлы, үҙаллы булып үҫергә сыныҡтырғандар. Был тормош тәжрибәм киләсәктә күп тапҡырҙар йәшәйешемде еңеләйтте. Бәләкәй саҡтан өйҙән, атай-әсәйҙән айырылып, кешеләр менән мөнәсәбәттәр ҡорорға өйрәнгәс, ҡайҙа йәшәhәм дә, кемдәр менән аралашhам да, ят шарттарға тиҙ күнектем, ят кешеләргә лә тиҙ ылыҡтым, шөкөр…
Бала саҡтан ватаным - тыуған ауылым икәнен йөрәгем, йәнем менән hиҙеп үҫтем. Күрше-тирәләге ауылдарға барғанда ла үҙ ауылымды hағынып илауым иҫтә. Шуға күрә, бөгөн дә Ватаным - ауылым, тыуған илем - Башҡортостан, ә Рәсәй минең өсөн - үҙ илендә йәшәгән төрлө халыҡтарҙы берләштергән дәүләт. Тыуған илем Башҡортостанда - ҡәрҙәштәрем, мөһабәт Уралым, киң Ағиҙелем, йәмле Ирәндегем, шифалы Талҡаҫым, талғын Һаҡмарым. Ватаным - тыуған ауылымда - туғандарым, ҡорҙаштарым, дуҫтарым бар. Таулы, Рәжәп, Саҡмағош йылғалары, Көрәй, Раhай, Олостүбә, Әсебейек тауҙары, Бөркөт, Сейүртәгән, Ҡоймауар, Билән, Мәтем яландары, Сарҙаҡ, Киндер күлдәрем бар. Йәнем ереккән, күңелемә ҡәҙерле, ғүмеремдә әhәмиәтле бөтә нәмәләр ошонда булғас, минең өсөн ауылымдан да, тыуған яғымдан да яҡыныраҡ ниндәй ер булhын?..
...Бөтә әҙәм балаларының кеүек, минең күңелем дә һәр саҡ тыуған яҡтарыма тартылып тороуы һис ғәжәп түгелдер. Кеше үҙе иғтибар итмәһә лә, ҡайҙа ғына йөрөһә лә, ниндәй генә мөғжизәләр күрһә лә, һәр ваҡыт үҙенә таныш мөхит: күренеш, йөҙ, ризыҡ, көй, тауыш эҙләй. Кеше таныш мөхит табып, йәненә хәүефһеҙлек, тыныслыҡ, маҙа көҫәй. Әгәр ул мөхитте тапмаһа, ыҙалай, йонсой, хатта ауырыуға һабыша. Мәҫәлән, заводта эшләгән осорҙа миңә командировкаларға йөрөргә тура килде. Тыуған еремдән алыҫҡараҡ киткән һайын, тиҙерәк ҡайтырға ашҡындым. Самолет, поезға билет булмағанда, хатта, йәйәү ҡайтып китерлек хәлгә еткән саҡтарымды хәтерләйем.
Кендеге тыуған ерҙәренән айырылған кеше тулы бәхетле була алмайҙыр тип уйлайым. Сөнки, уҡыу йорттарын тамамлап, йүнәлтмәләр буйынса киң илебеҙҙең төрлө төбәктәренә таралып, эшкә урынлашып, ғаилә ҡороп йәшәгән ҡорҙаштарымдың олоғая килә тыуған яҡтарын һағыныуын беләм. Ҡайтырҙар ҙа ине, унда - балалары, ейәндәре. Күптәре, мәлдәре еткәс, ауылға алып ҡайтып ҡуйыуҙарын үтенеп, васыят әйтә. Тере сағында үҙ аяҡтары менән ҡайтмағас, һуңынан ҡайта алыуҙары икеле…
Ғүмерендә кеше күп уҡый, күпте белә, күп кешеләр менән осраша, белем, ғилем эстәй, тәжрибә туплай. Ләкин оло тормош юлына сыҡҡас, һәр күргән, ишеткән, белгәндәрен бала саҡта күргән, ишеткән, белгәндәре менән сағыштырып үҙләштерә. Яңы мәғлүмәт, күренеш, тәжрибә бала саҡ тәьҫораттарына тап килһә йәки бала саҡта тәрбиәләнгән хис-тойғоларына хуш килһә, аңы ҡабул итә, ә килмәһә, кире ҡаға.
Әҙәм балаһы донъяны сағыштырып аңлай. Яҡшыны ҡәҙерләр өсөн - яманды белергә, татлыны баһалар өсөн әсенән ауыҙ итергә кәрәк, туңған ғына йылыға кинәнә, яңылышҡан ғына уңыштарына ихлас ҡыуана белә. Кеше барыһын да сағыштырып белә, сағыштырып йәшәргә өйрәнә.
Мәҫәлән, мин 33 йәшемдә етәксе булып Чехословакияға туристик сәйәхәткә бер төркөм яҡташтарымды алып барҙым. Баҡса кеүек биҙәлгән, төҙөк, етешле йәшәгән илдең ҡайһы төбәгендә, ниндәй мөғжизәләренә хайран ҡалһам да, бөтә күргәндәремде үҙ еремдәге күренештәргә сағыштырып йөрөгәнемде аңланым. Һәр яңы нәмәне үҙебеҙҙең яҡтағыға оҡшатып аңланым, һәр ерҙе үҙ ер, һыу, тау, яландарыма сағыштырып баһаланым, һәр ят күренешкә иҫем китмәй генә ҡараным. 1970 йылда студент отряды сафында Тольятти ҡалаһында "Жигули" автомобиль заводы төҙөлөшөндә эшләгәндә Жигули тауы битләүҙәрен күрҙем, Свердловск ҡалаһында Уктус тауы итәктәрендә йөрөнөм, Сочиҙа Мацеста буйҙарын гиҙҙем, Чехословакияла Татра тауҙарына мендем. Ләкин тыуған еремдәге Көрәй, Раһай, Бешәтау түбәләре, алыҫтан күгәреп ятҡан Ирәндек ҡаялары уларҙан бейек тә, бөйөк тә һымаҡ күренде. Ә мөһабәт Урал тауы тураһында әйтеп тораһы ла юҡ. Ниндәй генә матур парк, төҫлө баҡса күрһәм дә, ауылым эргәһендәге сауҡалыҡ иҫемә төштө. Ниндәй генә киң, тулы һыулы йылға ярында торһам да, ауылым аша аҡҡан Таулы, Рәжәп йылға ярҙары күҙ алдыма килде.
Мин бәхетле, сөнки үҙ еремдә йәшәйем! Тыуған еремдә мин бер нәмәнән дә шикләнмәйем: һыуҙары ла, тауҙары ла, юлдары ла, ғөмүмән, бар тирә-яҡ мөхит миңә таныш. Бер нәмәнән дә ҡурҡмайым, ғүмеремә янаған ят бер йән эйәһе лә юҡ: бөжәктәре, ҡош-ҡорттары, йәнлек, хайуан, хатта йыландары ла таныш. Үҙ еремдең туғай, тау, урмандарында мин, һаулығым өсөн хәүефләнмәй, теләгән емеш-еләкте өҙөп ҡабам, теләһә ниндәй ағас күләгәһендә тәгәрәп ятам, шишмәһенән түшемә ятып һыу эсәм, бөжәк, себененән ерәнмәйем.
Сихырлаған мине тыуған ерем,
Тыуған яғым мине арбаған.
Хистәренән аҙып үҙ еренә
Мин генәме йырҙар арнаған...
Бөтә кешеләрҙең дә, иләҫ-миләҫ булһа ла, иҫендәге, һәр кешегә үҙенән үҙе аңлашылған ябай ғына нәмәләр тураһында яҙам кеүек. Ләкин күп ваҡыт кеше шул ябай ғына нәмәләр тураһында уйланмай ҙа. Тыуған ере, изге төйәге булыуына шатлана, унда туғандары менән ҡатнашып йәшәүенә ҡыуана ла белмәй! Ошо үҙенән үҙе аңлашылған нәмәләр тураһында уйланһа, кешеләр туғандарын ҡәҙерләргә, тыуған төйәгенең тәбиғәтен һаҡларға өйрәнер, илен төҙөкләндерергә дәртләнер ине, биллаһи…

Урал МОСТАФИН.
"Киске Өфө" гәзите, №4, 30 ғинуар – 5 февраль 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 29.01.26 | Ҡаралған: 21

Киске Өфө
 

Күркәм ҡылыҡтар матур тәнгә ҡарағанда ла матурыраҡ һәм ниндәйҙер картина һәм таш һынға ҡарағанда нығыраҡ һоҡланыу уята. Күркәм ҡылыҡ иң күркәм сәнғәт әҫәренән дә күркәмерәк.

(Ралф Эмерсон).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru