«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 

2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42  |  43 
Ноябрь
   44  |  45  |  46  |  47 
Декабрь
   48  |  49  |  50  |  51 
 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ошо көндәрҙә Рәсәйҙә Студенттар көнө билдәләнде. Ә ниндәй ул бөгөнгө студенттың торомошо? Ни менән көн үткәрә улар? Байрам уңайынан юғары уҡыу йорттарында уҡып йөрөгән йәштәргә ошондай һорауҙар менән мөрәжәғәт иттек.

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БӘЙЕТТӘР ҘӘ ТАРИХ ҺӨЙЛӘЙ
+  - 


Ошо көндәрҙә Учалы районы Илсеғол ауылы ағинәйҙәре район ағинәйҙәрен "Бәйеттәрҙә - беҙҙең тарих" тип аталған сараға саҡырҙы.

Сараны асып, Илсеғол ауылының төп ағинәйе Зөлфиә Әминева бәйет тураһында бик ентекле белешмә бирҙе: "Бәйет жанры башҡорттарҙа һуңғы 200 йыл элек самаһы ғына тарала башлаған һәм яҙып ижад ителгән. Бәйеттәрҙең авторы була, әммә отоп алынып, телдән-телгә, хаттан-хатҡа, ҡағыҙҙан-ҡағыҙға күсә торғас, авторы онотолоп, халыҡлашып китә. Бәйет йөкмәткеһе башлыса ниндәйҙер бәлә-ҡаза, фажиғәле хәл-ваҡиғаларҙы тасуирлай, уларҙа һуғыш темаһы ҙур урын алып тора. Үҙ ваҡытында бәйеттәрҙе мәҙрәсә шәкерттәре өйҙән-өйгә һөйләп йөрөгөндәр, таратҡандар. Ә инде һуғыш ваҡытында һалдаттар һуғыш, әсирлек мәлдәрен тасуирлап, бәйет-хаттар яҙғандар.
Борон бәйеттәр яҙып ҡына түгел, импровизация юлы менән дә ижад ителгән һәм йыйындарҙа, һабантуйҙарында, мәжлестәрҙә әйтелгән. Мәҫәлән, Бөрйән районында Бәйет тауы, Ырымбур өлкәһендә Бәйет әйтешкән түш тип аталған урын бар. Бөгөн беҙ ҙә һеҙҙе бәйет әйтешеү ярышына саҡырҙыҡ",- тип тамамланы һүҙен Зөлфиә Әсҡәт ҡыҙы.
Сараның шарты буйынса, ҡатнашыусылар тормош-көнкүреше бәйете, һуғыш тураһында бәйет, үҙең ижад иткән бәйет әҙерләп килергә тейештәр ине. Тәүҙә тормош-көнкүреш темаһына арналған бәйет һөйләүселәргә һүҙ бирелде. Бындай темаға арналған бәйеттәр халыҡ күңелендә байтаҡ һаҡлана икән һәм уларҙың нигеҙендә теге йәки был ауылда булып үткән ҡыҙғаныс тарих ята. Рәйсә Баязитова әсәһенән отоп алып, бер нисә куплеты бөгөнгәсә хәтерендә һаҡланған "Һуҡыр әбей" йәки "Хөрмә әбей" бәйетен әйтте. Һуҡыр Хөрмә әбейҙең донъя йөҙөнән ике күҙенә дарыу таба алмау зары һүрәтләнгәйне унда.
Рәйсә Хәйбуллинаның "Илама һин, балам, илама" бәйетенең йөкмәткеһе лә фәһемле булды. Баҡыйлыҡҡа күскәс тә әсә кешенең балаһын ҡайғыртыуы, уны күктәрҙән ҡарап торасағы, уның фани донъяла саҡта дөрөҫ йәшәүенә, хәләл тормош алып барыуына, һау-сәләмәт йәшәүенә ҡыуанасағы тасуирлана унда.
Кәрим ауылынан 77 йәшлек Жәүиҙә Йәшелбаева үҙе ижад иткән бәйете менән сығыш яһаны. Ваҡытында һауынсы ла, һатыусы ла була ул. Әммә күңеле ижад ҡомары менән тулы икән. Ошо сараға элегерәк ауылдарында Ғәлимә исемле йәш ҡыҙ менән булып үткән фажиғәле хәл-ваҡиғаға бәйле бәйет ижад иткән. Етем ҡалғас, еңгәһенең ҡыйырһытыуына сабырлығы ҡалмаған йәш ҡыҙ Ғәлимә, йәшел ҡайынлыҡҡа барып, үҙ-үҙенә ҡул һала. Ат эҙләргә сыҡҡан үҙ ағаһы табып ала һеңлеһен. Үҙәк өҙгөс күңел кисереше ауыр ыңғырашыу булып ергә һеңә. Хоҙай Тәғәләнән туғанын кисереүен һорап ялбара ул.
Илсе ауылынан Илүзә Ильясова ауылдарында булып үткән хәл-ваҡиғаны тасуирлаған Саҙиҡа бәйетен әйтте. Саҙиҡа әбей үҙ аҡсаһына халыҡ өсөн ҡоҙоҡ ҡаҙҙырта. Ҡышҡы сасҡауҙа 14 йәшлек Нәфисәнең бейәләйе сылбырға ҡуша туңып, ҡыҙ һыу төбөнә төшөп китә. Тауышты ишетеп килеп еткән комсомол Сөләймән ҡыҙҙы ҡотҡарырға һыуға ырғый. Нәфисәне сығарып өлгөрәләр, Сөләймәнде инде тартып алабыҙ тигәндә, сылбыр өҙөлөп китә. Яңы арҡан табып килтергәнсе комсомол Сөләймән туңып ҡуя, үле кәүҙәһен генә сығара алалар. Был фәжиғәнән һуң Саҙиҡа әбей ҡоҙоҡто йоҙаҡлап ҡуя. Илүзә көйләгән икенсе бәйет - Сәғиҙә бәйете - ғибрәтле хәлде, үҙ ризалығынан башҡа көсләп ҡарт мәзингә кейәүгә бирелгән ҡыҙ баланың енәйәткә барыуын, баструкка оҙатылыуын бәйән итә. Әбйәлил яҡтарында булған ваҡиға тасуирлана бәйет йөкмәткеһендә.
Тыуған ил һәм тыуған ергә арналған бәйеттәрҙә халыҡтың үҙ ерен һаҡлауға йәнен аямай көрәшеүе, еренән ҡыуылырға мәжбүр булғандарҙың һыҡтауы сағылыш алған. Илсеғол ағинәйҙәре шундай темаға арналған "32 ҡыҙ" бәйетен әйтеп ишеттерҙе. Ерҙәрен тартып алыусы урыҫ байҙарына ҡаршы көрәштә ирҙәрен, улдарын, яҡындарын юғалтҡан 32 ҡатын-ҡыҙ ҡулына ҡорал алып, йән аямай аяуһыҙ көрәшкә сыға.
Ағинәйҙәр ҡоронда ҡатнашыусы Сәлим Йәшелбаев "Ҡасҡынбайҙар" бәйетен оҫта итеп әйтте. Борон Мулдаҡайҙан 10 км алыҫлыҡта Ҡасҡынбай тигән башҡорт ауылы була. 18-се быуатта иң күп алтын шунда сығарыла ла. Ошо алтынға хужа булыу өсөн, ерҙе һатып алып, ҡасҡынбайҙарҙы ауылдан ҡыуалар. Ауылдан киткән саҡта халыҡ ҡыуыусыларға ҡарғышын да, тыуған еренән яҙыуын да ошо бәйеткә һалған. Сәрнәкәү тигән тауы, Ҡырмыҫҡа тигән һөлөклө күле, Айыу ҡоҙоғоноң үҙәге, Ташҡойоһоноң тамағы, Ямансура үҙәне - барыһы ҡалды ҡымырышып донъя көткән халыҡтан, тип әйтелә бәйеттә. Әлеге ваҡытта ул урында Силәбе өлкәһенә ҡараған Ленинский ауылы урынлашҡан.
Һалдат бәйеттәренән билдәле булған "Француз һуғышы", "Герман һуғышы", "13 партизан" бәйеттәре әйтелде. Һөйөндөк ауылынан Вилә Мырҙағолова, һуғышта ятып ҡалған ҡартатайына арнап, үҙе ижад иткән бәйет менән сығыш яһаны. Олатаһының яуҙа яраланып йығылыуы, Сабирйән исемле ауылдашының ярҙамға ынтылыуы, олатаһының ярҙамдан баш тартып, ауылдашына алға барырға ҡушыуы, иҫән-һау ҡайта алһа, ғаиләһенә ярҙамлашып тороуын үтенеүе, Сабирйәндең тыуған яғына имен әйләнеп ҡайтып, ошо ваҡиғаларҙы һөйләүе, өләсәһенең ирен һәр саҡ көтөүе - үҙе бер тарих.
Үҙ ижадтары менән килеүселәрҙең бәйете илдәге бөгөнгө ҡатмарлы хәлдәр, МХО-ла ил алдындағы бурысын үтәүселәр, әсәләрҙең ғәзиз улдарын көтөүҙәре тураһында ине. Зөлфиә Ғаззалованың - "Замана батырҙары", Фәриҙә Маскованың "Һалдаттарға теләктәр" исемле бәйеттәрендә ир-егеттәребеҙҙең батырлығына дан йырлана, иҫән-һау ҡайтыуҙарын теләгән теләктәр әйтелә. Нәжибә Латипова апайҙың бәйете хәбәрһеҙ юғалған улына арналып, әсә күкрәгенән сыҡҡан иңрәү булып яңғыраны. Ватан саҡырғас, ейән-уландарҙың ҡулдарына ҡорал алып, ил һағына баҫыуын, кисә ҡартатай үткән юлдан бөгөн ейәне үтеүен Вилә Мырҙағолова ла оҫта итеп һалған бәйет юлдарына.
Ағинйәҙәр үҙҙәре ишетеп белгәнен дә, хәтерҙәрендә һаҡланғандарын да, үҙҙҙәре ижад иткәнен дә көйләп әйтеп ишеттерҙе. Ысынлап та, бәйеттәр йөкмәткеһендә тетрәндергес хәл-ваҡиғалар, халыҡ яҙмышы, тарих ята икәненә шаһит булдыҡ. Һәр сығыш яһаусы тыңлаусыны талғын ғына моңо менән арбаны ла ваҡиғалар төпкөлөнә алып инде, уйландырҙы, тетрәндерҙе.
Учалы районы башҡорттары ҡоролтайының әүҙем ағзаһы Марс Харис улы Камалов менән Илсеғол ауылы хакимиәте башлығы Зәлифә Азамат ҡыҙы, ошо сараға, район ағинәйҙәренең йыл буйына алып барған эштәренә юғары баһа биреп, оло рәхмәттәрен еткерҙе. "Шәжәрәләрҙе барлап", "Урал батыр" эпосы - боронғоларҙың аманаты", "Ир-егеттәр - ил һағында", " Бәйеттәрҙә - беҙҙең тарих" исемле күләмле сараларҙы ойоштороуҙа, үткәреүҙә әүҙемлек күрһәткән ағинәйҙәргә Марс Харис улы район башҡорттары ҡоролтайы исеменән Рәхмәт хаттары тапшырып ҡыуандырҙы.

Мәрзиә СОЛТАНБАЕВА,
Учалы районы "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе.

"Киске Өфө" гәзите, №4, 30 ғинуар – 5 февраль 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 29.01.26 | Ҡаралған: 17

Киске Өфө
 

Күркәм ҡылыҡтар матур тәнгә ҡарағанда ла матурыраҡ һәм ниндәйҙер картина һәм таш һынға ҡарағанда нығыраҡ һоҡланыу уята. Күркәм ҡылыҡ иң күркәм сәнғәт әҫәренән дә күркәмерәк.

(Ралф Эмерсон).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru