«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 

2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42  |  43 
Ноябрь
   44  |  45  |  46  |  47 
Декабрь
   48  |  49  |  50  |  51 
 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ошо көндәрҙә Рәсәйҙә Студенттар көнө билдәләнде. Ә ниндәй ул бөгөнгө студенттың торомошо? Ни менән көн үткәрә улар? Байрам уңайынан юғары уҡыу йорттарында уҡып йөрөгән йәштәргә ошондай һорауҙар менән мөрәжәғәт иттек.

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
КЕШЕ КҮҢЕЛДӘРЕН ДАУАЛАУСЫ
+  - 


Бар ине замандар! "Совет Башҡортостаны", аҙаҡ "Башҡортостан" атамаһы менән сыға башлаған республика гәзите ул саҡтарҙа ( 1980 йылдар күҙҙә тотола) журналист булыу хыялы менән янған кеше өсөн буй етмәҫлек юғарылыҡ булып тойола ине. Һәм был, ысынлап та, шулай ине: тарих фәндәре кандидаты Абдулла Исмәғилев, унан һуң республикала күренекле сәйәсмән, философия фәндәре кандидаты, сәйәсәт фәндәре докторы, профессор Мансур Әйүпов, билдәле дәүләт эшмәкәре Тәлғәт Сәғитовтар баш мөхәррире булған һәм 100 меңләп тираж менән сыҡҡан был гәзит республика матбуғаты кимәлен билдәләүсе етди ҙә, уҡыусылары күңеленә яҡын да, темалар төрлөлөгө, тел-стиль йәһәтенән өлгөлө лә баҫма булараҡ ҙур ихтирам менән файҙаланды.

80-се йылдар тиеүем шунан: мин дә, үҙ хәбәрсебеҙ Юнир Кинйәбаев та был гәзиткә 1981 йылда эшкә килдек. Редакцияның иллеләгән хеҙмәткәре араһында ул саҡ билдәле журналистар Рәүеф Насиров, Ризван Хажиев, Марсель Ҡотлоғәлләмов, Ғәтиәт Үзбәков, Гөлфиә Янбаева, Әниф Бикҡолов, Дәүләт Мәһәҙиев, Аҫылғужа Баһуманов, Сабир Шәрипов, Мәрйәм Бураҡаева, Самат Мөхәмәтйәнов, Гөлсирә Ғиззәтуллиналар менән бергә республика райондарында йәшәп эшләүсе бер төркөм үткер ҡәләмле үҙ хәбәрселәр төркөмө: Ильяс Иҫәнбаев, Фәтхулла Комиссаров, Фәтих Абдуллин, Сәлимйән Бәҙретдинов, Хәбирйән Таһиров, Миҙхәт Шәриповтар эшләне һәм шулар араһында бөгөн һүҙ барасаҡ хөрмәтле коллегабыҙ - Мәләүез, Көйөргәҙе, Ейәнсура, Күгәрсен, Федоровка райондары, Күмертау ҡалаһы буйынса 30 йылдан ашыу "йөҙөп" эшләгән үҙ хәбәрсебеҙ Юнир Кинйәбаев та бар ине.
Юнир Сәмиғулла улы әле һанап кителгән журналистар йондоҙлоғонда тәғәйен генә үҙ урыны, үҙ гражданлыҡ позицияһы булған үткер, тура һүҙле хәбәрсе булараҡ айырым хәтерҙә ҡалған. Ауыл хужалығымы, етештереү сәнәғәте булһынмы, йәшәйеш проблемаларымы - сетерекле, ҡатмарлы темаларҙы ул үҙенә генә хас иплелек, әҙәп, шул уҡ ваҡытта объективлыҡ менән хәл итә белде. Беҙ, хаттар бүлеге хеҙмәткәрҙәре, үҙ хәбәрселәргә уларҙың үҙ зонаһындағы райондарҙан килгән проблемалы хаттарҙы, тикшереп, сара күреү, авторҙарыбыҙға ярҙам итеү маҡсаты менән ебәрә инек, сөнки ул йылдарҙа урындағы чиновниктарҙың битарафлығына йә булмаһа, ҡайһы бер бәхәсле хәлдәр хаҡындағы хаттар редакцияға күпләп килде. Ябай гәзит уҡыусы урындағы власть органдарына ҡарағанда, гәзит редакцияһына мөрәжәғәт итеүҙе өҫтөн күрҙе, гәзит һүҙенә нығыраҡ ышанды, журналистар йөҙөндә үҙенең яҡлаусыһын күрә ине. Һәм үҙ хәбәрселәребеҙ бындай ышанысты аҡлау өсөн тырышты, командировкаларҙан ҡайтып инмәне, кәрәк икән - район етәкселеген "быжғыртып" алыуҙан да тартынып торманы. Юнир Сәмиғулла улына ана шундай мөһим хаттарҙы ебәрһәк, беҙҙең күңел тыныс була ине: был хат буйынса ул хәбәрсе тикшереүе ойоштороп, хат авторҙары, урындағы власть вәкилдәре менән осрашып, мәсьәләнең төбөнә төшөп, кәрәк булһа, хатта йыйылыштар үткә-реп, ҡырҡ тапҡыр үлсәп-һынағас ҡына "Хат юлға саҡыра" рубрикаһына мәҡәлә яҙып ебәрер булды. Журналистың төпсөрлөгөн, мәсьәләне тура ярып әйтә белеүен күргән гәзит уҡыусылар йыш ҡына хатта уның үҙенә шәхсән адреслап та хаттар яҙып ебәрә ине. Юнир Кинйәбаев ҡултамғаһы менән баҫылып сыҡҡан мәҡәлә, очерк, репортаждар уҡымлығы, темалар төрлөлөгө менән айырылып торҙо. Шуға күрә лә "Башҡортостан" гәзитенең ошо райондар буйынса элек эшләгән үҙ хәбәрсеһе, билдәле журналист, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан Фәтхулла Комиссаров исемендәге премия бер тауыштан Юнир Кинйәбаевҡа тапшырылды ла инде.
Әйткәндәй, күп йылдар Мәләүездең "Көнгәк" гәзите мөхәррире булып эшләгән һәм ошо гәзитте башлап ойоштороусы билдәле йәмәғәт эшмәкәре һәм журналист Сәйфулла Әмиров башҡорт телендәге район гәзитен сығарышыуҙа Юнир Сәмиғулла улының да ҙур ярҙам күрһәтеүе, даими рәүештә бай тәжрибәһе менән уртаҡлашыуы хаҡында һөйләй: "Көнгәк"тең тәүге һанын әҙерләгәндә Юнир Сәмиғулла улы беҙҙең яныбыҙҙа булды һәм район журналистары менән бергә ҡатнашты. Әйткәндәй, "Көнгәк" ул тәҡдим иткән девиз менән сыға башланы. Шул уҡ ваҡытта тәжрибәле хәбәрсе кәңәштәре менән ярҙам итте, көнүҙәк, мөһим темаларға иғтибарыбыҙҙы йүнәлтә, редакцияның финанс-хужалыҡ эшмәкәрлеге буйынса ла эшлекле тәҡдимдәрен әйтә килде".
- Минең тормош юлымдың, ғүмеремдең ҙур өлөшө журналистикаға бағышланды. Утыҙ йылдан ашыу республиканың иң олпат, абруйлы матбуғат баҫмаһының үҙ хәбәрсеһе булып хеҙмәт иткәндә үҙемә беркетелгән биләмәләге райондарҙа бер нисә йөҙ мең саҡырым юлдар үтеп, йөҙәрләгән тапҡыр арҡыры-буйға йөрөп сыҡтым. Һәр сәфәрем ҡайнап торған тормоштоң уртаһына сумдырҙы. Донъяның бер генә мәле лә, хәле лә минең мөнәсәбәттән, иғтибарҙан, баһанан ситтә ҡалманы. Яҙмаларымдағы бер генә мәсьәләне, теманы уйлап сығарманым - улар минең күҙ алдымда, мөхиттә булды, - ти Юнир Сәмиғулла улы үҙе.
"Башҡортостан" гәзитендә оҙаҡ йылдар эшләп, республика матбуғатын үҫтереү буйынса күрһәткән фиҙаҡәр хеҙмәттәре өсөн Юнир Кинйәбаев "Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре" тигән почетлы исемгә лайыҡ булды. Был исемде иң тәүгеләрҙән булып алыуы ла фекеребеҙҙең дөрөҫлөгөн дәлилләй: замандаштар уның гәзиттә донъя күргән мәҡәләләрен яратып, баҫылып уҡыны, дөрөҫлөккә йүнәлтелгән ҡыйыу сығыштарына һоҡланды. Ғәҙеллеге, хаҡлыҡ өсөн таш ярыуы, проблемаларҙың, мәсьәләләрҙең төбөнә төшөп өйрәнеүе менән хөрмәт яуланы ул халыҡ араһында.
Беләһегеҙ, халыҡ араһында, талантлы кеше бөтә яҡта ла, бөтә мөхиттә лә һәләтле, йәки талантлы тигән һүҙ йәшәй. Юнир Сәмиғулла улы, хаҡлы ялға сыҡҡас та, тағын иҫбатлап ҡуйҙы был хәҡиҡәтте. Ғүмере буйы шөғөлләнгән һөнәренә бер яғы менән дә оҡшамаған һөнәргә төплө өйрәнеп, бөтә нескәлектәрен барлап, һөлөк һалыусы оҫталығына иреште. Һөлөк терапияһы ғалимдарының, көслө белгестәренең китаптары уның өҫтәленән төшмәй, ошо йүнәлештә эшләгән тибет, ҡытай, япон, Рәсәй ғалимдарының яҙмалары ҡат-ҡат уҡыла, һығымталар яһала. Ярҙам һорап юлланыусылар хәҙер меңдәргә етә, йөҙәрләгән ауырыу-сиргә кәртә ҡуйылған, әҙәм балаһы бәлә-ҡазанан ҡотҡарылып, ғүмерен һаҡлаған. Ул ғына түгел, медицина хеҙмәткәрҙәренең үҙҙәренең дауаланыуға йөрөүе үҙе ни тора!
Шулай итеп, Юнир Сәмиғулла улы тынғыһыҙ асылына тоғро булып, һаман да кешеләр араһында ҡайнай. Журналист хеҙмәте кеүек үк, халыҡ табиплығы ла кеше күңелен дауалау, йәне-тәнен таҙартыу һәм сәләмәт тормош рәүешенә йәлеп итеү бит ул. Ҡәләмдәшебеҙҙең бөгөнгө эшмәкәрлеге лә уның ярҙамсыллығын, ихласлығын, тормошобоҙҙо яҡты һәм сәләмәт итеп күрергә ынтылышын сағылдырып тора. Юнир Кинйәбаев "Киске Өфө" гәзитен алдырып уҡыусылар өсөн һөлөк тураһында бик фәһемле, ҡыҙыҡлы әңгәмә лә вәғәҙә итте. Ул яҙмалар киләһе һандарҙа донъя күрер тип ышанабыҙ.
Әйткәндәй, 1 февралдә Юнир Сәмиғулла улына 75 йәш тула. Ошо уңай менән хөрмәтле ҡәләмдәшебеҙҙе ихлас ҡотлайбыҙ! Намыҫлы, изгелекле, тоғро йәшәүең һәм эшләүең юҡҡа булмаһын, яҙмыш һинең үҙеңде сәләмәтлек, оҙайлы ғүмер менән ҡыуандырһын.

Фәүзиә МӨХӘМӘТШИНА.
"Киске Өфө" гәзите, №4, 30 ғинуар – 5 февраль 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 29.01.26 | Ҡаралған: 19

Киске Өфө
 

Күркәм ҡылыҡтар матур тәнгә ҡарағанда ла матурыраҡ һәм ниндәйҙер картина һәм таш һынға ҡарағанда нығыраҡ һоҡланыу уята. Күркәм ҡылыҡ иң күркәм сәнғәт әҫәренән дә күркәмерәк.

(Ралф Эмерсон).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru