
Ошо көндәрҙә Архангел ауылы ағинәйҙәре халҡыбыҙҙың онотола барған тағы бер йолаһына яңы һулыш өрҙө - Ҡурмас байрамы үткәрҙе. Уларҙы райондың башҡа ауылдарынан йыйылған ағинәйҙәр, Өфөнән килгән ҡунаҡтар тамаша ҡылды.
Мәҙәниәт йорто тупһаһынан уҡ күңелле таҡмаҡтар, дәртле бейеү менән ҡаршы алды, шунда уҡ түңәрәк эсенә өйрөлтөп алып төшөп тә китте ҡунаҡтарҙы ағинәйҙәр. Кергәндә үк сорнап алған йылы мөнәсәбәт, күтәренке кәйеф сара аҙағынаса һәм унан һуң да күңелдәрҙә оҙаҡ һаҡланды әле.
Башҡорттарҙың ғына түгел, ҡаҙаҡ, бүрәт һ.б. күп төрлө халыҡтарҙың милли ризығы - ҡурмасты бойҙайҙан ғына түгел, ә арпанан, арыштан, хатта борсаҡтан да ҡурғандарын белә инегеҙме? Ә Ҡурмас байрамына килгән тамашасылар был тәмлекәсте нимәнән генә түгел, ә нисек эшләгәндәрен дә белеп, ауыҙ итеп ҡайтыу форсатына ла эйә булды. Ағинәйҙәрҙең Архангел ауылындағы "Хазина" һәм "Ихлас" фольклор төркөмдәре башҡарған "Ҡапма-ҡаршы" кеүек дәртле халыҡ йыр-бейеүҙәре, үҙ эсенә ата-бабаларыбыҙҙың бар аҡылын туплаған йор мәҡәл-әйтемдәре бер кемде лә битараф ҡалдырмағандыр.
Халҡыбыҙ электән яратып ашаған был аҙыҡ үтә ауыр йылдарҙа күптәрҙе аслыҡтан да һаҡлап ҡалған. Көҙҙәрен башаҡ урған ваҡытта уңыштың иң тос игенен айырып, башаҡтағы иң яҡшы бойҙайҙы ғына ҡурмас өсөн ҡулланғандар элгәре. Бойҙайҙы тәүҙә елгәреп, таҙартып, матурлап йыуғас, табала йә ҡаҙанда ҡурғандар. Ә әҙерлеген бар өйгә таралған хуш еҫенән йә ашап ҡарап белгәндәр. Әҙер ҡурмасты ҡул тирмәнендә тарттырып, ононан талҡан, бутҡа, өйрә кеүек ашамлыҡтар әҙерләгәндәр. Бөгөнгө көндә дөрөҫ туҡланыу өсөн бик тә кәрәк ашамлыҡ булараҡ популярлаша ул. Ураҙа кеүек динебеҙ ҡушҡан фарыз ғәмәлде үтәгәндә лә ашҡаҙан сәләмәтлеген һаҡларға ярҙам итеүсе ризыҡ булараҡ билдәле.
"Ҡурмас ҡыҙҙырыу тураһында беҙ электән белеп үҫтек. Ниндәй файҙалы милли ризыҡтарыбыҙ, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, онотолоп бара. Ә тап ошо тамашала бала саҡ иҫкә төштө, хатта ауыҙҙа тәмен дә тойғандай булында. Был саранан һуң ҡурмас, талҡан кеүек ашамлыҡтарыбыҙға балаларҙа ла, өлкәндәрҙә лә йәнә ҡыҙыҡһыныу уяныр, улар яңынан тормошобоҙға әйләнеп ҡайтыр, тигән өмөт тә тоҡана яҙып ҡуйҙы хатта.
"Беҙҙең халҡыбыҙҙың ниндәй генә ризығын алма, ул ата-бабаларыбыҙҙың туҡланыу йәһәтенән шул тиклем белемле булыуын күрһәтә. Цивилизация заманында йәшәйбеҙ, күп нимәләр уйлап сығарыла, әммә барыбер халыҡтың алтын аҡылынан бөйөк булып булмай. Быуаттар буйына һыналған ризыҡ, йолалар, ғәҙәттәр һәр береһе шул тиклем урынлы, ҡәҙерле. Беҙ шуны онотмаһаҡ ине", - тип сығыш яһаны сараны тамаша ҡылыусы филология фәндәре докторы, фольклор белгесе Гөлнур Рауил ҡыҙы Хөсәйенова.
Ҡурмас байрамындағы аҡ яулыҡлы ағинәйҙәр ҡулындағы сағыу балаҫтарҙағы биҙәктәр кеүек бит халҡыбыҙ йолалары. Уларҙың һәр береһе үҙенсәлекле, донъяла берәү генә. Тап ошондай саралар киләсәк быуынды милли ризыҡ, шөғөлдәр менән ҡыҙыҡһындырыр, уларҙы өйрәнеүгә этәрер, белеү теләге уятыр. Алдағы көндәрҙә бындай байрамдар киң билдәлелек алыр, зал тулып ололар ғына түгел, ә йәш быуын вәкилдәре лә ултырыр, тип ышанабыҙ.
Айһылыу ДАУЫТОВА.
"Киске Өфө" гәзите, №4, 30 ғинуар – 5 февраль 2026 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА