«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  18  19  |  20  |  21
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25
Июль
   26  |  27  |  28  |  29  |  30
Август
   31 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров пациенттарға медицина хеҙмәте күрһәтеү сифатын һәм дауаханаларҙа ҡайһы бер табиптарҙың тупаҫ һәм битараф мөнәсәбәтен ҡаты тәнҡит утына тотто. Һеҙгә ошондай күңелһеҙ күренештәр менән осрашырға тура килгәне бармы?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

ДӨРӨҪ ДАУАЛАНАЙЫҠ!
+  - 

Ҡыш миҙгелендә күптәр һыуыҡ тейҙереп, киҙеү һәм башҡа вирус инфекциялары йоҡтороп ауырыусан. Һәм һәр саҡ тиерлек бер үк һорау тыуа: тиҙерәк аяҡҡа баҫыу өсөн нисек дауаланырға? Табип булараҡ, вируслы респиратор сирҙәрҙе дауалау тураһындағы фекерем менән бүлешергә теләйем.

Хәҙерге медицина нимә ти?

Үҙ эшемдә мин дәлилле медицина принциптарына таянам. Был - дауалау ысулдарының һөҙөмтәлелеге һәм хәүефһеҙлеге фәнни тикшеренеүҙәр менән раҫланған булырға тейеш, тигәнде аңлата. Ябай итеп әйткәндә, беҙ телевизорҙа күрһәтелгәнсә түгел, ә фәнгә нигеҙләнеп дауалайбыҙ.

Һыуыҡ тейгәндә вирусҡа ҡаршы препараттар кәрәкме?

Йыш осрай торған киҫкен ауырыуҙарҙың күпселегенең сәбәбе - ул вирустар. Бындай осраҡта организм сирҙе үҙе еңә. Бөгөнгө көндә ғәҙәти ОРВИ-нан киң рекламаланған вирусҡа ҡаршы препараттарҙың һөҙөмтәһе иҫбатланған, әлбиттә. Әммә реклама, был препараттарһыҙ һауығып булмай, тигән тойғо тыуҙыра, тик был һәр ваҡытта ла ысынбарлыҡҡа тап килмәй. Шуны онотмаҫҡа кәрәк: рекламала һөйләнгән һүҙ - табип кәңәше түгел.

Иммунитетты дарыуҙар менән нығытып буламы?
Иммунитет - бик ҡатмарлы һәм нескә көйләнгән система. Һау кешелә уны махсус препараттар менән "күтәреп" булмай. Иммунитетты нығыта тип күрһәтелгән күп кенә сараларҙың фәнни нигеҙе юҡ һәм улар көтөлгән һөҙөмтәне бирмәй.

Нимә ысынлап та ярҙам итә?

Сәләмәтлекте һаҡлауҙың ышаныслы һәм һынау үткән юлдары бар. Улар:
Сәләмәт йәшәү рәүеше. Туҡлыҡлы туҡланыу, етерлек йоҡо, даими физик әүҙемлек - иммун системаһының дөрөҫ эшләүе өсөн нигеҙ.
Стрессты кәметеү. Даими арыу һәм борсолоу организмды иммунитет өсөн "дарыуҙар" етмәүгә ҡарағанда ла нығыраҡ ҡаҡшата.
Күңел көрлөгө һәм хәрәкәт. Саф һауала йөрөү, көс еткәнсә хәрәкәт итеү, яҡындар менән аралашыу һәм тормошҡа ҡыҙыҡһыныу дөйөм сәләмәтлеккә ыңғай йоғонто яһай.

Сәләмәтлек - дарыуҙар ғына түгел

Сәләмәтлек - ул тән сәләмәтлеге генә түгел, ә психик һәм социаль именлек тә. Ҡайһы саҡта үҙеңде хәстәрләү - ул тағы ла бер дарыу эсеү түгел, ә туҡтап ял итеү, көс туплау һәм организмға ваҡыт биреү.

Йомғаҡлап...

Дөрөҫ дауаланыу - ул сәләмәтлеккә аңлы ҡараш менән ҡарау, ҡурҡытыуҙарға һәм яңғырауыҡ вәғәҙәләргә бирелмәү. Рекламаланған һәр сара, дарыу ҙа кәрәкле булмаҫҡа ла мөмкин. Белемгә, тәжрибәгә һәм аҡылға таянайыҡ. Һәм дөрөҫ дауаланайыҡ.

Гөлсинә ЙӘҺҮҘИНА,
BadyDoktor клиникаһы табибы.

"Киске Өфө" гәзите, №5, 6 - 12 февраль 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 05.02.26 | Ҡаралған: 219

Киске Өфө
 
Күңелһеҙ кешеләрҙе тыңлап, өмөтһөҙ әҙәмдәрҙе төҙәтергә тырышып, алтын ваҡытыңды әрәм итмә. Был - ауырыу маҡсаттар һәм алдатҡыс ынтылыштар.

(О. Уайльд)

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru