
Мәһәҙиев Ренат менән тәүге тапҡыр Әбйәлил районы хакимиәтенең йәштәр бүлеге етәксеһе булып эшләгән мәлемдә таныштым. Районыбыҙҙың Өфөлә уҡыған студенттар ойошмаһының рәйесе булам, тип таныштырҙы ул үҙен. Бик етди күренә, буш һүҙ һөйләмәй, маҡсатына ирешере күренеп тора. Беҙгә студенттар һабантуйы үткәрергә ярҙам итегеҙ, тип йомошон белдерҙе. Һөйләштек, килештек, барҙыҡ, күрҙек, ярҙам иттек. Бик матур һабантуй булып иҫтә ҡалды ул байрам. Әлбиттә, буш ҡул менән барманыҡ: буласаҡ көрәш батырына призға һарыҡ тәкәһе тейәп алдыҡ, бергә барған апайҙар оло ҡаҙан аҫып, аш бешерҙе, яҡташ студенттарыбыҙҙы танһыҡ бишбармаҡ менән һыйланы, район мәҙәниәт бүлеге артистары концерт күрһәтте. Тәкәнән башҡа төрлө уйындарҙа еңеүселәр өсөн приздар ҙа бихисап ине. Һабантуйҙы асҡанда ул саҡтағы студент Вәхит Хызыров халҡыбыҙҙың мәшһүр "Урал" йырын башҡарғаны хәтерҙә. Шунан башлап Башҡортостандың атҡаҙанған табибы, Асҡар үҙәк район дауаханаһының хирург-онкологы, юғары категориялары табип Ренат Таңғатар улы МӘҺӘҘИЕВ менән дуҫбыҙ. Һирәк осрашҡанғамы икән, әле һөйләшкәндә уның тураһында күп нәмәне белмәүемде аңланым. Тыңлайыҡ әле
Бала саҡ хыялдары
Бала сағым үткән быуаттың 60-сы йылдарына тура килә. Беҙ ғаиләлә алты бала: ике малай, дүрт ҡыҙ үҫтек. Ике малайҙың өлкәне булғанғамылыр, атай-әсәйем ҡунаҡ-маҙарға йөрөгәндә мине үҙҙәре менән ала торғайны. Шуға күрә 5-6 йәштән үк ололарҙың һөйләгәндәрен тыңлап йөрөп, үҙемде был донъя тураһында күп нәмәне белгән һымаҡ тоя инем. Бигерәк тә туғандарға ҡағылышлыһы хәтеремә ныҡ уйылғайны. Мәҫәлән, Мәрхәбә өләсәйем, затлы кеше Сәғит байҙың берҙән-бер ҡыҙы, кешеләрҙе дауалаған, сыҡҡан быуындарҙы ултыртҡан, һыҙланыуҙарҙы баҫа белгән. Табип булып китеүемдә нәҫел буйынса уның йоғонтоһо ла булғандыр, тип уйлап ҡуям. Билдәле кинорежиссер Малик Яҡшымбәтов та беҙҙең тоҡомдан. Белемгә ынтылыуым ҡан аша килгәндер, сөнки беҙҙең бала саҡта ауыл малайҙарында медицинаға ынтылыш һиҙелмәй торғайны. Ҡай саҡ әсәйем ауырыһа, тәүге малай булып, итәгенә йәбешеп йөрөгәс, ныҡ илай торғайным. Шул ваҡытта әсәйҙең ацидин-пепсин тигән дарыу эскәнен иҫләйем. Әле ашҡаҙаным эшләмәй китһә, мин дә шуны эсәм. Ул ваҡытта участка больницалары көслө ине. Таштимер сельсоветының МТС-да шундай дауахана булды. Әсәйем ауырып китһә, ат егеп шунда алып бара торғайным. Унда башҡортса һәйбәт белгән Рая исемле мәрйә апай укол эшләп, төрлө таблеткалар бирһә, әсәйем арыулана ла китә. Шул саҡта уҡ мин, баш врач булам, тип хыялландым, сөнки баш врач бөтә ауырыуҙарҙы ла дауалай белә, тип уйлай инем. Йәнәһе, баш врач булам да, ер йөҙөндә берәүҙе лә ауырытмай, дауалап бөтәм. Шулай яйлап медицина өлкәһенә яҡынлаша башлағанмындыр, тим.
Селпәрәмә килгән хыялдар
Ауылыбыҙҙа 1960 йылғылар күп булды, беренсе класҡа 24 бала барҙыҡ. Тик башҡортса ғына уҡый инек. Рус телебеҙ аҡһай ине, әлбиттә. Өсөнсө класты бөтөүгә класыбыҙҙан 12 баланы рус теленән көҙгө һынауға ҡалдырҙылар, ике аҙна буйы русса диктанттар яҙҙырттылар, тик фәтеүәһе булманы. Һөҙөмтәлә ун икебеҙҙе лә дүртенсе класҡа күсермәй ултыртып ҡалдырҙылар. 1970 йылда булды был хәл. Атай-әсәйҙәр беҙгә хатта яңы уҡыу формаһы ла алып бирмәнеләр, ботинкалар ғына яңырҙы, китаптарыбыҙ ҙа иҫке килеш ҡалды. Әле бер нәмә лә аңлап етмәгән балаларға, һин - второгодник, һинән бер нәмә лә барып сыҡмай, тигән мөһөр баҫылды. Атай әрләп торманы, "Ана, Әбүзәр ағайың летникта һыйыр көтә, тиҙҙән пенсияға сығырға тейеш, шул оҙон сыбытҡыһын һиңә бирә, һыйыр көтөүен көтөрһөң", тип кенә әйтте. Яңынан өсөнсө класҡа барғас, класс сәғәттәрендә, һеҙ башҡаларҙы артҡа һөйрәйһегеҙ, тип, аяғүрә баҫтырып әрләгәндә ныҡ ҡыйын була торғайны...
Медучилище
Класта күсмәй ултырып ҡалыу бәкәлгә ныҡ һуҡты, әртис булырға, тигән хыялым бар ине, ул ынтылышымды ла һүндерҙеләр. Директор, һинән ниндәй артист сыҡһын, тип, һигеҙ йыллыҡ белем тураһындағы танытманы ҡулға бирмәне. Туғыҙынсы класҡа Таштимер урта мәктәбенә уҡырға барҙым. Ун биш километрҙы көн һайын йөрөп уҡыныҡ, бирешмәнек, тырыштыҡ. Өлгөргәнлек аттестаты алғас, минең кеүек, йә минән дә насар уҡыған егеттәр төрлө уҡыу йорттарына уҡырға инде. Ә минең мейемә, второгодник, тип һеңдергәндәр, шуға, армияға барайым да, аҙаҡ күҙ күрер, тип уйлап йөрөйөм. Шунан бер көн ҡапыл ғына Сибай медучилищеһына уҡырға барырға тигән ҡарарға килдем. Өйҙәгеләр хуплағас, имтихандарҙы тапшырып, фельдшерҙар бүлегенә уҡырға индем дә киттем. Тырышып, һәйбәт уҡыным, училищеның беренсе разрядлы саңғысыһы булдым, йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнаштым.
Күҙ ҡурҡа, ҡул эшләй
Медучилищены тамамлағас, Ҡужан ауылына фельдшер итеп эшкә ебәрҙеләр. Башта ҡыйыныраҡҡа тура килде: пунктта йыртыҡ тас, иҫке генә умывальниктан башҡа нәмә юҡ, стерилизаторҙа дүрт шприц ята. Ғүмере буйы санитарка булып эшләгән Рауза апай Килдейәроваға рәхмәт, аптырап тороуымды күреп, әйҙә, Ринат, эште ремонттан башлайыҡ, тине. Ике аҙнала фельдшер пуктын ипкә килтерҙек. Мин эш араһында ауыл кешеләренә уколдар ҙа эшләп йөрөйөм. Еңгәйҙәр, ярай, оялмай, ә оло инәйҙәр уңайһыҙланып, пунктҡа йөрөмәйҙәр. Ни тиһәң дә, мосолман ҡатын-ҡыҙҙары бит, ә был тирәлә мин беренсе ир-фельдшер. Күп тә эшләмәнем, мине район үҙәге Асҡарға тиҙ ярҙам бүлегенә фельдшер итеп күсерҙеләр. Көҙгөһөн иһә әрме сафына алдылар. Байкал аръяғы хәрби округында пограничник булып ике йыл Ҡытай сигендә хеҙмәт иттем, старшина званиеһында демобилизацияландым. Хәрби һөнәрем - гранатометчик, медик булырға тура килмәне. Армиянан һуң Өфөләге медицина институтының рабфагына уҡырға индем, төркөмөбөҙҙөң старостаһы булдым. Аллаһҡа шөкөр, уҡып бөтөп, юғары белем алдым.
Табип һәр саҡ табип
Асҡар дауаханаһы менән 1978 йылда медучилищеның беренсе курсын бөткәс, практикаға килгәндән бирле танышмын. Әле лә бында эшләйем. Минеңсә, табиптар диплом алғандан алып ғүмере аҙағына тиклем табип булырға тейеш. Уларҙың ялы ла, байрамдары ла юҡ, улар табиптар! Шуға күрә медицина өлкәһенә үҙенсәлекле кешеләр генә бара. Эш Гиппократ антын биреүҙә лә түгел, унда был турала яҙылмаған, бында тәбиғәт биргән көс кәрәк.
Ана шундай көскә эйә бөйөк табип Ишмырҙа ағай Һиҙиәтов республикалағы беренсе хоспис төҙөй башлағас, уның башланғысына әүҙем ҡушылдым. Ул бик һәйбәт, аҡыллы кеше, врач ҡына түгел, уҡытыусы булды, бер ваҡытта ла тауыш күтәрмәне, был уның тәбиғәт биргән һәләтенән килә ине, ундайҙар яйлап ҡына, зиһенеңә һеңдереп өйрәтәләр. Ҡыҙғанысҡа күрә, ҡырағай туҡһанынсы йылдар башланғас, ағайыбыҙ изге хыялын тулыһынса атҡара алманы. Миңә Асҡар дауаханаһына онколог вазифаһының ярты ставкаһын бирҙеләр, хирург булараҡ, приемда ултырҙым. Ул ваҡытта, йәғни, 1993 йылда, амбулатор карталарындағы яҙмалары буйынса яман сирле 92 кеше иҫәптә тора ине. Әлбиттә, дауаханаға мөрәжәғәт итмәй, сәбәбен белмәй үлеп киткәндәр ҙә булғандыр. Әммә һәр ерҙә тәртип, иҫәп, контроль булырға тейеш. Дөрөҫөн әйткәндә, ул ваҡытта рак тигән һүҙҙе лә һирәк ҡулландылар, өндәшмәҫкә тырыштылар.
Башҡа райондар менән сағыштырғанда, минеңсә, Әбйәлил бөгөн дә был күрһәткестәр буйынса беренсе урында тора. Әммә был беҙҙең насар эшләүҙе аңлатмәй, беҙ һәйбәт эшләйбеҙ. Онкологияның һуңғы стадияһына еткермәҫ өсөн тәү сиратта беренсе звенолағы фельдшерҙар һәм терапевтар әүҙем эшләргә тейеш. Был беҙҙеңсә "ранняя диагностика", тип атала. Ауырыуҙар ашҡаҙаны ауыртһа, оло ярауында, йәки һейҙегендә ҡан барлығын асыҡлаһа, терапевтарға тиҙ арала белгертергә, сигнал бирергә, тикшереү үтергә тейеш. Улар ваҡытында саң ҡаҡһа, беренсе, икенсе стадиялар булмауы ихтимал. Ләкин күп осраҡта был талап үтәлмәй. Бында врачтарҙы ғына ғәйепләргә ярамай. Ауыл кешеһе, ҡаҙ себештәре сыҡһын да, бесән бөтһөн дә, картуф алайыҡ та, тип, врачҡа күренеүҙе һуҙа ла һуҙа. Сире өсөнсө-дүртенсе стадияға етһә, йүгерә башлайҙар. Ул ғына түгел, ваҡытында иҫкәртмәгәндәр, тип, табиптарҙы ғәйепләйҙәр. Бындай хәлдәр йыш ҡабатлана. Беҙгә терапияға иғтибарҙы ныҡ арттырырға һәм халыҡ араһында аңлатыу эштәрен көслөрәк алып барырға кәрәк.
Сәләмәтлек
Медицина яғынан ҡарағанда, бөгөнгө көндә йөҙ процент һау кешене табыуы ҡыйындыр. Мәҫәлән, берәү һау-сәләмәт, әйтәйек, йөрәге, бауыры, бөйөрө - бөтәһе лә һәйбәт, ә тештәрендә кариес бар. Ә бит ул да ауырыу билдәһе, тимәк, ул тулыһынса һау түгел. Диспансеризация үткәргәндә хроник ауырыуҙарҙың күп булыуы ҡурҡыта хатта. Ундайҙарға ярҙам итеүсе дауаланыу тәҡдим итергә була, тик улар яңынан һау-сәләмәт булмаясаҡ. Әйтәйек, ашҡаҙаны ауыртҡандар тәғәйен дарыуҙарын ҡулланһын да йөрөһөн, гипертониктар ҡан баҫымын үлсәһен дә, тәғәйен таблеткаһын эсһен, әммә улар һауыҡмаясаҡ. Кеше организмы двигатель һымаҡ булһа, запас өлөшөн алыштырыр ҙа ҡуйыр инек.
Һәр үләнебеҙ - дауа
Ҡөрьәнде күпме уҡыһаң да, белеп бөтөп булмай, тиҙәр. Медик булараҡ әйтәм, йылҡысылыҡ нескәлектәрен, бал ҡорттарының серҙәрен дә тулыһынса белеп бөтөп булмай. Уйынлы-ысынлы әйткәндә, ҡатын-ҡыҙҙың холҡон да белеп булмай, улар кискеһен бер төрлө һөйләй, иртәнсәк икенсе төрлө. Мин үҙем дә бал ҡорто менән шөғөлләнәм, күп булмаһа ла, өс умартам бар. Бөтә ауырыуҙар нервылар системаһынан, дөрөҫ туҡланмауҙан. Көн режимын да боҙорға ярамай, ваҡытында ашау, ваҡытында йоҡлау фарыз.
Бал ҡорто минең хобби, ул нервылар системаһын тынысландыра, ҡорттарҙың нисек эшләүҙәрен күҙәтеү тәнгә лә, йәнгә лә рәхәтлек бирә. Башҡортостаныбыҙ шул тиклем бай, һәр үләнебеҙ дауа. Әремдең генә беҙҙә бихисап төрө бар. Унан, мәҫәлән, левомицитин эшләйҙәр, аш һеңдереү системаһында тайпылыштар булғанда ярҙам итә. Ата-бабаларыбыҙ әремдең файҙаһын бик борондан белгән. Хәҙер уҫаҡ ҡайырына күсеп алдылар. Эйе, ул да дауа, тик ваҡытында йыйырға һәм дөрөҫ ҡуллана белергә кәрәк. Һанай китһәң, мәтрүшкә, ҡурай еләге, ҡарағат, энәлек һәм башҡалар, һәм башҡалар - файҙалы үләндәрҙе һанап бөтөрлөк түгел!
Һөнәргә тоғролоҡ
Эйе, әлеге ваҡытта заман технологиялары бик көслө. Мәҫәлән, бөгөн ҡан анализдары буйынса әллә күпме ауырыуҙарҙы билдәләргә була, элек ретроциттарҙы, тромбоциттарҙы, соэларҙы ғына билдәләй торғайнылар. Йәш врач, әлбиттә, күберәк белергә тейеш, ә беҙ, 20-се быуаттағы врачтар, ҡайһы бер анализ һөҙөмтәләрен белеп етмәйбеҙ. Әгәр оло быуын врачы йәштәрҙән ярҙам һорай икән, бының бер ниндәй яҙығы юҡ. Мәҫәлән, мин, балаларым да табип булғас, уларға шылтыратам, улым, ҡыҙым, нисегерәк була, тиһәм, улар миңә аңлатып бирәләр. Улар икеһе лә Өфө ҡалаһының Дим районы клиник ҡала дауаханаһында эшләйҙәр, улым - гинекология бүлеге мөдире. Табип һөнәрен улар үҙҙәре теләп һайланы, өгөтләү булманы. Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт гимназия-интернатының медицина класында уҡынылар ҙа, артабан уҡыуҙарын шул йүнәлештә дауам иттеләр.
Атым да бар, дәртем дә бар
Хужалығымда атым бар, арба-санаһын да эшләтеп алдым. Ат үҙе, уның тир еҫе кешене ныҡ тынысландыра. Яман сирҙән күҙ алдында кибеп үлгән ауырыуҙарҙың аяныслы яҙмышын йыш күреү һис тә еңел түгел. Шуғалыр, онколог тигән һүҙҙе яратмайым. Мин - дауалау факультетын тамамлаған табипмын, кәрәк икән, невропатолог та, акушер-гинеколог та, кардиолог та - бөтәһен дә белергә тейешмен. Хаҡлы ялға сыҡһам да эште дауам итәм. Урамда ят кешеләр һаулыҡ һорашһа, күңелгә рәхәт булып китә, тимәк, ҡасандыр ярҙамым тейгән. Шуға башымды юғары тотоп, ерҙә ныҡ баҫып атлап йөрөйөм. Табиптар ҙа шул уҡ кешеләр, үҙем дә ауырыу хәлендә булғаным бар, минең тәнемдә лә инфаркт кисергәндән һуң операция йөйҙәре бар. Тәнемдәге вена тамырының бер өлөшөн алып, йөрәккә тегеп ҡуйҙылар. Беҙ хәлебеҙҙән килгәндең бөтәһен дә эшләйбеҙ. Минең уйымса, йәмғиәттә тәү нәүбәттә врачтарҙың һәм уҡытыусыларҙың ҡәҙерен белергә, уларҙы күтәрергә тейешбеҙ.
Шулай итеп...
Бала саҡтағы фельдшерҙың уколдарынан ҡурҡҡан хәтерҙә, әрмегә медкомиссия үткәндә теш врачы дошман һымаҡ күренә торғайны. Бөгөн иһә, табиптарҙың дауахананан ситтә генә дуҫ булыуҙары ҡәҙерле.
Радик ӨМӨТҠУЖИН яҙып алды.
"Киске Өфө" гәзите, №5, 6 - 12 февраль 2026 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА