
4 ғинуар Бөтә донъя гипноз көнө тип иғлан ителгән. Был тәҡдим АҠШ-та йәшәүсе гипнотерапевт, Гипнотизерҙарҙың милли гильдияһы уҡытыусыһы, яҙыусы Том Николи тарафынан индерелгән. Гипноз һәм гипнотерапия менән бәйле бик күп яңылыш фекерҙәр һәм мифтар әлеге ваҡытта ла юҡҡа сыҡмаған, улар ғилми яҡтан инҡар ителмәй ҡала бирә. Шуға күрә хәҙерге осорҙа был көн бар донъяла төрлө милли һәм халыҡ-ара профессиональ ойошмалар тарафынан билдәләнә, уның сиктәрендә һәр төрлө тематик һәм мәғрифәти саралар - лекциялар, семинарҙар, вебинарҙар, гипноз сеанстары уҙғарыла, документаль фильмдар күрһәтеү ойошторола.
Тарихи ерлеге
Гипноз һүҙе грек теленән алынған, ул йоҡо мәғәнәһендә ҡулланылған. Әммә гипноз йоҡоһо ҡәҙимге, тәбиғи йоҡо процесынан ныҡ айырыла: ул пациентҡа махсус алымдар ҡулланыу аша тәьҫир итеү һөҙөмтәһендә башлана, ошо мәлдә "йоҡоға китеүсенең" периферик аңы тотҡарлана, уның үҙәк аңы гипнозлаусының телмәре менән бәйле ҡала һәм барса иғтибары тик шуға ғына йүнәлтелә. Гипноз сеансы барышында пациент үҙе менән идара итеүсе ни турала һөйләй, шуны күрә һәм уның ҡушҡандарын теүәл үтәй ала. Бар кеше лә гипноз тәьҫиренә бер төрлө бирелмәй: кемгәлер гипнотизерҙың "Йоҡла!" тигән бер һүҙе лә етһә, башҡа берәүҙе оҙаҡ ҡына "эшкәртергә" тура килә. Был фәндә теге йәки был кешенең гипнабеллеге, йәғни кешенең гипнозлаусы башҡарған алымдар йоғонтоһона бирелеүенең, уның аңының йоҡо һымаҡ айырым бер халәткә инеүенең ни тиклем тиҙ һәм тәрән булыуы кимәле менән аңлатыла.
Әйтергә кәрәк, айырым кешеләр гипноз алымын бик боронғо замандарҙа уҡ ҡуллана белгән. Б.э. тиклем II быуатта уҡ Боронғо Греция һәм Мысыр жрецтарының гипноз алымдары менән кешеләргә нисек итеп тәьҫир итеүе хаҡында "Гностиктар папирусы" тип аталған яҙмаларҙан билдәле. Жрецтар, гипноз алымдарын ҡулланып, үҙҙәренең "мөғжизәле һауыҡтырыу" көсөнә эйә булыуҙарына башҡа кешеләрҙе ышандыра алған. Боронғо Һиндостанда факирҙар һәм йогтар медитация аша үҙгипноз халәтенә ингән саҡта ауыртыуҙы һәм температураны тоймаған: энә менән сәнскәндә йә иһә баҙлап торған күмер менән тәндәренә ҡағылғанда улар бер ни ҙә һиҙмәгән. Бар донъяға билдәле фарсы табибы Ибн Сина (980 - 1037) үҙенең "Шифа китабы" исемле хеҙмәтендә ҡәҙимге һәм гипноз йоҡоһоноң айырмаһын күрһәтә, уны ғәрәп телендә әл Вахм әл Амиль ("Иллюзия әмәле") тип нарыҡлай. Уныңса, һәр кешене лә билдәле бер шарттарҙа гипноздың ысынбарлыҡта булыуына ышандырып була, бының өсөн көслө йәнле шәхестең башҡа берәүгә тәьҫир итә белеүе фарыз.
XVI-XVII быуаттарҙа Европа ғалимдары һәм табиптары гипнозды "хайуани магнетизм" тип атай. Йәнәһе, айырым кешеләр ниндәйҙер фантастик көскә, эманацияға эйә, улар күҙҙәренән, ҡулдарынан сыҡҡан "флюидтар" аша башҡа бер кешенең психикаһына хужа була ала, тип аңлатыу киң тарала. 1774 йылда Вена табибы Месмер Париж фәндәр академияһына гипноз тураһында яҙылған тезистарын тапшыра, улар шул уҡ магнетизм тәғлимәтен сағылдыра. XIX быуаттың 40-сы йылдарында Шотландия табибы, хирург Джеймс Брейд үҙенең "Нейрогипнология" тигән хеҙмәтендә гипнозды йоҡоға оҡшаш халәткә инеү, тип аңлата. "Гипноз" һүҙен дә фәнгә Брейд индергән, тип һанала. Ул гипноз алымын төрлө сирҙәрҙе дауалағанда ҡуллана, гипноз ярҙамында хирургик операция барышында сирле кешенең ауыртыуҙы һиҙеүен бөтөрә ала. 1830 йылдарҙа Англия хирургы Джон Эллиотсон гипноз йоҡоһо барышында 2000 операция эшләгән, уның пациенттары ауыртыуҙы тоймаған. Әйткәндәй, Беренсе һәм Икенсе бөтә донъя һуғыштары ваҡытында ялан госпиталдәрендә яралыларҙы анестезиялау өсөн химик матдәләр етешмәгәнлектән ҡайһы бер хирургтарҙың гипнозды файҙаланыуы билдәле.
Философтың әйткәне
Шуныһы ҡыҙыҡ, Карл Маркстың дуҫы, фекерҙәше һәм спонсоры Фридрих Энгельс үҙенең "Тәбиғәт диалектикаһы" тигән философик хеҙмәтендә гипноз тураһында ла иҫкә ала. Эш былай була: XIX быуатта магнетизерҙар гипнозды эстрадаға сығара башлай, гипноз йоҡоһонда булған кешеләрҙең ни һөйләгәндәрен, нимә эшләй алғандарын күрһәтеп, тамашаға килгән халыҡты шаҡ ҡатыралар. 1843 - 1844 йылдарҙа Манчестер ҡалаһында фокус оҫтаһы Спенсер-Холл тигән кеше уҙғарған сеанстарға Ф. Энгельс та йөрөй. Ошо фактты ул бына нисек баһалай: "Был кеше, ил буйлап йөрөп, ҡайһы бер поптар ҡурсалауында Аллаһтың булыуын иҫбатлау маҡсатында бер йәш кенә ҡыҙ өҫтөнән магнетик-френологик тәжрибәләр уҙғарыусы ҡәҙимге шарлатан ине..."
Ул саҡта Англияла билдәле зоолог һәм ботаник булып танылған А. Рассел Уоллес та ошо магнетизерҙы хуплап сыға. Һәр бер нәмәне, хәл-ваҡиғаны ентекләп тикшереүсе аҡыл эйәһе булараҡ, Энгельс үҙе лә гипноз сеансын уҙғарырға өйрәнә. Ул 12 йәшлек малайҙы гипноз халәтенә индереп ҡарай, бының өсөн уның күҙенә текләп ҡарап тороу йә иһә еңелсә итеп башынан һыйпау ҙа етә. "Беҙ эшкә Уоллес кеүек артыҡ ныҡ ышаныусанлыҡ һәм дәрт менән тотонмағас, бөтөнләйгә икенсе төрлө һөҙөмтәләргә килдек. Малайҙың мускулдарының ҡатып ҡалыуына һәм уның һиҙеү тойғоһон юғалтыуына еңел генә өлгәшеүҙән башҡа беҙ уның ихтыярының тулыһынса пассив ҡалыуын констатациялай алдыҡ", - тип яҙа Ф. Энгельс. Әлбиттә, философ-атеист гипноз феноменына ла материализм, атеизм күҙлегенән генә сығып баһа биргән, сөнки инаныстарҙы, арбауҙы, кеше аңының айырым, ныҡ үҙгәргән бер халәткә инеүен, уның психикаһын, идеаль күренеш булған хәлдә лә, тик физика, биология принциптары ерлегендә аңлатыу ысынбарлыҡҡа тап килмәй.
Психиатрҙар фекере
1887 йылда Мәскәү психиатры А.А. Токарский гипноз тураһында фундаменталь ғилми хеҙмәт яҙа. Ғалим гипнотик йоҡоноң шифалы булыуы һәм сирле кешеләргә ыңғай йоғонто яһауы хаҡында белдерә. Ул саҡта рәсми медицина һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә кешене инандырыу алымдарын һәм гипнозды ҡулланыуға артыҡ иғтибар бирмәй, шуға күрә ошо табипҡа медицинала, бигерәк тә медикаментоз ысулдары һөҙөмтәле булмағанда, гипнозды дауалау сараһы итеп ҡулланыу өсөн көрәшергә тура килә. Ул 1891 йылда Мәскәүҙә рус табиптарының IV съезында "Гипнотизмды терапевтик ҡулланыу" тигән докладында бына нимә ти: "Гипнотизмдың фән ҡорамы ишектәре артында, ҡайҙалыр ситтә үҫеүе, уның наҙан кешеләр ташландығы булыуы хаҡында уйлау көлкөлө булыр ине. Наҙандар уны етерлек бәпләне һәм үҙҙәренең ҡулдары аша уҙғарҙы, тип әйтергә булыр ине".
"Рус психотерапияһының атаһы", академик В.М. Бехтерев, XIX быуаттың 80-се йылдарынан башлап, ғәмәли медицинала гипнозды һәм төрлө инандырыу, арбау алымдарын мөмкин булғанса киңерәк ҡулланыу идеяһын пропагандалай. Тап уның башланғысы менән гипноз һәм инандырыуҙы ғилми яҡтан тәрәндән өйрәнеү маҡсатында лаборатор-эксперименталь тикшеренеүҙәр ойошторола.
Вәлиәхмәт БӘҘРЕТДИНОВ.
(Дауамы бар).
"Киске Өфө" гәзите, №5, 6 - 12 февраль 2026 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА