
...Пушкиндың балыҡсы ҡарты, кәпәсен һалып, диңгеҙ ярында алтын балыҡҡа: "Өйөм туҙҙы, ҡыйығынан ямғыр үтә: зинһар, йортома капремонт эшләп бирсе?"- тип ялбара. Зәңгәр генә диңгеҙ төҫө шул саҡ ҡарайып китә, алтын балыҡ та оҙаҡ ҡына уйланып торғас:"Эй бабай-бабай, ни теләһәң, шуны бирҙем, ләкин капремонт... мин ул тиклем алтын да түгелмен шул, хуш!" - ти ҙә кире диңгеҙгә сумып юҡ була...
Бына ошондай көләмәс йөрөй социаль селтәрҙәрҙә: капремонт проблемалары менән аптыранғас, халыҡ үҙенсә Пушкин әкиәтен бөгөнгөгә бороп, башына төшкән был бәләнән, ниһайәт, көлөп тә ҡарай, ләкин эш ырамай: республикала һәм баш ҡалабыҙҙа йылдар буйы ремонт күрмәгәнлектән, авария хәленә килеп еткән йорттарҙың күплеге бер кем өсөн дә сер түгел. Дөрөҫ, БР Хөкүмәте мәғлүмәттәре буйынса, 2014 йылдан алып барлығы 8,5 мең күп фатирлы йортта ремонт үткәрелгән, ләкин ошоға тиклем бер тапҡыр ҙа ремонт күрмәгән тағы ла 8,7 мең йорт иҫәпләнә.
Шуныһы өмөтләндерә, һуңғы ваҡыт республика етәкселеге был мәсьәләгә иғтибарҙы арттырғандай тойола. Былтыр капиталь ремонт мәсьәләһе БР Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров рәйеслегендә булып үткән төбәк Хөкүмәт ултырышында (24 март, 2025 йыл) ҡаралды. "Төп бурыс - торлаҡ фондын һаҡлау, уның ваҡытынан алда эшлектән сығыуына юл ҡуймау", - тигәйне премьер-министр. Иҫкергән торлаҡ объекттарын һипләү-яңыртыу эштәре күп төрлө: иң тәүҙә йорттарҙың ҡыйыҡ-түбәһен, унан ары канализация системаһын яңыртыу, шулай уҡ электр энергияһы һәм газ тәьминәте сараларын, лифттарҙы алмаштырыу, йорт фасадтарын йөҙләү, йылытыу һәм башҡа эштәр талап ителә.
Башҡортостан Хөкүмәтенең әлеге ултырышында капиталь ремонт буйынса 2026-2028 йылдарға ҡыҫҡа ваҡытлы республика программаһы мәсьәләһе ҡаралғайны. Республика торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ирина Голованова һөйләүенсә, күп фатирлы йорттарҙан капремонтҡа йыйылған аҡса, ғәҙәттә, бер генә төр ремонт өсөн дә хатта етерлек булмай сыға. Ә шулай ҙа урынлы һорау тыуа: 10 йылдан ашыу халыҡтан йыйылған аҡса ни өсөн, мәҫәлән, өй ҡыйығын яңыртыу өсөн дә етмәҫкә тейеш ул? Өҫтәүенә, капремонтҡа взнос артҡандан-артып тора. Бер мәсьәлә шулай ҙа уйланырға мәжбүр итә: был взносты ошоға тиклем һаман да түләмәүселәр бар икән дә. Интернет сығанаҡтарында әле булһа "МКД милекселәре капремонт өсөн түләргә бурыслымы, юҡмы?" тигәнерәк фекер алышыуҙар һәм бәхәс материалдары осрап тора. Бер яҡтан, бурыслыларҙың дәғүәһе нигеҙле лә кеүек, сөнки әлеге лә баяғы ҡайһы бер йорттарҙың иллешәр йыл буйына ремонт күрмәүе йәнгә лә тейә бит.
Ә бына "алтын фонд"ҡа тупланған был взнос аҡсалары "елгә осоп" юҡ булмаһын өсөн милекселәр йыйылышы үткәреп, үҙҙәренең взносына махсус иҫәп асырға ла кәңәш биреүселәр бар. Шул уҡ ваҡытта юристар капремонттың теләк буйынса түләү түгеллеген, был өлкәлә бурыслыларға ҡасан да булһа яуап бирергә тура киләсәге хаҡында иҫкәртә килде. Юрағандары юш килде, тип әйтергә лә була бөгөн. Төбәк операторы бер нисек тә был мәсьәлә менән көрәшә алмағас, хәҙер капремонт өсөн бурыстарҙы түләтеүҙе банктарға һәм идарасы компанияларға тапшырмаҡсылар. Былтыр октябрҙә Дәүләт Думаһының бер төркөм депутаттары һәм сенаторҙар башланғысында ошо хаҡтағы закон проекты Торлаҡ кодексының 183-сө статьяһына индереләсәк. Бындай сара, әлбиттә, ҡасандыр бер заман яман төш булып хәтерҙә ҡалған "коллекторҙар һуғышы"н иҫкә төшөрөп тә ҡуя. Ләкин бурыслыларға ҡарата башҡа ысул юҡ, күрәһең, сөнки, рәсми Хөкүмәт мәғлүмәттәренә ҡарағанда, капремонт буйынса бурыс күләме йылдан-йыл арта ғына бара: 2022 йылда ул 124,9 млрд һум булһа, 2023-тә - 129,5 млрд, 2024 йылда 134,2 млрд һумға барып баҫҡан!
Бында йәнә лә бер мәсьәлә бар: яуыз уй менән түләмәүселәрҙән башҡа әлеге ҡиммәтселек ваҡытында матди мөмкинлеге булмау арҡаһында бурысҡа батыусылар барлығын да оноторға ярамаҫтыр. Ошоға бәйле, әгәр бурысты ҡайтарыу ысулдары ҡаты була ҡалһа, ти юристар, милексе хоҡуғын яҡлау мәсьәләһе лә килеп баҫа. Тик шулай ҙа милексенең түләү бурысы уның түләү-түләмәү теләгенән өҫтөнөрәк икәне лә билдәле. Әйткәндәй, квитанцияларҙа взнос күләменең яңылыш иҫәпләнеү осраҡтары ла байтаҡ икән. Шуның өсөн был иҫәпте төбәк операторының шәхси кабинеты аша йә Торлаҡ-коммуналь хужалыҡтың дәүләт мәғлүмәт системаһына (ГИС ЖКХ) мөрәжәғәт итеп тикшертергә мөмкин, ти белгестәр.
Фәүзиә ИҘЕЛБАЕВА.
"Киске Өфө" гәзите, №6, 13 - 19 февраль 2026 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА