
Бала бағыуҙы тәрбиәнең ышаныслы тағандарынан башларға кәрәк, тигәйнек. Тағандар өсәү: һаулыҡ, рухи сәләмәтлек, үҙ намыҫың алдында яуаплылыҡ. Ошо өс таған ҡаҡшамаһа, бала белемгә лә эйә булыр, тәбиғи һәләтен дә аса алыр, маҡсатына ла өлгәшер, атай-әсәй йөҙөнә лә ҡыҙыллыҡ килтермәҫ, ололарға хөрмәт күрһәтер, кеселәргә кеселекле булыр. Ошо тағандарҙы ҡаҡшатмау бурыс.
Баланы табыу көс түгел, бағыу - көс. Был осраҡта "көс" тигән һүҙгә төп маҡсатыбыҙ - баланы Яҡшы кеше итеп тәрбиәләү, тигән мәғәнә һалынған. Иң беренсе таған - баланың һаулығы, тинек. Һаулыҡ булмаһа, белемең дә, байлығың да, дәрәжәң дә бер ни тормай. Ә һаулыҡты хәстәрләү бала тыуғанға тиклем башлана. Бала һаулығы - әсә һаулығына бәйләнгән. Әлбиттә, дәүләтебеҙ һәр балаға иғтибарлы. Әсә булыр ҡатын тәүге көндән үк иҫәпкә алына, күҙәтеү аҫтында була. Баланы өйгә алып ҡайтыу менән медицина хеҙмәткәрҙәре килеп етә, кәңәштәр бирә, ярҙам ҡулы һуҙа. Әммә һәр тарафтан сәләмәт бала тәрбиәләү өсөн был бик аҙ ғына хәстәрлек. Хәстәрлектең иң ҙуры, иң ҡиммәтлеһе - әсәнең үҙендә, йәғни әсәнең үҙенең әйтеп үтелгән өс тағанда ныҡлы баҫып тороуында һәм кем, ниндәй бала тәрбиәләргә теләүен аңлауында.
Бала тәрбиәһе әсә ҡарынында уҡ башлана һәм артабан да әсә күңеле менән бер була, тигән хәҡиҡәтте беләбеҙ. Әсәнең һәр күҙәнәге тоя алған, уның ғына күңел күҙе күрә алған нескәлектәрҙе бер кем дә һиҙмәйәсәк. "Һәр күҙәнәге" тип әйтеү - тән ағзаларының һиҙгерлеге: күҙ тартыу, ирен тартыу, түш сәнсеү, төш күреү, йөрәк һыҙлау - былар бөтөнөһө лә әсә менән баланың күҙгә күренмәгән нурҙар менән тоташыуынан килә. Бала тыуғандан һуң, тәбиғәт әсәгә иҫ китмәле бүләк яһай: әсә инә ҡоштай һиҙгер, инә боландай уяу, ҡолонон иркәләгән бейә кеүек наҙлы, себештәрен ҡоҙғондан ҡурсалап ҡанат аҫтына алған тауыҡ һымаҡ хәстәрле, бөркөттәй осҡор, һеләүһендәй сос була башлай. Миҫал өсөн шуны ғына иҫегеҙгә алығыҙ. Йәш сағында бер ни белмәй, киске эңерҙән таң ҡыҙарғансы ҡаты йоҡоға талған ҡыҙ, сабыйы тыуғас, бөтөнләй үҙгәрә лә ҡуя. Сабыйының тын алышы икенсерәк булһа ла, мышҡылдаһа ла уянып китә. Уяна ла балаһын баға, күңеле тынысланғас, ята ла башы мендәргә терәлеү менән йоҡлап та китә ала. Бер төндә әллә нисә тапҡыр уянған әсә көндөҙөн һин дә мин йөрөп ята. Тағы шундай һанап бөткөһөҙ сифаттар уяна сабыйлы әсәлә. Бала - бауыр ите, тип әйтерлек сифаттарға әсәнән башҡа бер кем дә эйә була алмай. Шуның өсөн бала - күҙ ҡараһы, бала - бауыр ите, бала - йөрәк майы, тигән һүҙбәйләнештәр әсә ағзаһы менән бәйләнгән. Кендек киҫелгәндән һуң да бик оҙаҡ ваҡыт бала йөрәге әсәнеке менән ҡуша тибә, бала тойомо әсәнеке менән ҡуша була. Бала әсә ҡарынында ваҡытта уҡ әсәнең уй-кисерештәрен тоя башлай. Әсә тыуасаҡ балаһы хаҡында хыяллана, уны күҙ алдына килтерә, уның менән йәшәй, аралаша.
Тап ана шул "аралаша" тигән һүҙҙән башлана ла инде баланың артабанғы рухи сәләмәтлеге - йән сәләмәтлеге. Билдәле булыуынса, кешенең тән сәләмәтлегенә йән сәләмәтлегенең тәьҫире иҫ китмәле көслө. Йән сәләмәтлеге кешенең уй-кисерештәре, тойоу-һиҙеү сифаты менән бәйле. Бала әсәнең кәйефен тоя. Үҙегеҙ һынап ҡарағыҙ. Бала янына килгән саҡта ҡыуанып та, бойоғоп та бағып ҡарағыҙ. Шул саҡ баланың ни тиклем һиҙгер булыуын үҙегеҙ тойорһоғоҙ. Ә бит бала менән әсә араһындағы тойоу-һиҙеү бала ҡарында саҡта үҙең фекер ҡорған, йырлаған телең аша бирелә. Икенсе телдә иркәләү-наҙлау, икенсе телгә күсеү бала күңеле менән әсә күңеле араһына пәрҙә ҡора.
Быны үҙ күҙегеҙ менән күреп, үҙ йөрәгегеҙ аша үткәреп инанғығыҙ килһә, тәжрибә үткәрегеҙ. Балаға берсә туған телдә, берсә ят телдә иркәләү һүҙҙәре әйтегеҙ. Берсә туған телдә, берсә ят телдә һамаҡлау әйтегеҙ. Сабыйҙары булған әсәләр! Ошо тәжрибәне үткәрегеҙ ҙә күңел пәрҙәһенең ни икәнен аңлаһағыҙ, редакцияға хат яҙып ебәрегеҙ.
Мәрйәм БУРАҠАЕВА.
"Киске Өфө" гәзите, №6, 13 - 19 февраль 2026 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА