«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ошо көндәрҙә Рәсәйҙә Студенттар көнө билдәләнде. Ә ниндәй ул бөгөнгө студенттың торомошо? Ни менән көн үткәрә улар? Байрам уңайынан юғары уҡыу йорттарында уҡып йөрөгән йәштәргә ошондай һорауҙар менән мөрәжәғәт иттек.

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
 
МӨХӘММӘТ БӘЙҒӘМБӘР – АТАЙ
+  - 


Бәйғәмбәрҙәрҙең дә ғаиләләре булған. Ҡөрьәндә Аллаһы Тәғәлә һуңғы бәйғәмбәр Мөхәммәткә (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) былай ти: "Һинән алда ла Беҙ бәйғәмбәрҙәр күндерҙек һәм уларға ҡатындар һәм балалар бирҙек" ("Рәғид"сүрәһе, 13.38). Аллаһы Тәғәлә мосолмандарҙың туйыныу өсөн саралар табыу тырышлығын - Уға табыныу, ә ғаиләлә тотонолған сараларҙы иғәнә килтереү, тип ҡабул итеп, уларға мәрхәмәт күрһәткән. Шуға ла кем ғаиләһен туйындырыу өсөн яуаплы, улар уны эске тойғолары менән Аллаһы Тәғәләгә табыныу итеп башҡарһын. Әммә мосолман бер ҡасан да матди байлыҡ туплауға ынтылмаҫ. Ул киләсәк тормошо һәм Аллаһ тарафынан уға һалынған бурыстарҙы тейешле кимәлдә үтәү тураһында онотмаҫҡа тейеш. Һәр кешегә ерҙә йәшәү өсөн сикле ваҡыт бирелгән һәм мосолман быны аңлап, үҙен әлеге һәм киләсәк тормошта тәьмин итергә бурыслы.

Ғаилә өсөн яуаплылыҡ

Мөхәммәт бәйғәмбәр (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) ғаилә ҡарау өсөн тырышлыҡтың табыныу итеп ҡабул ителеүен белеп, ғаиләһен ҡарау өсөн үҙе саралар тапҡан. Әбү Хөрәйрә (радиллаху анху) һүҙҙәре буйынса, Бәйғәмбәр (с.ғ.с.) былай тигән: "Аллаһ юлында йәки ҡолдарҙы азат итеүгә, мохтажлыҡ кисереүселәргә һәм ғаиләгә тотонолған аҡсаларҙан ғаиләгә тотонолғаны өсөн күберәк файҙа аласаҡһың".
Аллаһ илсеһе (с.ғ.с.) "Баныу Надир" баҡсаһынан финик уңышын һатҡан һәм ул аҡсаның бер өлөшөн ғаилә сығымдары өсөн айырып алған, ҡалған өлөшөн ҡаҙнаға тапшырған. Ул үҙенең бөтә ғүмере буйы шулай эшләгән. Мөхәммәт (с.ғ.с.) дөйә һатып алған, улар көнө буйы Ухуд һәм әль-Джамаа үҙәндәрендә көтөүҙә йөрөгән. Был дөйәләрҙең һөтө менән бөтә ғаилә туҡланған, күршеләр, ҡунаҡтар һыйланған.
Бәйғәмбәр (с.ғ.с.) һәр ҡатынына айырым бүлмә биргән. Шулай итеп, ул һәр ҡатынын торлаҡ менән тәьмин иткән. Ғаиләнең торлаҡ проблемаһын хәл итмәйенсә, ғаилә башлығы тыныслыҡ тапмаясағын һыҙыҡ өҫтөнә алып, Мөхәммәт (с.ғ.с.) былай тигән: "Кешене өс нәмә бәхетле яһай: "Аллаһтан ҡурҡҡан ҡатын, яҡшы йорт һәм яҡшы хәрәкәт итеү сараһы". Ә кешене бәхетһеҙ яһаусы әйберҙәргә килгәндә, улар насар ҡатын, насар йорт һәм насар хәрәкәт итеү сараһы".
Бәйғәмбәр (с.ғ.с.) ҡатындарына һәм балаларына иғтибарлы, һиҙгер, рәхимле, шәфҡәтле булған.

Балаларға һөйөү

Мөхәммәт бәйғәмбәр (с.ғ.с.) балаларға Хоҙай тарафынан бирелгән бүләк тип ҡараған. Улы Ибраһим тыуғас, Ул бик бәхетле булған. Ул улын күтәреп Ғәйшәгә (радиллаху анху) алып килгән һәм былай тигән: "Ҡара әле уға! Ул миңә нисек оҡшаған!" Әнәс бин Мәлиҡ һөйләгән: "Мин Мөхәммәт бәйғәмбәрҙән дә (с.ғ.с.) шәфҡәтлерәк кешене күргәнем булманы. Уның улы Ибраһим бер ауылға ҡунаҡҡа, һөт әсәһе янына киткәйне. Бәйғәмбәр (с.ғ.с.) шул саҡта ла улын күрергә бара ине. Ул өйгә инә, улын ҡулына ала, уны үбә һәм кире ҡайтып китә ине".
Ғәҙәти көндәрҙә Бәйғәмбәрҙең бәләкәй ҡыҙы Фатима (радиллаху анху) атаһы янына инһә, ул тороп, ҡыҙының ҡулынан алып ҡосаҡлаған һәм үҙенең янына ултыртҡан. Фатима ла уға шундай уҡ һөйөү менән яуап ҡайтарған. Мөхәммәт (с.ғ.с.) ҡыҙын шул тиклем яратҡан, ҡайҙалыр китер булһа, иң аҙаҡтан уның менән хушлашҡан, кире ҡайтҡас, иң тәүҙә уның янына ингән.
Бәйғәмбәр (с.ғ.с.) үҙенең ейәндәрен дә яратҡан. Бара (радиллаху анху) һөйләгән: "Мин Бәйғәмбәрҙе (с.ғ.с.) Хәсән ейәнен яурынына ултыртып: "Әй, Аллам! Мин уны яратам, Һин дә уны ярат!" - тигәнен күрҙем". Ул балаларын йә яурынында, ҡайһы берҙә арҡаһында йөрөткән. Ҡайһы бер ваҡытта намаҙ уҡығанда ейәндәре уның арҡаһына менгән, ә ул уларға бер нәмә тип тә әйтмәгән. Әбү Хөрәйрә (радиллаху анху) былай тип һөйләгән: "Беҙ Бәйғәмбәр (с.ғ.с.) менән төнгө намаҙҙы уҡый инек. Ул эйелгән һайын уның ейәндәре Хәсән менән Хөсәйен уның арҡаһына менә. Бәйғәмбәр башын күтәрә һәм ипләп кенә уларҙы арҡаһынан төшөрә. Был күренеш намаҙ уҡып бөткәнсе дауам итте". Әнәс бин Малик һөйләгән: "Бер тапҡыр һораным: "Эй, Аллаһ илсеһе! Һеҙ өйөгөҙҙә кемде нығыраҡ яратаһығыҙ? " Бәйғәмбәр (с.ғ.с.), Хәсән һәм Хөсәйенде, тип яуап бирҙе. Ҡайһы берҙә Бәйғәмбәр үҙенең ҡыҙы Фатимаға: "Миңә минең улдарымды саҡыр", - тип әйтер ине. Хәсән менән Хөсәйен килгәс, уларҙы ҡосаҡлап яратыр һәм еҫкәр ине".
Бәйғәмбәр Хәсән менән Хөсәйенде генә түгел, башҡа ейәндәрен дә яратҡан. Әбү Катада (радиллаху анху) түбәндәгеләрҙе һөйләгән: "Бер тапҡыр Мөхәммәт (с.ғ.с.) ҡыҙы Зәйнәптең ҡыҙы Өмәмде яурынына ултыртып намаҙ уҡый ине. Аҫҡа эйелгәндә ҡыҙҙы ергә баҫтыра, кире төҙәйгәндә тағы ла уны яурынына ултырта ине".

Балалар тәрбиәләү

Бәйғәмбәр (с.ғ.с.) балалар намаҙ уҡыған саҡта яңылышып китһә, йомшаҡ ҡына итеп уларға иҫкәртеү яһаған. Ул балаларҙы намаҙ уҡытырға өйрәтеүҙе талап иткән, шулай уҡ уларҙы бер урында йоҡлатыуҙы тыйыр булған. Һәр бала ун йәштә биш тапҡыр намаҙ уҡырға тейеш булған, ата-әсәләрҙән балаға Ҡөрьәнде дөрөҫ уҡырға өйрәтеүгә иғтибар итеүен һораған. "Кем бала саҡтан Ҡөрьән уҡырға өйрәнә, уның бөтә тәненә Ҡөрьән үтеп инә", тигән Бәйғәмбәр. Балаларҙы дин талап иткән ҡанундарға өйрәткәс, уларға был тормошта кәрәк буласаҡ белемдәргә өйрәтеү фарыз һаналған. Уларҙы берәй һөнәргә өйрәтеү талап ителгән. Шундай хәҙис билдәле: "Атай кеше балаһына яҡшы исем бирергә, ул балиғ булғас, өйләндерергә йәки кейәүгә бирергә һәм уны уҡырға һәм яҙырға өйрәтергә бурыслы".
Һәр мосолман үҙенең башҡарған ғәмәле өсөн яуаплылыҡ тойорға тейеш. Шул уҡ ваҡытта Аллаһ алдында яуап биргәндә үҙең өсөн генә түгел, ә балаларың һәм яҡындарың өсөн дә яуап тотосағыңды оноторға ярамай. Шуға ла һәр ғаилә башлығы үҙенең туғандарын һәм яҡындарын төрлө насар йоғонтонан һаҡлау өсөн барыһын ла эшләргә һәм уларҙы икенсе тормошҡа әҙерләргә тейеш.
Мөхәммәт (с.ғ.с.) гел был турала борсолор булған. Мәҫәлән, "Әхзәб" сүрәһенең 33-сө аяты төшөрөлгәс, ул алты ай буйына иртәнге намаҙға китешләй ҡыҙы Фатиманың йортона килеп, уларҙы намаҙға уятҡан. Ул Фатиманы теге донъяла яуап бирәсәгебеҙҙе иҫкәртеп торған. Был турала Әли тарафынан һөйләнгән ҡыҙыҡлы тарих бар:
"Фатима Бәйғәмбәрҙең иң яратҡан ҡыҙы була. Уның ҡул тирмәнендә бойҙай тартыуҙан ҡулдары ярылып бөтә, һыу ташыуҙан муйынында яралар барлыҡҡа килә, өйҙә иҙән һепереүҙән кейеме саңлана. Бер тапҡыр Бәйғәмбәргә (с.ғ.с.) ирекһеҙ кешеләрҙе килтерәләр. Мин Фатимаға: "Һин атайыңдан хужалыҡ эштәрен башҡарыу өсөн ярҙамсы һорай алмайһыңмы?" - тинем.
Фатима атаһына китте, тик Бәйғәмбәрҙең (с.ғ.с.) был кешеләр менән әңгәмәләшкәнен күреп, кире ҡайтты. Икенсе көнөнә Мөхәммәт (с.ғ.с.) үҙе ҡыҙына килде лә, былай тип һораны: "Ҡыҙым, һинең берәй нәмәгә мохтажлығың бармы әллә?" Фатима (радиллаху анху) бер нәмә лә әйтмәне. Мин һөйләшеүгә ҡыҫылдым:
"Эй, Аллаһ илсеһе! Мин барыһын да һөйләп бирә алам! " - тинем. Һуңынан ҡыҙының ни өсөн уға барыуын аңлатырға керештем: "Фатиманың гел тирмән тартыуҙан ҡулдары ярылып бөт-кән, ауыр биҙрәләрҙән елкәләре яраланған. Һеҙгә ирекһеҙ кешеләрҙе килтереүҙәрен ишеткәс, мин уға Һеҙгә барып, уларҙың береһен ярҙамсы итеп һорарға кәңәш иттем. Бының менән беҙ уның тормошон еңеләйтер инек". Был һүҙҙәрҙән һуң Мөхәммәт (с.ғ.с.) Фатимаға шулай тине: "Эй, Фатима! Аллаһтан ҡурҡ, Уның ҡушыуын үтә һәм хужалыҡ эштәрен намыҫ менән башҡар. Йоҡларға ятыу менән 33 тапҡыр "Собханаллаһ", 33 тапҡыр "Әлхәмдүлилләһ" һәм 33 тапҡыр "Аллаһу Әкбәр" тип әйт. Шулай итеп, Аллаһы Тәғәләгә маҡтау һүҙҙәре йөҙгә етер. Былар һиңә ялсыға ҡарағанда ла яҡшыраҡ ярҙам буласаҡ". Фатима шулай тине:"Мин Аллаһ һәм Уның илсеһе менән ҡәнәғәтмен!" Был һөйләшеүҙән һуң Мөхәммәт (с.ғ.с.) уға ярҙамсы итеп бер кемде лә бирмәне".

Морат КАЯ.
"Киске Өфө" гәзите, №6, 13 - 19 февраль 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 12.02.26 | Ҡаралған: 31

Киске Өфө
 

Эзопҡа бер танышы килә лә: "Һинең турала шул тиклем әшәке ғәйбәттәр һөйләйҙәр", - ти һәм ишеткәндәрен түкмәй-сәсмәй һөйләп бирә. "Кинжал яһаусылар үлтереүсе түгел, шул кинжал менән файҙаланыусылар - үлтереүсе. Минең турала һөйләүселәр - ғәйбәтсе түгел, улар һөйләгәнде ҡабатлаусы һин ғәйбәтсе", - ти Эзоп.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru