
Кашпировский шарлатанмы?
Совет власы осоронда, гипнозға арналған байтаҡ ҡына ғилми хеҙмәттәр баҫылып сыҡҡан хәлдә лә, медицинала гипнотерапия киң таралыу тапмай. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хатта буласаҡ медиктарҙы ла махсус рәүештә гипноз алымдарына өйрәтмәйҙәр.
Ул йылдарҙа гипноз ябай кешеләрҙә ҡыҙыҡһыныу уятҡан эстрада сараһы итеп ҡабул ителә. 80-се йылдар аҙағында илебеҙҙең Үҙәк телевидениеһы Советтар Союзы граждандарын ныҡ һиҫкәндергән, хатта шаҡ ҡатырған тапшырыуҙар серияһын башлай: беҙҙҙең хәтеребеҙҙә ул Анатолий Кашпировскийҙың һауыҡтырыу телесеанстары рәүешендә һаҡланып ҡалған. Ул хатта бер ҡатын кешене телевизор аша операция алдынан гипнозға индереп, анестезияһыҙ ғына операция уҙғарыуҙа ҡатнаша. Телевизор аша дауалауҙың һөҙөмтәле икәнлеген әлегә бер кем дә иҫбат итмәгән, сөнки традицион медицинала сирле һәм табиптың реаль бәйләнештә булырға тейешлеген инҡар итеү мөмкин түгел. Анатолий Кашпировский дипломлы белгес, тәжрибәле психиатр һәм психотерапевт була. Шуға күрәлер ҙә инде, уның телевидение аша һәм сәхнәләрҙә уҙғарған сеанстарын миллионлаған тамашасылар үтә бирелеп һәм ышанып ҡарай. Ошо тамашаларҙың файҙаһы йә иһә зыяны хаҡында халыҡҡа әлегә тиклем объектив мәғлүмәттәр еткерелмәне.
Гипноз тамашалары ҡыҙыҡлы
Үҙем һөнәрем буйынса балалар психологымын, байтаҡ йылдар буйына урта һәм юғары уҡыу йорттарында психология уҡытыусыһы булып эшләнем, шулай уҡ балалар йортонда һәм мәктәптәрҙә лә психолог вазифаһын башҡарырға тура килде. Беҙгә педагогия вузында гипноз тураһында бер нәмә лә һөйләмәнеләр, уның технологияһын өйрәтеүсе лә булманы. Әммә шәхсән гипноз, башҡа кешене арбау һәм үҙ-үҙеңде инандырыу (русса самовнушение) хаҡында педучилищела уҡыған сағымдан уҡ мәғлүмәтле инем: Мәсәғүт ауылының китап магазинынан Владимир Леви тигән билдәле психотерапевтың "Охота за мыслью" тигән китабын һатып алғайным, ул миңә бик оҡшағайны. Башҡорт педагогия институтының психология кафедраһында эшләгән сағымда билдәле башҡорт психологы Вадим ағай Сафин менән бик һәйбәт мөнәсәбәттә булдыҡ, ул үҙе гипноз серҙәрен яҡшы белә ине, әммә минең ошо тема менән ҡыҙыҡһыныуымды өнәп етмәне: "Юҡ менән булышма, гипнозда кеше фантазияһы өҫтөнлөк итә", - тип кәңәш биргәне иҫемдә.
Шулай ҙа мин гипноз технологияларын бик тиҙ арала үҙаллы үҙләштерә алдым. Тәүге мәлдәрҙә туғандарым, үҙем уҡытҡан студенттарым менән, ауыл һәм хатта ял йорто клубтарында гипноз сеанстары уҙғарҙым. Гипноз сеансын ҡарап ултырыусыларға ҡыҙыҡ бит инде: бына сәхнәлә, күҙгә күренмәгән зонтиктарын тотоп, ямғыр аҫтында бер юлы бер нисә ҡатын-ҡыҙ "ямғыр вальсын" бейей, йә иһә ир-аттар үҙҙәренә генә күренгән күл буйында балыҡ ҡармаҡлай, гипнозлаусы "Балығың ҡармағыңдан ысҡынып төштө, яр буйында һикергеләп ята", тиһә, иҙән буйлап дүрт тағанлап йөрөп, үҙенә генә күренгән балыҡты тоторға маташа. Ә гипноз аҫтындағы кешене "бал ҡорттары саға башлаһа", ул шул тиклем ныҡ сәбәләнә, иҙәнгә тәгәрәп китә, бер туҡтауһыҙ һелтәнә - тамашасылар эстәре ҡатҡансы көлөп рәхәтләнә. Ауыл клубында ситтән килгән бер рус шоферын йоҡлатҡайным, ул минең әйткәндәремде тыңлап, машинаһын тоҡандыра, уңға йә иһә һулға боролор өсөн рулен тегеләй-былай әйләндерә, тормозға баҫа һ.б. "Ана, малайҙар машинаға таш менән тәмей", - тигәс, машинаһын туҡтата һалып, үҙе күргән малайҙарға асыуланып ҡысҡыра, яман итеп һүгенә башлай...
Ысынбарлыҡты раҫлаймы?
Эйе, регрессив гипноз реинкарнация ысынбарлығын раҫлай.
Әммә миңә гипноз алымын әлегә тиклем бер кемгә лә билдәле булмаған өр-яңы мәғлүмәттәр алыу өсөн ҡулланырға насип булды. Ғәмәли психология өлкәһендә регрессив гипноз, йә иһә йәш регрессияһы тигән алым тураһында төрлө психологик травмалар алған пациенттарҙы дауалаған психотерапевтарҙың ғилми хеҙмәттәрендә ентекле мәғлүмәттәр бирелә. Башлыса, пациенттар гипнотик транс халәтендә үҙҙәре менән байтаҡ йылдар элегерәк, мәҫәлән, бала сағында булып үткән хәл-ваҡиғаларҙы ҡабаттан кисерә ала. Бына минең практикамдан бер миҫал. Ләйлә исемле ике туған һеңлемде 4-5 айлыҡ сағынан уҡ ҡартнәһе (минең инәйем) бағып, бәпләп торҙо, сөнки бәпестең инәһе ауыл мәктәбендә уҡыта ине. Гипноз сеансында мин 18 йәше тулған Ләйләгә: "Һиңә 1 генә йәш, мейең һиңә нимә күрһәтер икән, шуны һөйлә", - тип әйттем. Ул: "Мин ҡәртнәйемдең алдында ултырам, ул мине, "Сәпсек, сыйырсыҡ, танауымдан осоп сыҡ", тип, әстүк-һәстүк уйната", - тип яуап бирҙе. Әйткәндәй, бындай эпизод ҡыҙҙың оператив хәтерендә юҡ, гипнотик транста булмаһа, иҫенә төшөрә алмаҫ ине. "Ҡәртнәйең нисек кейенгән? - тип һорайым. Ләйлә: "Башына сәскәле яулыҡ ябынған, өҫтөнә аҡ буйлы зәңгәр свитер кейгән, күлдәгендә лә ҡыҙыл сәскәләр бар", - тип тасуирләп һөйләп бирҙе. Уның һөйләгәндәре ысынбарлыҡҡа тулыһынса тап килә. Артабан Ләйләнең инәһе ҡарынына ингәнсе булыу-булмауы хаҡында һораным. "Мин өҫтә, күктә бик матур шарҙар араһында осоп йөрөнөм. Унда ҡанатлы бәпәйҙәр ҙә бар ине", - тип шаҡ ҡатырмаһынмы һеңлем!
Регрессив гипноз сеансы барышында Айрат энем дә әҙәм ышанмаҫлыҡ нәмәләр хаҡында һөйләне. Уныңса, инә ҡарынына ингәнсе, ул 3 йыл буйы Ер шарынан бигүк алыҫ булмаған мөхиттә, күктә үҙ сиратын көтөп йөрөгән. "Һин унда ҡайҙан килдең?" - тигән һорауға ерҙән ҡарағанда төньяҡ тарафтағы йондоҙҙарҙан 80 йыл буйы осоп килеүе, ундағы бер планетала беҙҙең кеүек кешеләр йәшәүе хаҡында бәйән итте. "Ул планеталағы кешеләр нимә ашай, ерҙәре бармы, ашлыҡ фәлән сәсеп үҫтерәләрме?" - тигән һорауға былай тине: "Юҡ, унда беҙҙәге кеүек ер юҡ, әммә улар ҙур башлы ҡорт үҫтереп ашайҙар". Нисек аптырамайһың инде: бына һеҙгә "башҡорт" этнонимының килеп сығышы тураһында тағы ла бер фараз! Бәлки, әллә ҡайҙағы йыһан төпкөлдәрендә "ҙур башлы ҡорт" ашап туҡланған кешеләр ҙә үҙҙәрен "баш ҡорт" тип атайҙарҙыр...
Сираттағы бер сеанста ҡатнашҡан ҡыҙ шундуҡ иларға тотондо. "Ни булды, ниңә илайһың", - тимен. Ә ул: "Мин үлдем бит, шуға илайым", - ти. "Үлгән кеше илаймы ни, уны йәлләп, тере кешеләр генә илай түгелме ни? - тип ҡаршы әйтәм. "Юҡ, мин ерҙә тороп ҡалған туғандарымды йәлләп илайым, - ти был. - Мин хәҙер осоп китеп барам, миңә бик тә алыҫ урынға барып етергә кәрәк", - ти был.
Йәнә бер миҫал. Гипноз сеансы ваҡытында бер пациентканан был донъяға килгән мәле тураһында һораным. Ә ул бына нимә тине: "Ай-яй, күҙҙәрем ҡамаша, ниндәй һыуыҡ. Мине аяҡтарымдан тотоп алып, баш түбән әйләндерҙеләр, кемдер ныҡ итеп, ауырттырғансы арт һаныма устары менән сәпәне!" Ошо хаҡта ҡатыныма һөйләгәс (ә ул - педиатр), йылмая биреп, ҡайһы саҡта баланың тын юлдарын инә ятҡылығы шыйыҡсаһы томалағас, тын ала алмауы осраҡтарында акушерҙарҙың тап әлеге ҡыҙ һөйләгән ысулды ҡулланыуҙары хаҡында әйтте.
Вәлиәхмәт БӘҘРЕТДИНОВ.
(Дауамы. Башы 5-се һанда).
"Киске Өфө" гәзите, №6, 13 - 19 февраль 2026 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА