«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ошо көндәрҙә Рәсәйҙә Студенттар көнө билдәләнде. Ә ниндәй ул бөгөнгө студенттың торомошо? Ни менән көн үткәрә улар? Байрам уңайынан юғары уҡыу йорттарында уҡып йөрөгән йәштәргә ошондай һорауҙар менән мөрәжәғәт иттек.

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

ҠОШТАР - БЕҘҘЕҢ ДУҪТАР, ЙӘКИ "ҺИН ТУРҒАЙ БУЛЫП ҠАРА..."
+  - 

Ҡышҡы селләнең бер көнөндә юлды ҡыҫҡартыу маҡсатында ҡала паркы аша үтергә тура килде. Шау селтәрҙәй аҡ бәҫкә төрөнгән ағастар шып-шым ҡатып ҡалған. Йылыраҡ көндәрҙә бындағы кескәй урман эсе ҡоштарҙың сыр-сыуына күмелә, йөҙйәшәр имән башынан йылғыр тейен дә килеп төшә һәм кемдәрҙер ҡалдырған сәтләүктәрҙе сыртылдатып яра башлай.

Ә бөгөн бында тынлыҡ. Шул саҡ эргәлә генә "шырт" итеп ботаҡ һынды һәм юғарынан бер төйөнсәк "туп" итеп юлыма килеп төшмәһенме! Аптырап киттем дә эйелеп ныҡлабыраҡ ҡараһам: туңып, хәрәкәтһеҙ ҡалған был йомроҡай... турғай булып сыҡты! Ҡәҙимге һоро буҙ турғай, йәғни йорт турғайы. Тиҙ генә уны ҡулыма алып, оло дебет бейәләйем эсенә тыҡтым да, биштәремә һалып, өйгә ашыҡтым. Өйҙә уны ҡатырға ҡумтаға йөн шарф түшәп һалып ҡуйҙым. Үҙ эштәрем менән булышып йөрөй торғас, ул турала онотоп та киткәнмен, ахырыһы: өҫтәлдә торған баяғы ҡумта эсенән хәлһеҙ генә сырҡылдаған тауышҡа һиҫкәнеп киттем. Ҡараһам, турғайым терелгән! Йомшаҡ шарф өбөрөһөнә сырмалып, тыпырсына, ҡанатҡайҙарын елпетә башланы был. "Тоҙаҡ"тан тәпәйҙәрен ысҡындырып, тиҙ генә эргәһенә йылы һыу ҡуйҙым, ем һиптем дә тағы эшкә керештем. Шәпләнһә лә, турғайым барыбер хәлһеҙ ине әле: емен дә сүпләмәне, һыу ҙа эсмәне - суҡышын һаҡлыҡ менән генә һыуға тығырға тура килде.
Икенсе көнөнә буҙҡайым ирәберәк ине инде: тыҡ-тыҡ итеп ярма, көнбағыш емен сүпләштерҙе. Бер-ике көн үтеүгә, ҡанатлы ҡунағым ҡәҙимгесә ҡыбырҙай башланы һәм хатта ҡумтаһынан осоп сыҡты. Ҡанаттарын елпеп, тирә-яҡҡа ҡарап торҙо ла өҫтәл янындағы бейек ағас гөлөмә осоп ҡунды был! Тағы бер нисә көн үтте һәм турғай бүлмә эсендә осоп йөрөй башланы, люстраға ҡуна, тәҙрә шаршауына йәбешеп, бәүелеп торорға ярата, сырҡылдауы ла баҙығыраҡ була барҙы. Миңә лә өйрәнә башланы кеүек. Бер көн яурыныма килеп ҡунғайны, шатлығымдан нишләргә лә белмәнем. Усымдан ем сүпләргә лә ҡурҡып торманы. Тамам шәбәйеп алғас, тәҙрәгә табан шәп кенә осоп килеп, быялаға суҡышы менән бәрелә башланы был. Бер ҡабатланды, ике... "Турғайҙы өйҙә тота алмайһың, ул һиңә тутыйғош түгел - иректе ярата", - тине шунда әсәйем. Ә мин, ситлек һатып алып, уны өйҙә генә тотмаҡсы инем, матур итеп һайрамаһа ла, буҙ турғайҙың сырҡылдауы яҙҙы, йәйҙе иҫкә төшөрөп, күңелде йылытыр ине, йәнәһе...
Тағы ла бер тапҡыр быялаға ныҡ ҡына бәрелеп, тәҙрә төбөнә иҫһеҙ ҡолағас, мин уны ҡатырға ҡумтаһына һалып, ҡайҙан табып алдым - шунда алып барып осороп ебәрҙем. Ҡумтаһын тағараҡ итеп ағасҡа элдем дә күңелеһеҙ генә ҡайтыу яғына йүнәлдем. Һәм шул саҡ баш осомда ғына сырҡылдап өйөрөлөп осҡан турғайым яурыныма килеп ҡунды ла, башын ҡырын һалып, мәрйендәй күҙҙәрен тултырып миңә ҡараны. Ҡанатынан һыйпарға ғына иткәйнем, дуҫҡайым пырылдап осоп та китте... Ярай, иҫән-һау ғына ҡышлап сыҡ инде, турғайым!
Мин быларҙы нимәгә яҙам? Һуңғы осорҙа, шәхсән күҙәтеүемсә, Өфөлә әлеге буҙ турғайҙар бөтөнләй күренмәй башланы. Мин электән уларға ем һибеп, күҙәтеп ултырырға ярата инем: кескәй генә, теремектәр; ергә төшкәндә, атлап йөрөмәйҙәр, һикерәңдәйҙәр, сөнки тәпәйҙәре бик ҡыҫҡа, тип аңлата орнитологтар. Бына шулай итеп, бер нисә йыл инде улар зым-зыя юҡ булды. Ем һибеп ҡалдырһаң да, уны әрһеҙ күгәрсендәр һырып ала йә ҡарғалар суҡып бөтә. Әйткәндәй, турғайҙарҙың төрҙәре күп, ләкин беҙҙең шарттарҙа кеше йәшәгән урындарға яҡын эйәләшкәндәре "йорт" турғайҙары һәм "ҡыр" турғайҙарына бүлеп йөрөтөлә. Ауылда нисектер, ләкин биологтар әйтеүенсә, был ҡошсоҡтар ил буйынса күпселек эре ҡалаларҙа һирәгәйә бара икән. Бының бер нисә сәбәбе бар: иң тәүҙә урман, шул иҫәптән, ҡала яны биләмәләрендә пестицидтар һәм химикаттар (сысҡан, серәкәй, төрлө ҡоротҡостарға ҡаршы, мәҫәлән) ҡулланыу; тауыш; һауа атмосфераһының машина яғыулығы ҡалдыҡтары менән самаһыҙ бысраныуы; кәрәҙле элемтә вышкаларынан сығыусы нурланыу; ҡоштар сире киҙеүе; климат үҙгәреүе һәм башҡалар.
Әлбиттә, турғайҙар иген баҫыуы уңышына, еләк-емеш баҡсаларына зыян да килтерә. Ләкин белгестәр әйтеүенсә, уларҙың зарар итеүенән файҙалары күберәк. Был үткән быуатта Ҡытайҙа булған ваҡиғаны искә төшөрә: турғайҙарҙың уңышҡа һәләкәт килтереүен һылтаулап, 1958 йылда ҡытайҙар был ҡошсоҡтарға ҡаршы аяуһыҙ һуғыш аса, уларҙы күпләп ҡыра башлай. Һөҙөмтәлә уңышты турғайҙарҙан меңдәрсә тапҡыр күберәк юҡҡа сығарыусы ҡоротҡостар ҡотороп үрсей һәм илдә ашлыҡ һәләкәтенән башланған аслыҡтан тиҫтәләрсә миллионлап кеше һәләк була.
Тәбиғәттә бер нәмә лә артыҡ та, кәм дә түгел, фәҡәт экосистеманы контролдә тотоу кәрәк. Шуға күрә лә, кемдер ошо тема буйынса әйтмешләй, илебеҙ өсөн әлеге ҡатмарлы ваҡытта ла тәбиғәт һәм бигерәк тә кескәй генә ошо турғайҙар хаҡында хәстәрлек күреүҙең ни тиклем кешелеклелек һәм киләсәкте ҡайғыртыуҙың бер ишараһы икәнлеге ҡыуандыра. Ә эш шунда: Рәсәйҙә 7 февралдән 15-енә тиклем турғайҙарҙың бөтөн Рәсәй буйынса иҫәбен алыу сараһы үткәрелә. Рәсәй Ҡоштарҙы һаҡлау союзы ағзаһы Анна Мостовая әйтеүенсә, ҡошсоҡтарға кеше хәстәрлеге һәм һөйөүенән башҡа тере ҡалыу икеле, бигерәк тә бөгөнгө экологик шарттарҙа. Тораҡ пункттарға, кешегә эйәләшкән урындарҙа был кескәй генә, ләкин йәшәргә йәбешеп ятыусы, ҡышҡы селләләргә лә хатта бирешмәүсе ҡыйыу, түҙемле ҡошсоҡтарҙы ихтирам итәйек, уларҙы емләү хәстәрлеген күрәйек, тип әйтмәксе генә инем. Был ҡошсоҡтар хаҡындағы һүҙҙе шағирә Зөһрә Ҡотлогилдинаның ошондай шиғри юлдары менән тамамлағы килә:

"Һыуыҡта туңған тәпәйҙән
Аҡ ҡарҙа ал ҡан ҡала.
Шундай кескәй, әммә түҙем
Һин турғай булып ҡара..."

Гөлфиә МӨХӘМӘТШИНА.
"Киске Өфө" гәзите, №6, 13 - 19 февраль 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 12.02.26 | Ҡаралған: 32

Киске Өфө
 
Эзопҡа бер танышы килә лә: "Һинең турала шул тиклем әшәке ғәйбәттәр һөйләйҙәр", - ти һәм ишеткәндәрен түкмәй-сәсмәй һөйләп бирә. "Кинжал яһаусылар үлтереүсе түгел, шул кинжал менән файҙаланыусылар - үлтереүсе. Минең турала һөйләүселәр - ғәйбәтсе түгел, улар һөйләгәнде ҡабатлаусы һин ғәйбәтсе", - ти Эзоп.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru