
Ҡыҙыҡ: беҙҙең мәғариф системаһы сиктән-сиккә һуғылыуҙарҙан, йыш ҡына төплө уйланмаған "реформалар"ҙан һәм уҡыусылар, студенттарҙың белем кимәле өҫтөндә тәжрибәләр үткәреүҙән ҡасан туҡтар икән?
Һаман да шул совет осорондағы тетрәнеүҙәрһеҙ, тотороҡло, ышаныслы һәм төплө белем биреү системаһын иҫкә төшөрөргә тура килә. Ул саҡтарҙағы белем биреү кимәле хаҡында бөгөн дә, совет заманына "аллергияһы" көслө әҙәмдәрҙән дә хатта йыш ҡына ыңғай фекерҙәр генә ишетелеп килә. Эйе, ул саҡта мәғариф етәкселеге океан аръяғына ла, йәнәшәләге Европа яғына ла алан-йолан ҡаранып, уларса эшләргә, уларға ярарға тырышманы ла шикелле. Өҫтәүенә, ул замандарҙа Болонья системаһы тигән нәмә лә юҡ ине. Сит илдәрҙә совет дипломын таныусы берҙән-бер критерий, ул да булһа, белем кимәле булды. Шунлыҡтан, совет белеме алған күп һәләтле ғалимдар һәм белгестәрҙең тап ана шул тарафтарҙа ҙур һорау менән файҙаланғаны, юғары баһаланғаны бер кемгә лә сер түгел. Ярай, 2003 йылда, ҡайһы бер билдәле вуз етәкселәре (МДУ ректоры В.Садовничий, мәҫәлән) ҡәтғи ҡаршы булыуға ҡарамаҫтан, күстеләр ҙә Көнбайыш тәртибенә, ләкин ул студентҡа ни бирҙе һуң? Бөтөн Рәсәй студенттар союзы рәйесе Олег Цапко әйтеүенсә, Рәсәй дипломдарын барыбер "автоматик" рәүештә танырға йыйынманылар ҙа. Һәр хәлдә Рәсәй вузын тамамлаусыларға - бакалаврмы ул, магистрантмы - квалификацияларын раҫлатыу өсөн махсус тикшереүҙәр, һынауҙар аша үтергә тура килде.
Депутат Олег Смолин да уны йөпләй: Болонья системаһында ҡатнашыу уңыш ҡаҙаныуға килтермәне, сит илдәр тарафынан белем тураһындағы документтарҙы таныу һәр ваҡыт хөкүмәт-ара килешеүҙәргә бәйле булып ҡалды. Бөгөн килеп, Дәүләт Думаһында 1 сентябрҙән вуздарҙы тағы ла ниндәйҙер аңлайышһыҙ "яңы модель"гә күсереү хаҡында һүҙ алып барыла. Әлеге "яңы модель" тигәндән, депутат Ксения Горячева әйтеүенсә, 2026 йылдың сентябренән илдең 11 вузында тәжрибә рәүешендә бакалавриат менән магистратураны нигеҙ (4-6 йыл) һәм махсуслаштырылған юғары белем (1-3 йыл. Ординатура, ассистентура-стажировка) системаһы алмаштырасаҡ, ә ҡалған вуздарҙа элеккесә тәртип һаҡланып ҡаласаҡ. Яңы модель инженер һәм фән менән төплө шөғөлләнеүсе йүнәлештәр өсөн мөһим, сөнки был өлкәлә һөнәр һайлаусы студенттарға юғары әҙерлек талап ителә һәм улар был белемде дүрт йыл эсендә генә алып бөтөрә алмаясаҡ, тип аңлатыла.
Был дөрөҫтөр ҙә, сөнки хеҙмәт баҙарында барған етеҙ үҙгәрештәр уҡытыу программаһын бөгөнгө көн талабынан сығып ирекле рәүештә төҙөүҙе талап итә. Дөрөҫөн әйткәндә, был мәсьәлә бөгөнгө рубриканың төп темаһы булып та тормай ине, төп сәбәп - белем биреү өлкәһендә ҡуҙғатылмаҡсы тағы бер яңылыҡ хаҡында: РФ Мәғариф министрлығы ошо йылдың 1 сентябренән дөйөм урта белем биреү мәктәптәрендә сит тел дәрестәрен сикләмәксе. Был нигеҙҙә 5-7 кластарҙа аҙнаһына өс сәғәттән сит тел дәрестәрен икәүгә ҡалдырыу хаҡында бара.
Һөҙөмтәлә был класс балалары уҡыу йылы барышында 510 сәғәт урынына сит телде 408 сәғәт, йәғни 92 сәғәткә кәм, уҡыясаҡ. Әйткәндәй, мәҫәлән, инглиз теленән Берҙәм дәүләт имтиханы тапшырыусылар һаны ла йылдан-йыл кәмей барыуы күҙәтелә: 2023 йылда улар һаны 85,5 мең уҡыусы булһа, 2024 йылда - 84,7 мең, ә былтыр 81 мең кеше тапшырған. Шуға ярашлы, инглиз теленән уртаса балл да кәметелә, ә үтә торған балл хәҙер ни бары 22 менән сикләнәсәк. Ләкин вуздарҙа ул 40 балл. Тик шулай ҙа бюджет урыны өсөн конкурста ни тиклем юғарыраҡ балл булһа, шул тиклем һәйбәт икәнлеге былай ҙа аңлашыла. Мәскәүҙең Халыҡ-ара мөнәсәбәттәр институты уҡытыусыһы Валерия Архипова фекеренсә, инглиз телен БДИ-ға һуңғы кластарҙа ғына "штурмлау" етмәй, уны нигеҙ белем булараҡ, тап ана шул 5-6 кластарҙа ныҡлап өйрәнеү, даими телмәр үҫтереү кәрәк.
Сит илдәр менән мөнәсәбәттәр үҙгәреп тороуға ҡарамаҫтан, тормош дауам итә, шуға күрә лә сит телдәрҙе уҡытыуҙа ниндәйҙер сәйәси сәбәптәр кәртә була алмайҙыр. Сит телдәрҙе яҡшы үҙләштереү йәштәрҙең донъя кимәлендә аралашыуына юл аса; күптәр халыҡ-ара компанияларҙа эшләп, тәжрибә тупларға, донъяуи кимәлдә фекер йөрөтөргә, дуҫтар табырға теләй. Инглиз теле булһынмы ул, ҡытай телеме - һәр хәлдә лә был бөгөнгө йәштәрҙе карьера үҫешенә, әүҙем эшмәкәрлеккә әйҙәйәсәк сара. Дөрөҫ, Балтик буйы илдәре кеүек, Рәсәйгә агрессив мөнәсәбәтле төбәктәрҙә рус теле даими ҡыҫырыҡлана, ләкин бындай әхлаки сикләнгәнлек һәм сәйәси күрәғаралыҡ уларҙың үҙҙәре өсөн генә зыян.
Рәсәй Мәғариф министрлығының сит телдәр уҡытыу сәғәттәрен кәметеү ниәте уҡытыу программаһына 5-7 кластарҙа "Рәсәй халыҡтарының рухи-әхлаҡи мәҙәниәте нигеҙҙәре" (ОДНКНР) урынына уның яңыртылған һәм өҫтәлгән варианты - "Рәсәйҙең рухи-әхлаҡи мәҙәниәте" сәғәттәре индереү һәм уға дәрес теҙмәһендә башҡа предметтар иҫәбенә урын биреү кәрәклеге менән аңлатыла. Был йәһәттән Рәсәйҙең атҡаҙанған уҡытыусыһы, Мәскәүҙең 109-сы мәктәбе директоры Евгений Ямбург былай тине: "Яңы предметтар индереү буйынса тәҡдимдәр бик күп, ләкин шул уҡ ваҡытта мәктәп программаһының резина түгеллеген дә оноторға ярамай. Мин рухи-әхлаҡи мәҙәниәткә һис ҡаршы түгелмен,- ти танылған педагог, - ләкин мәғариф сиктәрен туҡтауһыҙ киңәйтә барыу ҙа мөмкин түгел. Юғиһә, мәктәп программаһына индереп ебәрергә тигән ниндәй генә тәҡдимдәр яңғырамай: Һалым министрлығы - һалымдар хаҡында, Экология министрлығы сүп-сарҙы айырымлап йыйыу тураһында дәрестәр индерергә тәҡдим итә һәм башҡалар. Бындай ваҡытта мин аптыраштан: "Ә нимә иҫәбенә? Математиканымы әллә рус телен ҡыҫҡартабыҙмы?" - тип һорайым. Һис юғында баланың башы, мейе мөмкинлектәре хаҡында уйлайыҡ - ул да бит төпһөҙ түгел, үҙенә күрә нормалары бар, ә уны боҙоу көрсөккә килтерәсәк",- тип яуап бирәм", - тигәйне.
Уның фекеренсә, рухи-әхлаҡи мәҙәниәт хаҡында һәр бер гуманитар предмет үҙе күпте һөйләй һәм төплө һабаҡ бирә. Һәләтле уҡытыусы класында, әлбиттә. Мәҫәлән, рус теле һәм әҙәбиәте, тарих, география, биология дәрестәре - шул уҡ рухи-әхлаҡи ҡиммәттәр хаҡында түгелме ни? Достоевский, Толстой, Чехов һәм башҡа классиктарҙың үлемһеҙ әҫәрҙәре, бөйөк тарихи шәхестәребеҙҙең тормош өлгөһө, шулай уҡ Тыуған ил, Ватан киңлектәрен һәм байлыҡтарын өйрәнеүсе хатта география предметы ла төплө белемле уҡытыусы дәресендә ысын мәғәнәһендә рухи ҡиммәттәребеҙгә һөйөү тәрбиәләүсе һабаҡҡа әйләнә. Йәнә лә был кластарҙа электән "Рәсәй халыҡтарының рухи-әхлаҡи мәҙәниәт нигеҙ-ҙәре" дәресе уҡытылып килгәс, тимәк, уның дәрестәр теҙмәһендә тәғәйен үҙ урыны бар, тигән һүҙ һәм яңы вариант өсөн ниндәйҙер предмет сәғәттәрен ҡыҫҡартыу ҙа кәрәк булмай сыға түгелме, тип комментарийҙар яҙа социаль селтәрҙәрҙә ата-әсәләр.
Фәүзиә ИҘЕЛБАЕВА.
"Киске Өфө" гәзите, №7, 20 - 26 февраль 2026 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА