«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ошо көндәрҙә Рәсәйҙә Студенттар көнө билдәләнде. Ә ниндәй ул бөгөнгө студенттың торомошо? Ни менән көн үткәрә улар? Байрам уңайынан юғары уҡыу йорттарында уҡып йөрөгән йәштәргә ошондай һорауҙар менән мөрәжәғәт иттек.

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
 
ЗАМАН ЙӘШТӘРЕ ЛӘ ЭТНОМОДА ШАУҠЫМЫНДА
+  - 


Бөгөнгө көндә төрлө сараларҙа, хатта урамда ла этно элементтары булған кейемле кешеләрҙе күреү бер кемде лә аптыратмай хәҙер. Халҡыбыҙҙың аҫыл костюм үрнәктәрен, биҙәүестәрен тергеҙеү эше лә активлаша. Тормошон шул эшкә бағышлаған йәш егет Иҙел ХӘКИМОВ менән милли кейем оҫтаһы һөнәренең үҙенсәлектәре тураһында әңгәмә ҡорҙоҡ.

Тыуып үҫкән ерҙәрең, ғаиләң тураһында һөйләп кит әле. Атай-әсәйеңдән алған тәрбиә, һабаҡтар ниндәй?

- Мин үҙем Әбйәлил районы Асҡар ауылында тыуып үҫкәнмен. Атайым - Фәрит Булат улы, урман башҡорто, сығышы менән үҙенең ҡул оҫталары менән дан тотҡан Ишкилде ауылынан була. Шуға мин дә үҙемде сығышым менән Ишкилде ауылынан тип таныштырам. Атайым эске эштәр органдарында эшләне, әлеге ваҡытта хаҡлы ялда. Әсәйем - Рима Фазулла ҡыҙы, иҡтисадсы, бөгөнгө көндә район хакимиәтенең мәғариф бүлеге хеҙмәткәре. Улар ғаилә ҡороп, Асҡарға күсеп килгәс, беҙ тыуғанбыҙ. Ғаиләлә өс малай, иң кесеһе - мин һәм Урал батырҙың өсөнсө улы Иҙелдең исемен миңә ҡушҡандар. Әсәй-атайым икеһе лә ныҡ уҡымышлы кешеләр: әсәйем рус әҙәбиәтен яҡшы белһә, атайым башҡортса күп уҡый. Һәм улар мине башҡорт мөхитендә, тыуған ерҙе яратырға, тамырҙарыңды онотмаҫҡа, туғанлыҡ ептәрен өҙмәҫкә өйрәтеп үҫтерҙеләр. Шундай тәрбиә биргәндәре өсөн рәхмәтлемен уларға. Ғөмүмән, бала сағым бәхетле үтте. Ярты йәйҙе Күсем ауылындағы өләсәйемдә, инәйҙәремдә күлдә һыу инеп, ҡояшта ҡыҙынып үткәрһәм, икенсе яртыһы Ишкилделәге икенсе олатайыма бесән эшләшеп үтә торғайны.

Һөнәр һайлау юлың бормалы-бормалы булған, ахры, шулаймы?

- Эйе, Таһир Күсимов исемендәге Асҡар гимназияһын тамамлағас, артабан ҡайҙа барырға тигән һорау килеп тыуҙы. Үҙемдең киләсәктә кем булырымды аныҡ ҡына белмәһәм дә, тыуған ерҙә йәшәү, халҡыма хеҙмәт итеү хыялы ҙур ине. Ғөмүмән, бәләкәй сағымда аттар менән ныҡ ҡыҙыҡһындым. Башҡортостанда балалар өсөн берҙән-бер "Юрға" ат-спорт мәктәбенә йөрөү бәхете тейҙе. Бала саҡта аттарға ҡарата һөйөү олатайым мәктәбенән, уның менән бесәнгә йөрөгән ваҡыттарҙан ҡалған. Ат йәнле кеше булғас, үҫкәс, ветеринар булырмын тигән уйҙар ҙа бар ине. Әммә мәктәптә уҡыған йылдарҙа медицина өлкәһе бик оҡшаһа ла, химия менән бик борсаҡ бешмәне минең. Унан башҡа математиканы яҡшы белә инем. Шул ваҡытта әсәйем медицина өлкәһендә инженер һөнәрен һайларға тәҡдим итте. Уйланым-уйланым да, шул юҫыҡта әҙерләнә башланым. Физика һәм математика буйынса Берҙәм дәүләт имтиханын тапшырҙым. Мәскәүгә уҡырға китергә тигән уй ҙа бар ине, атай-әсәйем: "Тәүҙә Өфөлә уҡып сыҡ, уҡып бөткәс, теләгең һүрелмәһә, Мәскәүгә китерһең", - тинеләр, төпсөк улдары булғас, йыраҡҡа ебәрергә теләмәгәндәрҙер инде. Мәктәптә уҡығанда уҡ бейеүгә йөрөгәйнем, шуға сәнғәт өлкәһенә лә китергә тигән уйҙар булып алды, әммә ғаилә менән кәңәшләшкәндән һуң, төплөрәк белем алыр өсөн ул ваҡыттағы Өфө дәүләт авиация техник университетын һайланым.
Медицина өлкәһендә инженер - бик етди һөнәр, студент булғас, бейеүҙе ташлайым, башкөллө уҡыуға сумам, тип ниәтләп барған инем. Әммә ижадилыҡ үҙенекен итте: шунда уҡ беренсе курстар араһында ойошторолған конкурста ҡатнашырға ризалыҡ биргәнемде үҙем дә һиҙмәй ҡалдым. Ул ваҡытта ӨДАТУ күпселеген рус мөхитле уҡыу йорто булараҡ билдәле ине, мин башҡорттарға хас ябайлығым менән яулап алдым, ахыры, шунан һуң башҡорт, татар дуҫтарым барлыҡҡа килде. Шул конкурстан һуң "Айтуған" халыҡ бейеүҙәре ансамбленә саҡырҙылар. Тәүҙә бер аҙ икеләнеп торһам да, шулай ҙа ризалаштым.
Бакалаврҙы тамамлағас, эш эҙләү әллә ни уңышлы булманы, шуға күрә артабан да үҙемдең йүнәлешем буйынса магистратураға индем. Ул ваҡытта мин милли кейем менән ныҡлы ҡыҙыҡһына, киләсәктә инженер булып эшләмәйәсәгемде аңлай башлағайным инде. Ярты йыл белем алғандан һуң, БДУ-ның Башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультетына күсергә тигән ҡарарға килдем. Был күсеүемә ҡыуанып бөтә алмайым, дөрөҫөн генә әйткәндә. Әлеге ваҡытта аспирантмын.

Һәр хәлдә, әлеге шөғөлөңә университетта өйрәтмәгәндәрҙер. Башҡорттарҙа тегенеү - ирҙәр эше түгел, тигән фекер йөрөй бит инде, һин был шөғөлгә, дизайнер эшенә, нисек килдең? Модельер булараҡ тәүге тәжрибәң тураһында һөйлә әле?

- Дизайнер кешенең үҙенең коллекцияһы булырға тейеш, мин әле ундай кимәлгә етмәгәнмен, үҙ коллекциямды булдырыу минең өсөн әле хыял булып ҡына ҡала. Үҙемде милли кейем оҫтаһы тип һанайым. Белеүемсә, әсәйемдең өләсәһе итек тегеү, балаҫ һуғыу оҫтаһы булған. Бәлки, уның оҫталығы быуындар аша миңә күскәндер. Әсәйемдең әсәһе лә мине ни өсөндөр һәр саҡ ҡул эштәренә өйрәтте. Хатта шарф бәйләп ҡарағаным булды. Шул ваҡытта минең күңелемә тәүге орлоҡтар һалынғандыр, моғайын.
Ғаиләбеҙҙә милли кейем өлкәһендә эшләгән кеше булманы, әммә һәр ваҡыт минең ҡыҙыҡһыныуҙарымды күтәреп алып, дәртләндереп торҙолар. Мәҫәлән, дүртенсе кластарҙа уҡығанда, "Китап" нәшриәте һатыу менән районға килгән ваҡытта, атайым миңә үҙем теләгән барлыҡ китаптарҙы, шул иҫәптән Руденконың "Башҡорттар" китабын да алып, эсенә "Иҙелдең шәхси китапханаһы" тип яҙып та биргәйне. Бәләкәй сағымда шул китаптарҙы ҡарап ултырғанда, көләпәрә күреп ҡалып, бесәнгә кейергә уңайлы тип, шундайҙы үҙемә тегеп алғайным. Уны эҫе ҡояштан елкәне ҡаплап кейеп йөрөнөм. Был шөғөлгә китаптар аша килдем, тип әйтһәң дә була.
Мәктәптә тикшеренеү эштәре менән булғанда, һыбай йөрөгәндә милли костюмда сығыш яһау теләге уянғайны. Бейегән осорҙа ла ошо миллилек мөхитендә ҡайнап йәшәйһең бит инде. Сәхнә костюмдары өсөн тәңкәләрҙән сулпылар эшләй торғайным. Тап шул мәлдә интернет селтәрендә оҫта-реконструкторҙар эштәре киң тарала башлағайны, шул эштәр ҙә мине илһамландырҙы.
Тәүге стилләштерелгән селтәремдең схемаһын бейеү конкурстарында милли биҙәүестәр эшләгән апай һыҙып, нисек яһалғанын аңлатып биргәйне. Яҡындағы "Лилиә" ательеһынан кәрәкле материалдар алып, яйлап ҡына әсәйемә тип селтәр эшләй башланым. Бынан ары ҡыҙыҡһыныуым арта ғына барҙы.
Юғары уҡыу йортонда уҡыған ваҡытта "Этномода" конкурсына иғлан күреп ҡалдым. Ҡатнашыу теләге бар икәнен белгәс, профком бар мөмкинлектәр булдырҙы, ныҡ ярҙам итте. Был конкурсҡа мин үҙем белгәнсә башҡорт костюмы әҙерләнем. Еңгәм Зөбәржәт Үтәрбаева тегеү машинаһында күлдәктәр тегеп бирҙе, биҙәүестәрен үҙем әҙерләнем. Шулай итеп, ҙур булмаған коллекциям менән Майкоп ҡалаһында үткән "Этномода" халыҡ-ара йәш дизайнерҙар конкурсында ҡатнаштым. Рәсәйҙең төрлө-төрлө төбәктәренән йәштәр йыйылғайны. Башҡортостандан бер мин генә инем. "Милли кейем" номинацияһында беренсе урын яуланым. Дизайн эшенә ҡағылышлы булған һөнәрле кешеләр араһында мин берҙән-бер инженер инем. Тәүге осорҙа ауыр булыр һымаҡ күренде, халҡыбыҙҙа "Башҡорттар улай итмәй" тигән фекер ҙә йөрөй бит инде. Әммә әлегәсә мин үҙемдең тормошомда һөнәремә ҡағылышлы бер ниндәй ҙә ҡаршылыҡ тойғаным булманы. Яҡындарым һәр саҡ ярҙам итергә әҙер. Дуҫтарым, үҙем бик үк иғлан итергә тырышмаһам да, "Иҙел милли кейемдәр тегә" тип, данымды алдан таратып йөрөй. Яңы таныштарым һорауҙар бирә, ҡыҙыҡһыналар, ғаиләләрендәге ҡомартҡыларға бәйле тарихтар менән бүлешәләр, минең өсөн ҡыуаналар. Бөтөнләй таныш булмағандар мастер-кластарға килеп, эшләп, тегеп ҡарайҙар. Бөгөнгө көндә кәрәкме ул, тип һорағандар ҙа булды. Минеңсә, бындай шөғөлдәр һәр ваҡытта ла актуаллеген юғалтмаясаҡ, яһалма интеллект уларҙы тулыһынса алмаштыра алмаясаҡ.
Ир-егеттәр эше түгел, тигән фекергә килгәндә, беҙҙең ғаиләлә атайым, кәрәк булһа, ваҡ-төйәк тегенеү эшен дә башҡара торғайны. Беҙ шуны күреп үҫтек. Башҡорттар араһында ла ир кешеләр тире эшкәртеү, сыбыртҡы үреү кеүек кәсептәр менән булған бит. Милли кейем үрнәктәре эҙләп, районға экспедицияларға сыҡҡанда ла тап ирҙәр тегеү, бесеү эшенә оҫта икәнен күргәнем булды. Бөгөнгө көндә донъялағы иң күренекле дизайнерҙар ҙа - ир-егеттәр.

Һинең был шөғөлөң нимәһе менән үҙенсәлекле? Башҡорт халҡының ошо хазинаһын, мираҫын һаҡлауға, тергеҙеүгә өлөшөң бар тип иҫәпләйһеңме? Милләттәштәрҙе ҡыҙыҡһындырамы был һин тыуҙырған моделдәр?

- Һәр бер һөнәр эйәһе был тормошта үҙ эше менән тирә-яҡтағыларға файҙа килтерергә тейеш. Тап мин ошо оҫталығым менән башҡаларҙы халҡыбыҙҙың бай тарихы, үҙенсәлектәре менән таныштыра, үҙебеҙгә лә уны онотмаҫҡа ярҙам итә алам тип уйлайым. Милли кейем үткәндәрҙе лә сағылдыра һәм милләттең үҫеүен, үҙгәреүен дә раҫлай.
Башҡалар менән сағыштырғанда, мин бар эштәремде лә музей өлгөләренә ҡарап, башҡорт милли кейем ҡанундары буйынса, үҙ ҡулдарым менән эшләйем. Биҙәүестәр өсөн мәрйен-аҡсалар ҙа, уларҙың нигеҙе буласаҡ кейеҙҙәр ҙә ҡул менән эшкәртелә. Күптәрҙең, халыҡ костюмдары элементтары тағыуға ауыр, уңайһыҙ, тигәнен белеп, мин биҙәүестәрҙе хәҙерге заманға яраҡлаштырып стилләштерергә, әммә ябайлаштырмаҫҡа тырышам.
Шулай уҡ мин һәр ваҡыт эҙләнеү, бөгөнгө көндә бик үк таралмаған милли кейем өлгөләрен тергеҙеү өҫтөндә. Силәбе өлкәһе башҡорттарының бәләкәй ҡалпағын эшләнем. Музей өлгөләре буйынса тегелгән беренсе хәситәмде эшләгәндән һуң, мәҫәлән, Санкт-Петербургтағы "Собака.ru" журналы коллаборация ойошторорға тәҡдим итте. Журнал өсөн хәситә менән төрлөсә стилләштереп төшөрөлгөн фотолар интернет селтәрендә таралды. Хәҙерге көндә онотолоп барған хәситә заманса образ элементы булараҡ модаға инде. Әйткәндәй, хәситә төрлө халыҡтарҙа осрай торған биҙәүес, һәм һәр милләт уны үҙенә генә хас деталдәр менән тулыландырған.
Эштәрем тарихи ысынбарлыҡҡа тура килһен өсөн боронғо өлгөләр йыям. Музейға барһаң да, ундағы экспонаттар быяла аҫтында, ә үҙеңдең коллекцияңдағы әйберҙәрҙе һин тотоп ҡарап, бар яҡлап та өйрәнеп эшләй алаһың. Ул әйберҙәрҙе эҙләп табыуы үҙе бер мажараға әйләнеп китә. Әлбиттә, файҙалы танышлыҡтарһыҙ булмай, тик ҡайһы бер ваҡытта һис уйламағанда бик ҡыҙыҡлы үрнәктәр табыла. Мәҫәлән, бер ваҡыт өләсәйемдең мунсаһынан боронғо камзул табып алдым. Ул ваҡытта әле кейем тергеҙеү менән бик мауыҡмаһам да, уның тарихи йәһәттән бик ҡиммәтле әйбер икәнен аңлай инем, алып ҡайтырға булдым. Өләсәйемдең күстәнәстәр менән ҡуша шул камзулды ла миңә тоттороуын уның фатиха биреүе кеүек ҡабул иттем. Был камзул - минең шәхси коллекциямдағы беренсе әйбер.
Туғандарым да ныҡ ярҙам итә. Инәй-апайҙарым бирнә һандығы менән килгән юрған-түшәктәрен, өләсәләренән ҡалған, ҡасандарын тирмәләрҙә ятҡан балаҫтарын алып киләләр. Шул юл менән килеп эләккән олатайымдың өләсәһенең балаҫы бар миндә хәҙер. Ниндәй генә хәлдә килеп етмәһен, туғандарҙан ҡалған ҡомартҡылар бигерәк тә ҡәҙерле бит ул. Тағы ла Силәбе, Екатеринбург, Ырымбур, Пермь башҡорттарына хас үрнәктәр йыям, әлбиттә. Уның өсөн төндәрен йоҡламай, интернет селтәрен гиҙгән ваҡыттар булғылап тора. Һәр алған әйбер тураһында мөмкин тиклем тулы мәғлүмәт яҙып, һаҡлап ҡалырға тырышам. Һәр әйберҙең ҡәҙере бар, ул исемһеҙ, билдәһеҙ булырға тейеш түгел. Киләсәктә үҙемдең шәхси музейымды асыу хыялы ла бар, Аллаһ бойорһа.
Йәштәр араһында этномода хәҙер бик киң таралды. Төрлө проекттарҙа ҡатнашырға саҡыралар, музейҙарҙа үткәргән оҫталыҡ дәрестәренә кешеләр күпләп килә. Селтәр баҫырға килеүселәргә эштәренең башынан аҙағынаса консультация үткәрәм, материалдар менән эшләргә ярҙам итәм, бар булған тәжрибәм менән бүлешәм. Ҡатнашыусыларға бик оҡшай, был тема бик тә актуаль, сөнки глобалләшеү ваҡытында ниндәйҙер үҙенсәлегең булыу бик мөһим.
Йыш ҡына заказға ла тегәм, ҡайһы ваҡыт республикала билдәле артистар өсөн сәхнә костюмдары тегеүҙә лә ҡатнашам. Был йүнәлеш минең өсөн шулай уҡ ҡыҙыҡ.
Барлыҡ эштәремде мин беҙҙең ата-бабаларыбыҙҙың социаль паспорты булған, рухи һәм матди яҡтан байлығын күрһәткән милли кейемдәребеҙҙе беҙ генә түгел, ә бөтә донъя белергә тейеш тигән маҡсат менән эшләйем. Конкурстарҙың да Башҡортостандан ситтә үткәрелгәндәрен һайларға тырышам. Канада журналдары, бер нисә оҫта менән бергә "Elle" журналы, билдәле брендтар менән хеҙмәттәшлек иттек.

Һин йөръәт иткән иң ауыр, әммә шул уҡ ваҡытта иң ҡыҙыҡлы проект ниндәй булды?

- Һәр бер проектымды күңел һалып, яратып башҡарам. Килеп сыҡмаған осраҡта бер аҙ кисектереп торған саҡтар ҙа булғылай. Һәр әйберҙең үҙенең "бешеп сығыу" ваҡыты була бит, шул ваҡыты етһә, барыһы ла башымда уйланылғанса килеп сыға, һәр детале үҙ урынына ятып ҡына тора.
Иң яратҡан эштәремдең береһе - халҡыбыҙ өлгәләренә таянып, әсәйемә тип бағышлап эшләгән селтәр. Эйе, ул идеаль түгел, дөрөҫ булмаған урындары ла бар, бөгөнгө көндә ул әҙерәк таушалып бөткән, күпте күргән, күпте кисергән биҙәүес. Әммә ул бик күп йылы хәтирәләр һаҡлаған тәүге эштәремдең береһе.
Тағы бер минең өсөн ауыр булып тойолған проект - "Башфонд" башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды менән бергә төрлө сауҙа үҙәктәрендә балалар өсөн ойошторолған оҫталыҡ дәрестәре. Был проекттың үҙенсәлеге һәр кешенең үҙе теләгән биҙәүесте эшләргә өйрәнеүендә ине. Берҙән, балалар менән, икенсенән, кеше күп булған йәмәғәт урынында эшләп өйрәнмәгәйнем, шул ғына бер аҙ ҡурҡытып торҙо тәүҙә. Ни өсөндөр башҡорттар бик күп булманы, ә тап башҡа милләт балаларының сауҙа үҙәге буйлап йөрөгән ерҙән килеп, өйрәнеп китеүҙәре, икенсе көндә дуҫтарын алып килеүҙәре бик ҡыуандырҙы. Был бит уларҙың беҙҙең тарихыбыҙ менән ҡыҙыҡһыныуын аңлата. Ата-әсәләрҙең дә, ваҡыты булмаған осраҡта ла, түҙеп, кескәйҙәрҙең башлаған эштәрен тамамлауын көтөүҙәре айырым маҡтауға лайыҡ ине.

Этника менән ҡыҙыҡһынып, милли кейемдәр тегергә теләгән кешегә кәңәштәрең ниндәй булыр?

- Был эшкә тәүләп тотонған кешеләр иң тәүҙә туҡыма төрҙәрен өйрәнергә, милли кейемдәр тураһында күпләп материалдар ҡарарға, аң даирәһен киңәйтергә тейеш. Бөгөнгө көндә йәш блогер-этнодизайнерҙар күп, оҡшағандарының эштәрен күҙәтеп барыу ҙа артыҡ булмаҫ. Сәхнә кейеме менән традицион кейемдең айырмаһын күреп өйрәнеү мөһим, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларҙы бергә бутап эшләгән оҫталар бик күп. Милли музейҙарға барып, халҡыбыҙ костюмдарының аҫыл өлгөләрен өйрәнеү - иң мөһим аҙымдарҙың береһе.
Йыш ҡына минән: "Стилләштереүгә нисек ҡарайһың?" - тип һорайҙар. Яуабым һәр саҡ бер: әгәр милли кейем эшләгән кешеләр үҙҙәренең коллекцияларын ниндәйҙер яңы идеялар һалып, стилләштереп эшләп, дөрөҫ атама биреп, дөрөҫ итеп күрһәтһәләр, мин барыһына ла риза. Мәҫәлән, ниндәйҙер яңы технология һәм дизайн менән селтәр эшләп, уны тик "селтәр" тип кенә танытһалар, минең күҙҙәремдә был эштең шунда уҡ бәҫе төшә, сөнки минең өсөн селтәр - ул музейҙарҙа һаҡланған, аҫыл өлгөләре үҙгәрешһеҙ булған милли кейем элементы. Эшләгән әйбере яҡшы, әммә атамаһы дөрөҫ булмай икән, тимәк, ул кеше үҙ һөнәренең нескәлектәренә тулыһынса төшөнөп етмәгән. "Неоселтәр" йәки "наноселтәр" тиһәләр, уның ниндәйҙер яңылығы булғанын, заманса арт-проект икәнлеген аңлап, тыныс күңел менән ҡабул итеп була.
Шулай итеп, башҡорт халҡының милли кейемен һәм биҙәүестәрен шулай киң аудиторияға танытҡаның, күптәрҙе үҙ һөнәрең менән ҡыҙыҡһындырғаның һәм әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт, Иҙел. Киләсәктә һиңә тағы ла юғары ижади үрҙәр теләп ҡалабыҙ.

Айһылыу ДАУЫТОВА әңгәмәләште.
"Киске Өфө" гәзите, №7, 20 - 26 февраль 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 19.02.26 | Ҡаралған: 26

Киске Өфө
 

Үҙ һүҙендә тора белгән, һәр ваҡыт аныҡ эш менән мәшғүл һәм үҙ эшенең оҫтаһы булған ир - ысын ир. Эшләү, ижад итеү, эҙләнеү, барлыҡҡа килтереү, булғанды ишәйтеү - көслө заттың төп тәғәйенләнеше. Ир-егеттәребеҙгә - уңыштар!

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru