
XIX быуат аҙағында - XX быуат башында йәшәгән рус табибы, медицина докторы Дмитрий Петрович НИКОЛЬСКИЙ 1899 йылда Санкт-Петербургта баҫылып сыҡҡан "Башкиры. Этнографическое и санитарно-антропологическое исследование" тип исемләнгән үтә ҡыҙыҡлы китап авторы булараҡ билдәле. Унан башҡа Д.П. Никольский 1895 йылда "Землеведение" ғилми журналында "Из поездки к лесным башкирам" тигән этнографик мәҡәлә баҫтыра. Был мәҡәләлә Архангел заводы, Тирәкле, Уҫманғәле, Инйәр ауылдары һәм Көньяҡ Уралдың башҡа урындары иҫкә алына. Автор урындағы башҡорттарҙың көнкүреше һәм йәшәү рәүеше, ялан һәм урман зоналары башҡорттары араһындағы айырмалыҡтар хаҡында ла бәйән итә.
Йыш ҡына өй икегә бүленгән була: беренсе яртыһында, йәғни ишектән ингән яғында, аш-һыу әҙерләнә; шунда уҡ усаҡ яғыла, ябай ғына аҙыҡ-түлек һәм башҡа ваҡ-төйәк келәте лә шунда; стена йә иһә шаршау менән ҡапланған икенсе яғы йоҡо бүлмәһе ителә, ундағы тәпәш кенә һике өҫтөнә өй кәрәк-яраҡтары, һунар әйберҙәре, ат сбруяһы һәм башҡа нәмәләр һалып ҡуйыла. Тәҙрәләр булмағас, яҡтылыҡ асыҡ ишектән һәм ярыҡтар аша ғына төшә. Йорт былай таҙа тотола. Бындай йәйләү өйҙәрен урман башҡорттары бер нисә урында, үҙҙәре күсеп йөрөгән ерҙә ҡора, - ҡайһы берҙәренең 3-5 һәм унан да күберәк йәйләү өйҙәре була, шуға күрә икенсе йылға йәйләүгә сыҡҡанда уның йорто әҙер тора, шул уҡ ваҡытта дала башҡортона һәр йыл һайын үҙе менән тирмә алып килеп ҡорорға тура килә.
Йәйләүгә сығыу, тауҙарҙа ҡар иреп бөтөп, үләндәр ҡалҡып сыҡҡан ваҡытта башлана. Башлыса, май айының беренсе яртыһынан йә иһә аҙағынан алдараҡ сыҡмайҙар, ҡайһы саҡта хатта июнь башында ғына ҡуҙғалалар; бөтә ауыл бергә сыға, - унда бер кем дә ҡалмай, ауыл юҡҡа сыҡҡан кеүек тойола, уны кесерткән һәм ҡырағай киндер баҫып китә.
Беҙҙе ҡаршы алған башҡорт, ҡунаҡсыллығын күрһәтеп, шундуҡ үҙенең өйөнә саҡырҙы, улына аттарыбыҙҙы ҡарарға, ҡатынына самауыр ҡуйырға ҡушты. Башҡорттарға хас булған ҡыҙыҡһыныусанлыҡ менән минең кем булыуымды, ҡайҙа һәм ни өсөн барыуым тураһында белеште. Уны ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап биреп бөткәс, юлдашым менән тирә-яҡты, шулай уҡ йәйләүҙәге башҡа йорттарҙы ҡарарға булдыҡ. Уларҙың береһе янында бер төркөм башҡорттар ниҙер хаҡында һөйләшеп тора ине. Йыраҡ түгел усаҡ яғылған, унда эленгән ҡаҙанда ит бешерергә ҡуйылған. Алсаҡ хужа, ә ул мулла булып сыҡты, беҙҙе үҙенең ҡунаҡтары итеп күреп, үҙенә саҡырҙы. Йола буйынса беҙ баш тарта алманыҡ. Мин муллаға үҙемдең сәйәхәтемдең маҡсаты хаҡында һөйләй башланым. Мулла шым ғына башын һелкеп торҙо һәм ваҡыты-ваҡыты менән "Ярар, ярар", тип әйткеләне, ул шул рәүешле "Яҡшы булған", тип хуплауын белдерҙе.
Икенсе көндә иртә менән беҙ юлыбыҙҙы дауам иттек. Елмерҙәк һырттарынан бик матур күренештәр асыла. Йыраҡта сығып килеүсе ҡояш нурҙарында тау түбәләре күренә, түбәндә, тау аҫтында, томан түшәлеп ята, ул күперелеп өҫкә табан күтәрелә һәм ағастарҙы ҡуйы аҡ пәрҙә менән ҡаплай.
Ниһайәт, беҙ тауҙың иң бейек һырттарының береһенә күтәрелдек (2500 м тиклем). Елмерҙәктең урта һырты түбәһе ылыҫлы урман менән ҡапланған, ә түбәнерәк өлөшөндә һәм итәктәрендә ҡарурман өҫтөнлөк итә; бында, башлыса имән, ҡарама, ҡайын, уҫаҡ һәм күк тирәк ағастары үҫә; һуңғыһы йылға ярҙарында һәм үҙәндәрендә бигерәк тә күп осрай. Ҡарағас һәм аҡ шыршы бында иҫ китмәле бейек булып үҫә. Елмерҙәктең көнсығыш битләүенән Шүре һәм Инйәр йылғалары үҙәндәренә төшөп етергә була. Шүре йылғаһы ҙур ауышлыҡлы, ныҡ бормалы һәм уның төбө, башҡа тау йылғаларыныҡы кеүек, ташлы. Уның ағымы көслө, текә һәм бейек ярҙары ҡуйы урман йә иһә ҡыуаҡлыҡтар менән ҡапланған. Һәр саҡта ла тын торған урманда уның ағым тауышы йыраҡтан ишетелеп тора. Уның аша сығыу урынын ҡыйынлыҡ менән табып була, ә йылғаны бер нисә тапҡыр аша сығырға тура килә. Йылға үҙәнендә һерәйеп торған ҡаялар күп урындарҙа емерелгән, һәм буй-буй булып түшәлгән таш ишелмәләре юлды ҡаплап ята. Тик ошондай юлдарҙа йөрөргә күнеккән башҡорт аты ғына ошо ҙур таштар аша иркен үтеп сыға ала.
Бәҙри ӘХМӘТОВ тәржемәһе.
(Дауамы. Башы 3-6-сы һандарҙа).
"Киске Өфө" гәзите, №7, 20 - 26 февраль 2026 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА