
Беҙҙе алмаштырыр йәш быуын ниндәй ул? Сәғит БӘҘРЕТДИНОВ менән әңгәмә ҡороп, ошо һорауға яуап эҙләнек. Ул Өфөлә тыуып үҫкән, өс юғары белемгә эйә, әүҙем ирекмән, донъяға киң ҡарашлы йәш кеше.
Сәғит, һин мегаполиста тыуып үҫкәнһең. Ырыуың, ата-бабаларың тураһында ниҙәр беләһең? Бер юлы үҙең менән дә таныштырып үт гәзит уҡыусыларҙы.
- Мин үҙем - әйле ырыуы башҡорто. Тарихсылар билдәләүенсә, тамырҙарыбыҙ уғыҙҙарға барып тоташа. IV-V быуаттарҙа был ҡәүем Арал буйы һәм Көньяҡ Уралдан алып Көнбайыш Монголия далаларына тиклем таралып ултырған. IX-XII быуаттарҙа ата-бабаларыбыҙ Һырдаръя һәм Арал буйы далаларынан Көньяҡ Уралға килә һәм Мейәс, Уй, Әй йылғалары үрендә, Урал йылғаһының үрге ағымында, күпселек осраҡта хәҙерге Башҡортостандың төньяҡ-көнсығышында - Салауат, Ҡыйғы, Дыуан, Мәсетле, Балаҡатай райондары биләмәһендә, урынлаша. Ҡайһы бер аралар күсенеп йөрөгән. Мәҫәлән, минең дуҫым - Архангел районының әйле ырыуы башҡорто. Киң билдәле башҡорт тарихсы-ғалимы, яҙыусы, суфый-шағир Тажетдин Ялсығол (1768 - 1838 йылдар) үҙенең "Тарихнамә-и Болғар" әҫәрендә (асылда, әйле ырыуы шәжәрәһе) тарихи шәхестәр, тарихи ваҡиғалар менән бер рәттән, Ҡол Ғәлигә барып тоташҡан үҙенең шәжәрәһен дә килтерә.
Үҙемдең ата-бабаларыма килгәндә, атайым, Вәлиәхмәт Миңләхмәт улы, архивтарҙа ултырып, тулы мәғлүмәт туплай алды, һәм мин бөгөн етенсе быуынға тиклем шәжәрәмде беләм. Нимәһе ҡыҙыҡ, ул Сәғит исемле бабамдан башлана. Уның тураһында бик үк белмәйбеҙ, ә бына уның улы Бикжан Сәғитов үҙ ваҡыты өсөн ярайһы ҙур поход старшинаһы чинын биләй. Тоғро хеҙмәт итә, Ҡурғаш ауылынан Иҙрискә күсеп ултыра. Был турала "ревизские сказки" тип аталған ул саҡтағы йән иҫәбе документтарында мәғлүмәт бар. Бикжан Сәғитовтың улы - Мөхәмәтфәйез. Ул 48 йәштәр тирәһендә донъялыҡтан үтә. Уның улы Мөхәмәтшакир бик талантлы кеше була, ҡурайҙа оҫта уйнай. Мөхәмәтшакирҙың улы - Бәҙретдин. Ул уҡымышлылығы менән айырылып тора. Бәҙретдиндың улы Миңлеәхмәт - минең ҡартатайым. Ул, һаулығы насар булһа ла, үҙ теләге менән һуғышҡа китә, яраланһа ла, тыуған йортона иҫән ҡайтып инә. Атайым Вәлиәхмәт Миңлеәхмәт улы Мәскәү дәүләт педагогия институтының педагогика һәм психология факультетын тамамлай. Мәсәғүт педагогия училищеһында, Башҡорт дәүләт педагогия институтында психология фәнен уҡыта. Артабан Мөхәмтғәле Исҡужин исемендәге 136-сы башҡорт лицейында фәнни-методик эштәр буйынса директор урынбаҫары вазифаһын биләй. 1999 - 2003 йылдарҙа Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың Закондар сығарыу палатаһы депутаты вәкәләттәрен атҡара. БР-ҙың "Мәғариф тураһында"ғы законына үҙгәрештәр индереп, башҡорт телен дәүләт теле булараҡ уҡытыу буйынса закон ҡабул итеүҙә туранан-тура ҡатнаша, уның авторҙарының береһе ул. Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары вазифаһын башҡара, хәҙер "Киске Өфө" гәзитендә эшләй.
Ғаиләлә беҙ - өс малай һәм бер ҡыҙ. Мин үҙем 1988 йылда тыуғанмын. Өфөнөң 136-сы башҡорт лицейын тамамланым. Тәүге юғары белемде Башҡорт дәүләт университеты филология факультетының башҡорт-сит илдәр телдәре бүлегендә алдым. 1999 йылда Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының психология буйынса магистратураһына уҡырға индем. Уны тамамлағас, медицина университеты магистратураһында ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә беренсе ярҙам ойоштороу йүнәлеше буйынса белем алдым. Хәҙер медицина колледженың өсөнсө курсында уҡып йөрөйөм. Алла бирһә, быйыл фельдшер дипломы алам.
Тамырҙарың тәрән һәм бәҫле. Үҙең дә белемгә ынтылаһың, тәрән фекерләйһең. Әйт әле, филолог-педагог, сит ил телдәре белгесе, психолог, ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә беренсе ярҙам ойоштороу буйынса белгес, фельдшер - былар бер-береһе менән нисек бәйләнгән һөнәрҙәр, уларҙы ниндәй маҡсат тотоп өйрәндең һәм өйрәнәһең?
- Кеше бәләкәйҙән үҙ образын тыуҙыра. Атай-әсәйе, үҙенә ҡарата мөнәсәбәттәр, бала саҡ ваҡиғалары, даими ишеткән һүҙҙәр, мәктәп аша хасил була. Тәүге тапҡыр вуз һайлағанда һәләтемә, мәктәптә өлгәшемә таяндым, тип әйтә алам. Инглиз телен һәйбәт үҙләштергәйнем. Сөнки беҙҙең лицейҙа был сит ил теле тәрәнәйтеп өйрәтелде. Бюджет урынына инер өсөн еңел юлдан киттем килеп сыға. Ләкин эске теләгем башҡа ине. Ул медицина менән психология юҫығында ятты. Ни өсөн тигәндә, бәләкәйҙән атайымдың психология буйынса китаптары менән ҡыҙыҡһына инем. Шәхси китапханаһы бик бай булды. Шул иҫәптән балалар психологияһы буйынса ла баҫмалар күп ине. Мәҫәлән, балалар иғтибарын нығытыуға бәйле матур иллюстрацияланған журнал алдыртты. Ныҡ ҡыҙыҡ ине улар минең өсөн.
Әсәйем минең - табип. Беҙ бәләкәй саҡта ул гел, арағыҙҙан берәйегеҙ медицинаны һайлаһа ине, ти торғайны. Әсәйем дә медицинаға арналған төрлө конференцияларҙан, семинарҙарҙан матур биҙәлгән буклеттар, башҡа материалдар алып ҡайта ине. Уларҙы ҡарау ҙа мине мауыҡтырҙы. Препараттар нисек ҡулланыла, улар ярҙамында ниндәй ауырыуҙар дауалана - ошоларҙы ҡыҙығып уҡыным. Әлбиттә, был ҡыҙыҡһыныуҙар эҙһеҙ үтмәгәндер. Педагогика һәм филология тормош ағымына эйәреүем һөҙөмтәһе булһа, психология - эске ынтылышым сағылышы ул. Әле кабинетым бар, мохтаждарға психолог ярҙамы күрһәтәм.
Психологияға уҡытҡанда беҙгә медицина, йәғни кеше организмы төҙөлөшө, эшмәкәрлеге, сирҙәре тураһында белем бирелмәне. Шуға ла медицина колледжена уҡырға индем. Кеше бит тән һәм күңел торошон берләштергән бер бөтөндө хасил итә. Өҫтәмә был белем миңә пациенттың хәлен тәрәндән аңларға һәм уға дөрөҫ тәҡдимдәр бирергә булышлыҡ итә. Миҫал итеп, үҙ практикамдан бер осраҡты килтерәм.
Ярҙам һорап мөрәжәғәт иткән студент бер туҡтауһыҙ стресс кисерә, имтихандарҙан ныҡ ҡурҡа. Ҡулына иғтибар иткәйнем, унда дерматит булыуын күрҙем. Бөтә бәләләренең башында, триггер булып, ошо сире ятмаймы икән, тигән уй килде башыма. Медицинала психосоматик сир, тигән төшөнсә бар. Психосоматик тайпылыштар - психик һәм физиологик факторҙарҙың үҙ-ара тәьҫире һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән өҙлөгөү хәле. Шуға ла психологтарға медицинаны белеү бик тә кәрәк, тип уйлайым.
Һине полиглот икән, тип ишеткәйнек. Ниндәй телдәрҙе беләһең, телдәр менән ҡасан һәм нисек ҡыҙыҡһына башланың?
- Эйе, мин инглиз, испан, португал телдәрен, әлбиттә, рус һәм туған башҡорт телдәрен беләм, уларҙа иркен аралаша алам.
Әйткәйнем инде, мәктәптә сит илдәр теленән махсус программа буйынса уҡыттылар, тип. Башланғыс синыфтарҙы тамамлаған йылда лицейҙа инглиз телен тәрәнәйтеп өйрәтеүгә нигеҙләнгән кластар асылды. Бишенселә аҙнаһына ун сәғәт инглиз теле инде. Көн һайын ике дәрес үтә ине. Ул ғына ла түгел, белем биреүҙә ике йүнәлешле программа ҡулланылды: Рәсәйҙә ҡабул ителгән һәм Бөйөк Британияның Кембридж университеты әсбаптары буйынса уҡыныҡ. Яратып уҡыныҡ, тип әйтә алам. Бик ҡыҙыҡ һәм бик үҙенсәлекле хәтирәләр ҡалған ул дәрестәр тураһында. Артабан, ошо йүнәлеште тотоп, университетҡа индем.
Испан телен Мексикала йәшәгәндә үҙләштерә башланым. Ҡайтҡас үҙаллы дауам иттем. Курстарға яҙылып шөғөлләндем. Ә Мексикала йәшәп алыуымдың үҙ тарихы бар.
Испан һәм португал телдәре бер төркөмгә ҡарай, әйтәйек, башҡорт, татар, ҡаҙаҡ һәм башҡа төрки телдәр кеүек. Мексикала йәшәгән испан телле һәм Бразилияла йәшәгән португал телле ике кеше, әгәр әкренерәк һөйләшһәләр, бер-береһен аңлай.
Гете менән Чехов, күпме тел беләһең икән, шул тиклем кеше һин, тигән. Йәғни, әгәр бер генә тел белһәң, һин - бер кеше, ике тел икән - ике кеше һәм артабан шулай күбәйә бараһың килеп сыға.
Сит телде белеү офоҡтарҙы киңәйтә һәм тормош тәмен тулыһынса тойорға мөмкинлек бирә. Телдәрен белмәйенсә, ул телдә һөйләшкән халыҡты, уның мәҙәниәтен һәм традицияларын тулыһынса аңлау мөмкин түгел. Яңы тел үҙләштерһәң, үҙеңде башҡа кеше итеп тоя башлайһың һәм хатта уйҙарың да башҡаса тыуа, ҡорола. Тел структураһы характерҙы, эмоцияларҙы үҙгәртә. Быны үҙемдең тәжрибәмдән сығып әйтәм - башҡортса, русса, инглизсә, испанса һәм португалса һөйләшкәндә, һәр осраҡта башҡа кешемен. Донъяға ҡарашым да башҡаса көйләнә башлай, яңы мәҙәни код барлыҡҡа килә. Уны, лингвистик-мәҙәни код, тиҙәр.
Ә Мексикаға нисек барып сыҡтың һуң?
- 2011 йылда армиянан ҡайттым. Ҡапылғарай эш мәсьәләһендә ҡыйынлыҡтар килеп тыуҙы. Лингвистик үҙәктә уҡытыусы урыны таптым. Матур ғына эшләп йөрөгәндә һаулыҡҡа бәйле уҡытыуҙы ташларға тура килде. Теште һурғанда инфекция ингән һәм миндә нейропатия башланды. Йәғни периферик нервыларҙың, минең осраҡта "тройничный" тип аталған баш нервыларының елһенеүе сәбәпле, ярты битем хәрәкәтһеҙ ҡалды. Һөйләшә лә алманым. Дауаланыу һәм реабилитация мәлендә студенттарҙың халыҡ-ара "АЙСЕК" тип аталған ойошмаһы менән бәйләнешкә сыҡтым. Резюмемды ҡабул иттеләр һәм үҙҙәренең базаһына индерҙеләр. Индонезия, Төркиә, Ҡытай һәм башҡа илдәрҙән тәҡдимдәр булды. Бер көндө Мексиканан шылтыраттылар. Әгәр риза булһаң, беҙ һине алабыҙ, тинеләр. Атай-әсәйем, дуҫтарым менән кәңәшләштем дә, унда барырға булдым. Ярты йыл Мексика балаларына инглиз теленән дәрестәр бирҙем. Унда белем биреү методикаһы бөтөнләй башҡа. Латин Армерикаһы илдәре ғалимдары берләшеп, үҙенсәлекле "Уна" тип аталған система булдырған. Мин уҡытҡан өсөнсө һәм бишенсе синыф уҡыусылары, әйтәйек, математиканы дәүләт теле булған испанса уҡый ҙа, минең дәрестә шул уҡ теманы инглизсә тағы бер тапҡыр үтә. Был программаға ингән башҡа предметтарға ла ҡағыла ине. Ике ҡуянды бер юлы атып алған һымаҡ килеп сыға: инглиз телен өйрәнәләр һәм үткән материалды тағы бер тапҡыр ҡабатлайҙар.
Контракт буйынса бер йыл эшләргә тейеш инем, ләкин мине ҡабул иткән ойошманың ваҡытында визамды оҙайтмауы арҡаһында ярты йылдан ҡайтып китергә тура килде. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эшләһәм дә, бай тәжрибә тупланым. Өфөлә кесе синыф балаларын уҡытҡанда ул миңә ныҡ ярҙам итте. Йыл аҙағына уҡыусыларымдың һикһән проценттан ашыуы программаны яҡшы үҙәләштерә ине.
Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы факультетын тамамлағанда диплом эшеңде инглиз телендә яҡлағанһың икән. Был бик һирәк күренеш, ни эшләп шундай ҡарарға килдең?
- Беҙҙең бүлек ике профилле ине. Ике факультетҡа ҡараныҡ - филология һәм роман-герман. Шуға ла һәр студенттың ике ғилми етәксеһе булды. Мин "Башҡорт, рус һәм инглиз телдәрендә "мин" тамыры" тип аталған темаға диплом эше яҙҙым. Швейцар психологы Карл Густав Юнгтың коллектив тәүаң концепцияһына ярашлы, һәр кемдә, халыҡтарҙа бөтә кешеләр өсөн уртаҡ, дөйөм эмоциональ үткәнебеҙ һөҙөмтәһе булған уйҙар һәм тойғолар йәшәй. Ғалим үҙе әйткәнсә: "Коллектив тәүаңда һәр кешенең мейе структураһында тергеҙелгән әҙәми зат эволюцияһының бөтә рухи мираҫы бар". Шулай итеп, коллектив тәүаң быуындан-быуынға тапшырыла һәм бөтә кешелек өсөн дөйөм булып тора. Улар төрлө халыҡтарҙың символдарында сағыла. Ошо теорияны "мин" тамыры аша иҫбатланым. Сөнки һүҙҙәр ул - шул уҡ символдар. Коллектив тәүаң бар икән, телдәрҙә ул мотлаҡ сағылырға тейеш. Ошо гипотеза өҫтөндә эшләгәндә бик ҡыҙыҡлы һөҙөмтәләр килеп сыҡты. Мәҫәлән, башҡорт телендәге "мин" зат алмашы рус телендә юҡ һымаҡ, ләкин икенсе сағылышта уны табып була: "меня зовут". Инглиз телендә "меня зовут" "my name is" булып яңғырай. Шулай итеп, "мин", "меня", "мей" (my) - мәғәнә яғынан да, яңғырашы буйынса ла яҡын һүҙҙәр. Тимәк, Карл Юнг теорияһы дөрөҫ. Әлбиттә, минең дәлилдәрҙе шик аҫтына ҡуйырға мөмкин. Диплом яҡлағанда комиссия ағзалары араһында, былар тап килеүҙәр генә, тип әйтеүселәр булды. Ғилми етәкселәрем минең позицияла ныҡ торҙо, һөҙөмтәлә һынауҙы уңышлы тоттом.
Диплом эшеңде ни эшләп инглиз телендә яҙҙың, тигән һорауға яуап ябай ғына - телде тәрән өйрәнгәс, уны ҡуллана белергә лә кәрәк бит. Диплом эшемде тәүге етди практика тип тә ҡабул итергә мөмкин.
Республика Хөкүмәте стипендианты булараҡ, һине Рәсәйҙең билдәле вуздарының береһендә уҡыуыңды дауам итергә димләгәндәр, ләкин һин үҙ теләгең менән әрме хеҙмәтенә киткәнһең...
- Бишенсе курста Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге степендия лауреаты инем. Артабан уҡыуҙы аспирантурала дауам итеү тураһында тәҡдим яһанылар. Мәскәү һәм Санкт-Петербург вуздарының береһендә политология, социология һәм тарих буйынса өс йүнәлештең береһен һайлау мөмкинлеге булды. Мин баш тарттым. Йәшем үтмәҫ элек хеҙмәткә барайым, аҙаҡ Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы структураһында эшләрмен, тип уйланым. Июнь аҙағында диплом алдым һәм биш көндән армияға юлландым. Артиллерия ғәскәрҙәре сафына эләктем.
Егет кеше һалдат мәктәбен мотлаҡ үтергә тейешме? Армия һиңә нимә бирҙе, ысын ир-егет ниндәй булырға тейеш?
- Армия сафтарында хеҙмәт итеү - үҙенсәлекле тормош тәжрибәһе ул. Тик ир-егеттәрҙән генә торған коллективта бер-береңде аңларға, аралашырға, уртаҡ тел табырға өйрәнәһең. Армияла, бигерәк тә тәүге осорҙа, төрлө ауырлыҡтар, һынауҙар етерлек була, хеҙмәттәштәрең менән бергә уларҙы үтеп сығыуы еңелерәк. Армия хеҙмәтендә сынығыу үтеү - боронғо традиция, ул кешенең шәхесен физик һәм рухи яҡтан сыныҡтыра. Мин уны ир-егеттәрҙең күмәкләп һунарға йөрөүе менән сағыштырыр инем: һунарҙа сая, ҡыйыу, йылғыр, тәүәккәл кешеләр уңышҡа өлгәшә.
Ир-егетмен тиһәң, физик һәм рухи яҡтан көслө булырға ынтылырға кәрәк. Икенсенән, яуаплылыҡ тойғоһо ныҡ үҫешкән булыуы мөһим: үҙеңдең тормошоңда һәм эшеңдә, ғаиләң, балаларың, иптәштәрең, ғөмүмән, барса йәмғиәт алдында ирҙәрсә яуаплы булыу фарыз. Унан һуң, үҙ-үҙеңә ҙур ышаныс менән ҡарап, ҡыйын хәлдәрҙә ҡалған саҡта ла ҡуйған маҡсаттарыңдан ваз кисергә ярамай. Ир-егет күп һөнәр эйәһе булһа, хуплауға һәм маҡтауға лайыҡ.
Бөгөнгө көндә һин медицина колледжында уҡыйһың. Һаман уҡыу, һаман студент... Атай-әсәйеңә ҡыйынлыҡ һалмайһыңмы?..
- Юҡ, мин - тулыһынса үҙаллы кеше. Биш йыл инде үҙмәшғүл сифатында һалым органдарында теркәлгәнмен, тәржемәсе эшен алып барам, психолог консультациялары үткәрәм. Тәүҙә биш йыл тәржемәләр бюроһында эшләнем. Сит илгә сыҡҡан Рәсәй граждандарының, йә, киреһенсә, беҙгә килгән, бында йәшәгән, эшләгән, уҡыған сит ил кешеләренең документтарын тәржемә итә торғайныҡ. Милек алыш-биреше, башҡа мәсьәләләр буйынса килешеүҙәрҙе нотариаль раҫлағанда ҡатнаштыҡ, сит ил граждандары менән никах теркәлгәндә лә загста тәржемәсе булырға тура килде. Ошо уҡ эштәрҙе хәҙер ҙә алып барам. Үҙ ыңғайыма булыу, ирекле график миңә күберәк оҡшай. Үҙмәшғүл статусы төрлө проектарҙа ҡатнашырға, ирекмәнлек менән шөғөлләнергә, көндөҙгө бүлектә колледжда уҡыу мөмкинлеген бирә. Даими клиенттарым бар, улар аша ишетеп башҡалар ҙа килә. Ғөмүмән, эшһеҙ ултырғаным юҡ.
Хеҙмәт юлын уҡытыусы булып башлағанһың. Ни өсөн ул юлды артабан дауам итмәнең?
- Йәшерен-батырыны юҡ, уҡытыусы һөнәренең аҡсаһы бик-бик тә аҙ. Дәрес үткәрәһең, шунан баш ҡалҡытмай документтар менән ултыраһың. Бер үк нәмәне электрон һәм ҡағыҙ варианттарҙа тултыраһың, шуныһы бигерәк тә күңелде ҡыра ине. 2015 йылда мәктәптән бөтөнләй киттем. Хәҙерге эшем ике-өс тапҡырға юғарыраҡ баһалана.
Сәғит, һин бик әүҙем ирекмәнһең дә: дүрт мәртәбә Луганск Халыҡ Республикаһына барып, икешәр аҙна хәрби госпиталдәрҙә МХО-ла яраланған яугирҙарҙы дауалағанда ярҙам итешкәнһең...
- Беренсе тапҡыр ирекмәндәр төркөмө менән госпиталдә 2024 йылдың авгусында булдым. Мине бер кем дә көсләп йә өгөтләп алып китмәне унда. Үҙ иркем, үҙ теләгем менән барам хәрби госпиталдәргә ярҙамға. Махсус хәрби операция зонаһында булған кешенең тормошҡа ҡарашы бөтөнләй үҙгәрә. Ундағы һәм бындағы ысынбарлыҡ - ике төрлө донъя. Һинең ярҙамың, медицина йәһәтенәнме, психологик яҡтанмы баһалап бөткөһөҙ әһәмиәткә эйә унда. Табиптар, шәфҡәт туташтары, санитарҙар, яралылар менән ябай һөйләшеү ҙә уларға көс, ынтылыш бирә. Һалдаттарҙың яраһын бәйләргә лә, уларҙы МРТ, рентген кабинеттарына алып барырға ла, ашатырға ла, йыуындырырға ла, тышҡа сығарып йөрөтөргә лә кешеләр кәрәк. Бигерәк тә ир көсө етешмәй. Шуға ла ирекмәндәрҙең ярҙамы МХО тылында бик мөһим.
Психолог булараҡ, шәхестең ниндәй сифаттарын өҫтөнлөклө тип һанайһың?
- Минеңсә, кешенең иң мөһим сифаттарының тәүгеһе - тыйнаҡлыҡ. Был осраҡта нимәне күҙ уңында тотам һуң? Иң элек яҙмышың менән риза булырға кәрәк. Ниндәй генә хәлдәр килеп сыҡҡанда ла. Рәхмәтле була белеүҙе икенсе урынға ҡуям. Яңы таңды ҡаршылайһың икән - башың эшләй, тәнең һыҙламай икән - рәхмәтле бул. Ейгән ризығың өсөн рәхмәтле бул. Өсөнсөһө - яҡшылыҡ, изгелек. "Урал батыр" эпосын алһаҡ, унда: "Яҡшылыҡ булһын атығыҙ, Кеше булһын затығыҙ..." - тиелә. Әлбиттә, был тормоштағы негативты күрмәҫкә тырышыу түгел. Насарлыҡты ла күрергә, уға мөнәсәбәтеңде белдерергә, хатта нәфрәтләнергә лә кәрәк. Кеше төрлө була ала, эмоция ул - тәбиғи күренеш. Ләкин башҡаларға ҡарата, бигерәк тә яҡындарыңа ҡарата күберәк яҡшылыҡ эшләргә, изгелекле ғәмәлдәр ҡылырға тырышыу мөһим. Шунда ғына шәхес гармония кисерә.
Бөгөнгө башҡорт йәштәре ниндәй булырға тейеш һинең күҙлектән?
- Хәҙерге заманда ҡала башҡортона төрлө өлкәләрҙә белемле булыу мөһим. Беҙ тиҙ үҙгәреүсән мөхиттә көн итәбеҙ. Мәҫәлән, яһалма интеллект йәшәйештең барса өлкәләрендә лә кешеләрҙе алмаштыра башлаясаҡ, шуға күрә хеҙмәттә конкурентлыҡ көсәйә барасаҡ. Тимәк, кешегә бер юлы бер нисә һөнәргә эйә булыу файҙалы буласаҡ. Боронғолар ҙа: "Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ", - тигәндәр бит.
Икенсенән, күп теллелек - киләсәк талабы. Сит телдәрҙе ни тиклем күберәк беләһең - киләсәккә юлдарың шул тиклем асыҡ буласаҡ. Сит илдәргә сығып, ваҡытлыса булһа ла эшләп ҡайтыу башҡа халыҡтарҙың мәҙәниәтен, йәшәү рәүешен яҡындан тороп аңлау, уларҙың ыңғай яҡтарын үҙ тормошоңда ҡулланыу мөмкинлеген бирә. Туған телеңде белеү мотлаҡ, сөнки телеңдән яҙһаң, этномәҙәни кодыңды ла юғалтасаҡһың. Бының өсөн барса мөмкинлектәр бар: мәктәптәр, уҡыу әсбаптары, интернет селтәрҙәре, электрон программалар. Теләһә ниндәй йәштә лә туған телеңде үҙаллы өйрәнеп була, тик теләк кенә булһын.
Өсөнсөнән, ҡала мөхитендә йәшәгәндә кеше йыш ҡына төрлө ҡыйын хәлдәргә тарый, стресс кисерә, шәхес-ара конфликтлы хәлдәр ҙә булып тора. Шуға күрә үҙ-үҙеңде танып белергә, хис-кисерештәрең, мөнәсәбәттәрең менән һөҙөмтәле идара итергә өйрәнергә лә кәрәк. Ә бының өсөн психологик яҡтан да белемле булыу фарыз.
Бөйөк мәғрифәтсебеҙ Мифтахетдин Аҡмулланың саҡырыуы, ораны бөгөн дә актуаль: "Башҡорттарым, уҡыу кәрәк, уҡыу кәрәк!"
Әңгәмәбеҙҙе йомғаҡлап, шундай һорау бирәйем: киләсәккә ниндәй пландар менән йәшәйһең?
- Психологтар, кеше үҙенә бер йылға, биш йылға план ҡорорға тейеш, ти. Элек ошо принципты тота инем. Ике йыл тирәһелер, аныҡ маҡсаттар ҡуймайынса, тыуған һәр көндөң, тотош донъяның матурлығын, хозурлығын тойоп, ҡыуанып, шөкөр итеп йәшәйем. Русса әйткәндә, просто живу. Ял көндәрендә оҙатыусы-гид сүрәтендә дуҫтарымды тауҙарға бер көнлөк походтарға алып сығам, башҡа мауығыуҙарым да бар. Нишләп өйләнмәйһең, тип йыш һорайҙар. Был турала әле уйлағаным юҡ. Ғәҙәттә, демографик бурысты минең өсөн ағайымдар арттырып үтәгән, тип шаяртам да ҡуям. Ысынлып та, уларҙың икәүһенән туғыҙ туғаным бар.
Шулай итеп...
Ҡала башҡорто Сәғит Бәҙретдинов миҫалында, йәш быуын белемгә, күңеле ятҡан һөнәргә, шөғөлгә ынтыла, тип әйтә алабыҙ. Рухи-әхләҡи ҡиммәттәрҙе өҫтөн ҡуялар, шул уҡ ваҡытта үҙҙәренең нимәгәлер бәйле булыуын теләмәйҙәр. Бәлки, шуғалыр, йәштәр ғаилә ҡороу мәсьәләһен кисектерә килә һәм, аҙаҡ килеп, күптәре яңғыҙ ҡала, үҙ нәҫеле сылбырын өҙә. Был иһә, кеше үҙенә йөкмәтелгән төп бурыстарҙың береһенән тайпыла, ғүмерен заяға үткәрә, тигән һүҙ. Сәғиткә тиҙерәк өйләнергә һәм атай бәхетен татырға яҙһын, тип теләйбеҙ.
Рәсүл БАЙГИЛДИН әңгәмә ҡорҙо.
"Киске Өфө" гәзите, №7, 20 - 26 февраль 2026 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА