«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ошо көндәрҙә Рәсәйҙә Студенттар көнө билдәләнде. Ә ниндәй ул бөгөнгө студенттың торомошо? Ни менән көн үткәрә улар? Байрам уңайынан юғары уҡыу йорттарында уҡып йөрөгән йәштәргә ошондай һорауҙар менән мөрәжәғәт иттек.

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
 
ДОНЬЯҒА БАШҠОРТ ИТЕП ЯРАЛТҠАН АЛЛАҺ ТӘҒӘЛӘГӘ ШУҒА РӘХМӘТЛЕМЕН...
+  - 


Тыуған еребеҙҙә, республикабыҙҙа, илебеҙҙә генә түгел, хатта донъя кимәлендәге мөһим тарихи сараларҙа танылыу алған Айҙар Мәжитовты белмәгән кеше юҡтыр. Мәргән уҡсы ла, ҡурайсы ла булған яҡташыбыҙҙың тарихты иҫ китмәле кимәлдә белеүенә хайран ҡалаһың. Уның башҡорттар, уларҙың үткән данлы юлы, ҡоралы, йәшәйеше тураһында һөйләүен һәм башҡа ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәрен сәғәттәр буйы ялҡмайынса тыңларға мөмкин. Ғүмер үҙенә ике "бишле" һуҡҡан арҙаҡлы яҡташыбыҙ, Темәс тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы мөдире, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, танылған тарихсы-реконструктор, Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы Айҙар Рәйес улы МӘЖИТОВтың һүҙҙәренә ҡолаҡ һалайыҡ.

Ни өсөн тыуған көнө ике тапкыр билдәләнә

Мин был донъяға ете айлык булып тыуғанмын. Ауырлығым бер килограмм өс йөҙ грамм ғына булған. Шуға күрә әсәйем мейес синдегенә һалыр булған да, ваҡыт-ваҡыты менән йүргәкте асып ҡарап, тын алышымды тикшергән. "Иларға ла хәлең юҡ ине", - тип әйтә ине. Фельдшер Мәрйәм инәй: "Ҡуй, Ҡунаҡбикә, баланы яҙҙырып торма, йәшәмәҫ ул", - тип әйткәс, тыуыу тураһында документ алып тормағандар. Шулай итеп, ай ярым ваҡыт үтеп киткән. Унан атай түҙмәгән, 16 мартта ауыл советына барып, метрика алырға ҡарар иткән. Был дата - икенсе тыуған көнөм. Мәрйәм инәйгә ҙур рәхмәт инде, аяҡҡа баҫтырған. Дүрт йәш тулғас, ныҡлап атлап киткәнмен, ләкин телем бик иртә асылған.
Балаға исем ҡушыу - һәр ғаилә өсөн мөһим ваҡиға. Шуға миңә исем ҡушырға барыһы ла йыйылған. Исмәғил олатай (колхозды ойоштороусы, уның беренсе рәйесе) Юлмөхәмәт тип ҡушабыҙ тигән. Сафия өләсәй уға ҡаршы төшкән: "Юҡ, Юлмөхәмәт ат ҡарағы, юлбаҫар булды. Уланыбыҙ Айҙар буласаҡ", - тигән. Ун өс бала тапҡан Герой-әсә һүҙе атайым өсөн закон булған инде. Шулай итеп, исемем Айҙар булып киткән.
Хәҙер уйлайым да, Юлмөхәмәт исеме минең булмышымды билдәләгән кеүек. Юҡ, ат урлағаным, юл баҫҡаным булманы, әммә гел юлдамын, меңдәрсә саҡрым үтеп, Балтиканан алып Беринг боғаҙына тиклем, күп кенә Европа илдәрен күрергә насип булды. Поляр түңәрәкте үтеп, Чукоткала балалар уҡытып та ҡайттым бит әле мин.

Нисек тарихсы булып киткән?

Кешенең үҙенә ғүмерлек һөнәр һайлауы, бала саҡ хыялы булып, маҡсатлы башҡарылһа ла, айырым бер осраҡтарҙа көтөлмәгән ваҡиға ла хәл итә икән быны…
Сибай педагогия училещеһын тамамлағас, хәрби хеҙмәтем бай тарихлы боронғо рус ҡалаһы Серпуховта башланды. Чехов ҡалаһында сержант-кесе командирҙар курсын тамамлап ҡайтҡас, хәрби частың дөйөм комсомол йыйылышында комсомол секретаре итеп тәғәйенләнеләр. Август айы аҙағында, частың сәйәси бүлек етәксеһе майор Достоевский Бородино ялан-музейына экскурсияға барыу өсөн алдынғы 20 комсомолецтың исемлеген төҙөргә бойорҙо. Бородино ялан-музейы менән танышыу минең буласаҡ һөнәремде билдәләне лә инде. Музей хеҙмәткәре Бородино алышы тураһында һөйләгәндә айырым бер хөрмәт менән атаман Платов еткселегендә дон казактары һәм башҡорт яугирҙарының фланга һөжүмен телгә алды. Минең күҙҙәрем янып торғандыр инде, экскурсоводтың: "Арағыҙҙа башҡорттар бармы?"- тигән һорауына ниндәй ғорурлыҡ менән ҡул күтәреүемде күрһәгеҙ ине!
Бәлки, ошо минутта мин тарихсы булырға ҡарар иткәнмендер, тип уйлайым. Хеҙмәтем ахырында часть командиры полковник Лось Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетына уҡырға йүнәлтмә тапшырҙы һәм лайыҡлы тарихсы булырға өндәмә бирҙе - был хәлдәр һаман да күҙ алдымда тора.

Тарихсы-тергеҙеүсе лә ул

2012 йылдың бесән осоронда йәшенләп яуып киткән ямғыр ҡыҫҡа ғына ваҡытҡа ял бирҙе. Мин трактор кабинаһында ятҡан "Ватандаш" журналының яңы һанын ҡулыма алдым. Журналдағы И. Шәйәхмәтовтың "И один в поле воин" мәҡәләһе мине тетрәндерҙе. Сөнки автор ниндәй матди ҡыйынлыҡтар аша Бородино алышы реконструкцияһына яңғыҙы ғына барыуы тураһында бәйән итә ине. Ни өсөн башҡорт егеттәре был изге эштә аҙ ҡатнаша, ни өсөн мин был эштән ситтә тороп ҡалам һуң, тигән уй шулай уҡ ҡасандыр булған Бородино яланына саҡырғандай тойолдо. Илдар Шәйәхмәтовтың телефонын табырға һәм бәйләнешкә сығырға Ҡаратал ауылынан Байғотлин Айбулат ярҙам итте. Бергәләп әҙерләнеп, Бородино алышына юлландыҡ. Шулай итеп мин "Төньяҡ амурҙары" хәрби-тарихи клубы ағзаһы булып киттем. Данлыҡлы олатайҙар юлынан Бородинонан Парижғаса юл үтергә, Сена йылғаһы буйында ҡурай уйнарға насип булды...
Ошо сараларҙа ҡатнашыу тарихыбыҙҙа билдәле булмаған факттар аса - иҫең китерлек. Башҡа тарихсыларҙан айырмалы рәүештә, минең мәғлүмәттәр, видео-фотолар шкафта туҙанда ятмай. Аллаға шөкөр, улар балалар - тыңлаусы аудитория, музейға килеүселәр өсөн эшләй, төрлө фәнни эҙләнеү эштәрендә, конференция-форумдарҙа, радио-телевидениела күрһәтелә, яңғыратыла.

Ни өсөн "Месье Баймаҡ"?

Һәр реконструктор-тергеҙеүсенең үҙ ҡушаматы бар. Илдар Шәйәхмәтов - Түрә, Азат Ҡужин - Ҡартатай, Рафаэль - Амантай, Юлай Ғәлиуллин - Мәргән һ.б. Минең ҡушаматым да осраҡлы ҡушылды. Беҙҙе, баймаҡтарҙы, башҡа район кешеләре: "Улар бит баймаҡтар! Күкрәктәре күм-күк", - тип көнләшеп тә, һоҡланып та бер була! Тарихи тергеҙеү "алышында" һәр ғәскәр айырым лагер-йәйләү булып тора. 2012 йылда, Бородиноға республиканан, тарихсы-тергеҙеүселәрҙән тыш, ҙур делегация барҙы: журналистар, БСТ телевидениеһы һ.б. Журналист Мөнир Ҡунафин кисен хәл белергә килә лә, үрелгән тал ситән аша, шаяртып, киң таралған лаҡап "Баймаҡлар бармы?" тип, Колоч йылғаһы буйын яңғыратып һөрәнләп шаярта. Ә беҙҙең йәйләүгә урыҫса вата-емерә һөйләшкән француз Бернард Сизмак ҡунаҡҡа килергә әүәҫләнеп алғайны. Бер ваҡыт француз тыныс йоҡо теләп ҡайтырға булды, минең сират еткәс, ҡулымды ҡыҫып, "Доброй ночи, месье Баймак!" тимәһенме! Егеттәргә ней, етә ҡалды. Шулай итеп, "Месье Баймак" минең ҡушаматыма әүерелде .

Тарих уҡытыусыһы ниндәй ул?

Тарих уҡытыусыһы өсөн үткән тарихты белеү генә түгел, ә заман менән бергә атлау мөһим. Эйе, башҡа предмет уҡытыусылары, мәҫәлән, ҡасандыр йөҙ йыл элек асылған теорема, ҡағиҙә, ҡабатлау таблицаһын йылда уҡыусыларға тырыша-тырыша өйрәтә. Ә тарих уҡытыусыһы яңынан-яңы асыштар, архив сығанаҡтары, документтар менән танышырға, ер-һыу атамаларын, шәжәрә ептәрен ныҡлы белергә тейеш. Сөнки тарихты бер ҡалыпҡа һалып өйрәнеп булмай, уҡыусы дәрестә төрлө һорау биреүе бар. Ни эшләп мин тарихты уҡыусыларға беҙҙең хөрмәтле ғалим-профессорҙар яҙған китаптарҙан ғына уҡытам, нишләп мин тарих эсендә йәшәмәйем, тигән уй мине тарихи тергеҙеү (реконструкция) донъяһына килтерҙе лә инде. Тарихи реконструкцияның алтын ҡағиҙәһе - реаль ысынбарлыҡты күрһәтеү. Бында ниндәйҙер авторлыҡ-үҙешмәкәрлек юҡ! Тарихи мундир ялтор-йылтыр концерт-сәхнә кейеменән ары тора, "яу яланында"ла, мин - башҡорт, бөтәһен дә еңәм, тигән сәм ҡабул ителмәй. Әгәр ата-бабаң яу яланынан сигенгән икән, һин дә сигенәһең - тарих боҙоп күрһәтелергә тейеш түгел!
Европа илдәре: Германия, Франция, Австрия, Чехия, Словакия, Польша сиктәрендә үткәрелгән Наполеон дәүере алыштарынан тыш, яҡташыбыҙ Алдар батыр эҙҙәренән Азов походында, ике тапҡыр Балтика дингеҙе буйы - Ете йыллыҡ һуғыштың Гросс-Егерсдорф алышында, Учалы районы Ҡунаҡбай ауылында яҡташыбыҙ Шакирйән Мөхәмәтйәновтың (Александр Матросов) батырлығына арналған реконструкцияларҙа ҡатнашырға тура килде.

Иң иҫтә ҡалған ваҡиға

2015 йылдың май айында Париж ҡалаһының Гринель урамында урынлашҡан д'Эстрэ һарайында, Рәсәй Федерацияһының Франциялағы илселеге резеденцияһында, посол Александр Орлов Рәсәй реконструкторҙарын тантаналы ҡабул итеү ойошторҙо. Париж Православие Сиркәүе башлығы хәтер молебнын ойошторҙо. Сиркәү хоры орган музыкаһы оҙатыуында боронғо "Коль славен" гимнын йырлап ебәргәс, минең тәндәрем зымбырҙап китте. Тиҙ генә итек ҡуңысында йөрөткән түбәтәйемде кейеп алып, әсәйем өйрәткән "Ихлас", "Фатиха" сүрәләрен ҡабат-ҡабат уҡыным. Был тантанала мин берҙән-бер башҡорт-мосолман инем, уҡыған доғаларым ҡабул булғандыр, тип уйлайым, сөнки миңә тиклем доға уҡыусылар булдымы икән, белмәйем.
А. Орлов һәр клуб реконструкторҙары менән таныштым, үҙем һәм "Төньяҡ амурҙары" клубы менән таныштырғас, алыҫ ата-бабаларымдың тап ошо ерҙә 200 йыл элек йөрөүҙәрен, ҡурай уйнауҙарын һөйләп, "Любизар" көйөн уйнап, илсегә ҡурай бүләк иттем. Тап ошо минуттарҙа мин үҙемдең тарихи миссиямды аңланым һәм Аллаһ Тәғәләгә мине был яҡты донъяға башҡорт итеп яралтыуына рәхмәт уҡыным. Әгәр мин башҡорт булмаһам, берәй ваҡыт Парижда булыр инемме икән... Күҙ алдына килтерегеҙ әле, ошо ваҡиғаларҙан бер аҙна элек мин сират буйынса ауыл көтөүен көтә инем, ә хәҙер Эйфель башняһында торам, ата-бабалар ат һуғарған Сена йылғаһында итек йыуам, Парижда ҡурай тартам... Париж, Наполеон музейы, Нотр дам де Пари, Эйфель башняһын күреү оноторлоҡ түгел!

Музей - тормошоноң мөһим өлөшө

Өмөтбай мәктәбендә утыҙ йыллап тарих уҡытыусыһы булып эшләү, музей мөйөшө булдырырға тырышыу бит күп ҡомартҡылар йыйыуға килтерҙе. Тик мәктәптә айырым бүлмәлә музей эшләү тәҡдиме ниңәлер яҡлау тапманы. Шуға күрә лә инде шәхси музейым барлыҡҡа килде. Әйткәндәй, хәҙер тап шәхси музей ҡомартҡылары Темәс музейының Пушкин картаһы буйынса финанс планын үтәргә ярҙам итә, сөнки рәсми музейҙан кәрәкле экспонаттар сығарыу өсөн байтаҡ документтар тултырыу зарур. Тап ошо саҡта минең музей әйберҙәре ярҙамға килә лә инде. Тарихи ҡомартҡыларҙы тергеҙеү, күсермәләрен эшләү, тегенеү эштәре аша 1812, 1918, 1941-1945 йылдарҙағы башҡорт яугирының уставҡа ярашлы тулы формаларын булдырыуға килтерҙе. Мәктәптә эшләү дәүерендә уҡыусыларымдың фәнни-эҙләнеү буйынса республика, Рәсәй конкустарында еңеүсе-призер булыуҙары, музей экспонаттары конкурсында ла призлы урындар алыуы - бер көнлөк эш һөҙөмтәһе түгел инде.

Темәс музейында ремонт-реставрация эштәре тураһында

2022 йылдың май айында ремонт-реставрация эштәре башланғас та, музейҙың эш йүнәлешен үҙгәртеү ниәте барлыҡҡа килде. Уйлап ҡарағыҙ, Темәс ауылына көньяҡтан ингәндә "Темәс - Башҡортостандың беренсе баш ҡалаһы", тигән арка ҡаршылай, ә Темәс ауылында был тарихты ҡайҙа күрергә мөмкин ине һуң?
Эйе, элекке музейҙа бер генә зал булды. 1919 йылдың 18 февралендә Башревкомдың Совет власы яғына сығыу тураһындағы 70-cе һанлы бойороҡҡа ҡул ҡуйыу мәлен манекен һындары аша күрергә мөмкин ине. Миҫал өсөн, тыуған яҡты өйрәнеү музейҙары республикабыҙҙың һәр районында уңышлы эшләп килә, тиһәк, бер ҙә хата булмаҫ. Тик һәр райондың Темәсе юҡ бит, шуға күрә лә музейҙы тағы ла тулыландырыу идеяһын күтәреп сыҡтым. Был ниәтте БР Милли музей директоры Рөстәм Исхаков хупланы һәм фәнни концепцияны Фәнни совет ултырышына сығарҙы, артабан ул Мәҙәниәт министрлығы һәм БР Хөкүмәте тарафынан хупланды. Әлеге мәлдә ошо юҫыҡта экспозиция, ремонт-реставрация эштәре дауам итә.
Темәс тарихы бронза быуатынан башлана. Темәс ҡурғандарын асыҡлағанда археологик ҡаҙыныуҙарҙа ҡатнаштым. Шулай уҡ, ауылдың 21 тарихи объектына белешмә төҙөнөм һәм Темәс ауылы БР Хөкүмәтенең 2020 йылдың 30 декабрендәге ҡарары менән "Тарихи биләмә" дәрәжәһенә лайыҡ булды.
"Үлемһеҙ полк" Бөтә Рәсәй акцияһы сиктәрендә, 112-се Башкавдивизия составында алышҡан Темәс ауылынан 8 кавалерист хөрмәтенә "Үлемһеҙ кавалерия" ат парадын ойоштороуҙы традицияға әйләндереү - маҡсатлы башҡарылған ҙур эш. Кавалерия парадын ойоштороу ауыр эш, әлбиттә. Аттар, һыбайлылар табыуҙа ярҙам иткән Темәстең йылҡысы ир-егеттәре Б. Ҡотлоғәләмов, В. Байгужин, И. Ситдиҡовтарға рәхмәт. Парад өсөн Илшат Хәмит улы Ситдиҡов йыл да 5-6 баш ат бирә, үҙе лә парадта ҡатнаша.

Уңыштар һәм көйөнөстәр

Әлбиттә, дөйөм эшемдең һөҙөмтәһе - "Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы" статусына лайыҡ булыу, "Йыл уҡытыусыһы" конкурсында еңеү. Шулай ҙа был уңыштар - оҙайлы йылдарҙың эш күрһәткесе Һүҙ юҡ, етешһеҙлектәрем дә бар. Ул да булһа, беренсеһе, район тыуған яҡты өйрәнеүселәр клубы эшен йәнләндерә алмауым. Икенсенән, Темәс ауылы энциклопедияһын баҫтырыу өсөн грант ота алмауым. Өсөнсөһө инде, Өмөтбай ауылы тарихы тураһында "Өмөтбай йәдкәре" атамалы китабымды баҫтырырға баҙнат итә алмауым. Был эштәр алдағы йылдарға маҡсаттарым булып ҡала.

Милли кейем ылыҡтыра

Милли, бигерәк тә тарихи кейем һәр ваҡыт иғтибар үҙәгендә буласаҡ, сөнки был - тарих сағылышы. Шуға күрә беҙ, тарихсылар, һәр ваҡыт эҙләнергә, тикшерергә тейешбеҙ. Был һүҙгә бер миҫал: Аустерлиц алышы (Чехия) башланыр алдынан баталия үтәсәк яланға килдем. Тик минең образ берәүҙә лә тип әйтерлек ҡыҙыҡһыныу уятмай, фото төшөргә теләүселәр бөтөнләй юҡ. Аптыраҡ... Баҡтиһәң, Брно (Аустерлиц) ҡалаһында башҡорт яугирҙары клубы бар икән, чех ир-егеттәре башҡорт булып кейенеп, һәр сарала ҡатнаша, балаларҙы уҡ атырға өйрәтә, тарих һөйләй.
Башҡорт клубын ойошторусы Фредтың яурынында ике рәт тимер сынйыр тегелеүен күреп аптыраным. Минең һорауыма Фред: "Был тимер сынйырҙар яурынды ҡылыстан һаҡлай - башҡорт яугирының кейем элементы", - тип иҫемде китерҙе. Бына бит, чех был турала белә, ә беҙ онотҡанбыҙ. Бәлки, был сынйыр элементы артабан погон булып, ғәскәр төрөн айырыу билдәһе булып киткәндер, тип фаразлайым. Ысынлап та, ошо сараларҙа төрлө хуплау-комплимент ишетергә тура килә, ләкин иң иҫтә ҡалғаны - тоҡомло (пародистый) башҡорт тип әйтеүҙәре...
Арабыҙҙа ҡайһы бер кешеләр тота ла, "Башҡорт бөтә, телебеҙ-тарихыбыҙ юғала", тип һөрәнләй. Уларға яуабым шул: әгәр ҙә һине европалылар ҙа ҡабатлай, өйрәнә, күтәрмәләй, белә икән - тимәк, был халыҡ үлемһеҙ!

Ғаиләһе, яратҡан шөғөлдәре

Ҡатыным Сөмбөл - бар яҡтан да миңә ныҡлы терәк-таяныс. Әгәр ул минең шөғөлөмдө аңлап ҡабул итмәһә, мин күп асыштарыма барып етә алмаған булыр инем. Беҙ яңы өй һалып сыҡҡансы, атай-әсәйем менән йәшәнек. Сөмбөл минең ауырыу атайымды ҡарашты. Бының өсөн мин уға бигерәк тә рәхмәтлемен. Сөнки һәр кемдең ҡулынан килмәй был эш. Ике ҡыҙыбыҙ бар. Раушания мәктәпте - алтын миҙалға, унан медицина университетын ҡыҙыл дипломға тамамланы. Хәҙер дарыуханала эшләй. Бәләкәй ҡыҙыбыҙ Гөлсөм Сибай медицина колледжын тамамланы. Өфөлә онкология үҙәгендә эшләй.
Буш ваҡытымда уҡырға яратам һәм тарихи эҙләнеүҙәремде дауам итәм. Үҙемде хәрби тарихсы тип һанайым һәм ҡоралдарҙың тарихын өйрәнәм. Икенсе яратҡан шөғөлөм: көҙгөһөн һыу таҙарғас, сыраҡҡа йөрөйөм. Балыҡ булһа ла, булмаһа ла, йылға буйлап йөрөп сығыу - минең өсөн ҙур кинәнес. Мин үҙем Һыуғояр бит, шуға күрә һыу - яратҡан стихиям. Ҡайным әйтә торғайны: "Балыҡсының балыҡ тотҡан ваҡыты ғүмер китабына яҙылмай", - тип. Һыу бит кешене тынысландыра, яман уйҙарҙан арындыра.

Шулай итеп...
Мин үҙемде тейешле һәм кәрәкле заманда донъяға килгәнмен тип һанайым. Әйтеп үтеүемсә, нәҡ данлыҡлы, батыр, рухлы, аҡыллы башҡорт милләтенән булыуым менән бәхетлемен. Ата-бабаларыбыҙҙың тарихи үткән юлын тергеҙеүем, уны тотош донъяға таныта алыуым - Аллаһ Тәғәләнең мине ошо заманға ебәреп, бойорған эшелер...

Гүзәл ИҪӘНГИЛДИНА.
"Киске Өфө" гәзите, №7, 20 - 26 февраль 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 19.02.26 | Ҡаралған: 23

Киске Өфө
 

Үҙ һүҙендә тора белгән, һәр ваҡыт аныҡ эш менән мәшғүл һәм үҙ эшенең оҫтаһы булған ир - ысын ир. Эшләү, ижад итеү, эҙләнеү, барлыҡҡа килтереү, булғанды ишәйтеү - көслө заттың төп тәғәйенләнеше. Ир-егеттәребеҙгә - уңыштар!

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru