«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ошо көндәрҙә Рәсәйҙә Студенттар көнө билдәләнде. Ә ниндәй ул бөгөнгө студенттың торомошо? Ни менән көн үткәрә улар? Байрам уңайынан юғары уҡыу йорттарында уҡып йөрөгән йәштәргә ошондай һорауҙар менән мөрәжәғәт иттек.

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
 
ИХЛАС, АСЫҠ ЙӨРӘКЛЕЛӘР УРАЛ БАТЫР ҺҮҘЕНӘ САРСАП ЙӘШӘЙ
+  - 


"Әй Йола" төркөмө башҡарыуындағы "Һомай" йырының донъя кимәлендә яңғырауы, үҙебеҙсә әйткәндә, интернетты "шартлатыуы" музыка буйынса эксперттар араһында бәхәстәр тыуҙырҙы. Берәүҙәр был уңышты осраҡлы күренеш тип һанаһа, икенселәр уның серен йырҙың бөтә төрки халыҡтары араһында уртаҡ булған темаға арналыуында күрә, йәғни был феноменды төркилеккә генә бәйләргә тырыша. Уныһы шулайҙыр ҙа, әммә "Һомай"ҙың Европа илдәрендә айырата популярлыҡ яулауын нисек аңлатырға һуң улайһа?
"Русский шаффл" телеграм-каналының музыкаль тәнҡитсеһе Олег Кармунин, йырҙың иң беренсе нәүбәттә ҡаҙаҡ сегментында популярлыҡ яулауын һыҙыҡ өҫтөнә алып, төркөмдөң башҡарыусыһы Аделдың (Әҙиләнең) матурлығын композиция уңышының "ингредиенты" тип атай. Музыка буйынса журналист Михаил Маргулис "Һомай" йырының көтөлмәгән популярлығын социаль селтәрҙәр алгоритмдарында барлыҡҡа килгән "вирус" сюрприздарында күрә, йәнәһе, шуға күрә лә йыр ҙа вируслыға әүерелгән. Ә музыкаль эксперт Владимир Полупанов иһә вирусҡа әүерелгән бөтә йырҙар ҙа донъя чарттарына эләкмәй, шуға күрә был феноменды прогнозлауы бик ҡатмарлы булған уңыш тип билдәләй.
"Аҡһыу" студияһы генераль директоры, продюсер Рөстәм Сәрүәров, бындай йырҙы яҙып, донъяға сығарыр өсөн миллиард һумдар кәрәкмәй, яҡшы идея һәм эпос булыуы мөһимерәк, тип яҙа һәм хәҡиҡәткә яҡынлай ҙа.
Нисек кенә булмаһын, "Әй Йола" төркөмө, ошо "Һомай" йырын башҡарып, тарихта тәүге тапҡыр халҡыбыҙҙың һүҙен бар донъя кимәлендә берәгәй яңғырата алды. Үҙәк телеканалдарҙың һәр ҡайһыһында тиерлек сығыш яһаны улар, "Һомай" йырын донъя халыҡтары үҙ телдеренә тәржемә итеп башҡарырға кереште.
Шунан да ҙурыраҡ баһаның булыуы мөмкинме икән! Афарин, "Әй Йола", афарин, Ринат, афарин, Руслан, афарин, Аделя-Әҙиләкәй! Һеҙ мөмкин булмағанды эшләй, халҡыбыҙҙың тарихын, йыр-моңон, тауышын бар донъяға ишеттәрә алдығыҙ! Халыҡта "Ашаған белмәй, тураған белә" тигән әйтем бар. Тап шуның өсөн дә "Арғымаҡ" этно-рок төркөмө етәксеһе, "Әй Йола" төркөмөнөң солисы, атаҡлы ҡурайсы, Башҡортостандың халыҡ артисы Ринат РАМАЗАНОВ менән әңгәмә ҡороп, төркөм башҡарыуындағы "Һомай" йыры феноменының ҡайһы бер серҙәре хаҡында белергә теләнек.

Ринат, һеҙ "Һомай" йыры менән донъя кимәлендә популярлыҡ яуланығыҙ. Һеҙҙең уңыштың нигеҙендә нимәләр ята тип уйлайһың: оригиналь көймө, ритммы, йыр тексымы, ҡурайҙың, думбыраның, өзләүҙең синтезымы, костюмдарығыҙмы, замандың электрон мөмкинлектәрен файҙаланыумы, йырҙы башҡарыусы Аделяның "рафинад" башҡорт телеме, тарихмы һ.б.? Нимә генә тимәйек, был уңышығыҙ осраҡлы ғына күренеш булманы. Ҡыҫҡаһы, "Әй Йола" феноменының нигеҙҙәрен нимәлә күрәһең?

- Иң беренсе нәүбәттә, Урал батырҙың рухы, Аллаһ Тәғәләнең ризалығы, халҡыбыҙҙың ҡатмарлы һәм аңлатып бөтә алмаҫлыҡ тарихы ярҙам иткәндер. Меңәр йылдар буйына Урал батыр рухы менән йәшәү һәм шуға тоғро булып ҡалыу, Урал бәйғәмбәр һүҙен еткерергә тырышыуҙан һәм уны миллиондарҙың ҡабул итеүенән килеп сыҡты ла инде был ижади уңыш.
Йыр тексының авторы Диана апай Килдина туғыҙ йыл элек миңә Урал батырға арналған шиғырҙарын уҡып күрһәткәйне. Ул мәшһүр эпосыбыҙҙы ғүмере буйына өйрәнә, уның иң тәрән һәм йәшерен мәғәнәләрен сығарып, шиғырҙар ижад итә. "Арғымаҡ" төркөмө егеттәре менән сығыш яһап йөрөгәндә биргәйне ул шиғырҙарҙы. Шул саҡтан туғыҙ йыл үткәс кенә уларға тотонорға форсат тыуҙы. Унан алда ҡыйманыммы, әллә кимәлем етмәнеме, шиғырҙары көтөп ятты. "Арғымаҡ" төркөмөнә нигеҙ һалғанда төп эш ҡоралдарыбыҙ ҡурай, думбыра, ҡумыҙ, өзләү, шулай уҡ заманса стилләштерелгән төрлө музыка ҡоралдары ярҙамында халҡыбыҙҙың тарихына, уның мәшһүр шәхестәренә, арҙаҡлы батырҙарыбыҙға төп иғтибарыбыҙҙы йүнәлткәйнек.

Бер нәмә лә осраҡлы булмай, тиҙәр, улай ғына ла түгел, философия күҙлегенән ҡарағанда, һәр бер осраҡлылыҡ законлы күренеш тиҙәр. Шулай ҙа "Арғымаҡ" төркөмөн ойоштороу нисегерәк башланып китте?

- Мин бәләкәй саҡта уҡ "Рәсүл ағай Ҡарабулатов һымаҡ ҡурайҙа уйнаясаҡмын" тигән маҡсат менән ҡурайға тотонғайным. 2007 йылда Өфө сәнғәт училищеһында уҡығанда гитарасы бер егет менән заманса йүнәлештә ижад итә башлағайныҡ. Ә 2009 йылда инде "Арғымаҡ"тың тәүге репетицияһы булды. 2023 йылда инде төркөмдө паузаға ҡуйҙым. Сөнки өс йыл буйына барған пандемия, аҙаҡ донъя болалары башланғас, егеттәр менән аҙыраҡ туҡтап торҙоҡ. Пауза юҡҡа ғына яһалманы, сөнки йылдар буйына "Арғымаҡ"та ижад итеү Урал батырға тотонорға әҙерлек тә булды.

Ә Руслан Шәйхетдинов - Руслан Север менән нисегерәк танышып киттең?

- Руслан Северҙың кассетаһын ағайым миңә 11 йәштә бүләк иткәйне. Ул Өфө сәнғәт училищеһында уҡып йөрөй ине, мин Мәләүездә мәктәптә уҡыным ул саҡта. "Нимәгә кәрәк ул миңә?" - тигәйнем, ағайым: "Әле электрон музыка яңы башланып тора, Өфөлә был нигеҙҙә сығыш яһаусылар ҙа бар", - тине. Шул ваҡытта кассетаны тыңлап, шундай кешенең барлығы хәтеремдә тороп ҡалды. Күпмелер ваҡыт үткәс, 2023 йылда филармониянан киткән осорҙа социаль селтәрҙәр аша Руслан Северҙа диджейға уҡыған, "Хан ҡыҙы" тип атап йөрөтөлгән ҡурайсы ҡыҙыҡайҙы күреп ҡалдым. Ул электрон музыкаға ҡушылып ҡурайҙа уйнай. Шунан Руслан Северҙың сәхифәһенә инергә булып киттем. Артабан уның менән танышыу теләгем тыуҙы. Бер нәмә лә осраҡлы түгел, бала саҡта миңә Руслан Северҙың кассетаһы ла осраҡлы ғына бүләк ителмәгәнлеген аңланым шул саҡта.

Шулай ҙа яңы ижадташтарың, Руслан Север, уның ҡыҙы Әҙилә менән танышыуыңдың осраҡлы булмауын тағы ла нисек аңлатаһың?

- Әйтәйек, минең буйым - 1 метр 82 сантиметр, Русландың буйы - 1 метр ҙа 86 сантиметр, Әҙилә бәләкәй генә, матур ғына ҡыҙыҡай. Әгәр ҙә бүтән күрһәткестәрҙе лә системалаштырып алһаң, был күптәнге, Хоҙай Тәғәлә тарафынан беҙгә яҙылған тәҡдир булғандыр.
Руслан - үҙенең йүнәлешендә ныҡ үҫешкән юғары профессионал. Уның кеүек оранжировка эшләүсе оҫталар бармы икән? Улар бөтә нәҫеле менән музыканттар. Әҙиләнең дә тауыш мөмкинлектәре бик киң. Ул заман музыкаһын да үҙенә һеңдереп үҫкән. Ә башҡорт мөхитендә, башҡорт көйҙәрен генә тыңлап үҫкән кешегә донъя кимәлендәге музыкаға ҡулайлашыуы бик ауырға тура килә.
Үҙем дә 1-се кластан 9-сыға тиклем рус мәктәбендә уҡыным. 10-сы синыфта ғына башҡорт класына күсеп, рухи яҡтан нығындым. Класташтарым нефть, авиация буйынса уҡыу йорттарына уҡырға инделәр. Мин дә улар һымаҡ, шул йүнәлештә китергә уйланым башта. Шул саҡта атайым, әсәйем, инәйем ҡурай уйнап, төрлө конкурстарҙа алған дипломдарыма, бүләктәремә ишаралап, сәнғәт буйынса китергә тәҡдим итте. Шуға күрә Өфө сәнғәт училищеһының ҡурай бүлегенә һынау тотоп ҡараным, тик алманылар.
Әле килеп, Руслан, уның ҡыҙы менән бергә ижад итә башлағанда, төп йүнәлешебеҙҙе этностиль тип билдәләнек. Шул саҡта архивымдан Диана апай Килдинаның 9 йыл элек миңә биргән шиғырҙарын табып алдым. Доктор яҙған рецепт һымаҡ булды ул. Руслан менән икебеҙ студияла был хәлде икәүләп бер тауыштан шатлыҡлы ауаз менән билдәләнек. Шиғырҙа бығаса күрелмәгән яңылыҡ бар ине. Уға яҙылған йырҙың бар донъяны шаңҡытыр аһәңен тойҙоҡ шунда уҡ.

Һин әйткәндәрҙе йомғаҡлаһаҡ, "Һомай" йыры феноменында бер нисә факторҙың синтезын күрергә була, шулаймы?

- Иң беренсе нәүбәттә, әлбиттә, Урал батырыбыҙ, эпостың мәғәнәһе. Ул мәктәп программаһына индерелгәнсә ябай ғына әкиәт түгел, ә ысынбарлыҡ, Урал бәйғәмбәрҙең васыяты. Халҡыбыҙ Ислам диненә тиклем дә йәшәгән, артабан Исламды ҡабул иткәндә лә Урал батырҙың:
Яҡшылыҡ булһын атығыҙ,
Кеше булһын затығыҙ:
Яманға юл ҡуймағыҙ,
Яҡшынан баш тартмағыҙ, -
тигән васыятын иҫтә тотоп, Аллаһ Тәғәләнең юлына тоғро булып ҡала. Аллаһ Тәғәләгә ихтирамды, һөйөүҙе, иғтибарҙы, ҡәлебеңдә Хаҡ Тәғәләне тойоуҙы кешегә еткерергә тырышыуыбыҙ ошо уңышҡа алып килде. Дан өсөн дә түгел, аҡса өсөн дә түгел, йондоҙ булырға ынтылыу ҙа түгел. Аллаһтың хаҡ һүҙен кешелеккә, тереклеккә, бигерәк тә туған халҡыбыҙға еткерергә тырышыуыбыҙҙың һөҙөмтәһе булды был сығышыбыҙ.
Беҙ бында сәбәпсе генә булдыҡ. Беҙ Урал батырҙы һайланыҡ, тибеҙ ҙә ул, кем белә, бәлки, Урал батыр беҙҙе һайлағандыр әле. Сөнки күп кенә ижади коллективтар, айырым кешеләр "Урал батыр" эпосына тотоноп ҡараны, ниндәйҙер кимәлдә уңыштарға ла өлгәштеләр, әммә бар донъяға яңғырарлыҡ итеп юғары кимәлгә сығыу беҙҙең өлөшкә яҙҙы. Күктән ниндәйҙер ярҙам килеп, беҙҙе ҡул менән йөрөткән һымаҡ та булды. Клиптарҙы төшөргәндә Руслан менән әрләшеп тә бөттөк. Ямғыр яуа, көслө ел, тубыҡтан батҡаҡ булһа ла, шул-шул урынға өс-дүрт сәғәт барырға кәрәклекте мин уға аңлатам. Руслан батҡаҡҡа буялып бөтәбеҙ, көнөбөҙҙө юғалтабыҙ, тип ҡаршы төшә. Шул урынға барып еткәнсе ямғыр яуа, баш осонда болоттар өйөрөлә, әммә килеп кенә етеүебеҙ була, ямғыр ҙа туҡтай, болоттар ҙа тарала, ҡояш та йылмая. Беҙ эшкә тотонабыҙ, үҙебеҙгә кәрәкле кадрҙарҙы төшөрөп бөтөп, ҡайтырға сыҡҡанда, тағы ла болоттар ҡуйыра, тағы ла ямғыр яуырға тотона. Тәүҙә беҙ был хәлде осраҡлылыҡ тип ҡабул иттек, аҙаҡтан инде ул тәбиғи күренешкә әйләнде. Миңә: "Әллә ғәләмдәр канцелярияһына хат яҙаһыңмы?" - тип тә аптыранылар.

Һеҙҙең клиптарҙы ҡарағанда Башҡортостандың ғына түгел, башҡа яҡтарҙың да тәбиғәте һынлана. Уларҙы төшөргәндә ҡайһы тарафтарҙа булдығыҙ?

- Якутияға, мәҫәлән, ҡыш бөткәс, әле туристик миҙгел асылмаған саҡта килдек. Турист һуҡмаҡтары, транспорт бәйләнештәре ябыҡ. Беҙҙе иң юғары кимәлдә Саха-Якутия Республикаһы Башлығы Айсен Николаев ҡабул итеп, үҙенең вәкилен беркетте. Шунан Транспорт министрлығы аша махсус рәүештә Лена йылғаһы буйлап ике катерҙа экспедиция астылар. Йәшәргә ҡунаҡханалар бикле, уларҙың береһенең хужаһын эшкә сығарып, йәшәргә бүлмәләр бирҙеләр, һый ҙа әҙерләнеләр. Беҙ килеү менән ҡояш сыҡты, сүллектәге шикелле футболкаларҙа ғына йөрөп ятабыҙ. Лена йылғаһының таш-ҡая бағаналарын, бизондарҙы төшөрҙөк. Өс көн эшләнек. Аҙаҡҡы кадр боҙлоҡта булды. Унда минең кадр ине. Шуны төшөрөп, машинаға ултырғайныҡ, күк йөҙөн ҡап-ҡара болоттар ҡапланы, көн боҙолдо.
Артабан Үзбәкстанға киттек. Унда эҫелек 50-55 градус тирәһе. Кешеләр был көндәрҙә урамға сыҡмай, кондиционер аҫтында ята. Беҙ килеп төшкәйнек, температура 30-30-гә тиклем түбәнәйҙе лә ҡуйҙы. Үзбәктәр: "Был ваҡытта беҙҙә ғүмерҙә лә ундай һауа торошо булғаны юҡ ине", - тип аптыранылар. Ҡаҙағстанда ла иң юғары кимәлдә ҡабул иттеләр, кадрҙар төшөрөргә рөхсәт бирҙеләр, үҙҙәренең кешеләрен беркеттеләр.
Шулай итеп, Урал батырҙың фатихаһы менән йөрөгән һәр еребеҙҙә юлдар асылып, болоттар таралып, ҡояш сығып торҙо. Кәрәкле ваҡытта тейешле кешеләр үҙҙәре килеп сыҡты, эшебеҙҙә тотҡарлыҡ булманы.
Урал батыр заманы хәҙер. Ни өсөн тигәндә, кешелек яңылыш юлға баҫты. Донъяла ҙур үҙгәрештәр бара, машиналар, технологиялар яңыра, ә рухи хәләт Урал батырҙың васыяты кимәлендә һаҡланып ҡаламы, юҡмы, әйтеүе ҡыйын. Урал батырҙың әйткән һүҙҙәре һәр заманда ла бөтә кешелек өсөн актуаль булырға тейешле. Ошо хәҡиҡәтте кешегә еткереп, кешелекте иҫкәртер мәл хәҙер.

Беҙҙең сәнғәт экзотикалы булыуы менән дә башҡаларға ҡыҙыҡлы. Һеҙҙең уңыштың нигеҙендә экзотика ниндәй урын алып тора?

- Әлбиттә, экзотик ҡараш та бар. "Астың асыуы яман", ти халҡыбыҙ. Тап шуның кеүек, рух та ашарға теләй. Рухи аҙыҡ - ул сәнғәт, тарих, ижад, дин һәм рухты туҡландыра торған башҡа мөмкинлектәр. Әле телеканалдар, социаль селтәрҙәр шәрә ҡыҙҙар менән тулған. Ирендәре бүрттерелгән, түштәре һыйырҙың елене кеүек ҙур, арт яҡтары яланғас, уларҙы береһен икенсеһенән айырып булмай. Был күренештәрҙе ҡарап та булмай, күңел болғана.
Әҙиләбеҙ - Салауат Юлаевтың ырыуҙашы, көҙәй ҡыҙы. Ул бер ҡарашы менән башҡорт ҡатын-ҡыҙының эске матурлығын күрһәтә алды. Диана апайҙың шиғырында ла шундай һүҙҙәр бар: "Тамырҙарым минең һорай, йәнем дә, ҡаным да һорай..." Төрлө илдәрҙә, төрлө телдәрҙә һөйләшеүсе кешеләр беҙҙең "Һомай" йырын сүллектә сарсаған юлсылай ҡабул итте. Йырҙың тексын рус, инглиз, итальян, испан, төрөк, үзбәк, ҡаҙаҡ һ.б. телдәргә тәржемә итеп, титрҙар эшләнек. Башҡортса сыҡҡан йырға интернет аша тәржемәләр һорай башланылар. Бөтә донъя буйынса Google белешмәһендә 1-се урында - "Һомай" йырының тәржемәһе, артабан - "Башҡортостан", шунан "Урал батыр" торҙо. Үҙ телдәрендәге йырҙың тәржемәһе аша уҡыусылар беҙҙең ижад менән тағы ла нығыраҡ ҡыҙыҡһына башланы. Беҙҙе иң күп тыңлаусылар: Рәсәй (1-се урында), Дания (2-се), Голландия (3-сө). Үҙебеҙ ҙә аптыраныҡ. Шулай уҡ Мексикала ла, Ҡытайҙа ла, Кореяла ла, Филиппинда ла, Аргентинала ла тыңлайҙар. Бынан шундай һығымта яһап була: ҡайҙа ихлас, йөрәктәре асыҡ кешеләр - шулар Урал батырҙың һүҙенә сарсап йәшәй.
Экзотика тигәндә, беҙ Африка һаҡалын, Ҡытай драконын, Бразилия карнавалын күҙ уңында тотабыҙ. Ә беҙҙең сығышҡа килгәндә, тик милли костюмыбыҙ ғына экзотиканы тәшкил итәлер. Шулай уҡ, бәлки, декорациялар экзотикалыр.

Ҡасандыр "Ламбада" йыры киң таралыу алғайны. Уны бөтә донъя халыҡтары йырланы һәм көйөнә бейене. Әммә бөгөн ул йырҙы онотҡанда бер иҫкә төшөрәбеҙ. Һеҙҙең артабан ниндәй үҫеш перспективаларығыҙ бар? "Һомай" кеүек яңғырашлылары булырмы?

- Электрон музыка семплдарҙан төҙөлә. Электронщиктар, төрлө билдәле артистарҙың йырҙарының өҙөктәрен алып, шуларҙы бер-береһенә йәбештереп сығалар. Руслан - ғүмере буйы электрон музыка менән шөғөлләнеүсе диджей. Музыкаль банктарҙы тәшкил итеүсе шундай сайттар бар, унда музыка ҡоралдарының, вокалистарҙың өлгөләрен инеп ҡарарға була. Музыкаль банк асыҡ, һәр кем инеп ҡарай һәм ундағы мәғлүмәтте ҡуллана ала. Сайтҡа ингән өсөн абонент түләүе генә бар. Инәһең дә, рәхәтләнеп музыка яҙаһың. Йырҙы тыңлаусы семпл ҡулланғаныңды белмәҫкә лә мөмкин. Был осраҡта музыкант үҙенән көйҙөң мотивын ғына ҡуша. Һәр кемдең үҙ рецепты.

Яһалма интеллект та йырҙы шул семплдарҙан алып яҙамы?

- Әлбиттә, техник яҡтан ул йыр яҙа ала, әммә уны йыр тип атап буламы икән? Сөнки яһалма интеллекттың йәне һәм моңо юҡ. Ҡайһы бер кеше йырлай, моңо бар, тик тауышы профессиональ түгел, йәки - киреһенсә. Тап шуның кеүек. Моң һүҙен руссаға тәржемә итеп булмай, тик беҙ уның нимә икәнен беләбеҙ. Салауат батыр быны ябай ғына итеп аңлата:
Һүҙем бөтһә лә телемдә,
Йырым бөтмәне, Уралым, -
ти. Һәр бер башҡорт халыҡ йырында, тимәк, Аллаһты маҡтау, йәғни зекер ята.
Яһалма интеллект был хәлде бирә алмай. Кеше профессионалмы-юҡмы, әгәр ҙә йөрәге асыҡ икән, Аллаһҡа рәхмәтле булып, ҡыуанып-шатланып, шөкөр итеп йәшәй икән, уның бар эше лә килеп сығасаҡ. Беҙ ҙә ошо хәлдә ижад итергә тырыштыҡ. Урал батыр аша Аллаһ Тәғәлә беҙгә еткергән һүҙҙе һәр кешенең ҡәлебенә етһен тип тырыштыҡ. Һәр кем йәшәү дәрте менән янһын тигән ниәт ҡуйҙыҡ.

Йырҙың, моңдоң нисек тыуыуын һүҙҙәр менән аңлатып булмай, уны йөрәк менән генә тойорға мөмкин, тиҙәр. Әле һин һүҙҙәр менән аңлатырға тырыштың. Ошо амплуанан һуң үҙеңдең ниндәй кимәлдә үҫеүеңде тойҙоң? Рухи яҡтан ниндәй үҫеш кисерҙең?

- Беренсенән, шатлыҡ, ҡыуаныс кисерҙем, әлбиттә. Иҫ белгәндән алып ижад менән йәшәйем бит. Һәр бер артист халҡының, тамашасыһының ҡабул итеүен теләй. Был йәһәттән мин маҡсатыма ниндәйҙер кимәлдә өлгәштем. Икенсе яҡтан ҡараһаң, быға нисек өлгәшәһең бит әле һәм ниәтең ниндәй? Дан алам, аҡса эшләйем, популяр йырсы булам, тигән маҡсат ҡуйһаң, былары донъяуи ғына ҡараш. Ә Урал батырға бәйле ижадҡа донъяуи ҡараш менән генә тотоноп булмай, сөнки унда халҡыбыҙҙың тарихы ята. Киләсәккә тапшырыла торған сикһеҙ ҡиммәтле ҡомартҡы менән эш итеү ҙур яуаплылыҡ талап итә. Шуға күрә шатлыҡ менән бергә яуаплылыҡ та килә. Һәр аҙымыңды үлсәп, уйлап йәшәү бурысы тыуа. Уңға һәм һулға бер миллиметр ҙа китергә ярамағанлығын да аңлайһың әле ул. Хатта магазинға барғанда ла һине таныйҙар, ҡарап торалар, һынайҙар, шул кимәлдә лә яуаплылыҡ тояһың.

Һиңә ҡарап, милләтеңә лә баһа бирәләр бит әле ул...

- Әлбиттә, был халҡың алдында ла яуаплылыҡ.

Гастролдәрҙә үҙегеҙгә, шулай уҡ халҡыбыҙға ҡарата ниндәй мөнәсәбәт тойҙоғоҙ?

- Рәсәйҙең 22 ҡалаһында сығыш яһаныҡ. Барыһында ла беҙҙе йылы ҡабул иттеләр, концерттарҙа беҙ быны тойҙоҡ. Калиниград менән Архангельскийҙан алып Красноярск менән Краснодарға тиклем йөрөп сыҡтыҡ. "Арғымаҡ" менән йөрөгәндә лә, урында йәшәгән башҡорттарҙан тыш, бүтән милләт вәкилдәре лә килә торғайны. Мексика, Ҡытайҙан алып, Истанбул, Лондон, Парижға тиклем барып еттек, йәғни "Арғымаҡ" менән гастролдә йөрөгәндә тамашасыларҙың иғтибарына лайыҡ булғайныҡ. Әлеге концерттарҙа маҡсатлы аудитория, беренсенән, юҡ. Калиниградта, мәҫәлән, 70-80 йәшлек өлкән йәштәгеләр күп килде. Уларҙың билдәре лә ауыртманы, аяҡтары ла һыҙламаны. Түбәтәйҙәрен кейеп, түшелдеректәрен тағып: "Бер, ике, өс, беҙҙә барлыҡ көс", - тип беҙҙең ыңғайға аяғүрә баҫып ҡысҡырып тәбрикләнеләр. Омскиҙа ҡаҙаҡтар диаспораһы ныҡ ойошҡан. Улар беҙҙе үҙҙәренә саҡырып, ҡунаҡ иттеләр, бергәләп фотоға төштөк. Новосибирскиҙа татарҙарҙың диаспораһы ҡаршы алды. Рәсәй күп милләтле дәүләт, ҡайҙа барһаҡ та, атыбыҙҙы бәйләп, ҡунаҡ итеп, күстәнәстәр биреп оҙатып ҡалалар. Бындай хәл шуны ла аңлата: барыһы ла Урал батыр рухына мохтаж.

Осрашыуҙар барышында ниндәйҙер бер ҡыҙыҡлы йә хикмәтле ваҡиға булдымы?

- Әйтергә кәрәк, беҙҙең сығышыбыҙға ҡарата һәр бер илдә, һәр бер ҡалала айырата мөнәсәбәт булды. Ҡайҙа ғына барһаҡ та, беҙҙе һағынып көтөп торҙолар. Ошо ғына хәл дә күпкә ишара ине: беҙ ҡасандыр килеп, тап ошо составта, тап ошо "Һомай" йыры менән барыбер ҙә донъяны яуларға тейеш булғанбыҙҙыр. Бер ҡыҙыҡлы ғына хәл: 1 августа беҙ - Алмалыҡта, 2 август - Минскиҙа, 3 август Ҡырымда сығыш яһауға өлгәштек. Себер - Беларусь - Ҡырым араһын, шулай итеп, өс көндә үтеп, үтеп кенә түгел, һәр урында ла меңәр тамашасы йыйылған урындарҙа сығыш яһап өлгөрҙөк. Самолеттар үҙ ваҡытында осмаған хәҙерге заманда әлеге лә баяғы хикмәт менән генә өлгөрөп була торған маршрут булды был. Нисек уйлайһың, бер-ике йылдан үҙегеҙҙе нисек итеп күрәһегеҙ?

- Юрий Антонов ҡасандыр: "Иҫке йырҙары насар булғандар ғына яңы йырҙар ижад итә", - тигәйне.

Тарихыбыҙ ҙа, сәнғәтебеҙ ҙә бай. Беҙҙең тағы ла ниндәй асылмаған мөмкинлектәребеҙ бар, тип уйлайһың?

- Был эш дөйөм мәғариф системаһына һалынырға тейеш. Әлеге методикалар бик матур, әлбиттә, әммә донъя шул тиклем тиҙ үҙгәрә, беҙҙекеләр көндән-көн һүлпәнерәк эшләй. Сәнғәт училищеһын, институтын тамамлаған кешеләр артабан ни эшләргә белмәй, баҙап ҡала. Шул уҡ ваҡытта уларҙың һәр ҡайһыһының йондоҙ булғыһы килә. Килеп сыҡмағандары берәй урынға уҡытырға йә оркестрға, бик тә булмаһа, хорға бара. Баштан уҡ: "Мин оркестрҙа уйнаясаҡмын", - тигәндәр һирәгерәктер тип уйлайым. Бәлки: "Мин оркестрҙы ойошторам", - тип башлаусылар ҙа барҙыр, улар икенсе кимәлдәгеләр. Әммә шоу-бизнес менән шөғөлләнергә теләүселәр юҡ иҫәбендә. Нимә генә тимә, шоу-бизнесмы, башҡа төрлөһөмө, бизнестан бизнес айырылмай. Уларҙың нюанстары ғына бар. Әммә ошо белем беҙҙең артистарҙа бөтөнләй тиерлек юҡ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы. Улар гастролгә сығып, бер нисә район-ҡаланы үтәләр ҙә, шуның менән туҡтап ҡалалар. Ә һәр бер йырҙан аҡса килһен өсөн реклама интеграцияһы мотлаҡ. Беҙгә ошо йүнәлештә белем бирерлек айырым уйланған, алдан ҡаралған уҡыу-уҡытыу системаһы, институт кәрәк.
Әлбиттә, беҙ ғүмер буйы концерт ҡуйып, ҡыйҡандап йөрөмәйәсәкбеҙ бит инде. Сөнки әлеге график менән эшләүе ауырға тура килә, һәр ҡайһыбыҙҙың ғаиләһе, балалары бар. Шуға күрә беҙ үҙебеҙҙең туплаған тәжрибәне йәшерәк быуындарға еткереү хаҡында ла уйланырға, беҙҙең тапалған юл менән йәш йондоҙҙарҙы үҫтереү мәктәбе булдырырға тейешбеҙ. Бының өсөн иң тәүҙә "Әй Йола"ны "тутыҡҡан ҡаҙау" менән донъяның башҡа йондоҙҙары араһына ҡағып ҡуйырға кәрәк. Шунан был эште яйлап-яйлап башларға була. Мин был йүнәлештә 2012 йылдан алып эшләйем. "Евразия йөрәге" фестивален Мәҙәниәт министрлығы менән алдан планлаштырып, Торатауҙа, Йөрәктауҙа ойошторҙоҡ. Аҙаҡтан 2014 йылда "Башҡортостан" дәүләт концерт залында үткәрергә мөмкинлек бирҙеләр. Унда Бүрәтстандан, Ҡаҙағстандан дуҫтарымды саҡырҙым. Шунан һуң артабан был сара Салауат батыр һәйкәле аҫтындағы майҙанға күсеп китте. 2016 йылдан Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайының йәштәр бүлеген етәкләнем. Шунда грант алыуға өлгәштек. Ул аҡсаға "Бишбармаҡ", "Дарман", "Зәйнетдин" төркөмдәре, Миләүшә Хәйбуллина һәм балалар ҡатнашлығында сифатлы ете клип эшләнек. Беҙҙән күрмәксе, күршеләребеҙ "100 клип" тигән оран ташланы.
Урал батырға нигеҙләнгән Дисней Ленд формаһындағы этнопарк булдырыу проекты эшләнде. Урал батыр ҡиммәттәренә тура килгән бизнес төрҙәре төҙөү ҙә уға индерелде. Шулай итеп, бөтә республикала "Урал батыр" буйынса эшләргә мөмкинлек тыуҙы.
Шул концепцияны республика кимәленә еткереү маҡсаты менән 2012 йылдан башлап эш алып барам. Был эште дәүләт кимәленә еткереү бик ауыр. Сөнки ҡайҙалыр, кем исеменәлер хат яҙырға, ул хатҡа кемдәндер ҡул ҡуйҙыртырға кәрәк. "Эт - эткә, эт ҡойроҡҡа әйтә" тигән һымаҡ килеп сыға. Хат бер урындан икенсе урынға барып еткәнсе, донъя үҙгәреп тә өлгөрә.
2009 йылда "Арғымаҡ" менән тәүге репетиция яһап, 2011 йылда сәхнәгә сығып, артабан филармония штатында эшләп, 2019 йылда "Арғымаҡ"тың 10 йыллығын билдәләп, артабан пандемияға инеп китеп, бөтә туплаған тәжрибә нигеҙендә "Әй Йола"ға килдек. Мин Мәҙәниәт министрлығына ныҡ рәхмәтлемен, сөнки ошо юлды үткәндә улар миңә грант конкурстарында ҡатнашырға, тәжрибә тупларға мөмкинлек бирҙеләр. Шул уҡ ваҡытта, донъя кимәленә үҫәм тиһәң, тотороҡло һәм системалы алға барыу кәрәк. Продюсер ул бушҡа ғына продюсер түгел, сөнки ул һәр бер аҙымды күҙ уңында тота. Артист - ул ижадсы, ә продюсер уның ижадын һата белгән кеше булырға тейеш. Әгәр ҙә ижадсы үҙе артист, үҙе костюмер, үҙе водитель булһа, уның ижад өсөн ваҡыты ҡалмаясаҡ. Филармонияла, мәҫәлән, эш хаҡы алыр өсөн норманы үтәргә кәрәк. Бынан тыш, рәсми сараларҙа, тантаналарҙа сығыш яһарға тейешһең. Ә ижади яҡтан үҫергә артистың мөмкинлеге бөтөнләй ҡалмай. Айлыҡ эш хаҡын йәшәргә лә, ижади үҫешкә лә еткереү - мөмкин булмаған ғәмәл. Ижадсы ысынлап үҫәм тиһә, дәүләт системаһында ныҡ ауырға төшә. Дәүләттең берәй айырым программаһы эшләһә, ул сағында бигерәк шәп булыр ине. Әммә бындай шарттарҙа үҫкән ижадсы бер көн килеп "ҡаймаҡ ялап туйған бесәй" хәленә ҡалыуы бар. Әҙергә - хәҙер, тип йәшәгән ижадсы, ғөмүмән, үҫештән туҡталмаҫ тимә. Иң ҡурҡынысы - ижадсының номенклатураға әйләнеүе.

"Айлығым (айлыҡ эш хаҡым) - байлығым, фәҡирлегем - мәңгелегем" тигән мәҡәл дә бар бит әле халыҡта. Тимәк, һин, Ринат, өҫтән кемдеңдер нимәлер әйткәнен көтөп ултырырға яратмайһың инде. Үҙең башлап хәрәкәткә киләһең. Шулаймы?

- Дөп-дөрөҫ әйттең, Әхмәр ағай. Был - бик ҡатмарлы мәсьәлә, сөнки кемдеңдер әйтеүе буйынса түгел, үҙенең инициативаһы менән ынтылып, янып, ижад иткән саҡта ғына нимәгәлер өлгәшеп булалыр. Ижадсыны күрә белергә һәм уға әҙерәк кенә этәргес көс бирергә кәрәк. Ни өсөн "Арғымаҡ" башҡалар араһында "ала ҡарға" һымаҡ йөрөнө, сөнки мин үҙем һәр саҡ бер кемдән дә көтмәйенсә, алға ынтылып, булған мөмкинлектәр менән генә сикләнмәй, "аяғың тәпелдәмәһә, ауыҙың сәпелдәмәй" тигән принцип менән алға барҙым.

"Арғымаҡ"тан "оҙайлы каникулға" китеүеңдә мин пандемияны ғына сәбәп итеп күрмәйем...

- Шоу-бизнес менән ҡәҙимге бизнестың бер ниндәй айырмаһы юҡ, тинем бит әле башта. Шуға күрә, пандемия сәбәп түгел, һылтау ғына булғандыр, тием. Ғөмүмән, һәр бер бизнес ул тәүәккәллек талап итә. Һин бында йә уңаһың, йә туңаһың. Ошоларҙы иҫәпкә алғанда, ниндәй һығымта яһап була: һәр бер артист - ул потенциал шәхси бренд. Мәҫәлән, донъя кимәлендә популярлыҡ яулаған шоу-бизнес йондоҙо Рианна Фентиҙың косметик тауарҙар етештереү буйынса шәхси компанияһы бар. Ул бушлай сығыш яһай, йырлағанда үҙенең компанияһында эшләнгән пудра менән макияжын рәтләй. Быны бөтә донъя күрә һәм уның компанияһы етештергән косметиканы һатыу 800 процентҡа арта, йәғни бер секунд эсендә компания 12 миллион доллар табыш ала. Бер компания спорт тарихында киң билдәле Америка баскетболсыһы Майкл Джордандың исеме менән футболкалар, бейсболкалар, кроссовкилар етештерә. Уның исеменә бәйле һәр бер тауарҙы һатыуҙан Джорданға 5 проценты түләнә. Киләсәктә уның балалары, ейән-ейәнсәрҙәре ошо проценттар иҫәбенә генә йәшәй аласаҡ.
Әгәр ҙә беҙ ошо юҫыҡта уйлап ҡараһаҡ, әгәр ҙә республикала шоу-бизнесты үҫтереү продюсер үҙәге булһа, һәр бер артист беҙҙең республиканы донъя кимәленә күтәргән шәхес була алырлыҡ. Беҙҙә таланттар иҫ киткес күп, тик уларҙы үҫтерә торған продюсерҙар ғына юҡ. Әгәр ҙә Майкл Джексон сығышы менән Башҡортостандан булһа, белмәйем, нимә булыр ине беҙҙә?
Тейлор Свифт хәҙерге көндә поп музыкала 1-се һанлы феномен булып тора. Берәр илдә оло ваҡиғаға торош сара булһа, йырсы шунда килә. Уның артынан армадаһы менән туристар эйәреп йөрөй. Ниндәйҙер бер илгә уның артынан ике йөҙ мең турист эйәреп килеп, илдәге бөтә аҙыҡ-түлекте ашап бөтөргән. Был илдә яһалма рәүештә аҙыҡ-түлеккә хаҡ артып, инфляция башланған. Шуға күрә теге йәки был ил ошондай хәлгә әҙер булмаһа, уны саҡырмайҙар. Был миҫал менән нимә әйткем килә: әгәр ҙә дәүләт ошондай артистар кимәлендәге продюсер үҙәктәре төҙөй алһа, артист үҙе уның ҡулындағы ҙур инструмент булыуы ла бар.
Беҙҙең беренсе альбом яҙылды, әле икенсе альбом өҫтөндә эшләйбеҙ. Донъя кимәлендә концерттарыбыҙ, гастролдәребеҙ туҡтауһыҙ дауам итә. Бөгөнгө көндә евротур өҫтөндә эшләйбеҙ. Бер туҡтауһыҙ төрлө урындарҙан шылтыратып саҡыралар. Әле Рәсәй турын үттек. Башҡортостанда ҙур фестиваль ойошторорға ниәт иткәнбеҙ. Беҙ башлаған эштәр ейән-ейәнсәрҙәрҙең ейән-ейәнсәрҙәренә етерлек. Эш ныҡ күп, башыбыҙ идеялар менән лыҡа тулған. Уларҙы эшләп бөтөрөргә бер генә ғүмерем етмәҫкә лә мөмкин.

Мин барыбер ҙә шоу-бизнес менән ысын сәнғәт араһына тигеҙләмә ҡуймаҫ инем. Ни өсөн тигәндә, бөтә артистар ҙа һинең һымаҡ була алмай, шул уҡ ваҡытта шул тиклем оҫта музыканттар, моңдары урғылып торған йырсыларыбыҙ күп. Шоу-бизнеста ысын сәнғәттән башҡа факторҙар ҙа өҫтөнлөк итә түгелме? Шул уҡ ваҡытта шоу-бизнес беренсе урынға аҡса эшләүҙе ҡуя.

- Сәнғәт менән дә аҡса эшләп була бит. Минеңсә, беҙҙә шуны аңлау юҡ, ҡыҙғанысҡа ҡаршы. Сәнғәтте шундай кимәлгә күтәрергә кәрәк: ул тамашасының рухи ихтыяжын да ҡәнәғәтләндерһен, артабанғы үҫеш өсөн табыш та килтерһен. Шоу-бизнес инструменттары менән кәзәне лә, шул уҡ ваҡытта берәр төпкөл ауылдағы халыҡ талантын да йондоҙ итә алаһың. Бөгөн шундай заманда йәшәйбеҙ: бөтөн кешене лә йондоҙ итеп була.
Беҙ аҫаба халыҡ, һәр яҡтан етеш булып, үҙаллы йәшәргә өйрәнгәнбеҙ. Үҙебеҙсә йәшәйбеҙ, шуға күрә беҙгә һығылмалылыҡ етешмәй. Әгәр ҙә башҡалар кеүек, уңыш килтерә торған төрлө алымдарға өйрәнеп йәшәй башламаһаҡ, ауырға тура килеүе бар. Шул уҡ ваҡытта беҙҙе шундай сифатыбыҙ һаҡлап та килә. Йәғни "эт саба тип бет саба" тигәнде белмәйбеҙ. Беҙ шуға ла барбыҙ. Шуға ла беҙҙең Башҡортостан Республикабыҙ бар. Шуға ла беҙҙең батырҙарыбыҙ бар. Шуға ла Салауат Юлаевыбыҙ, уның исемендәге ҡала, район, проспект, һәйкәл, хоккей командаһы, уның исемендәге премия, парк, бизнес үҙәге бар.
Шул уҡ ваҡытта шул сифатыбыҙҙы һаҡлап та, заман ҡайҙа барһа, шул мөмкинлектәрҙе ҡулланып, үҙебеҙгә файҙа ла алырға бурыслыбыҙ. Айкидола бар ул алым, йәғни ҡаршы яҡтың көсөн үҙенә ҡаршы йүнәлтеү. Ә беҙ иһә көрәшергә, һуғышырға өйрәнгәнбеҙ. Беҙгә көслө баҫым бара, үҙебеҙгә барған ҡаршы һөжүмдән һаҡланабыҙ. Шуның арҡаһында ла барбыҙ. Шул уҡ ваҡытта үҙебеҙҙең өйрәнгән ғәҙәткә яңы алымдар индерһәк, алға китер инек. Бөгөн ата-әсәләр, гаджеттарҙа, телефондарҙа ултырған балаларына зарланып, туған телебеҙҙә һөйләшмәүенә зарлана. Туған телебеҙҙә һөйләшмәгән балалар менән көрәшергә, уларға телде көсләп тағырға ярамай. Ә ҡытайҙар нимә эшләне? Улар үҙҙәренең персонаждары нигеҙендә ҡушымталарҙа ҡытай телендә төрлө уйындар сығарҙы. Быны беҙ ҙә эшләй алабыҙ. Йәнһүрәттәрҙе, клиптарҙы, комикстарҙы, парктарҙы, аттракциондарҙы башҡортлаштырып була бит. Бында бер ниндәй ҙә көрәш кәрәкмәй. Бындай мөмкинлекте әлегә етди рәүештә файҙаланғаныбыҙ ғына юҡ. Технология йәһәтенән беҙ күптән еңелгәнбеҙ, шуға беҙ бар донъяны яулаған ошо ағымды үҙ файҙабыҙға ҡуллана ғына алабыҙ.
"Арғымаҡ" менән сығыш яһағанда бер мәл беҙҙе халыҡ йырҙарын, ижади гәүһәрҙәребеҙҙе боҙоп башҡарыуҙа ғәйепләй башланылар. Бер мәл мин үҙем дә төшөнкөлөккә бирелеп алдым. Шул саҡта остазым Салауат ағай Килдин: "Һин уны боҙмайһың, ә йәштәрҙе халыҡ ижадына йәлеп итер өсөн ҡапҡалар ғына эшләйһең", - тип тынысландырҙы. Хәҙер уның хаҡлығына тулыһынса ышандым. Сөнки йәштәр халыҡ ижады менән ҡыҙыҡһынып, тәүсығанаҡты эҙләй башлай. "Әй Йола" менән "Һомай" йырын башҡарғандан һуң магазиндарҙа "Урал батыр" эпосы китаптары тиҙ генә һатылып бөттө. Әле булһын йәштәребеҙ йүгереп йөрөп шул китапты эҙләй. Тимәк, беҙ маҡсатыбыҙға өлгәштек булып сыға. Шул уҡ ваҡытта беҙ эпостың тексы буйынса ғына эш итмәнек, икенсе һүҙ менән әйткәндә, беҙ "Урал батыр" эпосына реклама ғына яһаныҡ. Тимәк, был алым бик уңышлы эшләй. Кеше нимә генә уйламаһын, минең ниәтем шулай ине: Халҡым! Телем! Ерем! Илем! Киләсәгем! Балаларым! Балаларымдың балалары! Балаларымдың балаларының балалары!
Хоҙай Тәғәлә беҙҙе башҡорт итеп бар иткән икән, беҙгә ошо халыҡты һаҡлап ҡалыу бурысын да йөкмәткән. Аллаһ Тәғәләгә тоғролоғобоҙ ҙа халҡыбыҙҙы һаҡлап ҡалыуға тиң буласаҡ! Мин бик-бик теләһәм дә, Африка кешеһе була алмаҫ инем. Нисек кенә теләһәм дә, Ҡытай кешеһе була алмайым!
Оҙон һүҙҙең ҡыҫҡаһы, беҙ заман биргән мөмкинлектәрҙе дөрөҫ итеп һәм үҙ мәлендә ҡулланһаҡ, стадиондарҙы ла йыясаҡбыҙ, филармонияның ысын сәнғәт концерттарына ла халыҡты йыя аласаҡбыҙ. Шулай уҡ филармонияның традицион артистарының концертына, "Әй Йола" сығышын тамамлаһа ла, халыҡ эркелеп киләсәк. Беҙҙең сығыштан алда ысын сәнғәт өлгөләре яңғыраясаҡ. Был ябай ғына инструмент.

Фәһемле һәм ҡыҙыҡлы әңгәмәң өсөн оло рәхмәт, Ринат туғаным! Һәр ваҡыт шулай рәхмәтле булып йәшәгеҙ! Аллаһ Тәғәләнең хозурына вә шәфәғәтенә өлгәшегеҙ! Ижади уңыштар һеҙгә!

Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ
әңгәмә ҡорҙо.

"Киске Өфө" гәзите, №8, 27 февраль – 5 март 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 26.02.26 | Ҡаралған: 23

Киске Өфө
 

Ысынлап та лайыҡлы кеше ҡайҙалыр төптә йәшеренеүсән. Ул халыҡ араһынан сыҡмай, һаранланмай, ығы-зығыһыҙ йәшәй һәм үҙе тураһында оноттороусан.

(Екатерина II).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru