
Илебеҙ башлығы быйылғы йылды "Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылы" тип атауын күпселек хуплайҙыр, тигән инаныуҙамын. Минең һымаҡ оло быуын кешеләренә ошо төшөнсә бигерәк тә яҡын, сөнки беҙ - Советтар Союзында тыуып үҫкән кешеләрбеҙ. "Бөтә илдәрҙең пролетарийҙары, берләшегеҙ!" тигән лозунг һәр ерҙә яңғырай ине ул саҡ. Бында фәҡәт "пролетарийҙар" ғына түгел, ә барлыҡ милләт бер-береһе менән дуҫ, татыу йәшәргә тейешлеге лә күҙ уңында тотола ине, тип һанайым. ("Пролетарий" - шәхси милке булмаған кеше, йәки үҙ ҡулының көсөн һатып ҡына көн күреүсе фәҡир. Үзбәкстан, Төркмәнстан һымаҡ төрки телле илдәрҙең лозунгыһында улар "юҡсылдар" тип атала ине).
Барыбыҙ ҙа егерменсе быуатта тиҫтәләгән союздаш илде берләштергән ғәйәт ҙур илдә йәшәнек. Татыу, берләшкән милләттәр бер туғандай булып, бөтә Европаны баҫып алған фашист Германияһын да пыр туҙҙырып ташланы, күмәкләшеп "коммунистик" донъя ҡорорға ла маташтыҡ… Эйе, тормош ҡатмарлы, һәр саҡ теләгәнсә генә бармай, СССР-ҙы тарҡатып, "үҙгәртеп ҡороп" та ҡуйҙылар. Шуға ҡарамаҫтан, әле булһа бирешергә иҫәп юҡ. Ер йөҙөндәге иң ҙур илдәрҙән һаналған Рәсәйҙең үҙендә генә йәшәп ятабыҙ, әлхәмдүлиллаһ. Ошо дәү дәүләттең йөрәк тапҡырында ғына урынлашҡан Башҡортостаныбыҙ вәкиле булараҡ та, әлеге халыҡтар дуҫлығы, берҙәмлеге мәсьәләһенә бер ҡасан да битараф ҡала алмайым. Ниндәй генә дәүләт ҡоролошо булыуына ҡарамаҫтан, халыҡ-ара татыулыҡ мәсьәләләре, нәҡ үҙебеҙҙең күләгәбеҙ һымаҡ, көнкүрешебеҙҙә беҙҙе һәр саҡ оҙатып бара инде ул.
СССР тарҡалыуына ҡарамаҫтан, Рәсәй күп милләтле ил булып ҡалды бит. Ул ғына ла түгел, үҙебеҙҙең Башҡортостаныбыҙҙы ғына алайыҡ: элек-электән унда әллә күпме халыҡ вәкилдәре йәшәй. Шуға күрә лә был барыбыҙ өсөн дә бик мөһим. Тарихыбыҙ биттәрен асып ҡарай башлаһаҡ, ошо мәсьәлә көнүҙәк булып, ҡасандыр күльминацион нөктәләргә лә барып етешкәнен күрәбеҙ. Күп кенә тарихи ваҡиғаларҙан ғибрәт, ә бәғзеләренән, киреһенсә, үрнәк алып, киләсәк тормошобоҙҙоң именлеге хаҡында һәр кемебеҙҙең уйланыуы - тәбиғи. Һәр нәмә ситтән ҡарағанда баҙығыраҡ күренгән һымаҡ, теге йәки был дәүерҙең ыңғай һәм кире яҡтарын күпмелер ваҡыт үтеп киткәндән һуң ғына тейешенсә анализлау мөмкиндер.
Уҙған быуат аҙағында бөтөрөлгән Совет илен төрлө яҡлап тәнҡитләүселәр етерлек. Ә минең бөгөнгө һүҙем уның ана шул иң яҡшы сифаттарының береһе, киләсәк заман кешеләре өсөн дә үрнәк булырлығы - халыҡтар дуҫлығы хаҡында. Сирек быуат Совет Армияһы сафында йөрөгән кеше булараҡ, әлбиттә, илебеҙҙән бер нисек тә айырып булмай торған ана шул мөхиттәге хәлдәргә ҡағылышлы һүҙ алып бармаҡсаҡмын. Йәшерен-батырыны юҡ, дөрөҫөн генә әйтергә кәрәк, ул осор Союзыбыҙ хаҡында бер ҡырын һүҙ әйтергә түгел, ә тик уны маҡтарға ғына бурыслы инек. Шуға күрә лә, киң матбуғат сараларында ла илебеҙҙәге күп кенә нәмәне бер аҙ шыттырыбыраҡ күрһәтергә тырышыу һиҙелә ине. Беҙҙең яҡта әйтмешләй, уныһын белмәйем, ә бына "халыҡтар дуҫлығы" тигән бына ошо мөһим төшөнсәнең һис кенә лә яһалма булмағанлығын, тап шул дәүергә уның хас булыуын һәр оло быуын кешеһе раҫлар. Бөтә Союздан йыйылған милләт вәкилдәрен - дуҫтарымды, таныштарымдың бик күптәрен әле булһа яҡшы хәтерләйем. Барыһы ла бер иштән Совет һалдаты формаһы кейгән урыҫ Иван, тажик Фәруҡ, грузин "генацвали" Курашидзе, "ара" Мнацян, молдован Цауляну, үзбәк Ибраһим һәм башҡа бик күп хеҙмәттәштәремдең яҡты йөҙҙәре, һәр эштә бер-береһенә ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер тороуы, һәр кемеһенең үҙенсәлекле акцент менән мине "Халик" йә "Халил әкә" тип атауҙары әле булһа күҙ алдымда. "Һин - нацмен, ә беҙ - бөйөк милләт" тип, кемдеңдер икенсе берәүҙе кәмһеткән осраҡтарҙы ла хәтерләмәйем. Хатта Балтик буйы илдәре вәкилдәре Скроделис, Янулявичус фамилиялы һалдаттар ҙа беҙҙең менән бер рәттә ине бит. Һәр кем башҡаларға тик уның кешелеклегенә ҡарап мөнәсәбәт ҡылды ул саҡ. Һәр союздаш республикала ла үҙебеҙҙе иркен тойҙоҡ. Ял йорттарында булһынмы ул, хәҙерге ваҡытта әйтмешләй, әлеге "яҡын сит ил"дәрҙең береһенә барып йәшәү беҙҙең өсөн бер ни ҙә торманы. Сөнки барыбыҙ ҙа СССР-ҙы дөйөм бер ил тип һананыҡ.
Үҙемдең госпиталь начальнигы - Сидоров фамилиялы командирымды ла иҫкә алып китәйем әле. Хәрби табиптар араһында урыҫ милләтенән булған медицина хеҙмәте офицерҙары, әлбиттә, күп ине. Шуға ла ҡарамаҫтан, уның мине - әлегә тик "өлкән лейтенант" званиеһында ғына булған йәп-йәш "ҡара башҡорт" балаһын госпиталь бүлеге начальнигы вазифаһына тәғәйенләп ҡуйыуы күп нәмәгә ишара. "…Я знаю, товарищ Суюндуков, у тебя в "верхах" нет "волосатой руки", чтоб поддерживать. Ты не против, если я тебя назначу на должность подполковника?" - тигәнен әле булһа иҫләйем. Уның ошо һүҙҙәрен ишеткәс, мин үҙ ҡолағыма үҙем ышанманым тиерлек. Әммә был - ысынбарлыҡ ине. Офицерҙарҙың фәҡәт тырыш хеҙмәтенә генә ҡарап баһа биреүсе командир ине ул. Милләтенә түгел, ә һәр кешенең эшкә, үҙенә йөкмәтелгән бурысын үтәүгә ҡарашына ныҡ иғтибар ителә ине ул саҡтарҙа.
Бергә хеҙмәт иткән өлкән званиелағы бер килке милләттәшемде һанап китһәм, бәғзе берәүҙәр ғәжәпләнер ҙә, әммә был да ысынбарлыҡ! Подполковниктар - хәрби госпиталдә офтальмолог булып эшләгән Айҙар Ҡулбаев (Бөрйән районы), рентгенолог Марат Әхтәмов (Салауат районы) дивизия госпиталендә юғары категориялы табиптар, абруйлы офицерҙар ине. Подполковник Рәүил Зарипов иптәш, гарнизондағы сержанттар мәктәбенең начальнигы, алдынғы командирҙарҙан һаналды. Арабыҙҙа хатта полковниктар ҙа булды: дивизияның баш инженеры полковник Марат Мәүлитбирҙин (Стәрлебаш районы), полк командиры Фәһер Күҙбаев (Ырымбур өлкәһенең Аллабирҙе ауылынан, үткән йыл мәрхүм). Үҙебеҙҙең Стратегик ракета ғәскәрҙәрендә бына ошо дуҫтарымдың арҙаҡлы шәхестәр булып танылыуы хаҡында айырыуса ғорурланып иҫкә алам. Башҡорт милләтенән булыуыбыҙ беҙгә хеҙмәт баҫҡысы буйлап күтәрелергә бер ҡасан да ҡамасауламаны, тип әйтмәксемен.
Әлеге Октябрь байрамы йә булмаһа Совет армияһы көнөмө, һәр частан йыйып, үҙешмәкәр артистар араһында конкурстар ҙа йыш ҡына үткәрә инеләр. Ана шул байрамдарҙа ла "халыҡтар дуҫлығы" темаһы иң алғы планда торҙо. Һәр милләт вәкиле үҙенең концерт номерын әҙерләй… Тажиктар, молдавандар, Балтик буйы, Кавказ вәкилдәре һәм башҡаларҙың араһында йырсылар, бейеүселәр күп кенә. Барыһы ла үҙенең милли кейемендә сығыш яһарға тейешле. Башҡортостан союздаш ил түгел, ә Рәсәй составындағы автономлы республика булыуына ла ҡарамаҫтан, "Ни булһа - булһын", тип, бер мәл мин дә тәүәкәлләргә булдым. Төрлө яҡтан йыйылған ана шул халыҡҡа үҙебеҙҙең башҡорт ҡурайын күрһәтәйем әле, тигән теләгем тыуҙы. Иңемә башҡорттоң оҙон аҡ еләнен һалып, башыма "төлкө кәпәс" кейеп, ғөмүмән, боронғо ата-бабаларыбыҙға оҡшатырға тырышып, үҙемсә кейендем-яһандым. Аяғыма кейергә аҡ итек булмағас, үҙемдең "офицерский" хром итегемде аҡҡа буятып, ҡунысына милли башҡорт биҙәген төшөргәс, ҡәҙимге килешеп ҡалды. Музыкаль взводта баянсы булып хеҙмәт иткән бер урыҫ һалдатына башҡортса көйҙәр өйрәтеп, "Дом офицеров"тың сәхнәһендә дуэт менән сығыш яһаныҡ. Башта "Сыңрау торна", унан бер-нисә бейеү көйөн уйнаным. Дәррәү ҡул сабыуҙарға баштараҡ үҙем дә ышана алмай ҙа торҙом хатта (ҡурайҙы бер кем дә аңламаҫ, тип уйлағайным). Концерттан һуң ҡайһы берәүҙәр килеп ҡурайҙы тотоп, әйләндергеләп ҡарай, өрөп тә маташалар. Араларында бер офицерҙың ошо һүҙҙәре хәтеремдә: "Бындай музыкаль инструментты ғүмеремдә беренсе тапҡыр ишетеүем. Уйнаған көйөгөҙ бигерәк һағышлы. Уны тыңлағанда, матур тәбиғәтле, йәнлек, ҡош-ҡорттар, малдар менән тулы икһеҙ-сикһеҙ иркен далалар күҙ алдына килә…" Ә иң ҡыҙығы - Ракета частары дивизиялары араһындағы уҙғарыла торған ярышҡа, йәғни финалға үтеүем, шунда төрлө милләт вәкилдәренән торған жюри ағзаларының башҡорт ҡурайына беренсе урынды биреүе булды! Генерал миңә радиоприемник бүләк итте. Ул осорҙа милләт-ара ҡапма-ҡаршылыҡтар булыу ихтималлығын хатта күҙ алдына ла килтерә алмай инек бит. Эйе, ябай халыҡтарҙың һәммәһе һәм һәр саҡ үҙ-ара дуҫ йәшәргә тырыша…
Тик илдә әлеге "үҙгәртеп ҡороу" башланғас, "ҡырмыҫҡа иләүенә таяҡ тыҡҡан" һымағыраҡ булып китте шул. Элекке союздаш республикаларыбыҙ барыһы ла айырым дәүләткә әүерелде. Бәғзе берәй милләт вәкиленең - аныҡ бер кешенең фәҡәт үҙ яғын ғына ҡайырып, башҡаларҙы "һанға һуҡмауы", ул ғына ла түгел, айырыуса халҡын, телен яратҡандарҙы милләтселеккә өгөтләп хөсөт таратыуы, башҡа милләттәргә ҡарата кире ҡараш пропагандалау осраҡтары ла күренеп ҡалғылай башланы. Һәр халыҡта тиерлек "ойоштороусылар" табылып тора бит әле. Был, әлбиттә, бер ҡасан да яҡшыға алып бармай. Милләтселектең ниндәй һөҙөмтәләргә алып килгәнен беҙ хәҙерге көндә көнбайыш Украина, Балтик буйы илдәре миҫалдарында күрәбеҙ. Хатта элекке фашистарға "оло ихтирам" тойғоһо йөрөтөүселәр ҙә ярайһы ғына иркенләп "баш ҡалҡыта" башланы. Илдә "перестройка" булып, Советтар Союзы тарҡалыу алдында торғанда, бер мәл ҡырғыҙҙар менән үзбәктәр ҙә талашып киткәне хәтеремдә. Әрмегә саҡырылған үзбәк һәм ҡырғыҙ егеттәрен бер часҡа ҡушып алмаҫҡа тырыштылар ул мәлдә. Шул осорҙары, мин хеҙмәт иткән хәрби гарнизонда ингуш һәм дағстанлы һалдаттар ҙа үҙ-ара низағлашып, көскә баҫтырҙылар. Һуғышыу арҡаһында бер Дағстан егетенең тома һуҡыр ҡалыуын иҫләйем. Уларҙы төрлө дивизияларға таратып ҡына ҡотолдолар.
Ошондай темаға һүҙ алып барғанда, үҙебеҙҙең Башҡортостаныбыҙҙы ғорурланып телгә алам. Милләттәр дуҫлығы өлгөләренең өлгөһө була килде беҙҙең халҡыбыҙ һәр дәүерҙә лә. Хатта әле әйтелгән "үҙгәртеп ҡороу" мәлендә лә! Кемдәрҙе генә үҙ ҡуйынына һыйындырманы эскерһеҙ, изге күңелле йомарт, ҡунаҡсыл башҡорт халҡы. Милләтселекте динебеҙҙең дә хупламауы хаҡында беҙҙең ата-бабаларыбыҙ яҡшы белгәндер. Барыбыҙ ҙа бер ата һәм бер әсәнән яралған, йәғни, Әҙәм һәм Һауа балалары. Шуға күрә бер халыҡ та икенсеһенә ҡарағанда өҫтөн булырға тейеш түгеллеге, Аллаһ ҡаршыһында барыбыҙҙың да тигеҙ булыуыбыҙ, Уның хозурында иң һөйкөмлөләр - Уға буйһоноусылар булыуы хаҡында Ҡөрьән аяттары ла бар.
Бына шулай, дуҫтар, кемгәлер, бәлки, оҡшап та етмәҫ, әммә үткән замандың ошо бик тә мөһим бер яғы хаҡында әйтмәй булдыра алманым. Һәр нәмә тик кире сифаттарҙан ғына тормай һәм, шул уҡ ваҡытта, гел идеаль яҡшы ғына ла була алмай шул…
Хәлил ҺӨЙӨНДӨКОВ.
"Киске Өфө" гәзите, №8, 27 февраль – 5 март 2026 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА