
Донъя хәлдәре бер төн эсендә баштан-аяҡҡа үҙгәреп, түңкәрелештәргә, һәләкәт-фажиғәләргә килтереүе бик тиҙ хәҙер. АҠШ, тағы ла Израиль менән берләшеп, Иранға ҡаршы бер төн эсендә һуғыш асып ебәрҙе.
Ҡыҫҡаһы, АҠШ президенты Дональд Трамптың баҫымы аҫтында Иран үҙенең ядро программаһынан баш тартып, асылда, һөйләшеүҙәр барышында бер яҡлы сигенеүгә барырға мәжбүр булды һәм капитуляцияға бирелде, тип яҙҙы был турала Новости Рәсәй агентлығы. Ошо һөйләшеүҙәрҙән һуң бер нисә сәғәт үткәс тә, Иранға тәүге ракета килеп етте. Трамптың белдереүенсә, Штаттар менән Израиль Ирандың ядро ҡоралы инфраструктураһын ер менән тигеҙләгәнсе һуғышырға йыйына. Ә бит Иран былай ҙа ядро бомбаһы эшләп сығармаҫҡа һәм байытылған уранды үтилләштереүгә ризалығын биргәйне инде. Сәйәси күҙәтеүселәр, Тегерандың тап ана шул сигенеүгә барыуын көсһөҙлөк күрһәтеү булараҡ, уға һәләкәт килтерҙе, тип иҫәпләй. АҠШ-тың Иран менән һөйләшеүҙәр алып барыуы шаршау ролен генә үтәне, агрессорҙың һуғыш ниәте күптән уның планында нығынғайны инде. Өҫтәүенә, Израилдең туҡтауһыҙ һөсләтеүе лә Трамптың икеләнеүҙәрен еңде.
Шуныһы ҡот осҡос: Израиль - Америка һуғыш суҡмарҙарының Иран ҡалалары, уның хәрби объекттарына ғына түгел, граждандар инфрастуктураһына ла һөжүм итеүе һөҙөмтәһендә Минаб ҡалаһының ҡыҙ балалар уҡыған мәктәбендә 148-ләп бала һәләк булды, яралылар йөҙләгән, тип хәбәр ителә Иран армияһы корпусының матбуғат хеҙмәтендә. Тағы бер аҙҙан Ирандың Верховный лидеры резиденцияһында агрессорҙар ракетаһы шартлауы һөҙөмтәһендә илдең сәйәси, хәрби һәм иҡтисади үҫеше йүнәлештәренә етәкселек итеүсе аятолла Али Хаменеиҙың да һәләк булыуы хаҡында хәбәр килеп етте. Иранда 40 көнлөк матәм иғлан ителде һәм Имам Реза мәсетенең көмбәҙе башына ҡара ҡайғы әләме эленде. Ислам Республикаһы президенты Масуд Пезешкиан белдереүенсә, Хаменеиҙың үлеме яуапһыҙ ҡалмаясаҡ. Дональд Трамп иһә, әгәр ҙә Иран яуап утын туҡтатмаһа, быға тиклем күрелмәгән һөжүм утына дусар ителәсәк, тип янауын белдерә.
Агрессорҙар яғынан теләһә ҡасан һәм теләһә ниндәй оятһыҙ провокация ихтималлығын көтөп йәшәгән Ирандың армияһы - Ислам революцияһының һаҡ корпусы (КСИР) - шулай ҙа юғалып ҡалманы, тәүге көн Яҡын Көнсығыштағы америка хәрби базаларына ракеталар һәм пилотһыҙ осоусы шартлатҡыстар менән яуап уты асты. Иҫәптә тотолған сәптәр араһында Яҡын Көнсығыштағы ғәрәп - ислам илдәрен оккупациялаған америка хәрби базаларында, шул иҫәптән, Берләшкән Ғәрәп Әмираттарының баш ҡалаһы Абу-Даби менән административ үҙәге Дубайҙа, Бахрейн короллегендә, Иорданияла, Катарҙа һәм Кувейттағы базаларҙа көслө шартлауҙар яңғыраны. Ирандың һөжүм маҡсатына ингән объекттар иҫәбендә 20-ләгән америка хәрби базаһы, Тель-Ноф авиабазаһы (Израиль Ҡораллы көстәре), Израиль армияһы командалығының штаб-квартираһы һәм Израилдең Хаккариялағы эре оборона-сәнәғәт комплексы ла бар ине.
Бынан тыш, Иран донъя нефте һәм газ ташыуҙа стратегик коридор булған Ормуз боғаҙын япты. Иран армияһы, эҙемтәләрҙән һәм янауҙарҙан ҡурҡып тормайынса, верховный аятолла Али Хоменеиҙың үлеменә яуап итеп, үс алырға һәм ҡаты һөжүм операцияһы алып барырға вәғәҙәләй. Милли телевидение аша "Ҡанэскес дошмандар һәм баҫҡынсылар шуны белеп ҡуйһын: ил өҫтөнә килгән һәләкәттәр халҡыбыҙ өсөн ни тиклем генә ауыр булмаһын, улар беҙҙе тағы ла көслөрәк һәм тәүәккәлерәк итәсәк", - тигән белдереү таратылды. Иран аятоллаһы Макарем Ширази АҠШ менән Израилгә ҡаршы джиһад (изге һуғыш) иғлан итте. Эксперт Александр Перенджиев әйтеүенсә, джиһад дәүләттәр араһындағы һуғыш ҡына түгел, ул Мөхәммәт бәйғәмбәрҙең (с.ғ.с.) әләме аҫтында иғлан ителә һәм дини яу башланыуын аңлата. Был иһә конфликттың киң күләмдә йәйелеүенә килтереүе ихтимал.
Яҡын Көнсығыш илдәре икеләнеү сатында тороп ҡалды: утҡа ут менән яуап бирергәме, әллә дошманлашыусы яҡтарҙы килештерергә тырышырғамы? Яҡын Көнсығыш институтының дипломатик хеҙмәткәре Алан Эйр яҙып сығыуынса, әгәр АҠШ-ҡа Венесуэлала бер кешене урлап алып китеп тә һөҙөмтәгә өлгәшергә мөмкин булһа, Иран менән был "номер" барып сыҡмаясаҡ. Был былтырғы Иран - Израиль бәрелешенән дә асыҡ күренде: Израиль Ирандың бөтөн тип әйтерлек юғары хәрби етәкселәрен юҡ итеүгә ҡарамаҫтан, Иран бөгөлөп төшмәне, яңыларын тәғәйенләй торҙо. Әле иһә, Пентагон сығанаҡтары буйынса тәүлек эсендә Ирандың 40-лаған чиновнигы һәләк булған. Ил менән кем етәкселек итәсәк? Әлегә президент, армия корпусының яңы етәксеһе һәм суд системаһы вәкиле төп етәкселек өсмөйөшөн тәшкил итә. Киләһе верховный аятолланы 88 дин әһеле араһынан эксперт советы һайлаясаҡ, ләкин Трамптың был йәһәттән "үҙ кандидатураһы"н тәҡдим итергә лә хатта намыҫы етте. Иран был тәҡдимде ҡабул итеү сигенә барып етмәҫ, моғайын.
Америка Конгресында Трампты һуғыш уты тоҡандырыусы, көс ҡулланыусы тип атанылар һәм Иранға һөжүмде, конституцияны боҙоп, Конгресс ризалығынан тыш башлауҙа ғәйепләйҙәр. Прогрессив донъя йәмәғәтселеге кисекмәҫтән БМО-ның Хәүефһеҙлек Советы ултырышын йыйырға саҡырып мөрәжәғәт итте. РФ Президенты Владимир Путин Ирандағы хәл айҡанлы Рәсәй Хәүефһеҙлек советы ултырышын үткәрҙе һәм Иранға ҡарата АҠШ - Израиль агрессияһын туҡтатырға һәм конфликтты көйләргә саҡырҙы, Рәсәйҙең был йәһәттән булышлыҡ итергә әҙер булыуын белдерҙе. Юғиһә, Рәсәйҙең БМО-лағы даими вәкиле Василий Небензя фаразлауынса, Иранға ҡарата агрессияның был төбәктә генә түгел, унан ситтә лә көсөргәнешле хәл килтереп тыуҙырыуы, ә артабан конфликттың гуманитар-иҡтисади һәләкәткә әйләнеп китеүе лә ихтимал.
Фәүзиә МӨХӘМӘТШИНА.
"Киске Өфө" гәзите, №9, 6 - 12 март 2026 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА