«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Хискә тулы яҙ миҙгеленең 21 мартында Бөтә донъя шиғриәт көнө билдәләнә. Ә һеҙҙең тормошоғоҙҙа шиғриәткә урын бармы? Ғөмүмән, бөгөнгө технологиялар заманында шиғриәткә мохтажлыҡ ҡалдымы икән?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

ИР ҺӘМ ҠАТЫН
+  - 

Йәшәгән, ти, ҡәп-ҡәҙимге Ир менән Ҡатын. Ире көн дә эштән ҡайтып, телевизор ҡабыҙған, гәзит уҡырға ултырған. Ҡатыны ашарға әҙерләгән. Ашарға ултырғас, бисәһе көндәгесә ирен игәгән: "Өйҙә бер тин ярҙамың юҡ, эш хаҡың түбән, осто-осҡа ялғап йәшәйбеҙ". Ҡатынының мыжыуына күптән күнегеп бөткән ире бер ни өндәшмәгән, эстән генә уйлай торған булған: "Үҙең шамтыр Мәскәй әбей, өйләнгән саҡта һинән дә сибәр ҡыҙ юҡ ине".
Бер көн ҡатыны ҡый-ғыпырҙы сығарып түгергә ҡушҡас, ире теләмәй генә урамға сыҡҡан. Ҡайтып килешләй, өй ишеге алдына туҡтап, Хоҙайға ялбарған:
- Эй, Аллам, тормошомдоң бер йәме юҡ. Ғүмер буйы шул мыжыҡ, йәмһеҙ бисә менән йәшәрмен микән? Был бит йәшәү түгел, ыҙа сигеү.
Ҡайҙандыр, ирҙең ҡолағына ғына, Аллаһ Тәғәләнең тауышы ишетелгән:
- Был бәләңдән ҡотҡарып, һиңә йәш, сибәр ҡыҙҙы йәрәштерергә була. Әммә күршеләрең яҙмышыңдағы был үҙгәрешкә ышанмайынса шаҡ ҡатасаҡ. Әйҙә, былай итәйек: әлеге ҡатыныңды яйлап ҡына фәрештәгә әйләндерәм, уның тышҡы ҡиәфәтен дә, эске торошон дә үҙгәртәм, тик һин дә уға торошло булып үҙгәрергә тейешһең.
- Рәхмәт, Аллам. Фәрештә хаҡына бөтөн ирҙәр ҙә үҙ яҙмышын үҙгәртергә риза булыр ине. Тик, зинһар өсөн әйтә һал, минең ҡатыным ҡасан фәрештәгә әйләнер?
- Мин уны хәҙерҙән үк яйлап ҡына үҙгәртә башлайым. Һәр минут һайын ул шулай яҡшы яҡҡа үҙгәрә барыр.
Ир өйөнә ҡайтҡан, диванға һуҙылып ятып, телевизор ҡабыҙған. Тик зәңгәр экрандағы тапшырыуҙарҙың береһе лә күңеленә хуш килмәй икән. Ул тиҙерәк ҡатынындағы үҙгә-рештәрҙе күргеһе килгән.
Ахырҙа ул, урынынан тороп, кухня яғына килгән, ишек яҡтауына һөйәлеп, ситтән генә ҡатынын күҙәтә башлаған. Һауыт-һаба йыуып торған хәләл ефете иренең ҡарашын һиҙеп, әйләнеп ҡараған.
Уларҙың ҡараштары осрашҡан. "Юҡ, әлегә бер ниндәй үҙгәреш тә һиҙелмәй", - тип һығымта яһаған ир кеше.
Тормош иптәшенең сәйер ҡарашына иҫе киткән ҡатын, үҙе лә һиҙмәҫтән, сәстәрен төҙәткән, сикәләре ҡыҙарған.
- Һин ниңә улай миңә тишә яҙырҙай итеп ҡарайһың? - тип һораған ул оялып ҡына.
Ир ҙә ҡаушай төшкән.
- Әйҙә, ярҙам итешәйем, - тигән ул, ахырҙа, үҙ ҡолағына үҙе ышанмай.
- Рәхмәт, кәрәкмәй. Мин йыуып бөтөп барам инде, - тигән ҡатыны уңайһыҙланып ҡына.
"Бына һиңә, мә! Ҡатыным күҙ менән ҡаш араһында үҙгәрә башланы түгелме?" - тип уйлаған ире һәм ҡатынына ярҙам итә башлаған.
Икенсе көндө ир кеше өйгә ашығып ҡайтҡан. Ҡатынындағы үҙгәрештәрҙе тиҙерәк күргеһе килгән уның.
"Туҡта, әгәр ҙә ҡатыным, ысынлап та, фәрештәгә әйләнһә, уңайһыҙ булыр", - тип уйлап, ул юл ыңғайы сәскәләр гөлләмәһе һатып алған.
Өй ишеген асыу менән ир, сихырланғандай, ҡатып ҡалған. Уның алдына байрамса кейенгән ҡатыны йылмайып баҫҡан. Йәш саҡтағылай тулҡынланыу менән ир сәскәләрҙе ҡатынына һуҙған.
Ҡатын, ҡапыл ҡыҙарып, керпектәрен елпелдәтеп, сәскәләрҙе алған, күҙҙәрендә йәшлек сатҡылары балҡып киткән.
"Фәрештә! Ҡалай тиҙ үҙгәргән! Керпектәре былай-алаймы! Фәрештәләр генә шулай баҫалҡы булалыр. Тыштан да, эстән дә бер юлы үҙгәргән дә баһа!" - тип аптыраған ир. Байрамса әҙерләнгән һый тулы өҫтәлде күргәс, ул бөтөнләй шаҡ ҡатҡан.
Өҫтәл артына ултырғас, ҡатыны ҡапыл һикереп торған:
- Ғәфү ит, телевизор тоҡандырырға онотҡанмын, бына, яңы гәзиттәр ҙә һатып алғайным.
- Юҡ, телевизор ҡарағым килмәй, гәзиттәрҙе аҙаҡ ҡарап сығырмын, уларҙа барыбер көн дә бер үк балыҡ башын сәйнәйҙәр. Иртәгә, шәмбе көнөнә, ниндәй пландарың бар? Бына, театрға ике билет алғайным. Тәүҙә көндөҙ театрға барыр өсөн һиңә күлдәк һайларбыҙ, йәме? - ир "фәрештәләргә торошло күлдәк", тип әйтергә уйлаған да, ҡатынының наҙлы ҡарашын күреп, шымып ҡалған.
"Эй, Аллам! Фәрештәләр был тиклем дә гүзәл була икән! Әгәр ҙә ҡатыным күҙгә күренеп үҙгәрһә, мин уға лайыҡлы ир була алырмынмы һуң?" - тип ҡурҡа төшкән ир. Һәм ҡапыл, йәшен атҡандай, мейеһен яңы уй телеп үткән: "Фәрештә эргәмдә саҡта, һуң булмаҫ элек, унан һәм минән тыуасаҡ бала тураһында һорай һалырға кәрәк!"
- Ниңә уйға баттың? Әллә берәй әйтер һүҙең бармы? - тип һораған ҡатын.
- Әлләсе… Мөмкин булһа… Эйе, ысынлап та, минең йөрәк түрендә, һиңә әйтер һүҙем бар… Гүзәл фәрештәм, мин һинән һәм минән тыуасаҡ бала тураһында хыялланам!
Ҡатыны ире янына килгән. Һөйөү наҙы менән тулған күҙҙәренән тамған күҙ йәштәре алһыу сикәләре буйлап ағып төшкән. Бер көн эсендә танымаҫлыҡ булып үҙгәргән ҡатын нескә ҡулдарын иренең яурынына һалған…
"Ниндәй илерткес төн булды! Фәрештә эргәһендә әүлиәгә әйләнерлек!" - тип уйлаған ир кеше икенсе көн иртәнсәк ейәнсәрен балалар баҡсаһына алып барған саҡта.

Исмәғзәм ИСМӘҒИЛЕВ әҙерләне.
"Киске Өфө" гәзите, №9, 6 - 12 март 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 05.03.26 | Ҡаралған: 98

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! ПР905 индекслы "Киске Өфө" гәзитенә республика ҡалалары һәм райондарының бөтә почта бүлексәләрендә лә 2026 йылдың икенсе ярты йыллығына 1124 һум 40 тингә яҙыла алаһығыҙ. Әйткәндәй, ике кешегә (562 һум 20 тин), өс кешегә (374 һум 80 тин) бер дана гәзит алдырыу ҙа хуплана. Һәр ваҡыттағыса, гәзиткә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәрҙең кемдәрелер матур башҡорт китаптары менән бүләкләнер.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru