«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ошо көндәрҙә Рәсәйҙә Студенттар көнө билдәләнде. Ә ниндәй ул бөгөнгө студенттың торомошо? Ни менән көн үткәрә улар? Байрам уңайынан юғары уҡыу йорттарында уҡып йөрөгән йәштәргә ошондай һорауҙар менән мөрәжәғәт иттек.

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

УРМАН БАШҠОРТТАРЫНА СӘЙӘХӘТ
+  - 

XIX быуат аҙағында - XX быуат башында йәшәгән рус табибы, медицина докторы Дмитрий Петрович НИКОЛЬСКИЙ 1899 йылда Санкт-Петербургта баҫылып сыҡҡан "Башкиры. Этнографическое и санитарно-антропологическое исследование" тип исемләнгән үтә ҡыҙыҡлы китап авторы булараҡ билдәле. Унан башҡа Д.П. Никольский 1895 йылда "Землеведение" ғилми журналында "Из поездки к лесным башкирам" тигән этнографик мәҡәлә баҫтыра. Был мәҡәләлә Архангел заводы, Тирәкле, Уҫманғәле, Инйәр ауылдары һәм Көньяҡ Уралдың башҡа урындары иҫкә алына. Автор урындағы башҡорттарҙың көнкүреше һәм йәшәү рәүеше, ялан һәм урман зоналары башҡорттары араһындағы айырмалыҡтар хаҡында ла бәйән итә.

Тауҙар араһында һәм тау йылғалары ярҙарында таралып ятҡан ауылдарҙа йәшәгән кешеләр минең күҙәтеүҙәремдең һәм тикшеренеүҙәремдең предметы булды ла инде. Тикшеренеүҙәр районына ингән ауылдар: Уҫманғәле, Сәфәрғол, Нуҡат, Яңы Хәсән, Сермән, Йөйәк, Манышты, Ҡорокүләк, Көмбә, Бирҙеғол, Ташлы, Аранғол, Аис һәм Иҫке Хәсән. Был ауылдарҙың барыһы ла ошонда 100 мең дисәтинә ере булған С.И. фон-Дервиз биләмәләренән әллә ни йыраҡ түгел.
Урман башҡорттары ауылдары урынлашҡан ерҙәрҙе дала башҡорттарыныҡы менән сағыштырһаң, тәүгеләренә өҫтөнлөк бирәһең. Урман башҡорттарының ауылдары (күбеһенсә ҙурҙарҙан түгел - бер нисә тиҫтә йорттан тора), ғәҙәттә, бер яҡтан бик матур ылыҫлы урман ҡаплаған тау менән ышыҡланһа, икенсе яҡтан йылға менән сикләнә, йә иһә улар тау битләүҙәренә һырыҡҡан була. Ауылдарҙың урамдары киң. Ауыл уртаһында ҙур булмаған мәсет тора. Ыҙмалар ҡарағай йә иһә ҡайын бүрәнәләренән һалынған, тәпәш кенәләр, дранка йә иһә ҡабыҡ менән ябылғандар, ә ҡайһы берҙәренең ҡыйығы ла юҡ, уның урынына өй башына үлән баҫып бөткән ер түшәлгән. Һәр өй янында кәртә, ситән, ҡайһы берҙә нәҙек ағас олондары менән уратып алынған бәләкәй генә ихата бар; ҡайһы берҙәренең өйҙәре артында мал-тыуар өсөн ҡаралтылар, келәттәр һ.б. бар.
Йыш ҡына ыҙмаға тура урамдан инеп була. Соландан 2 йәки 2,5 аршин бейеклегендәге бәләкәй ишектән өйгә инәләр. Ҡышҡы биналар үҙҙәренең эске төҙөлөшө буйынса дала башҡорттарыныҡынан әллә ни айырылмай. Стеналары юнып сутланған; бүрәнәләр араһына йоҡа ғына мүк ҡатламы һалып ҡалдырылған. Иҙәндәре һәм түшәмдәре таҡтанан яһалған, әммә насар беркетелгән, шуға күрә түбә таҡталары араһынан ер ҡойолоп тора.
Иҙән өрлөктәр һәм яндауырҙар өҫтөнә түшәлә. Йәйләүгә сыҡҡанда башҡорттар иҙәндең бер нисә таҡтаһын асып ҡуя. Был иҙән аҫтын (баҙҙы) елләтеү өсөн эшләнә шикелле, санитария күҙлегенән ҡарағанда, был мөһим. Икенсе берәүҙәр әйтеүенсә, был өйҙәгеләрҙең барыһының да йәйләүгә китеүен белгертеү өсөн эшләнә.
Өйҙәрҙә яҡтылыҡ етерлек кимәлдә түгел, был тәҙрәләр һаны һәм уларҙың ҙурлығы менән бәйле. Ғәҙәттә, бер йә ике тәҙрә урам, бер бәләкәй тәҙрә ихата яғынан ҡуйыла. Тәҙрәләрҙең бейеклеге 12 - 16 ҡарыштан артмай, киңлеге 8 - 12 ҡарыш тирәһе. Рамдарға быяла ҡуйыла, ә ҡыштарын ҡарындыҡ тартыла һәм, унан башҡа, рустарҙағы кеүек тәҙрә ҡапҡастары ла осрай, ә дала башҡорттарында улар булмай. Ыҙманың яртыһынан күберәк өлөшөн ҡәҙимге һике (урындыҡ) биләй, уның өҫтөнә мендәрҙәр, балаҫтар һәм башҡа нәмәләр өйөп ҡуйыла. Ҡайһы саҡта һикеләр араһында буш урын ҡалдырыла, унда өҫтәл ҡуйыла, башҡорттар шунда туҡлана. Урал башҡорттарының ризыҡтарын өҫтәлгә ҡуйып ашанғандарын бер саҡта ла осратҡаным булманы, улар эскәтер йәйелгән иҙәндә йә иһә урындыҡта ризыҡлана. Һике өҫтөнән күлдәк, кейем-һалым эленә торған бау тарттырып ҡуйыла, ҡатын-ҡыҙҙар яғы шаршау менән ҡапланған.
Мөйөштә, ишек янында, балсыҡ менән һыланған ябай сыуал тора; уның менән йәнәш мейескә ашарға бешереү һәм кер йыуыу өсөн ҡаҙан беркетелгән. Керҙе унан аҙ ғына алдараҡ аҙыҡ бешерелгән бер үк ҡаҙанда йыуыу башҡорттар тормошонда ҡәҙимге бер күренеш, тип һанала, сөнки улар йәшәгән мөхиттең үтә ярлы, бигерәк тә кухня һауыт-һабаһының бик аҙ булыуын иҫәпкә алырға кәрәк. Ҡайһы бер ыҙмаларҙа рус мейестәре лә осрай, әммә улар һәйбәтләп уйлап һалынмаған. Сыуал янында бәләкәй хайуандарҙы: кәзә бәрәстәрен, быҙауҙарҙы һәм башҡаларҙы ҡыш айҙарында ыҙмала тотоу урыны кәртәләп алынған. Ыҙмала кеше һәм малдар күбәйеп киткән хәлдә ундағы һауаның ниндәйерәк булыуын күҙ алдына килтереү ауыр түгел.
Ҡайһы бер урындарҙа файҙаланырлыҡ ер участкалары булыуына ҡарамаҫтан, башҡорттар ер эшкәртеү менән шөғөлләнмәй тиерлек. Уларҙың төп һөнәре - урман кәсебе, уның менән йыл әйләнәһенә тиерлек шөғөлләнәләр. Ирҙәр генә түгел, балалар һәм хатта ҡатын-ҡыҙҙар ҙа эшләй. Ҡыштарын улар берәй урман промышленнигына ялланып бүрәнә һәм утын әҙерләй, йә иһә һатыу өсөн үҙҙәренең биләмәләрендә ағас киҫә. Унан башҡа, бәғзе берәүҙәре пристандарға ағас ташыу менән шөғөлләнә.

Бәҙри ӘХМӘТОВ тәржемәһе.
(Дауамы. Башы 3-8-се һандарҙа).

"Киске Өфө" гәзите, №9, 6 - 12 март 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 05.03.26 | Ҡаралған: 21

Киске Өфө
 
Ҡатындарҙы мөхәббәтле күрһәтәсәк нәмә матурлыҡ түгел, гүзәл холоҡтор. Күп ҡатындарҙың матурлығы камил булмаһа ла, һәр кем алдында һөйкөмлө күренә һәм хөрмәтләп телгә алына. Шуның өсөн гүзәл холоҡло һәм миһырбанлы булығыҙ. Асыулы йөҙлө булмағыҙ. Асыулы йөҙ менән бер кемгә лә күренмәгеҙ. Асыуланған ваҡытта һөйләшмәгеҙ, бигерәк тә башҡаларға яуап биреүҙән һаҡланығыҙ. Сөнки асыуланғанда яуап биреү асыуҙы көсәйтә.

Ризаитдин нәсихәттәренән.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru