
Алёна Абдразаҡова - беҙҙең мәҙәни донъябыҙға тәрән, киң, етди, сағыу ижады менән талпынып килеп инде. Ышаныслы һәм тәүәккәл аҙымдар менән. Бөгөн уның тураһында: талантлы милләттәшебеҙ, тигән маҡтау һүҙҙәрен йыш ишетергә тура килә. Эйе, халҡыбыҙҙың рухын сағылдырған, данлы үткәнебеҙгә ҡарата ғорурлыҡ тойғоһо тәрбиәләгән яҙмалары, видеолары аша Алёна заман менән ҡыйыу диалог ҡора, ижад донъяһына үҙенең күңеленән тере тамсылар бөркә һәм беҙҙең йөрәктәргә ғәм һәм сәм өҫтәй. Ул башҡорт, рус, инглиз телдәрендә ижад итә. Юлдар ҡайҙа ғына илтһә лә, илһамлы ижад башланғысы Башҡортостан менән бәйле - Мәскәүҙә йәшәүсе шағирә, прозаик был турала һәр саҡ ғорурлыҡ менән әйтә.
Алёна, күптәр өсөн һин, ысын мәғәнәһендә, асыш булдың. Ләкин ижадҡа килеү юлың һаман сер булып ҡала. Ул, гүйә, вуаль артына йәшерелгән. Шуға ла, "Кем һин, Алёна?" тигән һорауҙы күптәр бирергә теләй. Ҙур ижадҡа ынтылыш ҡасан башланды?
- Минең әҙәбиәткә һөйөү бик бәләкәй саҡтан килә. Әсәйемдең беҙҙе, ике кескенә ҡыҙын, һәр кис әкиәт-хикәйәт һөйләп, мөғжизә илендә йөрөтөп, шулай бәүелтеп-тирбәтеп, йоҡоға талдырғаны һәр саҡ хәтеремдә. Шуға ла, уйынсыҡ-тәтәйгә ҡарағанда, күберәк китап яратып үҫтек, 5 йәштә уҡый-яҙа ла белә инек, өйөбөҙ тулы китап булды, шөкөр.
Тәүге шиғырҙарымды һәм хикәйәләремде Стәрлетамаҡтағы 1-се гимназияның гәзитендә баҫтырып сығарғайным. Ул гәзитте нисек итеп тулҡынланып ҡулыма алғаным бөгөнгөләй хәтеремдә! Шиғыр, хикәйәләрем аша уйҙарымды, хистәремде башҡа кешеләргә еткерә алдым бит. Был шөғөлдөң нисек мөһим икәнен шунда асыҡ аңланым. Ул ваҡытта минең күңелемдә рус поэзияһының "Көмөш быуат" шағирҙары тәрән яңғыраш алды. Башҡорт теле буйынса уҙғарылған олимпиадаларҙа ла йыл һайын ҡатнашып, призлы урындар яулап килдем.
Әммә ысын тормошто аңлау һуңыраҡ, гимназияны тамамлап, 16 ғына йәшемдә өйҙән алыҫҡа уҡырға киткәс кенә килде. Шунда миндә "Ҡан хәтере - ҡаҡшамаҫ көс" тигән илаһи бер аңлау барлыҡҡа килде. Студент саҡта бер шәлкем шиғырҙарымды "Йәшлек" гәзитендә баҫтырып сығарыуҙа Башҡортостандың халыҡ шағиры Хәсән Назар булышлыҡ итте, абруйлы әҙип минең күп кенә шиғырҙарымды уҡып сыҡҡас: "Һиңә, һеңлем, Мәскәүҙәге Юғары әҙәби уҡыу йортона уҡырға китергә кәрәк", - тине. Матур рецензия яҙып бирҙе. Әлбиттә, Хәсән ағайҙың ышанысы, миңә биргән баһаһы ҡанаттарымды нығытып ебәрҙе. Ул ваҡыттарҙа беҙ, 90-сы йылдар балалары - юҡлыҡты татыған быуын - тормошта матди байлыҡты мөһим тип уйлай инек, шуға ла: "Юҡ, тормошта артта ҡалмаҫ өсөн миңә тәүҙә һөнәр алырға кәрәк", - тип яуапланым. Ул мәлдә мин юридик факультетта уҡып йөрөй инем.
Ҡайһы жанр күңелгә яҡын: шиғриәтме, прозамы? Әллә йыр сәнғәте нығыраҡ илһамландырамы?
- Минең өсөн һәр жанр - үҙенсәлекле ҡорал. Мәҫәлән, Мәскәүҙә Халыҡ-ара мөнәсәбәттәр факультетында уҡығанда ҡытай теле мине образдар менән фекерләргә өйрәтте. Шиғриәт - ул хистәрҙең иң юғары нөктәһе булһа, проза фекерҙең психологик тәрәнлеген асырға ярҙам итә. Йыр сәнғәте иһә - һүҙҙең музыка аша йөрәккә, күңел ҡылында уйнап, тура юл табыуы. Мин үҙемде бер жанр менән генә сикләмәйем, сөнки һәр идеяның үҙ яңғырашы бар.
Салауатҡа арналған эпик видеоң күптәрҙе тетрәндерҙе. Уны яҙырға мәжбүр иткән сәбәптәрҙе белге килә. Йөрәктә уйылырлыҡ һүҙҙәр ҡайҙан тыуҙы? Салауат тематикаһы нимә ул һинең өсөн?
- Был әҫәрҙең донъяға килеүе осраҡлы ғына түгел, Хоҙайҙан килгән бер ҡөҙрәттер, тип ҡабул итәм. Беҙ, башҡорттар, ирек һөйөүсән халыҡ, ерҙәребеҙ ҙә киң. Киңлекте яратҡанғалыр... Уйлаһаң, ирек һөйгән өсөн нисә быуат, нимә генә кисермәгән халҡым, нимә генә үтмәгән уның башынан… Ил-ояның туҙҙырылып, утта янғанын нисек кенә онотаһың инде? Ағиҙел буйындағы Салауат батырҙың һәйкәле янына барғанда мин ҙур бер тулҡынланыу кисерәм, әйтерһең, минең йәнем шул үткән быуаттарға барып тоташа. Һәйкәл тирәләй йөрөйөм, ә үҙем, гүйә, халҡымдың үткәндәрен урап сығам, яу юлдары буйлап уҙам, хатта ҡыҙған тимер менән Салауаттың маңлайына һуҡҡан тамғаһын күргәндәй булам. Унан һуң, Стәрлебаш районы Яңы Ҡалҡаш ауылында йәшәгән ҡартатайым Баязитов Фәтҡулланың миңә: "Беҙ Ҡаранай батыр тоҡомо", - тип һөйләгәне хәтеремдә. Ҡаранай Моратовтың батырлығы Салауат Юлаевтың ҡаһарманлығына тиң булған, шуға ла был тема минең өсөн бик шәхси һәм яҡын.
Салауат тематикаһы минең өсөн йәнә лә иреккә ынтылған ир-ат ҡеүәте һәм замандан көслөрәк булған тамырҙарға тоғролоҡ сағылышы. Шуныһы ғәжәп: "Минең көсөм - дөрләп янған йөрәк-күңел!" - тигән юлдарҙы яҙғанда мин батырҙар рухының үҙе телгә килгәнен тойҙом. Бөгөнгө һынаулы заманда был йыр кешеләргә ныҡлыҡ, көс һәм яҡты өмөт бирергә тейештер, тип аңлайым. Салауат батыр башҡортомдоң мәңгелек юйылмаҫ хәтере булып ҡалыуына инанам.
"Реквием на снегу". Салауаттың эске кисерештәрен ышандырырлыҡ итеп биреүең, шул заман тәрәнлегенә үтеп инә алыуың хайран итә. Реквиемдың дауамы буласаҡмы?
- "Реквием" өҫтөндә эшләгәндә мин мөмкин булмағанды эшләргә - ваҡыт аша үтеп, шул ҡырыҫ заманды эстән тойомларға ынтылдым. Салауатты барып етмәҫлек легенда итеп түгел, аҡыл-күңел һынауҙары аша үткән, хистәре сигенә тиклем сағылған тере кеше итеп күреү минең өсөн бик мөһим ине.
Реквиемдың дауамы мотлаҡ буласаҡ. Хәҙерге ваҡытта мин тарихи архивтарға һәм документтарға тәрән үтеп инеү өҫтөндәмен. Салауаттың тормошо тураһындағы мәғлүмәттәрҙе бөртөкләп йыйып, киләсәктә ҙур күләмле әҫәр ижад итергә ниәтләйем. Минең хыялым һәм маҡсатым - был хеҙмәтем Салауат батырыбыҙ тураһындағы өр-яңы, заманса тулы метражлы фильмдың нигеҙе булһын ине. Беҙгә батырыбыҙҙың образын тарихи дөрөҫлөктө һәм рух ҡеүәтен һаҡлап, бөгөнгө тамашасыға яҡын һәм аңлайышлы итеп кино аша тәрән яҡтыртыу кәрәк.
Фәлсәфәүи уйланыуҙарың бөтә кешеләргә аңлашыламы? Һин уларҙы яҙған саҡта бары күңелеңде бушатаһыңмы, әллә уҡыусы нимә тип әйтер, тигән уй алға сығамы?
- Ижадтың иң юғары мәлендә мин үткәндәрҙең рухы, тарих һәм үҙ-үҙем менән һөйләшәм. Был ваҡытта уҡыусы тураһында уйламайым, ижад стихия булып үҙе килеп инә. Әммә шторм, ҡойон тымғас, мин башҡа кешегә илткән күпер тураһында уйлай башлайым. Уҡыусыға аңлатыу түгел, ә ул үҙе аҙым яһап кисерерлек арауыҡ булдырыу мөһим.
Нисә телдә ижад итәһең?
- Мин башҡорт, рус һәм инглиз телдәрендә ижад итәм - был өс тел минең уй-фекерҙәремдең һәм хистәремдәге төп ҡанаттарым. Бынан тыш, мин тағы ла немец, француз һәм ҡытай телдәрен беләм. Мәктәпте тамамлағанда уҡ өс сит ил телен бер аҙ үҙләштергәйнем инде - француз, немец, инглиз телдәрен. Һәр тел - айырым бер ғаләм. Башҡорт теле - тамырҙарым теле, унда ата-бабалар хәтере. Бик тә яратам әсәм телен. Рус теле лә бер аҙ киңлек бирә, мин уны Рәсәй теле тип ҡабул итәм, башҡа милләт кешеләре менән аралашыу өсөн байытылған тел. Ә ҡытай теле - образлылыҡ. Телдәр араһындағы күсештәр миңә донъяны төрлө яҡлап күрергә мөмкинлек бирә.
Тормоштағы иң ҙур маҡсатыңды әйтә алаһыңмы?
- Минең маҡсатым - "күперҙәр" төҙөү. Телдәр, мәҙәниәттәр, үткән менән бөгөнгө араһында. Шиғырымды йәки йырымды, прозамды уҡыусыға, тыңлаусыға бары тик һөйләп биреү сығанағы тип кенә күргем килмәй, мин уларҙың "йөрәк тибешен" уятыусы булыуын теләйем. Әгәр һүҙем кеше йөрәгендә резонанс тыуҙыра икән - тимәк, мин үҙ бурысымды үтәйем.
Һин ижадсы һәм ҡатын-ҡыҙ. Ошо ике төрлө бурыс тийәйекме, яуаплылыҡмы, вазифамы, нисегерәк яраша ала һиндә? Улар бер-береһенә ҡамасауламаймы?
- Бер нисек тә ҡамасауламай, киреһенсә, көсәйтә! Ҡатын - ҡыҙҙың ҡырҡ сырағы була, береһе һүнһә, икенсеһе ҡабына. Оло мәғәнә бар был халыҡ аҡылында. Ауыр саҡта бөгөлөп төшкәндә лә яҡшыға өмөтөңдө һүрелтмәҫкә өйрәтә был аҡыл. Ҡатын-ҡыҙ вазифаһы ижадта һиҙгерлек һәм түҙемлек, ғәҙәти булмағанды күреү сифаттарын нығыта. Әгәр ижад һәм ҡатын-ҡыҙ вазифаһы бер-береһенә ҡамасаулаһа, донъя бик күп матур әйберҙәрҙән - нәфис күлдәктәрҙән алып, гениаль шиғырҙарға тиклем - мәхрүм булыр ине.
Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА әңгәмәләште.
"Киске Өфө" гәзите, №9, 6 - 12 март 2026 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА