
Донъя иғтибары элеккесә үк - башланғаны бирле - АҠШ менән Израилдең Иранға ҡаршы ғәҙелһеҙ һәм агрессив һуғыш асыуы ваҡиғаһына төбәлгән. Илдәр һәм уларҙың лидерҙары, сәйәсмән һәм киң мәғлүмәт саралары ғына түгел, донъя йәмәғәтселеге - ябай граждандар ҙа был ҡот осҡос хәлгә битараф ҡала алманы, социаль селтәрҙәрҙә күптән күҙәтелмәгән ярһыу һәм әүҙемлек менән улар агрессорҙарҙың халыҡ-ара хоҡуҡ нормаларын емереп, башбаштаҡлыҡ ҡылыуын ҡырҡа ғәйепләй һәм кисекмәҫтән һуғышты туҡтатыуҙы талап итә.
Тик шулай ҙа ошондай шарттарҙа Ирандың ут ҡойоно уртаһында яңғыҙ тороп ҡалыуы барыбер аңлашылып етмәй. Ә бит Иран 2024 йылда Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһына (ШОС) тулы хоҡуҡлы ағза булараҡ ҡабул ителгәйне. Бының менән Иран Яҡын Көнсығышта үҙенең урынын һәм абруйын нығытып ҡына ҡалманы, ә Рәсәй һәм Ҡытай менән бәйләнештәрен дә үҫтереү маҡсатын тотто. Һәм, ысынлап та, ШОС үҙенең ойошоу ниәтен "кемгәлер ҡаршы альянс" итеп түгел, ә халыҡ-ара хеҙмәттәшлек итеүҙә күрә. Дөрөҫ, тәүге көндән үк Рәсәй, Ҡытай, Төньяҡ Корея, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре, Төркиә һәм Испания властары Иранға ҡарата һуғышты ҡәтғи тәнҡитләп, уны кисекмәҫтән туҡтатыуҙы талап итте. Рәсәй иһә Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы (БМО) Хәүефһеҙлек советының ашығыс ултырышын йыйыуҙа булышлыҡ итеп, уның резолюция проектын әҙерләне. РФ Президенты Владимир Путин Иран Ислам Республикаһы президенты Масуд Пезешкиан менән телефон аша бәйләнештә, шулай уҡ яңы верховный лидер итеп һайланған Мөждәбә Хаменеиға ҡотлау сәләмендә Мәскәүҙең Тегеран менән теләктәшлеген раҫлап, "Рәсәй Ирандың ышаныслы партнеры булып ҡала", тип белдерҙе. Рәсәй лидеры Яҡын Көнсығыш мәсьәләһен хәл итеү буйынса шулай уҡ АҠШ лидеры Трамп хакимиәте менән дә һөйләшеүҙәр алып бара.
Ә бына Иран менән 2016 йылдарҙан алып әүҙем хеҙмәттәшлек итеүсе, был илгә дуҫлыҡ визиты менән барып ҡайтҡан һәм һәр йәһәттән стратегик хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйған Ҡытай лидеры Си Цзиньпин ниңә хәл иткес мәлдә Иранға ярҙамға ашыҡманы, тигән һорауға Бойондороҡһоҙ дәүләттәр берлеге (БДБ - СНГ) илдәре генераль прокурорҙарының Координация советы секретары, юридик фәндәр докторы, профессор Юрий Жданов Пекиндың был конфликтҡа ҡыҫылмау яйын ҡарауын бер нисә сәбәп менән аңлата. Шуларҙың береһе: яңы "Америка" булырға ынтылған Ҡытайҙың Фарсы ҡултығы илдәре компаниялары менән әүҙем хеҙмәттәшлеге һәм Израиль менән дә ярайһы яҡын бәйләнештәре Иранға асыҡтан-асыҡ хәрби ярҙам итеүҙе өнәмәй. Һәм, ғөмүмән, Ҡытайҙың үҙ стратегик партнерҙары булған Рәсәйгә - Украина конфликтында, Венесуэлала - Мадуроға йә булмаһа, Пакистанға талибтар менән һуғышта ярҙамға ташланмауы бер бөгөн түгел, ти Юрий Жданов. Шул ыңғайҙа сәйәси күҙәтеүсе, донъяла рәсми рәүештә Пекин үҙенең союздашы тип атаған бер генә ил дә юк, бары тик "сикһеҙ дуҫлыҡ" тураһында пафос ҡатыш "томанлы" һүҙ һөйләү генә бар, тип тә өҫтәй. Икенсенән, ти эксперт, апрелдә Пекин ун йылда бер тапҡыр Трамптың Ҡытайға килеүен көтә икән. Аңлашылыуынса, Иран хаҡына АҠШ менән диалогтан ҡолаҡ ҡағыу перспективаһы Ҡытайға һис тә ҡулай түгел.
Трампҡа килгәндәме? Ул Иран лидеры итеп Мөждәбә Хаменеины һайлауға ҡарата үҙенең ризаһыҙлығын белдерҙе, ләкин быға аңлатма биреүҙән тыйылып, ваҡиғалар үҫешен күҙәтеп барасағын әйтте. Бынан тыш, ул Иранға ҡаршы хәрби операцияны тамамлауҙы Израиль премьеры Нетаньяху менән кәңәшләшкәндән һуң ғына хәл итәсәге тураһында хәбәр итте. Был йәһәттән сәйәси даирәләр һәм хатта ябай америкалылар ҙа Израиль көйөнә бейеүсе Трампты, "Ҙур Израиль" төҙөү планының башҡарыусыһына әүерелдерелгән марионетка, тип атаны.
АҠШ-тың ҙур ҡалаларында Иран менән һуғышҡа ҡаршы протест демонстрациялары булып үтте. Эксперттар фаразлауынса, Израиль тарафынан Иранда АҠШ-ҡа яраҡлы власть булдырыу йә булмаһа, Иранды юҡ итеү, бик тә булмаһа, уны ҡаҡшатыу маҡсаты ҡуйылған. "Уларҙың (Иран яғының) флоты ла, бәйләнеш саралары ла, авиацияһы ла ҡалманы",- тип белдерҙе Трамп СBS News телеканалына интервьюһында һәм Иранға ҡаршы операция ғәмәлдә тамамланды, тип өҫтәне. Ә нимә эшләргә ҡала уға? АҠШ армияһының элекке офицеры Станислав Крапивник мәғлүмәттәре буйынса, Иранға һөжүмдең тәүге көндәрендә америка көстәре меңәрләгән боеприпас (ысын булһа - 3 600 берәмек!) сарыф итеп, хәҙер ракета ҡытлығына дусар булды. Шулай итеп, Иранға ҡаршы һуғыш Штаттарҙың үҙенә лә бик ҙур юғалтыуҙар килтерҙе. Хәрби кампанияның тәүге аҙнаһында ғына ла АҠШ 6 млрд доллар тотонған, тип белдерә донъя мәғлүмәт саралары. Етмәһә, ошондай мәлдә лә бәйелһеҙ Трамп, алдын-артын байҡамай, Кубаға ла теш ҡайрап маташа. 9 мартта АҠШ лидеры үҙ башланғысында РФ Президенты Владимир Путин менән телефон бәйләнешендә, әгәр Иран Ормуз боғаҙы аша нефть ташыуҙы тотҡарлауҙан туҡтамаһа, Тегеран тарафына утты 20 тапҡырға көсәйтәсәген белдергән. Сәғәткә яҡын һөйләшеү барышында Владимир Путин Иран конфликтын сәйәси-дипломатик көйләүҙе тиҙләтеү буйынса тәҡдимдәрен әйткән. "Известия" эксперттары иҫәпләүенсә, Яҡын Көнсығыштағы көсөргәнеште баҫыуҙа Рәсәй төп аралашсы ролен башҡарыуы ихтимал.
Украиналағы Махсус хәрби операция яңылыҡтарына килгәндә, 9 мартҡа ҡарата шулар мәғлүм булды: Рәсәй яугирҙары тәүлек эсендә Украина Ҡораллы көстәрен тәьмин итеүсе энергетика объекттарын юҡ итте, тип белдерә РФ Оборона министрлығы. Бынан тыш, 142 районда Украина хәрбиҙәре һәм сит ил ялланыусыларының ваҡытлыса урынлашҡан пункттарына ут асылған. Шул уҡ ваҡытҡа ҡарата Харьков өлкәһендә Украинаға АҠШ ебәргән залп уты реактив сисемаһының атыусы ҡоролмаһы идара ителеүсе ике ракета менән юҡ ителгән. "Көньяҡ" ғәскәр төркөмө хәрбиҙәре тарафынан Донецк Халыҡ Республикаһының Голубовка тораҡ пункты беҙҙең яугирҙар ҡарамағына күскән. Сумы өлкәһендә лә беҙҙең файҙаға ҡыуаныслы үҙгәрештәр бар: Глуховка районындағы Сопыч, ә унан алдараҡ Комаровка, Аҡ ҡайын һәм Сидоровка пункттары азат ителде, тип хәбәр итә журналист Юрий Подоляка.
Фәүзиә МӨХӘМӘТШИНА.
"Киске Өфө" гәзите, №10, 13 - 19 март 2026 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА