
Сәләмәт сабыйҙарҙаң барыһы ла һөйкөмлө, талантлы, зирәк һәм гениаль. Ни өсөн һуң уларҙың бик күптәре ҙурайғас насар яҡҡа үҙгәрә, тормошто йәмләр урынға, боҙоҡлоҡҡа бара, хатта ҡот осҡос енәйәттәр ҡыла? Әгәр буй еткереп тә улар шулай уҡ эскерһеҙ булып ҡалһа, уйҙарында һәм ҡылған ғәмәлдәрендә ихласлыҡ һәм яуаплылыҡ ятһа, беҙ ожмахтың үҙендә фәрештәләр кеүек йәшәр инек тә баһа. Үкенескә ҡаршы, кешелек донъяһы (ололар донъяһы) үтәнән-үтә ялғанға, хөсөткә, ҡомһоҙлоҡҡа, көнсөллөккә ҡоролған. Был исемлекте байтаҡ дауам итергә мөмкин булыр ине.
Донъяға саф һәм эскерһеҙ килгән баланы артабанғы тормошта ата-әсәләре үҙҙәре, насип иткән мөхит, йәмғиәт боҙа! Бында бер ниндәй ҙә арттырыу ҙа, ялғанлау ҙа юҡ. Әлбиттә, тыумыштан боҙоҡ кешенең дә булыуы ихтимал. Ғалимдәр, енәйәтсе гены бар, тип тә иҫбатлай бит. Булған хәлдә лә, сабыйҙың бер сәбәпһеҙ енәйәтсе булып китеүенә ышаныуы бик ауыр.
Йәмғиәттең, уратып алған мөхиттең ни рәүешле баланы "әүәләүен" киң таралған эскелек миҫалында айырым-асыҡ күрергә мөмкин. Бихисап бәләләр, ҡайғы-хәсрәт алып килгән эскенән беҙ баланы ҡурсаларлыҡ хәлдә түгелбеҙ. Уны өйҙә бикләп тотоп булмай. Ә мөхитебеҙ араҡыға манма батҡан. Ҙурая бара, ҡайһылыр бер мәлдә, шарап тәмен барыбер татый бала. Артабан, кемеһелер күңел өсөн генә рюмка күтәрә, байтаҡтар эскеһеҙ бер генә ваҡиғаны ла үткәрә алмай, ҡайһыларҙың эскелек йәшәү мәғәнәһенә әүерелә - эскегә һабыша улар. Иллә мәгәр, араҡы эсеп ҡарамаған бер генә кеше лә юҡ арабыҙҙа. Йәмғиәтебеҙҙе тотошлайы менән ялмап алған эскенән ҡасып та, башҡаса ла ҡотолормон тимә. Малайҙар тәрбиәләгәнлектән, иң ҙур теләктәремдең береһе - ҙурайғас уларҙың хәмергә битараф ҡалыуҙары ине.
* * *
Эскелек проблемаһының асылын, беҙҙең быуындың - үткән быуаттың алтмышынсы йылдарында тыуғандарҙың - нисек араҡы эсә башлауы һәм уның ҡолона әүерелеүе миҫалында айырым-асыҡ күрергә мөмкин. Көнкүрештә ҡыуаныу, ҡайғырыу, байрам итеү, ял ойоштороу, буш ваҡытты үткәреү, һыныҡты яҙыу фәҡәт эскелек ойоштороуға ҡайтып ҡалған совет йәмғиәтендә тәрбиә эше лә шаҡтай ҡаты ҡуйылғайны. Мәктәптең башланғыс синыфтарында - октябрят, унан - пионер, аҙаҡ комсомол ойошмаларында тәрбиә коммунизм төҙөүсе кодексы принциптарына таянып алып барылды. Беҙҙе тоғро булырға, ялғанламаҫҡа, иптәшеңә һәм мохтаждарға һәр саҡ ярҙамға килергә әҙер торорға өйрәттеләр. Араҡы эсеү, тәмәке тартыу, алдашыу, үҙ мәнфәғәтеңде өҫтөн ҡуйыу иң алама ғәҙҙәтәр, тип баһаланды һәм ләғнәтләнде.
Мин үҙем хөкүмәт тәрбиәһе көнө-төнө алып барылған интернат-мәктәптә бишенсе синыфтан алып алты йыл дауамында уҡыным. Беҙҙең аңға коммунистик, йәғни дөрөҫ йәшәү принциптары уғата ныҡ һеңдерелгәйне. Шуға ҡарамаҫтан, һабаҡташ ун бишләп ир-егет араһында араҡыға бирелмәгән дүрт-биш кенә кеше бар. Ә ауылда ҡорҙаштарым араһында ундайҙар берәү-икәү генә.
Эскелеккә минең быуын атайҙарҙан өйрәнде. Беҙҙең атайҙар - һуғыш йылы балалары - башҡорттарға хас булмаған эскелекте фронтовиктарҙан эләктереп алған тәүге быуын булғандыр. Ә "наркомовкий сто грамм" ҡорбандары, хәмерҙең тәмен ғәрәсәтле ут эсендә татып, эскелек мәҙәниәтен (йолаларын) тыуған төйәккә алып ҡайтырға мәжбүр ителгәйне. Бының өсөн яугир атай-олатайҙарыбыҙға бер ҙә ғәйеп ташлап булмай, әлбиттә. Һуғыш асҡан фашистарҙы ғына ҡарғарға ҡала. Беҙҙең атайҙар самаһыҙ эсте, һәм эстафетаны "уңышлы" ғына улдарына тапшырып ҡуйҙы.
Мин үҙем һәм ҡорҙаштарым шарап тәмен тәүге тапҡыр төрлө хәләттә һәм төрлө шарттарҙа татып ҡараныҡ. Хатта көнө-төнө ҡарау (ҡарауыл) аҫтында булған интернат балалары ла хәмер эсеп маташты. Әлбиттә, улар иҫергәнсе эсмәне. "Отбой" булғас, ҡараңғы бүлмәлә, берәр йотом ғына. Бер шешә шарапты (бормотуха, тип йөрөтә торғайнылар уны) ун-ун биш башҡа бүлешеп. Был уларға нимә бирҙе икән? Ололар тормошон башларға торғанда сирҡаныс алыу булдымы? Тыйылғанға ороноп, ләззәт кисереүме? Үҙеңде оло итеп тойорға маташыумы? Әллә, бөгөнгөсә әйткәндә, адреналин көҫәүме? Был һорауҙарҙың барыһына ла "эйе" тип яуап бирергә мөмкиндер. Һәм ошо урында тағы бер һорау тыуа: үҙаллы тормошҡа аяҡ баҫырға торған, донъялыҡты бар бөтөнлөгө менән белеп-тойомларға ынтылған йәш кеше тормошто йәмле итә, ләззәтләндерә торған башҡа ысулды (юлды) белмәнеме икән ни? Күрәһең, юҡтыр!
Һәр кемебеҙ эскелек мәҙәниәтен (кешенең мәҙәниһеҙлеген) сабый саҡтан күреп үҫтек. Күптәрҙең аңында (төпкө аңында) урын алған, тормош шулай була икән, тигән төшөнсәне дәүләт тәрбиәһе төҙәтә алырлыҡ хәлдә булмағандыр, моғайын. Беҙҙең аңға һалынған программаны юйыр өсөн уҡытыусы һәм тәрбиәселәребеҙ Макаренконан бер ҙә ҡалышмаҫҡа тейеш булғандарҙыр. Ундай педагогтар иһә меңгә берәү генә. Үкенескә ҡаршы.
* * *
Ете-һигеҙ йәшемдә мин һыра эсергә әүәҫләнеп алдым. Ялға ҡарай әсәйем, атайыма тип, өс литрлыҡ банка менән һыра алып ҡайтып ултырта. Тәүге тапҡыр, күрәһең, ололар күрмәгәндә, ҡыҙыҡ өсөн генә йотоп ҡарағанмындыр уны. Атай бушҡа эсмәйҙер, тәмлелер, тип уйлағанмындыр инде. Иҫләмәйем, был аҙымға нимә этәргәнен.
Артабан, һыра банкаһы ҡайтып ултырған һайын бер-ике йотом уртлауҙы ғәҙәт итеп алдым. Артығын эсмәйем, сөнки бүҫкәргәнен шәйләп ҡалыуҙары ихтимал. Шулай бер ваҡыт һыраның ҡайтып ултырғанын көтөп йөрөй башланым. Үҙемдә был спиртлы эсемлеккә тартылыу тойҙом һәм… ҡурҡтым. Эскелектең иң алама ғәҙәт икәнен мәктәптә аңыма һалып өлгөргән булғандарҙыр инде. Үҙемә, ярамай, тинем, һәм башҡаса һыраға оронманым.
Абайһыҙҙан шарапты (бормотуханы) мин ун ике - ун өс йәштәр тирәһендә тәмләп ҡараным. Абайһыҙҙан, тим, сөнки мин уны компот икән, тип йотом. Ул шулай булды. Эскелек менән ныҡ мауыҡҡан атайҙарыбыҙ баҡыйлыҡҡа иртә китеп бөттөләр. Ауылыбыҙ урамының беҙ йәшәгән осонда һуғыштан алда тыуған ирҙәр үткән быуаттың етмешенсе йылдары уртаһына, ғәмәлдә, ҡалмағайны. Төрлөсә китте улар был донъянан. Үҙҙәренә ҡул һалдылар, фәжиғәле үлделәр, сир ҙә ғүмерҙәрен ҡыйҙы.
Дуҫымдың әсәһе төнгө ҡарауылда эшләй торғайны. Йыш ҡына уның урынына дежурға беҙ барабыҙ. Әле бәйән иткән осраҡ, ялға тап килгән булғандыр, күрәһең. Кискелеккә, дуҫымдың әсәһен алмаштырырға беҙ барҙыҡ. Туйғансы уйнаныҡ та, ҡарауылсы бүлмәһенә индек. Унда эске табынынан ҡалған өҫтәл ҡаршыланы беҙҙе. Өс литрлыҡ банканың төбөндә ҡыҙғылт шыйыҡса ҡалған (мискәнән ҡойоп һатылған шарап - разливное вино). Тыштан сарсап ингән мин, уны-быны уйлап тормай, банканы күтәреп эсеп тә ҡуйҙым. Тәме татлы күренһә лә, компот булмауына төшөнөүен-төшөндөм дә ул, тик һуң ине инде. Ҡаҡ эскәмйәлә ҡаты йоҡлағаным иҫемдә ҡалған. Иртәнсәк ауыҙым ҡороп, ныҡ тәмһеҙләнгәйне. Ошо хәл һәм урлап һыра уртлауым, теләйме-юҡмы, беҙҙең йәмғиәттә бала араҡыны барыбер урап үтә алмаясаҡ, тигән тәҡриҡләүгә тағы ла бер дәлил.
* * *
Тиҫтерҙәрем араһында араҡы менән ныҡлап мауығыу ун алты - ун ете йәштәр тирәһендә башланды. Ауылда байрамдарҙа аулаҡ өйгә йыйылыу йолаһы беҙҙең йәшлеккә инеү осоронда араҡыһыҙ үтмәй ине. Егеттәр эсемлек хәстәрләй, ә ҡыҙҙар - тәғәмлек (закуска була инде халыҡ телендә). Беҙҙең заман ҡыҙҙары, хәҙергеләрҙән айырмалы рәүештә, егеттәр алдында шарапҡа йоғонмай торғайны. Бик һирәктәрен, үтә саяларын (боҙоҡтарындыр, бәлки) иҫәпкә алмағанда. Мәктәпте тамамлауға егеттәрҙең байтағы эсеүҙең тәртиптәрен, үҙенә күрә йолаларын белә ине инде. Әйтәйек, һауыттарға шешәләге араҡыны, бер кемде лә айырмай, тигеҙ ҡойоу; рюмканы төп күтәреп, бөткәнсе эсеү; эсеп ебәргәс, рәтенә килтереп, тәғәмләнеү; рюмка тотоп тос әйтеү, йә булмаһа, тәғәйен ым-ишара яһау, мәҫәлән: "Йә, ярай, әйҙә, киттек!"; эске табыны артында урын-еренә еткереп әңгәмә ҡороу; иртәгәһенә баш төҙәтеү…
Иҫкә төшһә, күтәрелгән теманың абсурдлығы, эскерһеҙ бер ҡатлылығы менән әле лә йылмайыу уятҡан "эскелек әңгәмәһе темаһының" бер вариантын һәм уның аҙағы ни менән бөтөп ҡуйғанын килтереп китеү урынлы булыр. Эске табыны артынан тәмәке тартырға тышҡа сыҡҡан ике егет әңгәмәләшә:
- Мин аңламайым, комсомол менән партия араһында ниндәй айырма бар? Бер үк принциптарға таянып эшләйҙәр, бер үк маҡсатҡа әйҙәйҙәр.
- Эйе, шул. Партия менән комсомолды ҡушып ҡына ҡуйһалар ни булған инде. Мин дә аңламайым…
- Бына мин комсомол, ә ағайым уже коммунист. Беҙҙең арала ниндәй айырма? Ул юҡ. Взносты әҙерәк түләйем инде. Шул ғына. Брежневҡа хат яҙам әле был турала.
- Брежневҡа түгел, ВЛКСМ секретары Тяжельниковка яҙырға кәрәк. Ундай эште кеше аҫтан башлай.
- Тяжельников барыбер үҙе хәл итә алмай бит мәсьәләне. Бөтә эштәр менән партия командывать итә. Уставты уҡып ҡара, аңра.
- Кем аңра? - Әлбиттә, шунда уҡ береһе икенсеһенең яғаһынан алды һәм китте көрмәкләшеү. Саҡ айырып алдыҡ.
Был ике егет артабанғы тормошта, эскелеккә һабышып, береһе үҙенә ҡул һалды, икенсеһе, асарбаҡ хәлендә, иллегә лә етмәй йөрәктән китеп барҙы.
* * *
Араҡы шауҡымы аҫтында шулай, күпме буш хәбәр һөйләнә, юҡтан бәхәстәр ҡуба, һуғыш-талашҡа барып етә.
Ҡулға өлгөргәнлек аттестаты алғас, кәйеф-сафаны дуҫтарым асыҡтан-асыҡ ҡорҙо, ололар тарафынан тыйыу ҙа ҡәтғилеген юғалтты. Саманы белеп эсеүселәргә өндәшеүсе лә булманы.
Армияға егеттәрҙе оло эске табыны ойоштороп, иҫһеҙ итеп эсереп оҙаттылар. Юл моҡсайҙарына берәр шешә тығып ебәреү ҙә мотлаҡ һаналды. Ата-әсәләрҙең үҙ ғәзиз балаһын шул рәүешле эскелек упҡынына тағы ла яҡынлата төшөүен иҫкәртеүсе лә, киҫәтеүсе лә булманы. Йола шулай ине. Йолаға ҡаршы барып булмай!
Егеттәр армияла ла эсеп ҡырҡышты. Башҡа сығырлыҡ эсмәйҙәр, тамаҡ ҡына сылаталар. Ни өсөн? Мин уларҙы аңламай инем.
Армиянан ҡайтып инеү ҙә, тура эске табынына юлығыу менән бәрәбәр булды.
Бала саҡта уҡ мин, ҙурайғас эсмәйем, тип үҙемә һүҙ биргәйнем. Армияға тиклем, армияла уға тоғро ҡалдым. Ике йыл да ике ай хеҙмәт итеп, ҡайтып килгәндә, район үҙәгендә ҡунып ҡалырға тура килде. Уңайы сыҡҡас, уҡытыусыма инеп сығырға булдым. Егерме йәшлек элекке уҡыусыһына араҡыны ул тәҡдим итте. "Апай, мин араҡы эсмәйем", - тинем. Уҡытыусым ер тишегенә инерҙәй булып уңайһыҙланды, ҡаушаны. Тик алға, тик юғарыға әйҙәгән кешем менән араҡы эсеп ултырыуҙы иң хәтәр төшөмдә лә күрә алмаҫ инем. Ә ул өнөмдә ғәмәлләшә яҙҙы...
Беҙ тәрбиәләнгән һәм көн иткән йәмғиәттә әхләҡ төшөнсәһенең баштүбән ҡуйылыуына был асыҡ дәлил. Ҡайһы бер аҙымға теләһә ҡайһы хәлдә лә барырға ярамағанлығын хатта интеллигент исемен йөрөткән ағай-апайҙар ҙа белмәй ине шул. Хәҙер хәл тағы ла киҫкенерәк.
* * *
Армиянан ҡайтып килеүем тураһында телеграмма менән хәбәр иткәнлектән, мине табын әҙерләп, туған-тыумаса, күрше-күлән йыйылып, көтөп торғандар. Түргә ултырттылар. Араҡы ҡойҙолар. "Хәҙер һиңә ярай. Армияла йөрөп, ир булып ҡайттың. Тартынма, күтәр, әйҙә", - тип ихлас күңелдән өгөтләнеләр.
Миңә ҡалһа, "эсмәйем", тип әйтеүемә табын артындағыларҙың оло хуплауына лайыҡ булып: "Маладис, эсмә шул. Бер ваҡытта ла шайтан һыуын ауыҙыңа алма!", - тигән һүҙҙәрҙе ишетергә тейеш инем. Ишетмәнем. Киреһенсә, табындағы ирҙәр "тәрбиәүи" ноҡот уҡынылар. Төп күтәреп эсеп ебәреү ир кешенең ирлеген күрһәткән һәм иҫбатлаған төп дәлилдәрҙең береһе, имеш, уларҙың һүҙенә ҡарағанда...
Ҡорҙаштарымдың байтағының йөҙөндә егерме биш - утыҙ йәшкә еткәндә алкоголиктарға хас һыҙаттар күренә башлағайны. Минең үҙемә лә башҡалар араһында ала ҡарға булып йәшәргә насип булмай сыҡты. Табындарҙа әҙләп рюмка күтәрҙем. Тик бер ваҡытта ла саманан сыҡманым, иҫергәнсе эсмәнем.
Уратып алған мөхиттән өҫтөн булып булмай! Тормошобоҙҙо үҙебеҙгә ҡаршы ҡорғанбыҙ, һәм бер-беребеҙҙе ыҙалатып, үҙебеҙ булдырған кәртәләрҙе емерә-емерә, ауырлыҡтарҙы артыла-артыла, кеше булып ҡалырға, балаларыбыҙҙы ла бәхетле итергә маташабыҙ. Асылда, Дон Кихот ише ел тирмәне менән көрәшәбеҙ. Араҡыға батҡан йәмғитебеҙҙе тыйыуҙар ҙа (Горбачевтың "ҡоро законы"), тәрбиә лә, ҡаты закондар ҙа дауалай алырлыҡ түгел. Уға бөгөн дин һәм йәштәрҙең башҡаса йәшәргә ынтылыуы ғына ҡаршы тора алыуы ихтимал...
Мин малайҙарым алдында рюмка тотоп ултырманым, был йәһәттән уларға үрнәк күрһәтмәнем. Ҡыуанғаным шул: улар эске шауҡымына бирелмәй, егет ҡорона инде. Барыбер шик-шөбһәгә төшкән мәлдәр аҙ булманы. Улдарым иптәштәре менән уйын-кисәләргә лә йөрөнөләр, таңға ғына ҡайтып ингән саҡтары ла йыш булды. Ишеккә барып, үҙем ҡаршы ала торғайным был осраҡта. Шөкөр, өмөтөм аҡланды...
Сәғиҙулла РӘСҮЛЕВ.
"Киске Өфө" гәзите, №10, 13 - 19 март 2026 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА