
XIX быуат аҙағында - XX быуат башында йәшәгән рус табибы, медицина докторы Дмитрий Петрович НИКОЛЬСКИЙ 1899 йылда Санкт-Петербургта баҫылып сыҡҡан "Башкиры. Этнографическое и санитарно-антропологическое исследование" тип исемләнгән үтә ҡыҙыҡлы китап авторы булараҡ билдәле. Унан башҡа Д.П. Никольский 1895 йылда "Землеведение" ғилми журналында "Из поездки к лесным башкирам" тигән этнографик мәҡәлә баҫтыра. Был мәҡәләлә Архангел заводы, Тирәкле, Уҫманғәле, Инйәр ауылдары һәм Көньяҡ Уралдың башҡа урындары иҫкә алына. Автор урындағы башҡорттарҙың көнкүреше һәм йәшәү рәүеше, ялан һәм урман зоналары башҡорттары араһындағы айырмалыҡтар хаҡында ла бәйән итә.
Улар арзан хаҡҡа эшләй, йә иһә, башлыса ниндәйҙер бер урман промышленнигынан алдан алған аҡса, ашлыҡ һ.б. өсөн. Тәбиғәт балалары булараҡ, башҡорттар үҙҙәренең байлыҡтарын тейешле кимәлдә баһалай белмәйҙәр, белә лә алмайҙар, шуға күрә промышленниктар уларҙы эксплуатациялай һәм һәр бер уңайлы осраҡта башҡортто алдарға әҙер тора. Улар бигерәк тә бүрәнә ташыған саҡта йыш алдана; мәҫәлән, бер башҡорт бүрәнәләрен тапшыра, уларҙы алалар, тамғалайҙар, һуңынан тамғаларҙы юялар һәм башҡортҡа ул һанағандан аҙыраҡ бүрәнә килтереүе хаҡында әйтәләр. Приказчиктарҙың ошондай мутлыҡтары хаҡында һөйләгәндә башҡорт асыуын белдермәй, киреһенсә, аптырауын ғына күрһәтә: "ай-ай, бульно хитёр русак!"
Яҙ етеү менән башҡорттар йүкә һыҙыра, уны киптерә һәм йәй көнө йылғаларҙа ебетә башлай. Инйәргә барғанда йылғаларҙа һалабаштарҙан хасил булған быуалар йыш осрай. Һалабаш һалыу көҙгә тиклем дауам итә. Башҡорттар һалабаштан бау үрә, септә һуға, сбруй эшләй һ.б. Былар барыһы ла Архангельский заводында, йә иһә Верхнеуральскиҙа һатыуға сығарыла, ҡайһы саҡта һалабаш артынан һатып алыусылар килә һәм барса тауарҙы бик арзан хаҡҡа ҡабул итә. Ҡайһы берҙә башҡорт һыҙырылған йүкәһен, унан яһалған әйберҙәрен, уларҙы өйөндә лә ошондай уҡ хаҡҡа тиерлек һатып булған көйө, атҡа артмаҡлап, 70-80 саҡрым араға алып барып һата. Башҡорттоң үҙ тауары менән ҡалаға барыуы уның төп маҡсаты түгел, ул үҙе әйткәнсә, "мало-мало покалякать" итер, баҙарҙа яңылыҡтарҙы белеп ҡайтыр өсөн һылтау ғына. Ысынлап та, башҡорт баҙарҙа һатыу-һатып алыуға ҡарағанда, күберәк лавканан лавкаға йөрөй, халыҡ күпләп йыйылышҡан урында башҡалар ни һөйләгәнде тыңлай.
Башҡорттарҙың яңы төҙөлә башлаған Инйәр заводында эшләүен үҙебеҙ күрҙек, улар тырышып эшләй, һәр хәлдә лә рустарҙан кәм түгел; әммә уларға һуңғыларына хас булған оҫоллоҡ һәм сослоҡ етешмәй, шуға күрә лә улар насар эшләгән кеүек тойола. Заводта ер ҡаҙыусылар ҙа, балта оҫталары ла, үлән сабыусылар ҙа, башҡа бер эштәрҙе башҡарыусылар ҙа бар. Уларға рустар менән бер тиң эш хаҡы түләнә. Ашау яғы наҡыҫ булыуға һәм эштең башҡорттар өсөн ауыр булыуына ҡарамаҫтан, улар эштәрен барыбер теүәл башҡара.
Урман башҡортоноң ҡәҙимге ашы ошондай: иртәнге ашҡа, башлыса, сәй менән икмәк ҡуйыла, хәллерәктәрендә иртәнге сәйҙе май һәм һөт менән эсәләр. Һөттө бик аҙ ғына һалалар, һәр саҡта ла һөттө өй хужаһы үҙе ҡоя, унан башҡа йә уның рөхсәтенән тыш бер кем дә сәйенә һөт һалмай. Төшкө ашҡа, сәғәт 11-12 тирәһендә, йышыраҡ һалма һәм һирәк осраҡта ит бешерелә; унан һуң тағы ла сәй эсәләр. Кистәрен һәр саҡта ла тиерлек сәйҙән башҡа бер нәмә лә булмай. Үҫемлек аҙыҡтарынан икмәк ҡулланыла, йышыраҡ арыш икмәге (дала башҡорттарында, киреһенсә, аҡ икмәк); бойҙай, арпа һәм тары ононан йәймә бешерәләр (бының өсөн тары килелә төйөлә һәм унан йәймәнең айырым бер төрө әҙерләнә). Йәшелсәләрҙән кәбеҫтәне бөтөнләйгә ашамайҙар; ҡыярҙы, картуфты һәм бигерәк тә һуғанды башҡорттар бик теләп ашай. Картуфты бик һирәктәр ултырта - орлоҡ етмәгәнлектән һәм, башлыса һаҡлар өсөн тейешле урындары булмаған өсөн. Бәшмәктәрҙән күбеһенсә яңы йыйылған гөрөздә ашайҙар. Ит, башҡорттарҙың иң яратҡан аҙығы булһа ла, уның менән бик һирәктәр туҡлана. Башҡорт һарыҡ йә иһә бәрән салһа, мәжлескә ҡунаҡтар, абруйлыраҡ күрше-күләне саҡырыла. Башҡорттарҙа тәмләткес сифатында бал ҡулланыла, ул етерлек кимәлдә әҙерләнә, шулай уҡ йәйҙәрен еләк-емеш йыйыла һәм унан пастиланың бер төрө - ҡаҡ ҡойола.
Бәҙри ӘХМӘТОВ тәржемәһе.
(Дауамы. Башы 3-9-сы һандарҙа).
"Киске Өфө" гәзите, №10, 13 - 19 март 2026 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА