«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25
Июль
   26  |  27  |  28  |  29  |  30
Август
   31  |  32  |  33  |  34
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42  |  43

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Көҙ - ул йәй буйы тир түгеп эшләгәндең уңышын йыйыу, яйлап ҡына ҡышҡылыҡҡа әҙерләнеү мәле. Ә ҡорт тотоусылар ниндәй ҡыйынлыҡтар менән көрәшкән икән?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

БАШҠОРТТАРҘЫҢ ФРАНЦИЯЛА ЭШЛӘГӘНЕ
+  - 

Тарихи сығанаҡтарҙың байтағы тикшеренеүселәрҙең иғтибарынан ситтә ҡала. Һәр эҙләнеүсе сикләнгән ваҡыт арауығында үҙен генә ҡыҙыҡһындырған материалды тупларға тырыша бит. Ниндәйҙер документ, баҫмаға юлыҡһа ла, үҙенә кәрәкле булмағанлыҡтан, уларҙың темаһына әһәмиәт бирмәй. Йә иһә бәләкәй генә факттар махсус тикшеренеүгә лайыҡлы түгел, тип табыла. Әммә ошо тикшеренеүсе ғалимдарҙың күҙ уңынан ысҡындырылған мәғлүмәттәр араһында бик ҡыҙыҡлылары ла осрай.

Тарих фәндәре докторы Михаил Роднов үҙенең бер мәҡәләһендә ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та шундай хәл тураһында яҙа. Төп фәнни йүнәлеше иҡтисад, крәҫтиәндәр мәсьәләләре булһа ла, ысын тикшеренеүсе булараҡ, ҡулына килеп эләккән төбәк, халыҡтар тарихына ҡағылышлы ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәрҙе лә теркәй бара был ғалим. Командировкаларының береһендә Санкт-Петербург ҡалаһының Рәсәй милли китапханаһында 1913 йылда сыҡҡан "Киевская мысль" гәзитендәге бер мәҡәләгә иғтибар итә. Брюссель ҡалаһындағы үҙ хәбәрсе А.К.-ның "Бельгийская Лена" тип аталған мәҡәләһе була ул. Ә һүҙ бына нимә хаҡында...
1912-1913 йылдың ҡышында Бельгияның баш ҡалаһы Брюсселдәге рус журналисының корпунктына сәйер ҡунаҡтар килеп инә. Европа иленең баш ҡалаһы буйлап эш кейемендә йөрөүсе был кешеләрҙең тышҡы ҡиәфәтенә генә түгел, уларҙың ихтыяр көсөнә, баҙнат итеп үҙен табып килеүҙәренә хайран ҡала журналист. "Бер аҙна элек үҙем йәшәгән йортта ябай булмаған визитерҙар - бер төркөм башҡорт һәм татарҙарҙы ҡабул иттем. Улар Оби ҡалаһының француз металлургия заводында эшләйҙәр (Францияның Төньяҡ департаментындағы Дуэ ҡалаһы эргәһендәге завод)", - тип яҙа автор.

Зилә НИҒМӘТУЛЛИНА.
(Дауамы бар).

"Киске Өфө" гәзите, №10, 13 - 19 март 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 12.03.26 | Ҡаралған: 294

Киске Өфө
 
Иғтибар! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2027 йылдың беренсе яртыһы өсөн 1230 һум 42 тингә яҙылырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласаҡ икәне тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru