
Бөгөнгө әңгәмәсебеҙ - педагогия фәндәре кандидаты, Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты доценты, ғәмәли психолог, шәхси һәм ғаилә мәсьәләләре буйынса эксперт, сертификациялы йога тренеры Гөлнәзирә Сәфәрғәли ҡыҙы ЙӘНТҮРИНА. Ул шәхсән, ғәмәли психолог булараҡ, башлыса ҡатын-ҡыҙҙар менән эшләй, уларға психологик консультациялар, тренингтар уҙғара, ғаиләләрҙә барлыҡҡа килгән психологик проблемаларҙы нисек хәл итеү хаҡында кәңәштәр бирә. Төп маҡсаты - ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың тәбиғи асылын тергеҙеү, бәхетле тормош ҡороуҙың психологик нигеҙҙәрен булдырыу. Ошо темаларға арналған әңгәмәбеҙ, моғайын, гәзит уҡыусыларыбыҙға - гүзәл заттарға ла, ир-егеттәргә лә - ҡыҙыҡлы булыр, тип уйлайбыҙ.
XIX быуаттың күренекле философы Карл Маркстың бер бик ҡыҙыҡлы фекере билдәле: бер кеше икенсе берәүгә көҙгөгә ҡараған кеүек ҡарай һәм икенсе кеше аша үҙен дә танып белә башлай...
- Эйе, был фекер менән килешмәйенсә булмай: беҙ, икенсе бер кешеләрҙә үҙ шәхесебеҙҙең сағылышын күрәбеҙ, уларҙа булған ниндәйҙер сифаттарҙың үҙебеҙҙә булыу-булмауына төшөнәбеҙ. Балалар өсөн дә уларҙың йәштәштәре, олораҡ балалар һәм оло кешеләр социаль көҙгө ролен үтәй. Улар үҙҙәрендә булғанды тулыһынса белмәй әле, сөнки үҫеп килеүсе шәхестең "күләгәле", ҡараңғы, асылмаған өлөшө лә бар. Башҡа кешеләр менән аралашҡанда балалар уларҙың шәхесе аша үҙҙәрен дә танып белергә өйрәнә. Шундай уҡ психологик механизм оло кешеләргә лә хас. Бына, мәҫәлән, ҡатыны иренә ниндәйҙер бер дәғүәләр белдерә башлай, ризаһыҙлығын күрһәтә. Әммә был мәлдә ул үҙенең шәхесе, үҙенең ниндәйҙер бер ғәмәлдәренең, әйткән һүҙҙәренең иренә кире йоғонто яһауы хаҡында уйланмай. Башҡа берәүгә дәғүә белдереү бер үк ваҡытта үҙеңә лә кире баһа биреүгә тиң: икенсе кеше тап һинең үҙеңдең негатив ғәмәлдәреңә яуап рәүешендә үҙен һиңә оҡшамағанса тота башлай. Тормошта негатив позиция шундай уҡ негативлыҡ тыуҙыра: "Тәүҙә үҙеңде бел, һин үҙең шундайһың". Күптәр быға иғтибар итмәй, үҙенең негатив халәтен икенсе кешенең кире эштәре, һүҙҙәре, ҡарашы һөҙөмтәһе итеп күрә, үҙенең насар, ҡара уйҙарын, һүҙҙәрен башҡаларға йүнәлтә. Бындай ауыр халәттән сығып буламы? Әлбиттә, була. Бының бер генә юлы бар: үҙеңдең эске донъяңа һөйөү хисен индереү, уны аҙлап, әкренләп булһа ла нығыта, киңәйтә, көсәйтә барыу. Тик мөхәбәтле кешенең генә күңеле тыныс, тик шулай ғына башҡалар менән гармониялы мөнәсәбәттәрҙә йәшәп була.
Был принцип ир менән ҡатын мөнәсәбәтенә лә берҙәй ҡағылалыр ул. Тәүге мәлдәрҙә улар араһында бер-береһенә ҡарата һөйөү тойғоһо көслө була, тыныс йәшәйҙәр. Шулай ҙа байтаҡ ҡына ғаиләләрҙә аңлашмаусанлыҡтар артҡандан-арта бара, ҡасандыр бергә береккән, бер-береһенә һыйынған кешеләр яҡынының кире сифаттарын ғына күрә башлай, бер-бер артлы дәғүәләр белдерә...
- Нимәне һайлайһың бит әле: бал ҡортона хуш еҫле сәскәләр генә кәрәк, ә себендең нимәгә ҡунғанын бәләкәй бала ла белә. Яҡшы мөнәсәбәттәр ҡора алыу - күңел хеҙмәтен, эске эште талап итә. Икенсе кешенең яҡшы яҡтарын күрә белеү, уның дәрәжәһен, бәҫен төшөрмәү, матур ғәмәлдәрен хуплап тороу, рәнйетерлек һүҙҙәрҙән ваз кисеү - быларҙан башҡа гармониялы мөнәсәбәттәр ҡороу мөмкин түгел. Йәшәй торғас, ҡайһы бер парҙарҙың күҙҙәре түгел, күңелдәре томалана башлай: яманлыҡҡа, насарлыҡҡа күнегеп булмаһа ла, кешеләр яҡшылыҡҡа тиҙерәк күнегә, уны һиҙмәй, тоймай башлай. Бына, манго - бик тәмле емеш, әммә уны күпләп ашай башлаһаң, барыбер биҙҙерәсәк. Йәнәшәңдәге яҡыныңдың да бер ваҡыт "ялҡытыуы" мөмкин, был һөйөү тойғоһон ныҡ кәметә, тап шул рәүешле араларҙың боҙола башлауы бар. Был саҡта хис-тойғо менән түгел, аң-зиһен менән эш итеү фарыз. Хәләлеңдең һиңә оҡшап бөтмәгән яҡтарын белгән хәлдә лә, уның һиңә эшләгән яҡшылыҡтарын барлап, шуны өҫтөнөрәк ҡуя алыу бик тә мөһим. Яҡын кешеңдең үҙеңә ни тиклем кәрәкле, файҙалы, тоғро юлдаш булыуы зиһенеңде яҡтыртасаҡ. Ябай, ҡәҙимге хис-тойғоларҙан рухи кимәлгә күсә алыу үтә мөһим. Оҙаҡ йылдар дауамында йәшлектәге кеүек мөхәббәтен һаҡлай алғандар - бер-береһен рухи яҡтан үҫтерә белгән кешеләр.
Көндәлек аралашыуҙа һәр даим бер-береңә яҡшы һүҙҙәр әйтеп, матур теләктәр теләп торорға кәрәктер ул...
- Психологияла быны башҡа кешенең потенциалы менән эшләү, тип нарыҡлайҙар. Әйтәйек, яҡыныңдың бәләкәй генә бер эшен дә хуплап, маҡтап ебәреү бик отошло: "Анау һин яңыраҡ ултыртҡан гөл бөгөн сәскә атҡан даһа, ул да һинең шифалы ҡулдарыңды яраталыр инде!" Кешенең ниндәй яҡшы яғын яҡтыртаһың, ул мотлаҡ шул яғы менән асыла. Был айырым ғаиләләргә генә түгел, кешеләр аралашҡан барса мөхиткә лә хас. Башҡаларҙың яҡшылыҡтарын, изгелектәрен ни тиклем күберәк күрәһең, тормош үҙе һинең ҡаршыңа тап ошондай позитив заттарҙы сығарасаҡ. Иғтибарыңды нимәгә йүнәлтәһең, һин мотлаҡ теләгәнеңде күрәсәкһең - был психология ҡануны. Негатив холоҡлолар ғүмере буйына башҡаларҙың яманаты хаҡында һөйләй икән, улар донъяның матур күренештәрен, йәмғиәттең, кешеләрҙең позитив ғәмәлдәрен күрмәй, белергә лә теләмәй.
Үҙ-үҙеңдә позитивлыҡты үҫтерә белеү кәрәк. Үҙеңә ҡарата эшләнгән яҡшы ғәмәлдәрҙе күңелеңә алып, улар хаҡында башҡа кешеләр менән фекер алышыу, һәйбәт итеп баһалау һәм рәхмәтле булыу, холоҡ-фиғелеңә ыңғай тәьҫир итеп, позитивлығыңды нығытасаҡ.
Ошондай уҡ позитивлыҡ принцибы уҡытыусы һәм бала араһындағы мөнәсәбәттәргә лә хасмы?
- Әлбиттә. Бына бер психологик эксперимент хаҡында һөйләп китәйем. Ғалим бер класта уҡыусылар менән тест уҙғара, аҙаҡтан айырым балаларҙы күрһәтеп, уларҙың бик һәләтле икәне хаҡында белдерә, әммә был тест һөҙөмтәләренә нигеҙләнмәгән була. Уҡыу йылы аҙағында тап ғалим атап әйткән балалар өлгөрөштәре буйынса иң яҡшылар рәтенә инә. Бында беҙ өс фактор йоғонтоһон күрәбеҙ: тап ошо уҡыусыларҙың уҡыуға һәләтле икәненә уҡытыусы, унаң һуң башҡа уҡыусылар һәм күрһәтелгән балалар үҙҙәре лә ышана. Был эксперимент балаларҙың эске потенциалын асыуға булышлыҡ иткән.
Был - психология фәнендә киң билдәле НЛП, йәғни нейролингвистик программалау методының ни тиклем һөҙөмтәле булыуын күрһәткән факт бит инде...
- Уҡыусылар экспериментта ҡатнашҡандарын белә, ғалим бик абруйлы кеше, уның әйткәндәренә, һығымтаһына нисек ышанмайһың инде. Мин Хәйбулла районының бер мәктәбендә эксперимент уҙғарғайным. Бик бәләкәй ауыл, әммә уҡыусыларҙың уҡыу һөҙөмтәләре яҡшы булғас, мәктәпте япманылар. Эксперименттың асылы шунда: уҡытыусылар көн һайын уҡыусыларҙың һәйбәт эштәренә баҫым яһап, уларҙы хуплап, маҡтап торорға тейеш. Әгәр етешһеҙлектәр булһа, уны нисек итеп бөтөрөү хаҡында тәҡдимдәр бирелә, уҡыусылар менән кәңәшләшеү ойошторола. Аҙна һуңында уҙғарылған сарала һәр уҡыусы ниндәй яҡшы эштәр башҡарғаны, ниндәй уңыштарға өлгәшкәне хаҡында башҡаларға һөйләй. Бындай шәхси отчеттар биреү тәүҙә ауырыраҡ булһа ла, аҙаҡтан уҡыусылар үҙҙәренең эштәренә анализ бирергә, һығымталар эшләргә өйрәнде. Һөҙөмтәлә йыл аҙағында өлгөрөш күрһәткестәре элеккегә ҡарғанда бик күпкә юғарыраҡ булыуы асыҡланды.
Белеүемсә, ошо рәүешле олораҡ кешеләрҙе лә яҡшы һөҙөмтәләргә, яңы ҡаҙаныштарға өлгәшерлек итеп программалап була.
- Атайым ваҡытында миңә: "Гөлнәзирә, һине бер кем дә батыра алмаясаҡ", - тип әйткәйне. Был һүҙҙәр хәтеремә һис онолмаҫлыҡ булып һеңеп ҡалды. Ә Вилүр олатайым: "Һин, ҡыҙым, минең һымаҡ ҡаратырыш, шулай йәшә", - тигәйне. Ҡайҙа ғына эшләһәм дә, нимәгә генә тотонһам да, тырышлығым арҡаһында яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәштем. Европа илдәренең береһендә бер күренекле астролог менән осрашҡайным. Ул мине "Һин мең кешегә берәүһең", тип ҡанатландырҙы. Мистика кеүек тойолһа ла, мине теге донъянан тороп та һаҡлаясағы тураһында белдерҙе (ул хәҙер мәрхүм инде). Бына шундай фразалар кешегә таяныс нөктәһе булып тора, һәм кеше тормошта үҙен ышаныслыраҡ тоя.
Йәшәйештә кешеләрҙең байтағы үҙен нисек килеп сыға, шулай тота: тупаҫ ҡылана, ҡысҡырына, агрессияға бирелә, тиҙ генә үпкәләп бара, көнләшә, ғәйбәткә ышана, башҡаларға яманлыҡ теләй һ.б. Күптәр үҙ-үҙен, холҡон, хәл-торошон, тәртибен, хис-кисерештәрен көйләй белмәй. Быға өйрәтеп буламы?
- Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йәмғиәттә психологик яҡтан наҙанлыҡ көслө. Беҙҙең ерҙәге тормошобоҙ шулай ҡоролған: һәр даим кемдәндер ярҙам көтөп йәшәргә күнеккәнбеҙ. "Бына бер көн кемдер килер ҙә, миңә ярҙам итер", "Батша алмашынһа, тормошобоҙ үҙгәрер, яҡшырыр", "Кейәүгә сыҡһам, бәхетле буласаҡмын", "Байып китһәм, рәхәтләнеп йәшәйәсәкмен" һ.б. - бындай инаныстар киң таралған, кеше үҙ-үҙенә ышанмай, сит кешенән файҙа алып йәшәргә теләй. Ваҡыт уҙа, ә бер нәмә лә үҙгәрмәй. Әлбиттә, бындай кешеләр психологик ярҙамға мохтаж. Кешенең аңына икенсе бер постулаттарҙы һеңдереү фарыз: "Мин үҙемә, үҙ яҙмышыма үҙем хужамын. Кемдеңдер минең яныма килеп, ярҙам итә алыуы тик буш хыял ғына. Мин үҙемде үҙем үҙгәртә алам, үҙем күп нәмәләргә өлгәшә алам. Тормошта булған ауырлыҡтар мине һынар өсөн, үҙемде үҙем үҫтерер өсөн бирелә. Мин был тормоштоң ҡорбаны түгел, эшмәкәре, хәл итеүсеһе, еңеүсеһе була алам". Тик бына ошондай позициянан тороп кеше рухи яңырыу юлына сыға ала. Уҡыуҙа, ғаиләлә, хеҙмәт урынында, йәмғиәттә кеше әүҙем ғәмәлдәр башҡарып ҡына үҙ-үҙен үҙгәртә, үҫтерә ала.
Ә беҙҙең халҡыбыҙ саманан тыш түҙеп йәшәргә күнеккән, әүҙемдәр аҙыраҡ кеүек тойола...
v
- Беҙ, башҡорттар, тарихта көслө халыҡ булып формалашҡанбыҙ. Эйе, түҙемлебеҙ, әммә әле асылып бөтмәгән потенциалыбыҙ шундай киң һәм ҙур, һәм был киләсәк өсөн хәл иткес шарттарҙың береһе булып тора. Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарын ғына алып ҡарайыҡ - уларға тәбиғилек хас, был сифат тәбиғәттән бирелә, тәбиғәттең потенциал көсө икһеҙ-сикһеҙ булған кеүек, ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың тәбиғи мөмкинлектәрен, биосоциоэнергетик көстәрен һанап, иҫәпләп, үлсәп бөтөрөрлөк түгел. Миңә сығыштары төрлө милләттәрҙән булған ҡатын-ҡыҙҙар менән эшләргә тура килә. Улар менән сағыштырғанда, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарына һалынған тәбиғи көс күпкә ҡеүәтлерәк, тип уйлайым. Әлбиттә, белем-ғилем йәһәтенән барса ҡатын-ҡыҙҙар ҙа иң юғары баҫҡысҡа күтәрелмәгән, әммә әхлаҡи, рухи кимәлебеҙҙе түбәнәйтергә хаҡыбыҙ юҡ. Бының өсөн халҡыңа, башҡа кешеләргә һәм үҙеңә зыянлы булған ҡырын эштәрҙән ситтә ҡалыу, уларҙан ваз кисеү фарыз.
Ниндәйҙер ауыр хәлгә тарығанһың икән, уның ни өсөн тап һиңә ҡағылыуын, тикте юҡҡа ғына шулай килеп сыҡмағанын аңлап, ауырлыҡтарҙы ҡабул итә белергә кәрәк. Кешенең йәшәйеше эмоциялар, хис-кисерештәр менән бәйле. Ауыр эмоцияларҙан арынып була, бының өсөн уларҙы теҙгендә тоторға, туҡтатырға, тиҙ арала позитив хистәр менән бәйле ғәмәлдәргә күсә алырға кәрәк. Бер кем дә тормош барышында проблемаһыҙ йәшәй алмай, ауыр хәлдә ҡалғанһың икән, башҡаларға ғәйеп таҡма, төшөнкөлөккә бирелмә, үҙеңде йәшәйеш ҡорбаны итмә: ошондай ситуацияға нимәләр сәбәпле булғанын барлап, артабан һинән нимә көтөлә икәненә төшөнөп, ауырлыҡтар аша үтеп сығыу юлдарын табырға өйрәнеү файҙалыраҡ. Бахырлыҡ, меҫкенлек статусын ҡабул итәһең икән, алда һине ғазаплы тормош көтә. Уфтанып, зарланып ятыуҙан фәтеүә юҡ, аныҡ, позитив ғәмәлдәргә тотоноп, ауыр халәттән ҡотолоп була. Спортта бер әйтем бар: "Ауҙым, торҙом, ары киттем". Абынғанһың, йығылғанһың икән, үҙ-үҙеңде йәлләп, ятып ҡалма, тора һалып, йәшәүеңде дауам ит. "Ятып ҡалғансы, атып ҡал", тип тә юҡҡа ғына әйтмәгән халҡыбыҙ.
Миҫал өсөн ҡатын-ҡыҙҙарҙа онкологик сирҙәр барлыҡҡа килеүенә иғтибар итәйек. Сәбәптәре төрлө булһа ла, кеше организмы иммунитетының онкологик тайпылышҡа "битараф" ҡалыуын ҡатын-ҡыҙҙарҙың нерв системаһының тотороҡһоҙ хәлгә килеүе, һәр даим стресс кисереү кеүек психологик халәт һөҙөмтәһе итеп тә ҡарарға була. Сир иртә стадияла билдәле булғанда унан ҡотолоп була, тимәк, төшөнкөлөккә бирелмәйенсә, табиптар менән тиҙ арала дауаланыу сараларын ҡулланып, үҙеңдең эске торошоңдо нисек итеп тотороҡло итеү мөмкинлектәрен барларға кәрәк. Кемделер ғәйепләрҙән алда быға тиклем үҙеңде нисек тотоуың, нимәләрҙә яңылышыуың, ниндәй ғәмәлдәрҙе ҡылмау кәрәклеге хаҡында уйланыу фарыз. Унан һуң, һәр беребеҙгә бирелгән ғүмерҙе тормош мәктәбе итеп күҙаллау отошло. Мәктәп булғас, ул һиңә үҙ һынауҙарын әҙерләп ҡуйған. Һәр бер һынауҙы уңышлы үтергә өйрәнеп алһаң, артабан йәшәүең еңелерәк, камилыраҡ, күңеллерәк, һөҙөмтәлерәк буласаҡ. Беҙ быны тормош һабаҡтары, тип тә атайбыҙ, бына ошо һабаҡтарҙы күңелеңә һеңдереп, теркәп ҡуя алһаң, ҡуллана белһәң, көнитмешең физик яҡтан да, рухи йәһәттән дә яйға һалынасаҡ.
Лев Толстойҙың "Анна Каренина" романы шулай башлана: "Бөтә бәхетле ғаиләләр ҙә бер-береһенә оҡшаған, һәр бәхетһеҙ ғаилә үҙенсә бәхетһеҙ". Минеңсә, ғаилә бәхетһеҙлеге сәбәптәренең иң беренсеһе - көнләшеү тойғоһо. Көнләшеү яҡын кешеһенең генә түгел, көнләшеүсенең үҙенең дә эске донъяһын емерә.
- Көнләшеүҙән ҡатын-ҡыҙҙар бигерәк ныҡ ыҙа сигә. Бер яҡта - ҡатын кешенең ирен көнләшеүе, икенсе яҡта - иренең ҡатынын көнләшеүе. Икеһе лә ғаилә өсөн насар факт, ул йыш ҡына ғаиләләрҙе тарҡалыуға килтерә. Психологик яҡтан ҡарағанда, ирҙең йә иһә ҡатындың бер-береһен үҙ мөлкәте итеп ҡабул итеүе, парының теләктәренә, ихтыярына, иркенә, хис-кисерештәренә хужа булырға тырышыуы асыҡ күренә. Көнләшеүсе икенсе кешене ихтыяр иркенән мәхрүм итә: ул - минеке генә, мин нисек теләйем, нисек талап итәм, шулай йәшәргә тейеш. Бер үк ваҡытта көнсөл кеше үҙенең яҡынын юғалтыу мөмкинлегенән ғазап сигә, һәм бындай халәттә ул үҙен ғаилә монстрына әүерелдерә.
Халҡыбыҙҙа кешеләр мөнәсәбәттәрен сағылдырған бер һүҙ бар: ҡыҙғаныу. Ҡатын ирен, ире ҡатынын башҡаларҙан ҡыҙғана- көнләшеү шунан башланалыр ул.
- Был бик ҡатмарлы мәсьәлә. Икенсе бер кешегә - иреңме ул, ҡатыныңмы - тулыһынса хужа булыу хоҡуғы бер кемгә лә бирелмәгән. Һәр кеше үҙенсәлекле, айырым шәхес, уны үҙеңдең шәхси мөлкәтеңә тиңләү - уға ҡарата хилафлыҡ ҡылыу. Бер ғаилә лә изоляцияла йәшәмәй: ҡатының, йә иһә ирең кем менәндер аралаша, ул башҡа ир йә иһә ҡатын-ҡыҙ менән үҙен нисек тота, ниндәй һүҙҙәр менән өндәшә, нисек яуап бирә - быларҙы йәшереп булмай. Ҡатын кеше ирен башҡа ҡатын-ҡыҙҙарҙан ни сәбәпле көнләшә башлай? Иренә гүзәл заттар нисек "күҙ ата", йылмая, ниндәй маҡтау һүҙҙәрен әйтә, нисек итеп башҡа ирҙәрҙән айырыбыраҡ ҡарай, уға "кәрәгенән тыш" иғтибар итә - былар барыһы ла көнләшеү тойғоһо өсөн сигнал ролен үтәй. Көнләшеү тойғоһона бирелгән ир йә иһә ҡатын йәнәшен төрлөсә сикләргә тырыша: тегендә барма, унда йөрөмә, фәлән-төгән менән осрашма, фәлән кеше менән телефондан һөйләшмә һ.б. Һөҙөмтәлә улар икеһе лә отолалар, мөнәсәбәттәр яҡшырмай, тәүҙә кисерелгән мөхәббәттең нәфрәткә әүерелеүе мөмкин.
Ә нисек матур мөнәсәбәттәрҙе һаҡларға, нисек бәхетле булырға һуң?
- Ни сәбәпле бәхетһеҙ ғаиләләр күбәйә бара? Әгәр ҙә ҡатын кеше тормош юлдашына ғәйеп таға, талаптар ҡуя, башҡа бер ирҙәр менән сағыштыра, ирен үҙенең "шәхси милке" итеп ҡарай башлаһа, ул шундуҡ отола. Ҡатын кешенең иғтибарына лайыҡ объекттар, эштәр күп бит, башҡа бер ҡатын-ҡыҙҙың иреңде арбау мөмкинлеге хаҡындағы уй-кисерештәрҙән арына алыу мөһим. Бәғзе бер ҡатындар ирҙәрен "бәйҙә" тоторға тырыша, йәнәһе, ысҡынып китмәһен. Ә ул бәй, ҡыҫҡара барған һайын, өҙөлөр сиккә етә. Бәй булһын ул, тик ул бәйҙең ихтирам һәм һөйөү тойғоһонан үрелеүе зарур. Ғаиләлә барыһы ла ҡатын-ҡыҙҙан, уның психологик позицияһынан тора. Ғаилә тормошонда, мөхәббәттә инҡар иткеһеҙ бер аксиома бар: йәнәшең, балаларың, туғандарың өсөн ҡояш кеүек бул! Һәр кемдең үҙ ирке бар, яҡыныңды сикләмә, уны ситлеккә бикләмә, "ебәр".
Тормош бит шулай ҡоролған: һин кешеләрҙе яратһаң, улар ҙа һине яратасаҡ. Тик яратырға һәм үҙеңде яраттырырға өйрәнергә кәрәк. Ҡатын-ҡыҙ үҙен-үҙе бәхет сығанағы итеп тойһа, ул үҙе "бәхет генераторы"на әйләнә: башҡаларға нур таратып, күңел йылыһын өләшеп, көлә-йылмая аралашып, ихласлығы һәм йомарт булыуы менән барыһын да арбай ала. Кешеләр ихласлыҡҡа, киң күңеллелеккә шундай уҡ мөнәсәбәт менән яуап бирә. Бәхетле ҡатын-ҡыҙға барыһы ла яратып ҡарай. Шул саҡта башҡа кешеләр ҡатын-ҡыҙҙың иренә уның хәләлен маҡтап туймайҙар: "Вәт ҡалай шәп ҡатын алғанһың, бар яҡтан да етеш - үҙе сибәр, үҙе аҡыллы, үҙе уңған!" Хәләленең ошолай булыуы менән ире лә ғорурлана башлай, һәм уның ҡатынына ҡарата булған һөйөү хистәре бүҫкәрмәй, яңыра, арта ғына барасаҡ.
Һуңғы йылдарҙа фәндә гендер проблемаларына иғтибар бермә-бер артты. Ошо хаҡта ни әйтер инегеҙ?
- Тормош шулай яратылған - ирҙәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар психологияһына хас айырмалыҡтар, үҙенсәлектәр бар, был фәндә күптән өйрәнелгән һәм асыҡланған факт. Ҡатын-ҡыҙ башланғысына еңел күңеллелек, тәрән хислелек, матурлыҡҡа ынтылыусанлыҡ, йомшаҡлыҡ, нәзәкәтлек, наҙлылыҡ, тулылыҡ, иркәләнеүсәнлек, уйынсаҡлыҡ кеүек сифаттар хас, шуға ла ҡатын-ҡыҙҙарҙы сәскәләргә, күбәләккә, һандуғас-ҡарлуғасҡа, хатта иркә бесәйгә тиңләйҙәр. Ир затында көслө, ғәйрәтле булыу, ҡыйыулыҡ, хәүефле ғәмәлдәргә ынтылыу, тәүәкәллек, үҙһүҙлелек, үҙаллылыҡ, ҡатылыҡ, ихтыяр көсө кеүек сифаттар өҫтөнлөк итә. Шундай ирҙәр тураһында, "бөркөт, йә иһә арыҫлан кеүек", тиҙәр. Ғәҙәттә, ҡапма-ҡаршы сифаттар хас булған ирҙәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар бер-береһенә тартыла, ошондай инстинктив тартылыу көсө мөхәббәт сығанағына әйләнә һәм ғаилә ҡороу өсөн ныҡлы ерлек бирә.
Әммә ир кешелә ҡатын-ҡыҙ башланғысы булған кеүек, ҡатын кешелә лә ир-аттар башланғысы була. Социаль мөхиттә, билдәле бер тәрбиә шарттарында ирҙәрҙә тәбиғи рәүештә ир башланғысы, ҡатын-ҡыҙҙарҙа тик уларға ғына хас башланғыс өҫтөнлөк итә. Әммә ҡайһы бер ирҙәрҙә ҡатын-ҡыҙ сифаттары, ҡатын-ҡыҙҙарҙа ир заты һыҙаттары өҫтөнлөк алыуын инҡар итеп булмай. Ир заты сифаттарына эйә булған ҡатын-ҡыҙҙар ир-ат менән аралаша, дуҫлаша ала, әммә ғаилә ҡороу өсөн улар ҡатын-ҡыҙ башланғысы үҫешкән ирҙе һайларға тырыша. Киреһенсә, "ҡатын-ҡыҙлыҡ" хас булған ирҙәр үҙҙәрен ирҙәрсә тотҡан ҡатындар менән ғаилә ҡороп, тыныс ҡына донъя көтә ала.
Һеҙ үҙегеҙҙең психологик практикағыҙҙа бейеү терапияһын ҡулланаһығыҙ, бының сәбәптәре барҙыр бит?
- Бейеү - бик боронғо сәнғәт төрө, башҡорт бейеүҙәрендә ир-егеттәребеҙҙең һәм ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың психологик булмышы теүәл сағылыш тапҡан, улар бергәләп башҡарған сәхнәләрҙә был бигерәк тә асыҡ күренә. Беҙҙең ҡатын-ҡыҙҙар бейеүҙәрендә уларға ғына хас булған ҡатын-ҡыҙлыҡ асылы бик тә матур, гармониялы һәм зауыҡлы итеп күрһәтелә. Шуға күрә мин эшемдә үҙ авторлығымда ҡуйылған бер нисә бейеү практикаһын ҡулланам. Бейеү хәрәкәттәре аша минең һәр бер пациентым үҙҙәренең тик башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарына хас булған асылына кире ҡайта ала, ә был уларҙың көндәлек тормошона ыңғай йоғонто яһай. Минең төркөмдәремдә шөғөлләнгән байтаҡ ҡына ҡыҙҙар һуңынан үҙҙәренең хәләлдәрен табып, матур ғаиләләр ҡора алды. Психологик практикалар менән 20 йылдан ашыу шөғөлләнәмен, минең төп маҡсатым - ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың тәбиғи асылын тергеҙеү, бәхетле тормош ҡороуҙың психологик нигеҙҙәрен булдырыу.
Шулай итеп...
Гөлнәзирә Йәнтүрина башҡарған ғәмәлдәр хуплауға һәм маҡтауға лайыҡ. Республикабыҙҙа психолог һөнәрен һайлаған замандаштарыбыҙ аҙ түгел, әммә уның һымаҡ киң һәм тәрән белемле булып, бер үк ваҡытта психология ҡанундарын ғәмәли рәүештә оҫта ҡуллана алғандар бик һирәк.
Вәлиәхмәт БӘҘРЕТДИНОВ әңгәмә ҡорҙо.
"Киске Өфө" гәзите, №10, 13 - 19 март 2026 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА