
Ҡайҙа бармай, ниҙәр күрмәй,
Ир-егеткәй менән ат башы.
Башҡорт халыҡ йыры "Азамат".
Үҙ-үҙемде белгәндән алып аттарға йән атам: уларҙың сабыр ҡарашы, оҙон йә ҡыҫҡа ялы, түҙем холҡо, һиңә мөлдөрәп баҡҡан күҙҙәре гелән үҙенә тарта. Әле лә кескәй улым менән парк буйлап китеп барғанда балаларҙы ҡыуандырған, матур итеп биҙәлгән аттарҙы, пониларҙы күреп, туҡтап ҡалдым.
Күҙҙәремә ирекһеҙҙән йәш эркелде. Бала саҡтың иң ауыр хәтирәләренең береһе тотошлайы менән күҙ алдына килеп баҫты.
Беҙҙең күгелйем-аҡһыл төҫтәге иҫ киткес матур һәм сабыр, аҡыллы атыбыҙ була торғайны. Аҡморон ине уның исеме. Дүрт-биш йәшемдә атайым мине уға һыбай атландырып, көтөү көткәнем дә иҫемдә. Атайым Аҡморонға үҙенә ышанғандай ышанды, уны әңгәмәсеһеләй күреп һөйләшер ине, бәлки, эс серҙәрен дә бушатыр булғандыр. Бына мине лә тәүләп атҡа атландырҙы. Их, ҡайһылай рәхәт икән ат өҫтөндә: бөтә тирә-яҡ күренә, аттың һәлмәк кенә атлауынан үҙемде бәүелсәктәгеләй хис итәм. Малдарҙы йылға буйына ҡыуғас, атайым атты үлән ашарға тип үҙ иркенә ебәрҙе. Мин өҫтән сәскәле яланды, йәмле Ыҡ буйын күҙәтәм. Сиңерткәләр күңелле сыңлай, ара-тирә ҡоштар һайрауы ишетелеп ҡала, тәбиғәттең тантаналы матур мәле. Ат тыныс ҡына үҙ яйына тәмләп үлән ашай, тирә-яҡҡа башын күтәреп ҡараштырып ала. Ә мин уның өҫтөндә тын ғына барам, ҡурҡмайым да.
Ана, атайым да алыҫта ҡалды, күренмәй ҙә инде. Атты күгәүендәр маҙаһыҙлай башланы, ахыры, ҡойроғо менән уңлы-һуңлы үҙен һуҡҡылап ала. Мин һаман тауыш бирмәйем, йә өркөп сабып китер тип ҡурҡа башланым. Өҫтөндә еңел генә бәләкәй бала ултырғанын, бәлки, тоймайҙыр ҙа, бәлки, онотҡандыр ҙа. Әммә шул ваҡыт ҡапыл ат ашауынан туҡтап, яңғыҙ ҡайын янына килеп, яйлап ҡына эйелә башланы. Ул алғы аяҡтарын бөккәс, мин эйәр өҫтөндә алғараҡ шылып киттем. Ат тулыһынса артҡы аяҡтарын да бөктө. "Ҡайһылай аҡыллы икән беҙҙең Аҡморон, ахыры, мине төшөрөргә уйлайҙыр", - тип, аяғымды күтәреп төшөргә ынтылдым. Ҡапыл бер аяғым өҙәңге бауына ураланып китте, тартам-тартам, һис тә ысҡындырып булмай. Мин тулҡынлана, сәбәләнә башланым. Йә, исмаһам, атайым яҡында түгел. Ни эшләргә инде, ә ат ҡапыл кире тора башлаһа, мин аяғым менән эләгеп торасаҡмын бит, тип уйлап борсола башланым. Ат һиҙгер хайуан, барыһын да аңлағандай, башын миңә бороп ҡараны ла, сабыр ғына минең төшкәнемде көтә башланы. Мин әҙерәк тынысланып, ҡулым менән аяғыма ураланған бауҙы саҡ-саҡ ысҡындырып ебәрҙем. Йәшел үлән буйлап дүрт тағанлап ситкә китеүем генә булды, атым көтмәгәндә тулай ҙа башланы. "Ярай әле, Аҡморон мин төшкәнсе түҙеп торҙо, улай ҙа йырағыраҡ киткәнмен",- тип еңел тын алып ҡуйҙым. Малҡай, күрәһең, эҫе көндә күгәүен-серәкәй талауына сыҙай алмай, арҡаһына ҡаҙалған ҡан эскестәрҙән шулай ҡотолорға уйлағандыр.
* * *
Аҡморондоң тиҙҙән ҡолоно буласағын мин ҡышын ғына белеп ҡалдым. Ҡыуанысымдың сиге булманы!
- Атай, ҡолонҡайға Аҡбуҙат тип исем бирһәм яраймы? - тип һораным
- Тыумаған бит әле, - тип арҡамдан һөйөп ҡуйҙы атайым.
- Ул әсәһенә оҡшап, аҡһыл-күгелйем төҫтә булыр тип уйлайым. Әкиәттәрҙәге кеүек, бәлки, уның ҡанаттары ла булыр, ә атай? - минең һаман күберәк белгем килә.
- Ә һин беләһеңме, улым, беҙҙең Аҡморон ябай ғына ат түгел бит ул. Ул ҡанатлы Толпарҙар нәҫеленән.
- Ысынмы? - Мине бер юлы төрлө хис-тойғолар биләп алды, аптырау ҙа, һоҡланыу ҙа, шул уҡ ваҡытта ғорурланыу ҙа.
- Ысын-ысын. Беҙҙең атыбыҙ легендаларҙа һөйләнгән Йылҡысыҡҡан күленән сыҡҡан ҡанатлы Аҡбуҙат нәҫеленән ул.
- Һөйләсе, атай! - Мин атайымдың алдына менеп үк ултырып, ҡыҙыҡһынып тыңларға әҙерләндем.
- Борон-борон заманда бер аусы егет матур ғына күл буйына барып сыҡҡан. Ҡараһа, күлдә өйрәк йөҙөп йөрөй ти. Егет уны аулап алырға булған. Шул ваҡыт өйрәк телгә килгән дә, былай тигән: "Егет, һин мине тотма, зинһар, ебәр. Мин һиңә күп итеп йылҡы бүләк итермен. Һин ҡайтыу яғыңа атла, тик артыңа һис тә боролоп ҡарама". Егет бик үк ышанып етмәһә лә, ҡайтыу яғына ыңғайлаған. Шул саҡ артынан бик күп аттарҙың кешнәүе һәм тояҡ тауыштары ишетелгән, ер тетрәп торған ти. Егет бара-бара түҙмәй, артына боролоп ҡараған. Күлдән бик күп аҡһыл-күгелйем төҫтә, матур-матур аттар сығып килә, ти. Егеттең боролоп ҡарауын күреү менән аттар кире күлгә инеп сумған. Ә тояҡтары ергә тейгән аттар егет артынан эйәргән, ти. Күлдән сыҡҡан был йылҡы үҙе буй һыртлы ала төҫтәге тоҡом икән. Ала төҫ йылҡы тоҡомо ана шунан ҡалған. Был күлде аҙаҡ Йылҡысыҡҡан күле тип атағандар.
- Ух, ҡайһылай хәтәр! - Минең күҙ алдыма Аҡморонға оҡшаған йөҙләгән ат килеп баҫты.
- Улай ғына ла түгел, һинең ҡартатайың Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһында үҙ аты менән фашистарға ҡаршы алышҡан. Бик ҡаты яраланғас, аты уны һуғыш яланынан ҡотҡарып алып сыҡҡан. Бына ниндәй ҡыйыу, көслө, аҡыллы, сабыр ат булған ул. Нәҫелдән-нәҫелгә шул аттың тоҡомон һаҡлап, аталары улдарына аманат итеп тапшыра килгән. Шуға ҡолонҡайҙы тыуған көнөңә бүләк тип ҡабул итерһең, улым. Үҙең ҡарап, яратып үҫтерерһең ҡолонсаҡты, йәме. "Ир ҡанаты ат була" тип, бушҡа әйтмәйҙәр бит халыҡта. Һине хыялдарыңа осорор тоғро дуҫың булыр ул.
- Урра! Рәхмәт, атай! Минең үҙемдең Аҡбуҙатым буласаҡ! - тип атайҙы ҡосаҡлап алдым.
* * *
Бер көн киске сәйгә ултырышҡайныҡ ҡына, кемдер берәү ишекте шаҡып килеп инде.
- Һаумыһығыҙ! Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын. - Айрат ағай икән.
- Ә, ҡустым, һаубыҙ әле. Әйҙә, түрҙән уҙ, сәйгә ултыр.
- Ә, юҡ, рәхмәт. Тимерйән ағай, мин йомош менән килгәйнем. - Айрат ағай бүркен сисеп, урынында тапанды.
- Ни булды? - тип һораны атайым.
- Миңә бер төнгә генә атыңды биреп тор әле.
Атайым ҡаштарын йыйырып, көрһөнөп ҡуйҙы.
- Нимәгә?
- Ней, миңә бына бөгөн үк Ғүмәр ауылына барып килергә кәрәк ине. Һинең атыңдан да шәберәк дан ат юҡ бит ауылда. Ә ундай ат менән барып төшһәмме, их, күҙҙәре янасаҡ! - тип хыялланып йылмайып ебәрҙе Айрат ағай.
- Атты бирә алмайым, үҙебеҙгә кәрәк, ҡунаҡҡа саҡырғайнылар. - Атайымдың атты биргеһе килмәүе көн кеүек асыҡ.
- Эх, Тимерйән ағай, ну урыҫтар әйтмешләй "вопрос жизни и смерти", тигәндәй. - Айрат ағай атайыма яҡын уҡ килеп, ҡолағына ниҙер шыбырланы.
- Йә, ярай. Тик ҡара уны, атты ныҡ ҡыума, ике айҙан ҡолонларға тора. Ипләп кенә йөрөт. Һыртҡал, арҡалыҡ бауын ныҡ күтәреп бәйләмә. Шәп ҡыума, минең дуға тар, сананың тәртәһе һуғылып барасаҡ әтеү, - тине атайым.
- Булды, булды, ағай, бер нимәгә лә борсолма, - тип Айрат ағай ҡыуанысынан һикерә-һикерә тигәндәй, ишектән юғалды. Атайым да артынан кейенеп сығып китте.
Киләһе көнгә атайым менән әсәйемде, ысынлап та, ҡунаҡҡа саҡырған булғандар икән. Улар йыйынып, арғы остағы туғандар менән бер санаға ултырып, күрше ауылға ҡунаҡҡа сығып киттеләр. Ҡышҡы көндәрҙә ҡунаҡҡа гел ҡуна саҡырыуҙар була торғайны. Был юлы ла атай-әсәйем бер-ике көнгә тип, мине өләсәйем менән ҡалдырып, юлға сыҡтылар. Ә миңә һис тә күңелһеҙ түгел. Үҙемде өлкәндәр һымаҡ итеп тойоп, йорт-ҡура эштәрен эшләнем. Өләсәйемдең ҡалын, майлы ҡоймаҡтарын рәхәтләнеп ашаным, кискә ҡарай ғына күңел болоҡһоулана башланы. Моғайын, әсәйемде һағынғанмындыр, тип уйлап ҡуйҙым. Ҡапыл ҡапҡа асылған тауышҡа һиҫкәнеп киттем. Тәҙрәнән Аҡморон күренде. Өләсәй менән ашығып сығып ҡаршы алдыҡ Айрат ағайҙы.
- Атығыҙ өсөн рәхмәт, ҡустым, эш уңды, - тип шаярып бүркемде күҙемә тиклем төшөрөп ҡуйҙы Айрат ағай.
- Атты шулай ҡыумайҙар инде, улым! Ҡара тиргә батырғанһың бит, ай-һай, - тип өләсәйем атты һыйпап ҡараны.
- Ҡуйығыҙсы, Фаризә инәй, атҡа ни булһын! Ну һеҙҙең атығыҙ хәтәр икән дә ул. Үәт, исмаһам, көслө, шәп ат. Егерме саҡрымды ыһ та итмәне. Иҫке Мишәр аша туранан ҡайтырға булдым, унда буран һалған, юл юҡ икән, көрт муйындан. Ну бирешмәне бейәгеҙ, шәп, һүҙ юҡ, - тип гәп һатты Айрат ағай.
- Бар, индер атты! Дуғар, бесән һал, Тимерйән ағайыңдар ҡунаҡталар. Ә һин, Илһам улым, өйҙән биҙрә менән һыу алып сыҡ, тик әле үк бирергә ярамай, берәй сәғәттән бирербеҙ, - тип өләсәй икебеҙгә лә эш ҡушып, үҙ алдына: "Һай-һай, саҡ тора бит был малҡай, бахырҡайҙы", - тип яйлап аҙбар янына атланы.
Эш бөткәс, тәмләп һөт эсеп, йоҡларға яттым. Күҙҙе йомоу менән ҡояшта ялтырап, күҙҙең яуын алып торған, һомғол, матур, ҡанатлы аттарҙың күлдән кешнәй-кешнәй сығыуын күреп, әүен баҙарына инеп киттем.
* * *
-Илһам, Илһам улым, тор! Тор, балам,- өләсәйемдең бар көсөнә ҡалтыранып ҡысҡырған ҡарлыҡҡан тауышына һикереп килеп торҙом.
- Ни булды, өләсәй? - Ни уйларға ла белмәй, башымдан "әллә янғын сыҡҡан микән", тигән уй сыйлап үтте.
- Аҡморон... Аҡморонҡай, эй бахырҙы... - тине лә өләсәй һүҙен дауам итә алманы.
- Нимә? Нимә? - Йөрәгем өҙөлөп төштө, үҙем дөбөр-шатыр кейенә башланым.
- Атыбыҙ юҡ... Һәләк булған! Эй, Раббым... Ни эшләргә? Балам, күршеләргә барып кил... Эй, Хоҙайым... - Өләсәйҙең ниҙәр һөйләп тороп ҡалғанын ишетмәнем, мин тышта инем инде.
Таң атып килә. Ап-аҡ ҡар өҫтөндә ҡып-ҡыҙыл рауза таждары ҡойолғандай, тимгел-тимгел таптар ята. Аҙбарға атылып индем. Үҙ күҙемә үҙем ышанманым: аҙбар, һарай ишектәренә лә ҡан атылған, ергә һеңгән ҡан ята. Ҡот осҡос, йә Хоҙай, нимә ул? Эскәрәк үттем. Үҙем ҡалтырай башланым. Ерҙә бәләкәй генә бер йән эйәһе ята. Юҡ, юҡ, булыуы мөмкин түгел! Шыҡырайып туңған йән эйәһенең оҙон керпектәренә ҡағылдым. Кескәй генә йөрәгем шартлар сиккә етте. Быуындарым йомшарып, ергә сүгәләнем. Күҙҙәремдән йәштәр йылға булып аға башланы. Бөгәрләнеп кенә ятҡан йән эйәһе - минең осор хыялым, минең ҡанатлы толпарым, Аҡбуҙатым ине ул... Әсә йылыһын тойоп та өлгөрмәй, яҡты донъяны күрмәй, минең мәңге тоғро дуҫым булырын да, үҙенең ҡанатлы Аҡбуҙат булмышлы икәнен дә белмәйенсә, һауаға, бейек күктәргә осҡан, мәңгелеккә күҙен йомған. Их, Аҡбуҙатҡайым минең...
Мин һушымды юйғандай булдым. Тәнем эҫеле-һыуыҡлы булып яна. Үҙем һауаға осам. Ҡапыл күҙ алдына Аҡморон килеп баҫты. Уның янында аҡһыл-күгелйем төҫтә иҫ киткес матур күҙле, ҡанатлы ҡолонҡай уйнаҡлай. Мин уға ҡулымды һуҙам. Ҡолон өркмәй генә яныма яҡынланы ла, йомшаҡ ҡанаты менән битемә ҡағылды. Мин ҡапыл күҙҙәремде астым. Ҡышҡы зәңгәр күктән ап-аҡ йомшаҡ мамыҡтар яуа. Аҡморон, Аҡморон ҡайҙа икән? Ҡапыл үҙемдә көс табып, һикереп килеп торҙом. Аҙбар эсенә тағы күҙ йүгерттем. Артҡы ҡапҡаның асылыбыраҡ торғанын шәйләп ҡалдым. Ҡан таптары тамсылап шул яҡҡа киткән. Яҡыныраҡ килеп ҡараһам, эҫкерт янында, ауыртыныуына түҙә алмай, күҙҙәренән тәгәрәп туңып ҡалған эре йәштәре менән алыҫҡа баҡҡан Аҡморонҡай ята ине... Ҡайҙандыр алыҫтан өләсәйҙең илаулы ҡысҡырыуы, йүгереп килгән күрше ағайҙарҙың тауыштары ҡолағыма салынды. Улар мине Аҡморондо муйынынан ҡосаҡлап ятҡан килеш таптылар...
Ауылда хәбәр йәшен тиҙлегендәй тиҙ тарала, етмәһә, арттырылып һөйләнелә. Әле генә ҡайтырға тейеш булмаған атай-әсәйем дә тиҙ арала ҡайтып инделәр. Теге Айрат ағай ҙа йүгереп килеп етә һалған:
- Ҡолонҡайы ҙур булған шул, ҡолонлай алмай интеккән инде. Ҡанһырап үлгән икән. Йәл атығыҙ, дан ат ине. Ярай әле, мин үҙ йомошомдо йомошлап өлгөрҙөм. Әрәм булған шул бейәгеҙ. Ней, Тимерйән ағай, атың һимеҙ, итен әрәм итмәйек, әйҙә, һин уны миңә бир. Ике овчарка этемә ашатырмын, ҡолонҡайын да бирерһең, - тигән һүҙҙәре йөрәгемде ҡылыстай телде. Саф ҡар өҫтөнә тамған ҡыҙыл ҡандар, гүйә, минең күҙемә эркелде.
- Ул минеке! Бирмәйем! - тип йән асыуыма ҡысҡырғанымды һәм кескәй йоҙроҡтарым менән Айҙар ағайға ташланғанымды үҙем дә һиҙмәй ҡалдым... Ҡолонҡай менән Аҡморондо атайым менән көтөү көткән ерҙәге яңғыҙ ҡайын төбөнә ерләнек... Атайым үҙе менән мине лә алды, моғайын, улының ныҡ булып үҫеүен теләгәндер инде. Әммә шул ваҡытта бала күңелем менән был донъяла "Йәшәү барҙа, үлем дә бар" тигән тәғлимәттең мәғәнәһенә тәүге тапҡыр төшөндөм. Күҙҙәремдән субырлап аҡҡан йәштәремде атайыма күрһәтмәҫкә тырыштым, уның да күҙҙәре йәшләнгәнен йөрәгем менән тоя инем шикелле.
Атайым был ваҡиғанан һуң бер ҡасан да башҡаса ат көтмәҫ, тип ҡайғырҙым. Тик атай булараҡ, улына биргән вәғәҙәһен, ир һүҙен тотто ул. Күпмелер ваҡыт үткәс, атайым көрән төҫлө, уйнаҡлап ҡына торған, йомшаҡ бөҙрә ҡойроҡло, маңлайында аҡ йондоҙо булған ҡолонҡай алып ҡайтты. Ҡыуанысымдың сиге булманы! Йортобоҙға ҡабат ҡот ҡайтҡандай тойолдо. Маңлайындағы ағына ҡарап, уға Йондоҙ тип исем ҡуштым. Булһын тинем, йондоҙ ҙа бит һауала, юғарыла, ул да мине юғарыға алып менер, ҙур уңыштарға өлгәшербеҙ әле, тинем. Мин уны бик яратып тәрбиәләнем. Атайым да, яйлап, мине ат ҡарарға, үҫә төшкәсерәк эйәрләргә, арба-сана егергә өйрәтте. Ә инде һуңғараҡ беҙ Йондоҙ менән хатта һабантуйҙа, ат сабышында беренсе килеп, еңеү яуланыҡ!
* * *
-Атай, атай, минең атта йөрөгөм килә, анау ҡанатлы атта, - кескәй генә ҡулдары менән еңемде тартҡан улыма ҡараным. Уйҙарымдан, иҫтәлектәремдән арынып, ҡапыл улымды һауаға тиклем һикертеп ҡосаҡлап алдым.
- Их, минең ҡолонсағым, һин минең ҡанатым! Мин һине иң шәп Аҡбуҙатҡа ултыртырмын, - тинем ярһып.
- Урра! Урра! Мин Аҡбуҙатта йөрөйәсәкмен, мин һауаға осасаҡмын! - тип улым сәпәкәйләп һикереп алды.
- Эйе, улым, хыял атыңды бер ҡасан да ерләмә, ул һине күктәргә күтәрер, хыялдарыңа тоғро булһаң, һине йыһан киңлегенә алып менер, - тип ҡолонсаҡтай тиктормаҫ улымды ҡосаҡлап алдым.
"Киске Өфө" гәзите, №10, 13 - 19 март 2026 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА