
Иранға ҡаршы һуғыш Атлантик океан регионы илдәре араһындағы мөнәсәбәттәрҙең киҫкенләшеүенә килтерҙе. Ирандың, көтөлмәгән стратегия һайлап, Фарсы ҡултығы илдәренән нефть һәм нефть продукттары менән шыйыҡлатылған тәбиғи газ ташыуҙа мөһим логистик юл булған Ормуз боғаҙына бик һалыуы нефткә хаҡ артыуына ғына килтереп ҡалманы, бәлки, донъя энергетика баҙары өсөн дә етди хәүеф тыуҙырҙы. Ормуз боғаҙына контролде ҡулға алып, Иран, асылда, Американың иҡтисади тотороҡлоғона янау һалды. Ә бындай хәл республикасыларҙың һайлау алды стратегияһына һис тә төҫ түгел.
Нефть һәм газ донъя баҙарындағы хәл буйынса кәңәшмәлә РФ Президенты Владимир Путин, Ормуз боғаҙын файҙаланыу менән бәйле нефть сығарыуҙың бер айҙан туҡталыуы ла ихтимал, тигәйне. Нефткә хаҡтарҙы төшөрөү өсөн АҠШ бер ни тиклем сигенеүгә аҙым яһаны - илдең Финанс министрлығы Ирандан судноларға тейәлгән нефть һәм нефть продукттарын ташыуға 19 апрелгә тиклем лицензия бирҙе, тип яҙа мәғлүмәт саралары. АҠШ-тың финанс министры Скотт Бессант әйтеүенсә, был сара баҙарға 140 млн баррель "ҡара алтын" сығарыуға һәм уға хаҡтарҙы тотороҡландырыуға булышлыҡ итәсәк.
Яҡын Көнсығыштағы һуғыш арҡаһында Европа, Азия, Африка илдәренә интернетһыҙ ҡалыу ҡурҡынысы янай, сөнки Ормуз боғаҙы менән Ҡыҙыл диңгеҙ аша үтеүсе һәм донъя интернет-трафигының 30 процентын тәьмин итеүсе тиҫтәләгән һыу аҫты кабелдәренә зыян килеүе мөмкин. Мәғлүм булыуынса, Дональд Трамптың, 48 сәғәт эсендә Ормуз боғаҙын асмаған хәлдә, Ирандың бөтөн булған электр станцияларын юҡ итәсәген белдереүенә яуап итеп, Тегеран төбәктәге АҠШ базаларының мәғлүмәт-технологик һәм диңгеҙ һыуын сөсөләндереү объекттарына ут асасағы хаҡында хәбәр итте. Ваҡиғаларҙың бындай боролош алыуы былай ҙа Иранға "һуңғы иҫкәртеүҙәрен" ебәргән Фарсы ҡултығы илдәренең дә был һуғышҡа йәлеп ителеү хәүефен тыуҙыра.
Ә бына Трамптың Ормуз боғаҙын асыуҙа ярҙам һорап мөрәжәғәт итеүенә донъя державалары иҫәпләнгән Ҡытай, Япония, Франция, Австралия, Британия һәм хатта Польша ла коалицияла ҡатнашыуҙан баш тартты һәм "был Европаның һуғышы түгел" тип яуапланылар. Ысынлап та, Европа АҠШ-тың Иранға һуғыш асыуы эҙемтәләренән зыян күреүсе төбәктәр иҫәбенә инә. Энергетика өлкәһендәге көрсөк Европа иҡтисадын хәүеф аҫтына ҡуя: энергия сығанаҡтарына хаҡтарҙың артыуы илдәрҙе индустриялаштырыу үҫешен тотҡарлай; энергияны күп ҡулланыусы химия етештереүе кеүек тармаҡтарҙың предприятиелары ябыла. Американың отставкалағы подполковнигы Дэниел Дэвис фекеренсә, Ҡушма Штаттар Ормузды хәрби көс ҡулланып астыра алмаясаҡ, сөнки уның эҙемтәләрен күҙ алдына килтереүе лә ауыр. Өҫтәүенә, Дэвис Иран конфликтында АҠШ-тың өҫтөнлөк итеүенә икеләнеү менән ҡарауын белдерә. Америка хәрбиҙәре ризаһыҙлыҡ белдерә башланы, "Беҙ Израиль арҡаһында үлергә теләмәйбеҙ", ти улар.
Ә Дональд Трамп иһә бөтөн ярһыуын власҡа дәғүәләшеүсе демократик партияға йүнәлтте һәм уны Ҡушма Штаттарҙың етди дошманы тип атаны. Вәкилдәр палатаһындағы демократтар лидеры Хәким Джеффрис бынан һуң Америкала сәйәси режимды алыштырырға саҡырҙы, республикасыларҙы Яҡын Көнсығышҡа һуғыш асып, бик күп аҡса сарыф итеүҙә һәм яғыулыҡтарға хаҡ артыуҙа ғәйепләне.
Был ваҡытта Ирандың Ҡораллы көстәре оборонанан һөжүмгә күсеп, үҙенең һуғыш тактикаһын үҙгәртеүе хаҡында белдерҙе. Әйткәндәй, Йемен АҠШ менән Израиль агрессияһына ҡаршы бер үҙе ҡаршы тороусы Иранға ярҙам итергә әҙер булыуын белдереп, бының төрлө юлдарын ҡарай. Йемендың фекеренсә, Тегеран яҡлы булыу бөгөн бөтөн ғәрәп һәм мосолман илдәренең әхлаҡ бурысы; уның бындай агрессияға дусар ителеүе Ирандың Палестина буйынса ныҡлы позицияһы арҡаһында килеп сыҡты. АҠШ менән Израиль тап бына шунан ҡурҡа ла инде һәм "Ансар Аллаһ" хәрәкәтенең Иран конфликтына ҡушылмауы өсөн бар көстәрен һала. Сәғүд Ғәрәбстаны етәкселеге лә төрлө дипломатик юлдар менән хуситтарҙы тотоп тороу яйын ҡарай, юғиһә, конфликтҡа Суэц каналы менән Египеттың да йәлеп ителеүе ихтимал.
Яҡын Көнсығыштағы һуғыш Американың да, Европаның да Украина конфликтына иғтибарын тарҡатып ебәрҙе. Пентагон башлығы Пит Хегсет әйтеүенсә, Иран менән һуғыш Ҡушма Штаттарҙа бер ни тиклем ресурс ҡытлығы килтереп тыуҙырҙы, шуға күрә хәрби ҡоралдар төрҙәрен башҡаса Украинаға ебәрергә ярамай, тине ул. Һәм, ысынлап та, хәрби эксперт Юрий Кнутов фекеренсә, тағы берәй өс аҙнанан Киевтың һауа һөжүменә ҡаршы ракеталар менән проблемалары башланасаҡ. 22 мартта Рәсәй Ҡораллы көстәре Украина армияһын тәьмин итеүсе яғыулыҡ-энергетика комплекстарын, шулай уҡ алыҫҡа осоусы дрондар ебәреү пункттарын утҡа тотто. Бынан тыш, беҙҙең һауа һөжүменә ҡаршы саралар тарафынан дошмандың һигеҙ идара ителеүсе авиация бомбалары һәм 244 дроны атып төшөрөлдө. Рәсәй хәрби подразделениелары Харьков өлкәһендә уңышлы хәрәкәт итә. Әле украин боевиктары логистикаһына юлдарҙы өҙөү операцияһы барһа, Рәсәй яугирҙарының киләһе маҡсаты - Харьковты яулау.
Фәүзиә МӨХӘМӘТШИНА.
"Киске Өфө" гәзите, №12, 27 март – 2 апрель 2026 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА