«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Хискә тулы яҙ миҙгеленең 21 мартында Бөтә донъя шиғриәт көнө билдәләнә. Ә һеҙҙең тормошоғоҙҙа шиғриәткә урын бармы? Ғөмүмән, бөгөнгө технологиялар заманында шиғриәткә мохтажлыҡ ҡалдымы икән?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

УРМАН БАШҠОРТТАРЫНА СӘЙӘХӘТ
+  - 

XIX быуат аҙағында - XX быуат башында йәшәгән рус табибы, медицина докторы Дмитрий Петрович НИКОЛЬСКИЙ 1899 йылда Санкт-Петербургта баҫылып сыҡҡан "Башкиры. Этнографическое и санитарно-антропологическое исследование" тип исемләнгән үтә ҡыҙыҡлы китап авторы булараҡ билдәле. Унан башҡа Д.П. Никольский 1895 йылда "Землеведение" ғилми журналында "Из поездки к лесным башкирам" тигән этнографик мәҡәлә баҫтыра. Был мәҡәләлә Архангел заводы, Тирәкле, Уҫманғәле, Инйәр ауылдары һәм Көньяҡ Уралдың башҡа урындары иҫкә алына. Автор урындағы башҡорттарҙың көнкүреше һәм йәшәү рәүеше, ялан һәм урман зоналары башҡорттары араһындағы айырмалыҡтар хаҡында ла бәйән итә.

Башҡорттар солоҡсолоҡ менән шөғөлләнә. Солоҡтар йүкә, имән йә иһә ҡарағай түмәренән соҡоп яһала, уларҙы ағастарға беркетеп ҡуялар. Ҡайһы саҡта солоҡ ниндәй ҙә булһа ағас олононоң серек үҙәген соҡоп йә иһә яндырып эшләнә. Хәҙер, башҡорттарҙың үҙҙәре әйтеүенсә, ҡортсолоҡ менән элеккегә ҡарағанда аҙыраҡ шөғөлләнәләр. Әммә хәҙер ул хәллерәк башҡорттар ҡулында тупланған, улар урмандарҙың ышыҡ мөйөштәрендә умарталыҡ тота. Бәғзе башҡорттар солоҡтарын өйҙәренән алыҫ булмаған урында йә иһә ихатала тота. Йыйылған бал күләме төрлөсә була, ул сәскәләрҙең күплеге менән бәйле. Ҡышҡа солоҡтарҙы япмайҙар, һәм, ғөмүмән, ҡорттар артынан айырым ҡарау юҡ. Башҡорттоң ҡорттары артынан булған барлыҡ хәстәре улар айырған ваҡытта яңы умарта әҙерләү һәм иҫкеләренән бал алыу менән сикләнә.
Бал алыу бик иртә башлана, уны 6 августан да иртәрәк алырға ярамаһа ла, бәғзе берәүҙәр 15-20 июлдән үк ала башлай. Ярлылығы арҡаһында башҡорт көҙ еткәс тә бал алыуын дауам итә - ул уны тиҙерәк һатып ҡалырға теләй. Балды ботон 5 һумдан 10 һумға тиклем хаҡҡа һаталар, бер өлөшөн "әсе бал" исемле эсемлек әҙерләр өсөн үҙҙәренә ҡалдыралар (беҙҙәге эске балының бер төрө). Был эсемлек ошолай әҙерләнә: бер биҙрә ҡайнаған һыуға 5 футтан 7 футҡа тиклем бал һалына һәм сүпрә йә иһә бойҙайҙан, арпанан эшләнгән ике сүмес әсетке өҫтәлә, мискә ныҡ итеп ябып ҡуйыла. Ике-өс көндән эсемлек әҙер була. Уны ҡымыҙ кеүек эсәләр, башлыса, тик ҡышын ғына. Әсе бал ҡымыҙға ҡарағанда иҫерткесерәк эсемлек. Урман башҡорттарында башҡа эсемлектәрҙән "айран" тип аталғаны киң таралған, уны әсетелгән һыйыр һөтөн һыу менән шыйыҡлап әҙерләйҙәр (бер биҙрә һыуға ике ҙур көршәк һөт һалына). Башҡорттар өйҙәрендә бөтөнләйгә араҡы эсмәй, ә уларҙың кемелер эсә икән, йә ҡалала, йә рус ауылында ғына; әммә бындайҙар бик аҙ. Эскән кеше муллаға осрап ҡуйыуҙан бик ҡурҡа, ул ғәйеплегә ҡаты яза биреүе мөмкин.
Тәбиғәт шарттарына ярашлы, урман башҡорттарын даланыҡылар кеүек саф мал ҡараусылар итеп ҡарап булмай. Бында йылҡы өйөрҙәрен осрата алмаҫһығыҙ, урман башҡорто аттарҙы хужалығында күпме кәрәк, шул тиклем генә тота. Әлбиттә, байыраҡ башҡорттарҙың аттары сағыштырмаса күберәк. Һыйыр һәм ҡуй малдары күпләп аҫрала. Улар өсөн ҡышҡа бесән запасы әҙерләнә.
Урман башҡорттарында һунар итеүҙең төрлө төрҙәре үҫешкән. Урман башҡорто тәбиғәте менән һунарсы, тип әйтергә була, бында, айыуҙан башлап селгә тиклем һәр төрлө ҡырағай йәнлек аҙым һайын тигәндәй осрап торған урында йәшәгән кешегә һунарсы булмауы мөмкин түгел. Дала башҡорто, һунар менән шөғөлләнгән хәлдә лә, башлыса, бүре һуғырға, ҡуян тоторға йө-рөй, ҡыр йәнлектәренә һирәгерәк һунар итә. Айыу ауларға йөрөү - урман башҡорттарының төп һәм киң таралған һунар кәсебе. Йышыраҡ ерҙән ике сажин тирәһендә ағасҡа беркетелгән һәндерәнән һунар итәләр. Ағастан йыраҡ булмаған урынға йырт-ҡысты әүрәтер өсөн үләкҫә һалып ҡуйыла. Ҡайһы берҙә ҡыҙыҡ хәлдәр ҙә була: йә һәндерә ергә ауып төшә, йә иһә һунарсы айыуҙың емде ашап бөтөрөп киткәнен һиҙмәй ҡала. Башҡорттар ҡуянға һирәк йөрөй. "Улар артынан ҡыуып йөрөп, дары әрәм итеүҙән файҙа юҡ", - тиҙәр улар. Ҡуян итен ашаһалар ҙа, теләп еймәйҙәр; тиреһен һаталар. Ҡайһы саҡта төлкөгә һунар итәләр. Ҡоштарҙан күберәк ҡорға, ағунаға, селгә һ.б. йөрөйҙәр.
Башҡорт һунарсылары араһында ҡыр ҡоштарына (өйрәктәргә, ҡаҙҙарға һ.б.) ҡарсыға йә иһә ыласын менән һунар итеүселәр бар; әммә һунарҙың был төрө аҡрынлап юғала бара. Һунарға өйрәтеү маҡсатында ҡарсыға йә иһә ыласын балаһын ояһынан алалар, һуңынан буласаҡ һөнәренә өйрәтә башлайҙар. Өйрәтелгән ыласын хужаһын ғына таный, тик уны ғына тыңлай. Ҡарсыға йә иһә ыласын менән һунарға сығыу хәҙерге ваҡытта һунар ҡошо булған барса ауыл халҡы тарафынан байрам кеүек ҡабул ителә, бынан улар ҙур ҡәнәғәтләнеү таба. Ҡарсыға хужаһы һунарға тантаналы рәүештә һыбай, йә иһә йәйәүләп сыға, уның артынан күмәк халыҡ эйәрә. Күҙҙәре ҡапланған ҡарсыға хужаһының ҡулында ултыра. Ниндәйҙер ҡырағай ҡош күренеү менән хужаһы ҡарсығаны ҡулынан осороп ебәрә, уныһы бейеккәрәк осоп менә һәм үҙенең табышына ташлана, уны соҡоп үлтерә һәм уның менән бергә ергә ҡолай. Бындай өйрәтелгән ҡарсығаны бер йыл ғына тоталар, һуңынан иреккә сығаралар.

Бәҙри ӘХМӘТОВ тәржемәһе.
(Дауамы. Башы 3-10-сы һандарҙа).

"Киске Өфө" гәзите, №13, 3 - 9 апрель 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 02.04.26 | Ҡаралған: 21

Киске Өфө
 
Һин нимә менән генә шөғөлләнһәң дә, ҡыйыулыҡ кәрәк. Сөнки һин нимә генә эшләмә, алға барыу өсөн ниндәй генә юлды һайлама, "Һин яңылышаһың" тип әйтә торған кеше барыбер осраясаҡ. Ауырлыҡтар булып тора, шуға ла һайлаған юлыңды тәнҡитләүсе менән тиҙ генә килешеүең дә бар. Үҙ маҡсатыңды булдырып, уға табан ныҡышмалы барыу өсөн дә ҡыйыулыҡ талап ителә. Донъяла күп еңеүҙәргә урын бар һәм ул еңеүҙәр һинең ҡыйыу эш итеүеңде көтә.

Ральф Эмерсон.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru