«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Хискә тулы яҙ миҙгеленең 21 мартында Бөтә донъя шиғриәт көнө билдәләнә. Ә һеҙҙең тормошоғоҙҙа шиғриәткә урын бармы? Ғөмүмән, бөгөнгө технологиялар заманында шиғриәткә мохтажлыҡ ҡалдымы икән?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
 
ТӘРБИӘ МӘСЬӘЛӘҺЕНДӘ ИҢ МӨҺИМЕ - БАЛАЛАРҘА ЯҢЫ ЫНТЫЛЫШТАРҒА ЮЛ АСЫУ
+  - 


Бөгөнгө әңгәмәселәребеҙ гәзитебеҙҙең иң тоғро дуҫтары, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусылары - М. Исҡужин исемендәге 136-сы башҡорт лицейы директоры Шәмсулла Хәбибулла улы ХӘБИБРАХМАНОВ һәм Ф. Мостафина исемендәге 20-се Башҡорт гимназияһы директоры Сулпан Мәүләүи ҡыҙы УЙЫЛДАНОВА. Белем усаҡтарында балаларҙы тәрбиәләү алымдары һәм сараларына арналды был юлы беҙҙең һөйләшеү.

Мәғарифтың, образлы итеп әйткәндә, ике ҡанаты бар: беренсеһе - белем биреү, икенсеһе - тәрбиә. Тәрбиә процесының төп маҡсаты - баланы шәхес итеп үҫтереү. Мәктәптә уҡыған йылдарында, 7 йәштән 18 йәшкә тиклем, тулы ҡанлы, тамам өлгөрөп еткән шәхес тәрбиәләп буламы?

Шәмсулла Хәбибрахманов:
Мәктәптең төп бурысы - һәр баланы үҙаллы тормошҡа әҙерләү, тап ошо маҡсатта уҡыусыларға 11 йыл дауамында белем бирелә һәм тәрбиәүи саралар ғәмәлгә ашырыла. Әммә мәктәпте тамамлаған һәр бер уҡыусыны тулыһынса, 100 проценты менән өлгөрөп еткән шәхес тип атап булмайҙыр. Шәхес - үтә ҡатмарлы социаль төшөнсә, һәм кеше, әгәр ул аңлы шәхес икән, үҙгәрештән, үҫештән туҡтамай. Һеҙ әйткәнсә, тулы ҡанлы шәхес булыр өсөн тормош тәжрибәһе лә кәрәк. Беҙҙең лицейҙы тамамлап, артабан уңышлы эшҡыуар булып киткән Муса Мәзитов "Минең шәхесемдең нигеҙе лицейҙа формалашты", тип бик дөрөҫ әйткәйне.
Сулпан Уйылданова: Шәмсулла Хәбибулла улының фекере менән килешәм. Эйе, уҡыусыларға белем биреүҙән башҡа төрлө тәрбиә саралары һәр мәктәптең иғтибар үҙәгендә тора, быны закон да талап итә. Әлбиттә, тәрбиә ғаиләнән башлана, бында ғаилә һәм мәктәп бер үк бурысты башҡара. Мәктәпте тамамлаған һәр уҡыусы тормошта үҙ юлын һайлай, ниндәйҙер һөнәрҙе үҙләштерә, ошо күҙлектән ҡарағанда мәктәп һәр баланың үҙаллы тормошон алдан күҙаллай алмай. Мәктәптә алынған белем, унда формалашҡан сифаттар уҡыусыларға юғалып ҡалмаҫҡа, тормоштарында осраған ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға булышлыҡ итә. Бала саҡтағы тәрбиә кешене үҙ-үҙен танып белергә, үҙ-үҙен үҫтерергә өйрәтә һәм, ахыр сиктә, үҙтәрбиә кимәленә тиклем күтәрә ала. Әммә формаль, яһалма тәрбиә сараларын ғына ҡулланыу һөҙөмтәһеҙ ҡала.

Психология фәнендә бер ҡыҙыҡлы фекер бар: кеше 45 йәшкә тиклем үҙ-үҙен, бигерәктә үҙенең холҡон үҙгәртә алыу мөмкинлегенә эйә. Әммә бәғзе берәүҙәр ниндәйҙер кимәлгә етһә, туҡталып ҡала, бер урында тапана башлай...

Сулпан Уйылданова:
Йәмғиәттә шундай хәлдәр ҙә була: яҡшы белемле, һөнәрле, баһалы кеше көтмәгәндә үҙенең тормошон, йәшәү рәүешен ҡырҡа үҙгәртә, элегерәк һис бер һиҙелмәгән маҡсаттар ҡуйып йәшәй башлай. Шундай осраҡтарҙа бындай шәхестең донъяға ҡарашы ла тамырынан үҙгәреүе мөмкин.
Ғөмүмән, ниндәйҙер белемдәргә эйә булған, үҙенең һөнәрендә уңыштарға өлгәшкән, хатта ки юғары дәрәжәләр, исемдәр алған шәхесте лә үҙ үҫешенең иң юғары нөктәһенә еткән, тип һығымта яһарға ярамайҙыр. Шәхес үҫешенең сиге юҡ, һәм был фекерҙе беҙ тәрбиә барышында уҡыусыларыбыҙҙың аңына һеңдереп ҡалдырырға тейешбеҙ. "Тормошта үҙ урынығыҙҙы табаһығыҙ килә икән, ғүмер буйына нимәгәлер өйрәнеүҙән, уҡыуҙан, яңы, юғарыраҡ маҡсаттар ҡуйып йәшәүҙән баш тартмағыҙ, - тип һәр даим ҡабатлай киләбеҙ. - Донъябыҙ шундай ҙур, унда өйрәнеп бөтөлмәгән нәмәләр бихисап. Боронғо философ Сократтың фәһемле бер фекерен иҫтә тотоу фарыз: "Мин ни тиклем күберәк беләм, шул тиклем аҙ белеүемде беләм". Тәрбиә процесында иң мөһим принциптарҙың береһе - балаларҙа күп нәмәләргә ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятып, яңы ынтылыштарға юл асыу.

Әлеге ваҡытта Рәсәйҙең 40 меңгә яҡын мәктәптәрендә 18 миллион уҡыусы тәрбиәләнә. Уҡытыу-тәрбиә эше ныҡлы контролдә тотола, закондар етерлек, квалификациялы педагогик кадрҙар буйынса ҡытлыҡ булған хәлдә лә, билдәле кимәлдә тәрбиәүи саралар ғәмәлгә ашырылып килә. Шул уҡ ваҡытта киң матбуғат сараларында теге йәки был мәктәптә буллинг осраҡтары, үҫмерҙәр енәйәтселеге хаҡында мәғлүмәттәр баҫылып тора. Ярай әле, бындай алама күренештәр милли мәктәптәребеҙгә хас түгел.

Шәмсулла Хәбибрахманов:
Милли мәктәптәрҙә әхлаҡи, рухи тәрбиәгә ҙур иғтибар бирелә, шуға күрә уҡыусыларҙың бер-береһен ҡыйырһытыу осраҡтары юҡҡа иҫәп. Тимәк, ғаилә лә, мәктәп тә был юҫыҡта үҙ бурысын теүәл үтәгән, тип һығымта эшләйбеҙ. Әммә ғаиләләрҙең дә, балаларҙың да төрлөһө бар. Үҫмерҙәрҙең енәйәти ғәмәлдәргә тиклем барып етеүе ғаиләнең дә, мәктәптең дә эшләп еткермәүенән, тип әйтәбеҙ, һәм был ысынлап та шулай.
Сулпан Уйылданова: Бер бала ла енәйәтсе булып тыумай, бер генә ата-әсә лә балаһының енәйәт юлына баҫыуын теләмәй. Уҡытыусылар, тәрбиәселәр ҙә уҡыусыларын мәктәптән белемле, тәрбиәле шәхес итеп сығарыуҙы маҡсат итеп ҡуя. Ҡайһы бер үҫмерҙәрҙең агрессивлығы, тиҫтерҙәренә ҡарата насар мөнәсәбәттәре билдәле бер шарттарҙа хасил була. Төп сәбәп - уларға иғтибар етмәй, уларҙы күрмәйҙәр, яҡшы баһа бирмәйҙәр, бер нисек тә күтәрмәйҙәр. Ғаиләлә, тышҡы мөхиттә, башҡа балалар араһында улар аңлау тапмай, тик кире ғәмәлдәр менән үҙҙәрен танытырға, үҙҙәренсә өҫтөнлөк алырға тырыша. Хатта яҡшы тип һаналған ғаиләлә лә баланың эске кисерештәрен һиҙмәү, белмәү, аңламау арҡаһында уның яңылыш юлға баҫыуы мөмкин.

Һеҙ икегеҙ ҙә республика кимәлендә танылыу тапҡан милли мәктәп етәкселәре. Милли мәктәптәр һәм ҡәҙимге мәктәптәр араһында айырма булыуы күҙгә бәрелеп тора. Ошо хаҡта ниҙәр әйтер инегеҙ?

Сулпан Уйылданова:
Белорет ҡалаһында 1995 йылда ни барыһы өс кластан торған башҡорт мәктәбен асып ебәргәйнек, ул хәҙер гимназия статусын йөрөтә. Белоретта рустар күберәк бит, 90-сы йылдарға тиклем милли мәктәп асыу мөмкинлеге булманы. Әммә һуңынан, халҡыбыҙҙың милли аңы уянып, рух күтәренкелеге башланған йылдарҙа Беренсе Президентыбыҙ М.Ғ. Рәхимовтың фатихаһы менән Башҡортостанда милли мәктәптәр күпләп асыла башланы. Был туған телебеҙҙе һаҡлап ҡалыу йәһәтенән тәүге еңеүебеҙ булғандыр, ә әлеге ваҡытта тиҫтәләрсә йыллыҡ юбилейҙарын билдәләгән башҡорт мәктәптәрен тамамлап, төрлө һөнәрҙәргә эйә булған, төрлө өлкәләрҙә танылыу тапҡан элекке уҡыусыларыбыҙ менән ғорурланырға хаҡлыбыҙ. Улар үҙҙәре лә ошо милли мәктәптәрҙә төплө белем һәм яҡшы тәрбиә алыуҙары өсөн рәхмәтле булыуҙарын белдерә.
Милли мәктәптәргә ата-әсәләре балаларын үҙ теләге менән килтерә, улар араһында туған телен яҡшы белмәгәндәр ҙә бар, әммә улар ҙа балаларын башҡорт рухында тик милли мәктәптә тәрбиәләп булыуын яҡшы аңлай. Туған телде яҡшы белеү уҡыусыларҙа халҡыбыҙ тарихына, мәҙәниәтенә, ғөрөф-ғәҙәттәренә, милли ҡиммәттәренә ихтирам уята, был һәр яҡтан тәрбиәле шәхестәр үҫтереү мөмкинлеген бирә.
Шәмсулла Хәбибрахманов: Баш ҡалабыҙҙа хәҙер Ф. Мостафина исемендәге 20-се Башҡорт гимназияһы тип аталған тәүге милли мәктәп асылыуға сирек быуат үткәс кенә тағы ла бер милли белем усағы - М. Исҡужин исемендәге 136-сы башҡорт лицейы асылды. Әлбиттә, йәмәғәтселек, ата-әсәләр, педагогик коллектив махсус рәүештә юллап асылған милли мәктәптең, ҡәҙимге мәктәптәр менән сағыштырғанда, юғарыраҡ кимәлдә эшләүен теләне. 20-се гимназияның, беҙҙең лицейҙың бер үҙенсәлеге бар: беҙ бер генә микрорайонға беркетелмәгәнбеҙ, ата-әсәләр, йәшәгән урындарына ҡарамайынса, балаларын үҙҙәренең теләге буйынса башҡорт мәктәбендә уҡытыу мөмкинлегенә эйә. Беҙҙең тағы ла бер өҫтөнлөк - балаларҙы һайлап алабыҙ, сөнки теләүселәр күп, мәктәптең максималь һыйҙырышлығы бында күпме баланы уҡытып була икәнлеген билдәләй. Һайлап алынған балалар менән эшләүе лә еңелерәк, сөнки ата-әсәләр ҙә, уҡыусылар ҙа тап ошо мәктәптә белем алыу мөмкинлегенә етди ҡарай.
Беҙ һәр даим милли мәктәп статусын раҫларға, педагогик коллективҡа булған ышанысты аҡларға тырышабыҙ. Элегерәк яуланған ҡаҙаныштарға таянып ҡына эшләп булмай, алға барыу өсөн ниндәйҙер яңылыҡтар индереп, уларҙы ғәмәлгә ашырыуға уҡыусыларыбыҙҙы йәлеп итәбеҙ. Билдәле бер эштәр менән мауыҡтырмаһаң, ҡыҙыҡһындырмаһаң, улар дәрестәрҙән аҙаҡ үҙҙәре нимәлер уйлап сығара, ә был контролһеҙ ғәмәлдәр һәр саҡта ла файҙалы йә иһә ыңғай булмай. Уҡыусыларҙың һәләттәрен үҫтереү өсөн мөмкин булған барса шарттарҙы булдырабыҙ. Бының өсөн әүҙемлек күрһәтергә, йыш ҡына ҡаршылыҡтарҙы үтеп сығырға тура килә. Бына, мәҫәлән, беҙҙә һәм 20-се гимназияла ғына уҡыусылар дәрестәрҙән аҙаҡ оҙайтылған көн төркөмдәрендә ҡала, уҡытыусылары менән шөғөлләнә, иртәгәһе дәрестәргә әҙерләнә, ял итә һ.б. Был ата-әсәләр өсөн бик уңайлы. Яңы проекттар булдырып, уларҙы уңышлы башҡарабыҙ. Мәҫәлән, быйыл "Йәш эшҡыуарҙар" проекты бойомға ашырыла башланы, унда 90-дан ашыу уҡыусы ҡатнашырға теләк белдерҙе. Каникулдарҙан һуң район хакимиәте башлығы бер нисә уңышлы эшҡыуарҙы лицейға уҡыусылар менән осрашыуға алып киләсәк. Ошо проект буйынса алда байтаҡ эштәр планлаштырылған. Был уҡыусылар өсөн бик ҡыҙыҡлы, шул уҡ Муса Мәзитовтың дәрестәрҙән һуң һынлы сәнғәткә, черчениеға, ҡул эштәренә өйрәнеүе арҡаһында хәҙер инде республика кимәлендә танылыу тапҡан эшҡыуар булып китеүен уҡыусыларыбыҙ белә. Әйткәндәй, Муса Мәзитов республика кимәлендә бик күп сараларҙа, МХО-ға булышлыҡ итеүсе гуманитар акцияларҙа әүҙем ҡатнаша, Беларусь республикаһына барыусы делегация составынан индерелгән.

Шуныһы ҡыҙыҡлы, йыш ҡына башҡа милләттән булған ата-әсәләр үҙ балаларын башҡорт гимназияларына килтерергә тырыша. Улар әйткәнсә, милли мәктәптең үҙенә тартып торған аураһы бар. Бында башҡорт мәктәптәрендә булдырылған ыңғай психологик атмосфера хаҡында һүҙ баралыр.

Сулпан Уйылданова:
Алдараҡ әйтелгәнсә, мәктәптән байтаҡ алыҫ урында йәшәгән ата-әсәләр үҙ теләге менән балаларын беҙгә алып килә, ә был билдәле бер ауырлыҡтар менән бәйле: көн һайын баланы ваҡытында мәктәпкә алып килергә, алып ҡайтырға тура килә бит. Ә улар ауырһынмай, тик балалары ошо мәктәптә белем алһын тип теләй. Уларҙы тап ошо мәктәп мөхитенең һеҙ әйткән комфортлы психологик атмосфераһы тартып тора ла инде. Ҙур ҡалала башҡорт мөхите милли мәктәптә генә матур сағылышын таба. Барыһын да туған телебеҙ берләштерә, әҙәбиәт, сәнғәт, йолалар, ғөрөф-ғәҙәттәр, йыр-бейеүҙәребеҙ аша уҡыусыларыбыҙ халҡыбыҙҙың мәңгелек ҡиммәттәрен үҙләштерә. Иркен аралаша алыу, дөйөм эштәрҙә ихлас ҡатнашыу, яҡшы мөнәсәбәттәр балаларҙы бер ғаиләләге кеүек яҡынайта, бер-береһен тиң күргән шәхестәр итеп формалаштыра. Шуға күрә элегерәк беҙҙең мәктәпте тамамлаған уҡыусыларыбыҙ үҙ балаларын бында уҡырға алып килә лә инде.

Һеҙгә бер фекер тәҡдим итәм: башҡорт халҡының менталь сифаттары, уның психологияһы милли мәктәптә бермә-бер сағылыш таба. Килешәһегеҙме?

Шәмсулла Хәбибрахманов:
Әлбиттә, тап шулай. Халҡыбыҙға хас ыңғай сифаттар күп бит. Башлыса, тәртипле, әхлаҡлы, киң күңелле, баҫалҡы, бер-береһенә ихтирамлы, яҡшылыҡты, изгелекте үҙ иткән, кәрәк саҡта бер-береһенә ярҙамсыл халыҡ итеп беләләр беҙҙе. Әлбиттә, шуҡ, шаян, тик тормаҫ малайҙар беҙҙә лә бар, әммә улар ҙа билдәле бер сиктән сыҡмай. Мәктәптә тәртип, дисциплина, белем һәм тәрбиә биреү һөҙөмтәле икән, ата-әсәләр балаларын ошо мәктәпкә ҙур ышаныс менән алып килә. Башҡа мәктәптәрҙә 4-ле - 5-легә уҡыған балаларын 7-8 кластарға алыуҙарын үтенеп килгән ата-әсәләр ҙә бар. Шулай бер мәктәптән тик 5-легә уҡыған, спорт менән шөғөлләнгән, информатика буйынса олимпиадала еңгән бер уҡыусыны алғайныҡ, уның артынан шул уҡ кластан бик яҡшы уҡыған икенсе уҡыусының ата-әсәһе лә беҙҙең лицейға күсергә теләк белдерҙе. Сәбәбе бик ябай - әлеге класта тырышып уҡымаған, тәртипһеҙ малайҙар был уҡыусыларға ҡамасаулай, алға китергә мөмкинлек бирмәй. Уҡытыусы насар уҡығандар менән күберәк эшләргә мәжбүр, ә һәләтле уҡыусыларға иғтибар етмәй. Унан һуң, тәртипһеҙ уҡыусыларҙың отличниктарҙы өнәп еткермәгәне, насар мөнәсәбәттә булыуҙары билдәле. Ә был уҡыусылар беҙгә күсеү менән тиҙ генә яраҡлашып, һин дә мин уҡып алып китте.

Р. Ғарипов исемендәге 1-се БРГИ директоры урынбаҫары Азамат Шәмсетдинов яҡшы өлгәшкән уҡыусылар үҙҙәренән алдараҡ барғандар-ҙың "арҡаһын" күрһә, тағы ла әүҙемерәк, тырышыбыраҡ уҡый башлай, тигәйне.

Сулпан Уйылданова:
Тап шулай. Спорттағы кеүек, уҡыуҙа ла алда билдәле бер "маяҡ" бар икән, башҡалар уның артынан ҡалмаҫҡа тырыша, хатта унан да алғараҡ сығыуҙы маҡсат итеп ҡуя. Ҡайҙа ярыш, конкуренция бар, шунда алға китеш өсөн һәйбәт шарттар хасил була.

Патриотизм тигән ҙур төшөнсә бар, миңә ҡалһа, илһөйәрлек, ватансыллыҡтан башҡа, үҙенсәлекле мәктәп патриотизмы хаҡында ла әйтеп үтергә кәрәктер. Уҡыусыларҙың үҙҙәре уҡыған мәктәпте яратыуы, "Был - минең мәктәбем, был иң шәп мәктәп" тип иҫәпләүе хаҡында һүҙ бара бында.

Сулпан Уйылданова:
Минеңсә, бөгөнгө мәктәп өсөн был үтә лә мөһим мәсьәлә булып тора. Үҙегеҙ беләһегеҙ, конкурентлы осорҙа йәшәйбеҙ, ә был мәктәп мөхитенә лә берҙәй ҡағыла. Һәр бер мәктәп етәксеһе үҙенең контингентын һаҡларға тырыша. Ә был мәктәптең эш һөҙөмтәләре менән бермә-бер бәйле, уның менән идара итеүсе органдар ғына түгел, ата-әсәләр ҙә ҡыҙыҡһына. Ғөмүмән, мәктәптәрҙе бер-береһе менән элек тә сағыштыралар ине, хәҙер ҙә шулай. Ә мәктәп патриотизмына килгәндә, ундай төшөнсә бар, мәҫәлән, беҙҙең уҡыусыларыбыҙ өсөн ул "Беҙ - егерменселәр" тигәнгә тиң. Әммә мәктәп менән ғорурланып ҡына алға барып булмай. Мәктәптең эш һөҙөмтәләре, законға ярашлы, 9 кластан һуң ТДИ, урта мәктәпте тамамлағанда БДИ менән билдәләнә. Мәктәптәргә ошо маҡсатҡа ярашлы эшләргә тура килә. Ата-әсәләр ҙә үҙ балаларының ошо имтихандарҙы яҡшы үтеп, артабан урта һәм юғары һөнәри уҡыу йорттарына бюджет нигеҙендә инеүен ҡайғырта. Нисек кенә булмаһын, гимназиябыҙҙа уҡыусылар берҙәмлеге бар, уны "егерменселәр туғанлығы", тип тә атап булалыр, был, мәҫәлән, гимназистарыбыҙҙың "XX Централ" КВН командаһының сығыштарында, ҡасандыр гимназияны тамамлап сығыусыларҙың осрашыуҙарында асыҡ сағыла. Яңыраҡ ҡына билдәле кинорежиссер Булат Йосопов тыуған гимназияһына үҙенең "Фәрзәнә көнбайышҡа бара" фильмын күрһәтергә алып килде, бындай саралар мәктәбебеҙ менән ғорурланыу тойғоһон уята.
Шәмсулла Хәбибрахманов: Уҡыусыларыбыҙҙың үҙ мәктәбенә ҡарата ыңғай тойғолары уны тамамлап сыҡҡас та онотмауҙарында асыҡ сағыла. Улар лицей менән ҡыҙыҡһынып торалар, матди яҡтан ярҙам итеүселәр ҙә бар. Бына февраль айында республикала "Һөйөү менән китап бүләк итегеҙ" тигән акция уҙғарылғайны. Беҙҙең лицейға атап бүләк ителгән китаптарҙы "Китап" нәшриәте директоры вазифаһын үтәүсе Эльмира Хәйритдинова һәм Мәғариф министрлығының Милли мәғариф идаралығы начальнигы Морат Ишемғолов үҙҙәре алып килде. Баҡтиһәң, республикала мәктәп китапханаһы өсөн иң күп китап беҙҙең лицейға бүләк ителгән икән. Ҡунаҡтарыбыҙ әйтеүенсә, хатта республика хөкүмәтенең Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Светлана Верещагина беҙҙең лицей өсөн һатып алған китаптарын ҡалдырып киткән.
Быны милли мәктәптең йәмғиәт һәм дәүләт алдындағы оло статусын раҫлаусы бер факт итеп ҡабул итергә була.

Совет осоронда әхлаҡ һәм тәрбиә өлкәһенә ҡараған бер дәүләт документы бар ине - ул "Коммунизм төҙөүсенең әхлаҡ кодексы" тип аталды. Хәҙер инде коммунистик идеялар ҙа, ул саҡтағы дәүләт тә, әлеге кодекс та юҡҡа сыҡты. Ә бөгөн бар мәктәптәр өсөн берҙәм тәрбиә кодексы кәрәкме икән?

Шәмсулла Хәбибрахманов:
Закон буйынса мәктәптәрҙә бер ниндәй ҙә идеологияның булыуы мөмкин түгел. Әүәл сәйәси идеологик тәрбиә пионер, комсомол ойошмалары аша ғәмәлгә ашырылған. Хәҙерге осорҙа ла мәктәптәрҙә төрлө балалар ойошмаларын булдырып ҡарайҙар, әммә уларҙың береһе лә ерегеп, үҫешеп китә алмай. Уларҙың балаларға йоғонтоһо юҡҡа иҫәп. Әлбиттә, сәйәси идеология булмаған хәлдә лә, һәр дәүләттең, һәр милләттең тәрбиә идеологияһы булырға тейеш. Шулай булмағас, йә теге, йә был өлкәлә проблемалар килеп сығып тора. Шул уҡ хеҙмәт тәрбиәһен алһаҡ та, был асыҡ күренә.
Һәр мәктәптең үҫеш концепцияһы, тәрбиә өлкәһенә ҡараған программалары, проекттары бар, әммә уларҙы үтәү йәһәтенән ҡыйынлыҡтар ҙа етерлек. Хәҙерге ваҡытта мәктәп етәкселеген төрлө күрһәтмә-талаптар, отчеттар менән күмеп алып баралар, ә был үҙе үк етәкселекте уҡытыу-тәрбиә эшенән айыра, уларҙың былай ҙа ҡәҙерле ваҡытын сарыф итеүгә килтерә. Үтәлеү ваҡыты күрһәтелгән документты һис кисекмәҫтән тултырып ебәрергә мәжбүр итәләр, ә ундай талаптар бер туҡтамай килеп кенә тора. Мәктәптә уҡыу процесы бара, ә һин сәғәт 12-нән дә ҡалмай нимә һоралған, шуны эшләп ебәреп өлгөрөргә тейешһең. Эшләмәһәң, ялыу яҙыла, өҫтәге етәкселек тә һиңә ыңғай ҡарамаясаҡ. Уларҙың мәктәп өсөн зыянынан башҡа бер генә лә файҙаһы юҡ: кемгәлер "эш күрһәтеү" өсөн кәрәк ул отчеттар. Бына был мәктәп ысынбарлығының кире яғы, башҡаса һығымта эшләп булмай. Ил Президенты В.В. Путиндың да ошо проблеманы булдырмау хаҡында күрһәтмәләре бар, тик урындарҙа улар үтәлмәй. Шул уҡ ваҡытта мәктәпте тикшерергә килеүселәр оторо күбәйеп китте, мәҫәлән, мәктәп ашханаларын әллә нисә төрлө комиссия килеп тикшереп йөҙәткәс, уларҙан яҡшы ашнаҡсылар ҙа китеп бөтөп бара.
Сулпан Уйылданова: Мәктәптең тәрбиәүи идеологияһы уның концепцияһында сағылыш таба, беҙ уны булдырырға һәм үтәргә тырышабыҙ. Тәрбиә процесын әүҙемләштереү маҡсатында ниндәйҙер балалар ойошмалары эше алып барылырға тейеш ул. Әммә ҡайҙалыр уйлап сығарылған проекттар мәктәп мөхитен әллә ни иҫәпкә алмай эшләнгән булып сыға. Ундай ойошмалар ҡуйған талаптар мәктәп тормошо менән бәйле түгел. Мәҫәлән, талап ителгән берәй сараны ашыҡ-бошоҡ үткәрәләр ҙә, фотоларын ҡуйып, текст яҙып, медиа үҙәгенә ебәрәләр. Булдымы-булды, шуның менән эш тә тамам.
Ә мәктәп барыбер үҙ тормошо, үҙенең пландары менән йәшәй бирә. Үҙебеҙҙең тәрбиә пландарында күрһәтелгән традицион сараларҙы ойошторабыҙ, уҙғарабыҙ, уҡыусылар ҙа, класс етәкселәре лә ҡәнәғәт ҡала.
Шәмсулла Хәбибрахманов: Бына республикала "Шаяниум" тигән КВН хәрәкәте бик уңышлы эшләй, унда милли мәктәптәребеҙҙең командалары бик теләп ҡатнаша. 136-сы лицейҙың "Һупайлы дәрүиштәре" тигән командаһы 2024 йылда һәм быйыл ошо хәрәкәттең гран-прийына лайыҡ булды. Әйтергә кәрәк, команда үҙенән-үҙе тиерлек ойоша, улар менән командалыҡ итеүҙең кәрәге лә юҡ, барыһын да үҙҙәре планлаштыра һәм үҙҙәре үтәй.
Сулпан Уйылданова: Тәрбиә эшендә уҡыусыларҙың ыңғай мотивацияһы булырға тейеш, ойошторолған сараларҙа улар теләп ҡатнашмай икән, бындай эштәрҙән әллә ниндәй фәтеүә юҡ. Һуңғы йылдарҙа балаларҙа ватансылыҡ тәрбиәләү маҡсатында "Шайморатов кластары" булдырылды. Уларҙың үҙҙәренең айырым уҡыу пландары, программалары булдырылған, унан һуң бик күп кластан тыш эш формалары ғәмәлгә ашырыла. Музейҙарға йөрөйҙәр, геройҙарыбыҙҙың тормошон, батырлыҡтарын өйрәнәләр, ҡала һәм республика кимәлендәге төрлө патриотик сараларҙа ҡатнашалар. Бындай кластар һәр яҡтан алдынғы булырға тейеш. Был - тормошсан проект.

Заманында кешеләрҙе коллективизм рухында тәрбиәләүгә ҙур иғтибар бүленде, хәҙер һәр кем үҙ мәнфәғәттәрен алғараҡ ҡуйып йәшәргә күнегеп китте. Шул уҡ Белорет компьютер мәктәбе етәксеһе Геннадий Хазанкин үҙе уйлап тапҡан "Вертикаль белем биреү" методикаһына ярашлы, олораҡ, алғараҡ киткән балаларҙы бәләкәйерәк класс уҡыусыларына шәхси етәксе итеп тәғәйенләп, уҡытыу-тәрбиә процесына йәлеп итә алды. Уҡыусыларҙы үҙҙәре өсөн генә түгел, коллектив өсөн дә яуаплылыҡ тойоп йәшәргә өйрәтеп буламы?

Сулпан Уйылданова:
Гимназиябыҙҙа өлкән класс уҡыусылары үҙ теләктәре менән "Осҡон" тип аталған ойошмаға инә ала. Уларҙың лидерлыҡ сифаттары ла һәйбәт үҫешкән. Улар ҙа бәләкәйерәктәрҙе үҙҙәр белгән байтаҡ ҡына нәмәләргә, мәҫәлән, юл ҡағиҙәләрен нисек үтәргә, янғындан һаҡланыу сараларына өйрәтә. Элекке вожатыйҙар кеүек, тәнәфестәрҙә балаларҙы уйнаталар, уларҙы төрлө сараларҙа ҡатнашыуға әҙерләйҙәр.
Шәмсулла Хәбибрахманов: Беҙҙең лицейыбыҙҙа ла уҡыусыларҙың үҙидаралығына иғтибар ҙур. Һәр кем ғүмере буйына кешеләр менән эшләй, шуға күрә уҡыусыларҙы башҡалар менән дөрөҫ итеп идара итергә өйрәтеү файҙалы. Уҡытыусыларға, класс етәкселәренә төрлө сараларҙы ойошторғанда уҡыусыларҙың үҙҙәренең әүҙемлеге ныҡ булышлыҡ итә. Бәләкәй кластарҙа уҡығандар өсөн үҙидара эшен алып барыусы өлкәндәр һәйбәт өлгө булып тора.

Киләсәктә һеҙҙең мәктәпте тамамлап сығыусылар араһында Башҡортостан, Рәсәй кимәлендә танылыу табасаҡ ҙур шәхестәр булырына өмөт итеп буламы?

Шәмсулла Хәбибрахманов:
Шәхсән уҡыусыларыбыҙҙы үҙебеҙҙең балаларға, ейәндәргә тиңләйем. Тормоштарындағы яҡшы ҡаҙаныштары тураһында ишетһәм, ихлас ҡыуанам. Элекке уҡыусыларыбыҙҙың һорауҙары килеп сыҡһа, беҙгә мөрәжәғәт итәләр, мөмкин булғанса ярҙам итәбеҙ. Киләсәктә уңыш ҡаҙанғандар үҙҙәренең тыуған мәктәбен тамамлағандарға туғандарса ярҙам итешһендәр, уларҙы ла күтәрмәләһендәр ине тип уйланғаным бар. "Йәш эшҡыуарҙар"ыбыҙ араһынан киләсәктә миллионерҙар үҫеп сығып, шуларҙың йөҙләбенең һәр береһе үҙ мәктәбенә берәр миллион аҡса күсерә ҡалһа, лицейыбыҙҙың даны бар донъяға таралыр ине, тип хыялланам. Сулпан Уйылданова: Киләсәктә лә уҡыусыларыбыҙ араһынан бар яҡтан уңышлы шәхестәр үҫеп сығасағына һис бер шик юҡ. Һәләтле балалар күп бит, теүәл һәм гуманитар фәндәр өлкәһендә, технологияларҙа, спортта, сәнғәттә, әҙәбиәттә һәм башҡа өлкәләрҙә ҙур шәхестәребеҙ буласағына ышанабыҙ.

Шулай итеп...
Педагог һәм табип һөнәрҙәрен иң мәрхәмәтле эшмәкәрлеккә тиңләйҙәр. Ни эшләп шулай булмаһын ти: улар балаларға, кешеләргә үҙ йөрәктәрен биреп йәшәүселәрҙән бит!

Вәлиәхмәт БӘҘРЕТДИНОВ әңгәмә ҡорҙо.
"Киске Өфө" гәзите, №14, 10 - 16 апрель 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 09.04.26 | Ҡаралған: 28

Киске Өфө
 

Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! ПР905 индекслы "Киске Өфө" гәзитенә республика ҡалалары һәм райондарының бөтә почта бүлексәләрендә лә 2026 йылдың икенсе ярты йыллығына 1124 һум 40 тингә яҙыла алаһығыҙ. Әйткәндәй, ике кешегә (562 һум 20 тин), өс кешегә (374 һум 80 тин) бер дана гәзит алдырыу ҙа хуплана. Һәр ваҡыттағыса, гәзиткә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәрҙең кемдәрелер матур башҡорт китаптары менән бүләкләнер.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru