«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Был көндәрҙә ҡала халҡы ла, ауылдыҡылар ҙа үҙҙәренең шәхси баҡсаһында эш башларға әҙерләнә. Баҡсағыҙҙан алған уңыш ниндәй дәрәжәлә матди хәлегеҙҙе еңеләйтә?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

"БЕР ҠАПҠАҒА" УЙНАУ
+  - 

РФ Президенты Владимир Путиндың 11-12 апрелдә Пасха уңайы менән тынлыҡ иғлан итеүенә ҡарамаҫтан, Украина Ҡораллы көстәре уны аңлы һәм тупаҫ рәүештә боҙоп, Херсон, Курск, Белгород өлкәләрендә йәшәүсе тыныс халыҡҡа тоҫҡап, артиллерия уты асты, ә Рәсәйҙең башҡа төбәктәренә, көндәгесә, дрондар осороуын дауам итте.

Был көндө Рәсәй Һауа һөжүменә ҡаршы оборона көстәре илдең ете субъекты һауа киңлегендә 99 шартлатҡыс дошман аппаратын бәреп төшөрҙө. Артабан Украина Ҡораллы көстәре агрессияһына яуап рәүешендә Рәсәй ғәскәрҙәре Украинаның ете өлкәһендәге хәрби һәм сәнәғәт объекттарын утҡа тотто. Уттың иң ҡыҙыуы Одессаға тура килде. Ундағы хәрби маҡсаттарҙа файҙаланылыусы порттарға, "Одескабель", Днепропетровск өлкәһендә "Степовая" шахтаһы биләмәһендәге стратегик мөһим подстанция, шулай уҡ Харьков өлкәһендәге Лозовой локомотив депоһының ҙур ремонт цехы беҙҙең "Герань" дрондары һөжүменә эләкте.
Пасха байрамы алдынан шулай ҙа бер һөйөнөслө хәбәр килеп етте: Киев режимы контроллегендәге территорияла әсирлектә булған 175 яугир, шулай уҡ ғәҙелһеҙ рәүештә пленда яфа сиккән һуңғы ете Курск гражданы Рәсәйгә ҡайтарылды. Алмаш-тилмәш рәүешендә Украинаға ла 175 боевик ҡайтарылды. Әлеге ваҡытта плендан азат ителгән яугирҙар Мәскәүҙә РФ Оборона министрлығының медицина учреждениеларында дауалана. Ике яҡлы әсирҙәр менән алмашыу барышында Рәсәйгә Берләшкән Ғәрәп Әмираттары аралашсы булараҡ ярҙам күрһәтте.
Халыҡ-ара хәлдәргә килгәндә, донъя иғтибары Иран конфликтына төбәлгән. 12 апрелдә Пакистандың Исламабад ҡалаһында Иран менән АҠШ араһында һөйләшеүҙәр булып үтте. Иран талап иткәнсә, АҠШ яғы делегацияһына Трамптың яҡын ярҙамсылары араһында һуғышҡа ҡаршы ҡараштары менән билдәле вице-президент Джей Ди Вэнс етәкселек итте, ләкин, 14 сәғәткә һуҙылған һөйләшеүҙәр барыбер уртаҡ ҡарарға килергә ярҙам итмәне. Тегеран Вашингтондың ҡайһы бер дипломатик сиктәрҙе аша атлаған һәм үҙ мәнфәғәтен ҡайғыртҡан шарттарын ҡабул итеүҙән баш тартты.
Һөйләшеүҙәр барышында Ҡушма Штаттар Иранға 10 пункттан торған талаптарын белдергәйне. Шуларҙың төп шарттары булараҡ, Ирандың байытылған уран запастарына дәғүә итеп, уны илдән сығарыу, Ормуз боғаҙына америка контроллеге һәм үҙ танкерҙарын бушлай үткәреү мәсьәләләре төп урынға ҡуйылды. Тәбиғи, Тегеран Вашингтондың бындай "бер ҡапҡаға" уйнаусы шарттарын ҡабул итә алмаһа ла, киләсәктә АҠШ-тың был йәһәттән үҙ курсын үҙгәртеүенә өмөтләнә һәм конфликтты хәл итеү буйынса эште дауам итергә әҙер булыуын белдерә. Иран яғының шарттары исемлегенә Ормуз боғаҙын үҙ ҡарамағында ҡалдырыу, ил активтарына тыйыуҙы юҡҡа сығарыу, тыныс шарттарҙа файҙаланыу өсөн милли ядро программаһын үҫтереү, тотош төбәк буйынса Иранға утты туҡтатыу һәм АҠШ менән Израиль уты аҫтында емереклеккә әйләнгән юғалтыуҙар өсөн түләү (репарация) талаптары индерелгәйне. Шуныһы ғәжәп: Америка яғы был талаптарҙың үтә ҡәтғи булыуын белдерә һәм уны ҡабул итеүҙе үҙҙәренең еңелеүен таныуға бәрәбәр тип иҫәпләй. Әлеге ваҡытта Трамп Ормуз боғаҙын блокадалау ниәте хаҡында белдерә.
Һөйләшеүҙәр алдынан уҡ Иран үҙенең союздашы Ливанға ("Хезболла" төркөмө) утты туҡтатыуҙы талап иткәйне, ләкин ошо хаҡта Трамптың Нетаньяхуны тыйыуына ҡарамаҫтан, Израиль быны ҡолағына ла элмәне, ә АҠШ - Иран һөйләшеүҙәрен нисек тә булһа өҙөү маҡсатын алға ҡуйҙы һәм Ливанға һөжүмде дауам итте. Һөҙөмтәлә 2 марттан алып был илдә 2 меңдән ашыу кеше һәләк булған, 6 мең ярымдан ашыуы йәрәхәттәр алған.
Венгрияла 12 апрелдә булып үткән парламент һайлауҙарында күпселек тауыш менән еңгән "Тиса" оппозиция партияһы лидеры, евродепутат Петер Мадьяр еңеп сыҡты. Уның власҡа килеүенә һайлауҙар барышына Евросоюздың әүҙем ҡыҫылышы һәм, әгәр Виктор Орбан посын һаҡлап ҡалһа, Венгрияның Евросоюздан "ҡыуылыу ихтималлығы" тураһында имеш-мимеш таратыуҙар булышлыҡ итте, тип яҙа сәйәси күҙәтеүселәр. Мадьяр Евросоюздың Украинаға ҡорал һатып алыу өсөн тәғәйенләнгән, ләкин туҡтатылып торған 90 млрд евроны Киев режимына тапшырыу һәм Рәсәйҙән углеводородтар һатып алыуҙан баш тартыу тураһында сығыш яһай. Билдәле бизнесмен Илон Маск Венгрияның парламент һайлауҙарында оппозиция партияһының еңеүен билдәле финансист, сығышы менән венгр Джордж Сорос ойошмаһы (Рәсәйҙә тыйылған) менән бәйләүен белдерә.

Фәүзиә ИҘЕЛБАЕВА.
"Киске Өфө" гәзите, №15, 17 - 23 апрель 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 21.04.26 | Ҡаралған: 19

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! ПР905 индекслы "Киске Өфө" гәзитенә республика ҡалалары һәм райондарының бөтә почта бүлексәләрендә лә 2026 йылдың икенсе ярты йыллығына 1124 һум 40 тингә яҙыла алаһығыҙ. Әйткәндәй, ике кешегә (562 һум 20 тин), өс кешегә (374 һум 80 тин) бер дана гәзит алдырыу ҙа хуплана. Һәр ваҡыттағыса, гәзиткә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәрҙең кемдәрелер матур башҡорт китаптары менән бүләкләнер.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru