«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Был көндәрҙә ҡала халҡы ла, ауылдыҡылар ҙа үҙҙәренең шәхси баҡсаһында эш башларға әҙерләнә. Баҡсағыҙҙан алған уңыш ниндәй дәрәжәлә матди хәлегеҙҙе еңеләйтә?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
 
БЕРӘҮГӘ – ХАРАМ ИКЕНСЕГӘ - ТАП-ТАМАНМЫ?
+  - 


Илдә ҡырағай капитализм ныҡлы аяҡҡа баҫып, халыҡтың тормош-көнкүреше тамам мөшкөлләнгән, аҡса урынына бартер өҫтөнлөк иткән бер заманда Мәләүез ҡалаһының үҙәк майҙанындағы йәрминкәгә сыҡтым. Кибеттәр ҙә үҙ нөктәләрен асҡан, палаткаларҙа эшҡыуарҙар үҙ тауарҙарын маҡтап һата. Ит, йәшелсә, емеш-еләк тәҡдим итәләр.

Бер урында һыу буйы сират теҙелгән. Тауыҡ йомортҡаһы һаталар икән. Үҙе сифатлы, үҙе арзан, тип маҡтайҙар. Мин дә сиратҡа баҫтым. Оҙаҡламай таныш тауышлы берәү миңә өндәште: "Ағай, кил бында!" Ҡараһам, эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеүсе ике туған ҡустым булып сыҡты. Килен дә шул тирәлә. Былар ҙур машиналағы йомортҡаларҙы Силәбе яҡтарындағы бер фабриканан алып ҡайтҡандар икән. Эргәләренә килһәм, ҡулымдағы пакетымды тартып тигәндәй алдылар ҙа, ҡырҡлап йомортҡа тултырып, кире үҙемә тотторҙолар. Аҡса бирергә маташһам да, баш тарттылар. "Һиңә һатып биреп тормайбыҙ инде, еңгәгә күстәнәс булыр", - тип ебәрҙеләр.
Рәхмәтемде әйтеп, ары киттем. Күңелде уңайһыҙлыҡ тойғоһо көйҙөрә, әйтерһең дә, кемдеңдер ҡулынан талап, йолҡоп алғанмын. Ҡыҫҡаһы, ҡулымдағы пакетым харам йөк һымаҡ, уғрылыҡ юлында йөрөүсе бәндә хәлендәмен.
Бер сыҡҡанда йомоштарҙы йомошлап ҡайтайым тип, баҙарға юл тоттом. Ял көнө булғас, бында ла сауҙа гөрләп тора. Ике ир машинанан көнбағыш һата. Бындай ризыҡҡа минең күптән күҙ төшә. Сиратҡа баҫыуым булды, машина бортынан тағы берәү тауыш бирҙе: "Сәләм, синыфташ! Ниңә аптырап, икеләнеп тораһың? Килтер пакетыңды!" Быныһы "Дружба" колхозында эшләүсе ауылдашым Илфат. Ҡарышып ҡараһам да, ай-вайыма ҡуймай, "һә" тигәнсе пакетыма көнбағыш тултырып та бирҙе. Түләү тураһында һүҙ сығарһам да, теге ҡусты һымаҡ, баш тартты. "Китсе әле, юҡты һөйләмә, күрмәйһеңме ни - машина шыплап тулған. Һинең ул көнбағышың диңгеҙҙәге бер тамсы ғына", - тип ҡуйҙы.
Ауылдашымдың йомартлығына һоҡланып, өйгә табан йүнәлдем. Тик шул баяғы хис күңелде өтә. Әйтерһең дә, йәшәү рәүешемә туры килмәгән хилафлыҡ эшләп, яманат ҡылып, харам ризыҡ йыйып йөрөйөм. Борсоулы уйҙар менән ҡайтып инһәм, ҡатыным мине көтөп тора: "Икмәк бөткән, кибеткә генә барып әйлән әле", - ти.
Һуҡыр бер тин дә сығармайынса, пакеттарымды тултырыу мажараларын ҡатыныма һөйләп тормайынса, юл аша ғына урынлашҡан кибеткә ашыҡтым. Китеп барам, кеҫәләремде ҡапшайым - аҡса урынында, кәмемәгән. Һәйбәт булды әле, ғаиләгә бушҡа күпме ризыҡ ҡайтты, тигән гонаһлы уйҙар ҙа кереп ҡуя күңелгә.
Кибет тупһаһына менеп килгәндә ҡарлыҡҡан тауышлы берәү исемем менән өндәште. Боролоп ҡараһам, байтаҡ йылдар аралашып йәшәгән танышым Зариф ҡорҙаш икән. Кейеме шаҡтай таушалған, күптән ҡырынмаған. Күренеп тора: һалмыштар сиренә дусар булыу ғына түгел, халыҡ әйтмешләй, "глубокий запой"ға киткән.
- Юнир, шул тиклем ныҡ ауырыйым, үләм бит инде. Зинһар бер ярты ғына алып бир әле, - тип ялбара был. - Ана, туғыҙ ҡатлы йорт алдындағы кибеттә һаталар...
Нимә тип әйтәһең, әлеге шул берҡатлылыҡ, кешелеклелек, мәрхәмәтлелек ғәләмәте. Йәш тулған күҙҙәре менән мөлдөрәп ҡарап торғас, күңелең нисек иремәҫ! Икмәккә лә кереп тормаҫтан, араҡы юллап йүгерҙем. Етмәһә, теге "ауырыу" артымдан ҡысҡыра:
- Дуҫ, ҡара әле, шунда тағы бер шешә һәйбәт кенә һыра ла эләктерсе. Сыразы ҡатыһын йотһам, йә үлеп ҡуйырмын тип ҡурҡам. Йомшағырағынан башлаһам, лутсы булыр...
Алып килеп тотторҙом теге ике шешәне. Һорап алған күстәнәсен ҡуйынына тыҡты ла, аһылдап, өйөнә табан йүгерҙе был. Рәхмәт әйтеү ҡайҙан уйына кереп сыҡһын!
Ә мин ҡулымды кеҫәгә тығып, көмөштәремде барлайым, усҡа һалам. Йәрминкәлә, баҙарҙа миңә тауар һатыусыла тороп ҡалырға тейешле, уларҙың өлөшөнә тәғәйен һумдарҙан ни бары икмәклек һәм һөтлөк кенә аҡса ҡалған...
...Эйе, совет йәмғиәте беҙҙе, бөгөн 60-70 йәше менән барыусы быуынды ла, атеист итеп тәрбиәләне һәм үҫтерҙе, шул ҡанундар менән йәшәтте. Тик беҙ атай-әсәйҙәребеҙҙән, бигерәк тә олатай-өләсәйҙәребеҙҙән тәбиғәттә һәммәбеҙ менән идара итеүсе, йәшәйешебеҙгә, тормошобоҙға, холоҡ-ғәҙәттәребеҙгә ҡағылышлы ниндәйҙер бер илаһи көс бар тигән төшөнсәне, ҡарашты барыбер күңелебеҙгә һеңдереп үҫтек. Һәр ҡайһыбыҙ ҙа уға мөкиббән китеп, фанат хәленә етеп йәшәне, тигән уйҙан йыраҡмын, тик ул тойғонан күпселегебеҙ мәхрүм дә түгел.
Һүҙемде ниңә шундыйыраҡ юҫыҡҡа борҙом әле? Гәзит уҡыусы сәбәбен аңлайҙыр, моғайын. Ниңәлер, мине аптыратыу, ғәжәпләндереү генә түгел, бер аҙ шаҡ ҡатырған күренеш, хәл дә, беҙ белмәгән-күрмәгән, хатта тоймаған илаһи бер көскә барып бәйләнгән кеүек булды. Шулай тимәй ни! Тырнаҡ осонда ғына кеше өлөшөнә (бер кешене лә талап, бер нәмәне лә урлап алманым бит!) кереүемде лә хәләл түгелгә, оло харамға иҫәпләп, ярты сәғәт эсендә әлеге илаһи көс (шулай тип уйлайыҡ) уң ҡулы менән биргәнде һул ҡулы менән тартып алып, сираттағы эскесене, уның ғәмәлен хуплап, ике шешә хәмер (харам ризыҡ бит) рәүешендә тоттороп ебәрмәҫ, күңелен күрмәҫ ине.
Уйлай китһәң, ысынлап та, ғәжәп. Бик күп михнәттәр, нужалар күреп үҫкән саҡтарҙа ла, һигеҙ балалы ғаиләбеҙгә һис ҡасан харам кермәне, уға нигеҙ булманы. Шуға ла, халыҡ әйтмешләй, уның беҙгә, нәҫелгә төртөргә бер ҙә урыны юҡ, тигән ҡараштамын. Ә, бәлки, киреһенсә, Аллаһ Тәғәләнең, сәбәбе сыҡҡанда, харамдың үтә яман, ярлыҡамаҫлыҡ ғәмәл икәнлеген тағы иҫкәртеп, нәҫел-нәсәбегеҙ, тоҡом-затығыҙ, ғаиләгеҙ һис ҡасан был аламалыҡты ғәҙәт итеп алмаған, харамлашып ғүмер итмәгән, донъя көтмәгән, ул һеҙгә килешмәй, файҙа килтермәй, ғүмергә бәрәкәт, муллыҡ булып йоҡмай, тип ҡәтғи киҫәтеүелер? Ихтыярһыҙҙан шундайыраҡ уйҙарға тарыйһың.
Тағы бер нимә тураһында өҫтәйем. Ошо көндән һуң күңел түрендә үкенеслерәк, йөрәкте һыҡратып торған бәхәсле һорауҙар ҙа ҡалды. Аллаһ Тәғәлә барыһын да күреп-белеп, ишетеп-тойоп тора икән, ниңә кешеләргә, йәғни үҙ ҡолдарына тигеҙ ҡарамай, ғәҙел баһаламай икән? Ни өсөн ул ғаилә, туған-тыумаса, дуҫ-иш кенә түгел, ил, дәүләт, йәмғиәт дәрәжәһендәге мутлашыуҙарға, урлашыуҙарға, харамлашыуҙарға, күрәләтә ил ҡаҙнаһын һурыусыларға фәҡәт бер ҡуллы ғына булып ҡала икән? Йәғни, халыҡ әйтмешләй, бурлыҡ юлында йөрөүселәргә тауҙай итеп өйөп бирә лә, хәтерен юйып, кире тартып алырға онота ла ҡуя! Ғәҙеллеккә табынған, инанған әҙәми затҡа был сәйер ҡараш-мөнәсәбәтте, бар, аңлатып ҡара! Илаһи көстө иң ғәҙел баһалаусы тип фараз итһәк, фекерҙәребеҙ һис тә берегеп етмәгән һымаҡ...
Ҡайһы саҡ башҡасараҡ уйға ла тарыйһың. Әллә, мин әйтәм, Хоҙай әлеге самаһыҙ харамлашыусы бәндәләргә, мин әле икенсе ҡулым менән һеҙҙән тартып алмайым, мин һинән һуң киләсәк быуының - балаларың, ейәндәрең өлөшөнә күберәк керәсәкмен, ҡарғышты, хафаны, михнәтте, бәлә-ҡазаларҙы, фажиғәләрҙе уларға күберәк ебәреп, донъя ҡыуаныстарынан, бәхетенән, мөлкәтенән мәхрүм итәсәкмен, тигәнерәк шарт ҡуямы икән? Бәлки, ысынлап та, һин шуны белеп тор - яза барыбер килер, ҡасып ҡотола алмаясаҡһың, ярлыҡау көтмә, өмөт итмә, тип әйтергә теләүелер!
Эйе, беҙгә былары ҡараңғы. Иманға инанып, ғәҙеллек юлында йөрөүсе кешеләр һис юғы шуға өмөтләнә. Тик өмөтөң һүрелмәүе, ышаныстың аҡланыуы ғына мотлаҡ.

Юнир КИНЙӘБАЕВ.
"Киске Өфө" гәзите, №15, 17 - 23 апрель 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 21.04.26 | Ҡаралған: 23

Киске Өфө
 

Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! ПР905 индекслы "Киске Өфө" гәзитенә республика ҡалалары һәм райондарының бөтә почта бүлексәләрендә лә 2026 йылдың икенсе ярты йыллығына 1124 һум 40 тингә яҙыла алаһығыҙ. Әйткәндәй, ике кешегә (562 һум 20 тин), өс кешегә (374 һум 80 тин) бер дана гәзит алдырыу ҙа хуплана. Һәр ваҡыттағыса, гәзиткә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәрҙең кемдәрелер матур башҡорт китаптары менән бүләкләнер.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru