«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Был көндәрҙә ҡала халҡы ла, ауылдыҡылар ҙа үҙҙәренең шәхси баҡсаһында эш башларға әҙерләнә. Баҡсағыҙҙан алған уңыш ниндәй дәрәжәлә матди хәлегеҙҙе еңеләйтә?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

УРМАН БАШҠОРТТАРЫНА СӘЙӘХӘТ
+  - 

XIX быуат аҙағында - XX быуат башында йәшәгән рус табибы, медицина докторы Дмитрий Петрович НИКОЛЬСКИЙ 1899 йылда Санкт-Петербургта баҫылып сыҡҡан "Башкиры. Этнографическое и санитарно-антропологическое исследование" тип исемләнгән үтә ҡыҙыҡлы китап авторы булараҡ билдәле. Унан башҡа Д.П. Никольский 1895 йылда "Землеведение" ғилми журналында "Из поездки к лесным башкирам" тигән этнографик мәҡәлә баҫтыра. Был мәҡәләлә Архангел заводы, Тирәкле, Уҫманғәле, Инйәр ауылдары һәм Көньяҡ Уралдың башҡа урындары иҫкә алына. Автор урындағы башҡорттарҙың көнкүреше һәм йәшәү рәүеше, ялан һәм урман зоналары башҡорттары араһындағы айырмалыҡтар хаҡында ла бәйән итә.
Ирҙәре йәрәшелгән ҡатын-ҡыҙҙың хужалыҡ эштәрен яҡшы итеп алып бара алмауы (икмәк бешереү, кер йыуыу, самауыр ҡуйыу һ.б.) айҡанлы дәғүә белдәргән хәлдә лә, был яҡтарҙа йәшәүсе башҡорттар араһында айырылышыу һирәк осрай. Ирҙәр айырылышырға теләүҙәре хаҡында муллаға белдерә, ул ике йә иһә өс шаһит алдында ошоно кенәгәгә теркәп ҡуя. Башҡорттарҙың ҡатындарына мөнәсәбәте хаҡында әйткәндә, быны гуманлы тип нарыҡларға була; ҡатын-ҡыҙҙарҙың буйһоноулы хәлдә булыуына, бар нәмәне лә бер һүҙһеҙ ҡабул итеүенә ҡарамаҫтан, башҡорт үҙенең ҡатыны менән йомшаҡ мөғәмәлә итә һәм бер ҡасан да ҡул тейҙермәй тиерлек. Ғаилә тормошонда атай кеше баш кеше булып тора. Балаларҙың барыһы ла аталарына буйһона. Аталары вафат булғандан һуң, балиғ булған балалары булған хәлдә лә, ғаиләгә уның ҡатыны баш булып ҡала. Ғаиләләрҙә матди яҡтан бүленеш һирәк; улар бының иҡтисади яҡтан бар ғаиләгә лә, айырылып сығыусыға ла файҙалы булмауын бик яҡшы аңлай.
Башҡорт балаларына ҡарата яғымлы мөнәсәбәттә - беҙ уларҙың балаларын туҡмағанын күрмәнек. 3-4 йәшкә тиклем бала тулыһынса әсәһенең ҡарамағында була, ул уны ҡарап, тәрбиәләп үҫтерә; был йәштә атай кеше бала тәрбиәләү эшендә ҡатнашмай тиерлек; 4-5 йәштән башҡорт малайы тулыһынса атаһы ҡарамағына күсә, уныһы иң тәүҙә улын һыбай йөрөргә өйрәтә, һәм, ысынлап та, беҙ йыш ҡына бәләкәс кенә сабыйҙарҙың атта һыбай йөрөгәндәрен күрә инек. Урман башҡорттарының әхлаҡи яғына килгәндә, үҙебеҙҙең күҙәтеүҙәребеҙгә таянып, уларҙың Урал аръяғы, дала башҡорттарына ҡарағанда өҫтөнөрәк булыуы хаҡында әйтә алабыҙ. Урман башҡорто ҡунаҡсыл, ярҙамсыл, нимәгәлер өмөт итеп, ярамһаҡланмай. Һуңғы ваҡыттарҙа башҡорттар араһында ҡомһоҙлоҡ, алдашыу һ.б. шундай алама сифаттар үҫешә башлаған икән, былар рустарҙан, башлыса, үҙҙәренә эш итергә тура килгән сауҙагәрҙәрҙән отоп алынған. Бында ат урлау хаҡында ишетелмәй тиерлек, был, йәнәһе, рус ауылдарына яҡын ерҙәрҙә ат урларлыҡ мөмкинлек һәм урланғанды һатып ебәреү урыны булмауы менән аңлатыла икән.
Бында башҡорттарҙың дини яғына ҡағылмайынса, уларҙың ҡайһы бер байрамдарын күрһәтеп үтәйек. Иң ҙур байрам ураҙа тамамланғас уҙғарыла. Ул өс көн буйына бара. Был байрам менән танышыу һәм уның нисек итеп уҙғарылыуын күреү маҡсатында тауҙар араһында юғалып тигәндәй ятҡан бер ауылға киттек. Ҡуйы урман араһынан саҡ ҡына һиҙелерлек һуҡмаҡ һалынған. Меңйәшәр гигант ҡарағайҙар үҙҙәренең ҡараңғы, мәңге йәшел остары менән тотош бер өйкөм булып күренә. Улар араһында урыны-урыны менән сал шыршылар һәм күк тирәктәр осрай. Юл йырын ҡырыйынан өҫкә табан бара, түбәндә шишмә сылтырап ағып ята. Тау түбәһенә менеп еткәс, унда яндырылып бөткән урман урынын һәм бары тик ағас төптәрен, ботаҡ-һатаҡ ҡына күрҙек, шунда туҡтап тороп, аттарҙы ял иттереп алырға булдыҡ. Тирә-яҡта үле тынлыҡ хөкөм һөрә.
Тауҙан түбән төшкәндә беҙгә бигүк асыҡ булмаған кеше тауыштары, эттәр өрөүе һәм ҡыңғырау тауыштары ишетелә башланы. Ҙур булмаған йылға һәм уның ашаһындағы урманды сығыуға тау түбәһендә һүрәттәге кеүек тәртипһеҙ рәүештә таралып ятҡан, түбәләре яртылаш емерек ҙур булмаған башҡорт ыҙмалары пәйҙә булды. Яҡындағы яланда күмәк халыҡ йыйылышҡан; ҡайһы урындарҙа усаҡтар тоҡандырылған, улар эргәһендә аш-һыуға әҙерләнәләр. Ялан уртаһында үрмәләп менер өсөн оҙон ҡолға ҡуйылған; унан йыраҡ түгел көрәш уҙғара торған махсус түңәрәккә урын ҡалдырылған. Шау-шыу, һөйләшкән тауыштар көсәйә барҙы, бигерәк тә балалар ныҡ шаулай ине. Бына ярыштар башланды, тәүҙә йүгереү иғлан ителде. Дистанция - 2 саҡрым, өлөшләтә урман, йырындар аша, бер саҡрым тирәһе генә тигеҙ урындан. Барса оло кешеләр йүгерҙе. Иң беренсе бағана янына йүгереп килеп етеүсе шундуҡ йығылды, ул көскә тын ала, йөҙө ныҡ ҡыҙарып киткән, күҙҙәрен ҡан баҫҡан. Уны ҡулдарынан тотоп алып, йөрөтә башланылар.

Бәҙри ӘХМӘТОВ тәржемәһе.
(Дауамы. Башы 3-10-сы, 13-14-се һандарҙа).

"Киске Өфө" гәзите, №15, 17 - 23 апрель 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 21.04.26 | Ҡаралған: 20

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! ПР905 индекслы "Киске Өфө" гәзитенә республика ҡалалары һәм райондарының бөтә почта бүлексәләрендә лә 2026 йылдың икенсе ярты йыллығына 1124 һум 40 тингә яҙыла алаһығыҙ. Әйткәндәй, ике кешегә (562 һум 20 тин), өс кешегә (374 һум 80 тин) бер дана гәзит алдырыу ҙа хуплана. Һәр ваҡыттағыса, гәзиткә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәрҙең кемдәрелер матур башҡорт китаптары менән бүләкләнер.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru