«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Был көндәрҙә ҡала халҡы ла, ауылдыҡылар ҙа үҙҙәренең шәхси баҡсаһында эш башларға әҙерләнә. Баҡсағыҙҙан алған уңыш ниндәй дәрәжәлә матди хәлегеҙҙе еңеләйтә?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
 
ТЕЛЕБЕҘҘЕ ФӘН ҺӘМ МӘҒАРИФ ҺАҠЛАЙ, ТИҘӘР БИЛДӘЛЕ ҒАЛИМӘ-МӨҒӘЛЛИМӘЛӘ
+  - 


Бөгөнгө әңгәмәбеҙҙә филология фәндәре докторы, профессор, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы факультеты деканы, Рәсәй Федерацияһы мәғариф өлкәһенең маҡтаулы хеҙмәткәре Ләйлә Миҙхәт ҡыҙы ХӨСӘЙЕНОВА һәм шул уҡ университет доценты, филология фәндәре кандидаты, БР-ҙың атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре Зөләйха Әхмәт ҡыҙы ХӘБИБУЛЛИНА ҡатнашты.

Башҡорт халҡының боронғолоғон хәҙер ғалимдар ҙа инҡар итмәй, эҙләнеүселәр, тикшеренеүселәр тарафынан байтаҡ мәҡәләләр яҙылған, фараздар ҙа етерлек. Иң кәмендә беҙҙең эраның тәүге быуаттарында уҡ үҙҙәрен башҡорт тип атаған ҡәүем булғандыр, тип фараз итергә була. Халҡыбыҙҙың төп 20 төрки ҡәүемдәре иҫәбенә инеүен XI быуаттың күренекле телсе ғалимы Мәхмүт Ҡашғари ҙа теркәп ҡалдырған. Боронғо ата-бабаларыбыҙ нисегерәк, ниндәй телдә аралашҡан икән, тигән үтә ҡыҙыҡлы һорау килеп тыуа.

Зөләйха Хәбибуллина:
Башҡорттар тураһындағы тәүге мәғлүмәттәрҙең береһе 922 йылда ғәрәп хәлифе илселеге сәркәтибе Ибн Фаҙлан яҙмаларында сағылыш таба. Был яҙмаларҙа башҡорттарҙың төрки халыҡтарынан булыуы хаҡында әйтелгән, әммә уларҙың теле, мәҙәниәте буйынса ентекле мәғлүмәттәр юҡ. Шул уҡ ваҡытта ата-бабаларыбыҙ үҙҙәрен башҡорт тип таныта алған. Билдәле булыуынса, айырым ҡәбиләләр берҙәм, бер атамалы халыҡ булып, бер нисә быуат дауамында формалаша. Тимәк, халҡыбыҙҙың килеп сығышын теүәл дата менән билдәләп булмаған хәлдә лә, уның күп быуатлыҡ тарихын инҡар итеп булмай. Телебеҙҙең лингвистик үҙенсәлектәрен анализлап, уның боронғолоғон да бер ни тиклем кимәлдә дәлилләй алабыҙ.

Үҙ ваҡытында күренекле этнолог Сергей Руденко башҡорттарҙың килеп сығышында бер нисә компонент булыуы хаҡында яҙа.

Зөләйха Хәбибуллина:
Ысынлап та, фәндә ошо мәсь-әлә буйынса өс төрлө ҡараш булыуы билдәле. Беренсеһе - башҡорттарҙа иран, икенсеһе - фин-уғыр, өсөнсөһө - төрки (алтай) компоненты. Башҡорттар составына ингән боронғо ҡәбиләләр Волганан алып Көнбайыш Себер йылғаларына тиклемге арауыҡты биләгән. Лингвистик эҙҙәр урындағы топонимдарҙа ла һаҡланып ҡалған. Ә географик атамаларҙың быуаттар дауамында үҙгәрешһеҙ ҡалыуын фән инҡар итмәй. Төрки нигеҙле топонимдарҙан башҡа, иран (мәҫәлән, мағаш, даръя, әшә, тәйрүк элементлы һүҙҙәр), фин-уғыр (шар һүҙе ингән атамалар, Ваныш, Юрмаш, Вараш һ.б. гидронимдар) сығышлы географик атамалар байтаҡ беҙҙә. Тарихсылар фекеренсә, Көньяҡ Уралды төрлө эпохаларҙа төйәк иткән мәҙәниәттәр араһында тығыҙ бәйләнеш булған, әммә уларҙың ниндәй телдә аралашыуын аныҡ итеп билдәләү мөмкин түгел. Икенсе яҡтан, тарихсыларыбыҙ бында таш быуатынан бирле йәшәгән ҡәүемдәр мәҙәниәтенең формалашып килеүсе башҡорт халҡына йоғонтоһо булыуын раҫланы. Шүлгәнташ мәмерйәһендәге палеолит осоронда йәшәүселәрҙән ҡалған һүрәттәрҙең халҡыбыҙҙың Урал батыр эпосы менән бәйләнешле булыуы, башҡорт эпосы һәм боронғо шумерҙарҙың Гилгәмеш хаҡындағы эпосы араһындағы оҡшашлыҡ халҡыбыҙҙың боронғолоғона ишара.
Беҙҙең эраның тәүге быуаттарында Көньяҡ Уралға һун (ҡытайҙарҙа - хунну) ҡәүемдәре үтеп инә, уларҙың төрки телле булыуы, урындағы фин-уғыр халыҡтары менән ҡушылыуы хаҡында мәғлүмәттәр бар. Күрәһең, тап шул осорҙан башлап бында төрки телле ҡәүемдәр хасил була. Тарихсыбыҙ Айбулат Псәнчин урта быуаттарға ҡараған Европа карталарында Башҡорт ҡалаһы булыуы хаҡында яҙып сыҡты. Башҡорт телендә сармат, савромат (ә улар иран телле тип һанала) ҡәүемдәре, шулай уҡ фин-уғыр халыҡтары телдәрендә булған лексик берәмектәр байтаҡ. Венгр тюркологы, башҡорт телен бик яҡшы белгән Йожеф Торма беҙҙең ғалимәбеҙ Фирҙәүес Хисамитдинова менән венгр һәм башҡорт телдәрендә уртаҡ лексик берәмектәр булыуы хаҡында яҙып сыҡҡайны.

Башҡорт халҡының көнкүрешендә тамға ҡулланыу бик борондан ҡалған күренеш, тип әйтеп була. Күрәһең, беҙҙең боронғо ата-бабаларыбыҙ ҡасандыр руна яҙмаһын белгәндер, әммә күп быуаттар үтеүгә, онотолоуға дусар ителгәндер, тип фараз итергә була.

Ләйлә Хөсәйенова:
Ысынлап та, академик Ғайса Батыргәрәй улы Хөсәйенов руна алфавитындағы 18 хәрефтең башҡорт тамғаларына бермә-бер тап килеүен асыҡлағайны. Башҡорт ырыуҙарының үҙҙәренә генә хас тамғалары булған кеүек, ғаилә-нәҫелде, айырым шәхесте белдергән тамғалар булыуын беләбеҙ. Йыш ҡына русса яҙылған документтарға ҡул ҡуйыусылар үҙ тамғалары менән имза һалғандар. Күрәһең, бындай тамғалар ғаиләнән ғаиләгә, быуындан быуынға тапшырылып, һаҡланып ҡалған.

Халыҡтар тарихы бик ҡатмарлы, төрлө сәйәси-социаль һәләкәттәр, яулап алыу һуғыштары, бер тарафтан икенсе яҡтарға күсеп китергә дусар ителеү мәҙәни традицияның өҙөлөүенә, тора-бара уны бөтөнләйе менән юғалтыуға килтерә. Руна яҙмаһы ла шулай онотолғандыр, күрәһең...

Зөләйха Хәбибуллина:
Башҡорттар ғына түгел, башҡа халыҡтар ҙа руна яҙмаһын юғалта. Беҙгә билдәле Орхон-Енисей руна яҙмаларын тәүҙә бер кем дә уҡый алмаған. Дания лингвисы Вилгельм Томсен 1893 йылда яҙмаларҙың хәрефтәрен асыҡлауға өлгәшә һәм уларҙың боронғо төрки телендә яҙылғанын раҫлай. Орхон йылғаһы - Монголия, Енисей Себер территорияһы буйлап аға, унда күп быуаттар элегерәк төрки сығышлы халыҡтар йәшәүе билдәле була. Тимәк, В. Томсен ташъяҙма хәрефтәренең шифрын төрки теле аша асыҡлап буласағын алдан уҡ тоҫмаллағандыр.
Ләйлә Хөсәйенова: Руна алфавитын урта быуаттарҙа Европа халыҡтары ла ҡулланған, гот руналары, скандинавия халыҡтарына ҡараған яҙмалар билдәле. Шуға күрә немецтар руна яҙмаларын үҙҙәренеке, тип иҫәпләй, Швеция, Дания ғалимдары үҙ яғына тарта. Әммә улар Орхон-Енисей яҙмаһын уҡый алыу мөмкинлеген бирмәй.
Зөләйха Хәбибуллина: В. Томсен үҙенең тикшеренеүҙәренең нигеҙе итеп төрки сингармонизмын, йәғни бер һүҙҙәрҙә тик ҡалын, икенселәрендә нәҙек һуҙынҡыларҙың ҡулланылыу принцибын ала. Орхон яҙмаларын тикшереүсе Рәсәй ғалимы В. В. Радлов та был эштә ҡатнаша, 38 билдәнең 11-ен асыҡлауға өлгәшә. Һуңынан ул Орхон-Енисей яҙмаларын тулыһынса транскрипциялап, уның руссаға тәржемәһен баҫтыра. Нимәһе үкенесле, үҙебеҙҙең Башҡортостанда ла руна билдәләренә оҡшаш яҙмалары булған таштар табылған Учалы, Ейәнсура һәм башҡа райондарҙа, әммә әлегә уларҙағы яҙыуҙарҙы уҡыу алымы табылмаған. Башҡортостанда табылған руна яҙмаларының хәреф-билдәләре Себер-Алтай яҡтарындағы яҙмаларҙыҡына тура килмәй.
Ғалимдарҙы Саҡмағош районының Ҡалмаш ауылы янында табылған ҡәбер ташы ла ҡыҙыҡһындыра: ул өҫкө яғынан аҫҡа тиклем руна билдәләре менән сыбарланған, өҫтәүенә, ғәрәп хәрефтәре менән яҙылғаны Буға улы Күкләргә бағышланған, тип уҡыла. Һуңғы яҙма һижри буйынса 747 йылға (1346-1347 йылдар) ҡарай. Күренекле төркиәтсе Эрнст Ишбирҙин фаразынса, бында ниндәйҙер бер хан дәрәжәһендәге кеше ерләнгән булып, ҡәбер ташына төрлө ырыу вәкилдәре үҙ тамғаларын һалып ҡалдырған булыуы бар. Әгәр шулай булһа, буш ҡалған урындар күп булыр ине. Иғтибарлабыраҡ ҡараһаң, тамғаларҙың бер рәткә теҙелеп яҙылышынан бында айырым һүҙҙәр, һөйләмдәр булыуын тойомларға була.
Ләйлә Хөсәйенова: Күл Тегинға бағышланған ташъяҙмала ла хәреф-билдәләр шул рәүешле, бер рәткә тигеҙ генә итеп яҙылған. Беҙҙә табылған яҙмаларҙы тикшереүселәр бар ул, әммә уларҙа ниҙәр яҙылғанын ышаныслы итеп асыҡлау ысулы табылмаған әле. Ваҡыты еткәс, ошо серле яҙмаларҙы уҡый алыусы мотлаҡ табылыр, тип ышанайыҡ.

Боронғо башҡорттарҙа руна яҙмаһы булғанмы-юҡмы, әлегә был билдәһеҙ ҡала. Әммә заманында революцияға, йәғни XX быуат баштарына тиклем уларҙың яҙмаһы бөтөнләй булмаған, тигән фекер ҙә киң таралғайны бит...

Ләйлә Хөсәйенова:
Һәр бер халыҡтың үҙенә генә хас яҙма теле булмауы ла бар. Шул уҡ ваҡытта бер юлы бер нисә халыҡ ҡулланған яҙма телдәр була. Был тәбиғи, сөнки ярым күсмә тормошта йәшәгән башҡорттар үҙҙәренә генә хас яҙма булдырыуҙы маҡсат итеп ҡуймай. Уларҙың ныҡ үҫешкән аралашыу теле була, халыҡтың ауыҙ-тел ижады ла яҙмаларҙа түгел, халыҡ хәтерендә һаҡлана.
Әүәл башҡорттарҙың яҙма теле булмаған, тигән фекер ысынбарлыҡҡа тап килмәй: быға Батыршаның батшаға яҙған хаты, Салауат батырҙың яҙма өндәмәләре кеүек тарихи документтар дәлил. Тап ошо яҙма телдә ошо осорға ҡараған байтаҡ ҡына документтар, тарихи яҙмалар, мәсеттәрҙә алып барылған теркәү ҡағыҙҙары хәҙергә тиклем ҡиммәтле тарихи сығанаҡ булараҡ үтә әһәмиәтле. Ә унан да алдараҡ һәр ырыуҙың, һәр нәҫелдең шәжәрәләре яҙылып ҡалдырылғанын да иҫәпкә алырға кәрәк.

Революцияға тиклемге тарихи сығанаҡтарҙа башҡорттарҙың Рәсәй империяһы халыҡтары араһында ярайһы уҡ уҡымышлы, грамоталы халыҡ булыуы хаҡында мәғлүмәттәр бар. Тәүҙә айырым муллалар балаларға һабаҡ биргән, унан һуң мәҙрәсәләрҙә ул саҡтағы яҙма телде - иҫке төрки телен, ғәрәп телен өйрәнгәндәр.

Зөләйха Хәбибуллина:
Уныһы шулай, әммә батша властарының башҡорттарҙы уҡытыуға илтифат итмәгәне лә билдәле. Бер нисә быуат дауамында баш күтәргән, ерен, хоҡуҡтарын яҡлап, үлемесле яуға сыҡҡан башҡорттарҙы наҙан ҡалдырыу батша сәйәсәтенә тап килә.
Ләйлә Хөсәйенова: Халҡыбыҙ үтә зиһенле, яҡшы хәтерле булып таныла. Иҫ китмәле күләмле, бай йөкмәткеле фольклорыбыҙ булыуы ғына ла ни тора!
Иҫке төрки теленә килгәндә, ул аралашыу теле булмай, ул уҡыу, яҙыу маҡсатында булдырылған. Шуға ҡарамаҫтан, ул төрки халыҡтарының барыһына ла яҡын, аңлайышлы, уртаҡ яҙма тел функцияһын үтәй. Иҫке төрки теле заманында Урта Азияла төркиҙәрҙең сығатай диалекты нигеҙендә, ҡулайлаштырылған ғәрәп графикаһын файҙаланып хасил ителә. Ислам динен белеү, дини китаптарҙы уҡыу, аңлау өсөн ғәрәп телен белеү кәрәк. Ул замандың уҡымышлы заттары, башлыса, дин әһелдәре. Балаларҙы яҙма телгә дин әһелдәре, мөғәллимдәр өйрәтә. Волга буйы һәм Урал географик арауығында иҫке төрки теле киң таралыу таба, уның аша Көнсығыштың әҙәби һәм мәҙәни мираҫы үҙләштерелә, башҡорт мәғрифәтселәренең әҫәрҙәре баҫыла башлай. Ошо яҙма телдең үҙенсәлектәре тураһында күренекле ғалимдарыбыҙ Рәйсә Хәлил ҡыҙы Халиҡова һәм Ишмөхәмәт Ғилметдин улы Ғәләүетдиновтарҙың ғилми хеҙмәттәре лә баҫылып сыҡты.
Зөләйха Хәбибуллина: Таһир Байышев үҙенең бер мәҡәләһендә өс яҙма телдең, улар үле тип һаналһа ла, бәхетле булыуын билдәләй: латин, иҫке славян һәм иҫке төрки телдәре. Хәҙерге заманда был телдәрҙә аралашмайҙар, яҙмайҙар, әммә улар бик ҡиммәтле тарихи мәғлүмәт сығанағы булып ҡала. Ғалимдың иҫке төрки телен уйлап табыусыларға һәм таратыусыларға бик тә рәхмәтле булырға кәрәк тигән фекере нигеҙле: беҙҙең билдәле мәғрифәтселәребеҙҙең, яҙыусыларыбыҙҙың, шағирҙарыбыҙҙың ижади мираҫы тап ошо яҙма телдә һаҡланып ҡалған. Ошо яҙма тел булмаһа, ирәкте башҡорто, мәғрифәтсе-шағир Ғәли Соҡоройҙо ла белмәҫ, әҫәрҙәрен уҡымаҫ инек. Шул иҫке төрки яҙмаһында "Без урман башҡорто буламыз", тип тә теркәп ҡуйған бит ул.

Ә XX быуат башындағы революциянан һуң яңы башҡорт әҙәби теле формалаша...

Зөләйха Хәбибуллина:
Хәҙерге башҡорт әҙәби теле уҙған быуаттың 20-се - 30-сы йылдарында формалаша. Тәүҙә уның нигеҙе итеп ҡыуаҡан һөйләшен ҡулланырға ҡарар ителә, сөнки билдәле тел белгесе Н.К. Дмитриев ошо ырыу һөйләшенең "иң таҙа башҡорт" теленә ҡарауын белдерә. Таҙа башҡорт теле башҡа бер телдең уға йоғонтоһо булмауын аңлата. Формалашыусы башҡорт әҙәби телен татар теленән мөмкин тиклем нығыраҡ айырымландырыу маҡсат итеп ҡуйыла. Әммә байтаҡ ҡына бәхәстәрҙән һуң баш-ҡорт әҙәби теленә юрматы һөйләшенә хас үҙенсәлектәрҙе лә индерергә хәл ителә.
Ләйлә Хөсәйенова: Шуныһы үкенесле, хәҙерге осорҙа ҡыуаҡан ырыуына ҡараған ауылдар бик аҙ ҡалған. Уларҙың боронғо төйәктәренең ерҙәрендә металлургия заводтары һалына, 1957 йылда Ҡыштымдағы атом аварияһынан һуң уларҙың бер нисә ауылы юҡҡа сыға. Күрәһең, ҡыуаҡандар, башҡа ырыуҙарға ҡушылып, юғалып барған этник берәмеккә әйләнеп бара.

Башҡорт теленең өс диалекты бар: көнсығыш, көньяҡ һәм төньяҡ-көнбайыш диалекттары. Беҙҙең арҙаҡлы телсе ғалимәләребеҙ Нажия Мәҡсүтова, Сәриә Миржанова Башҡортостандың көнбайыш һәм төньяҡ райондарында, Пермь крайында йәшәгән башҡорттарҙың теленең төньяҡ-көнбайыш диалектҡа ҡарауын ғилми яҡтан раҫланы.

Ләйлә Хөсәйенова:
Эйе, һәр бер телдең, немец телеме ул, француз телеме, башҡа бер телме - диалекттары бар. Мәҫәлән, рус телен, башҡорт теле менән сағыштырып ҡарағанда, бер нисә йөҙ йыл элек үк өйрәнә башлағандар. Ул ҡасандыр әҙәби тел булып формалашҡан, фәнни грамматикаһы бар, һәм уның да үҙ диалекттары булыуы билдәле, улар әлегә тиклем һаҡланып ҡалған. Диалекттарҙы инҡар итергә, юғалтырға ярамай, улар тел үҫешенең даими сығанағы. Шул уҡ ваҡытта уларҙы бер-береһенә ҡаршы ҡуйырға ярамай. Беҙ телде үҫтереү тураһында һүҙ алып барабыҙ икән, әҙәби телде күҙ уңында тоторға тейешбеҙ. Халыҡтың әҙәби теле берәү генә булыуы фарыз. Әгәр ниндәйҙер тел икегә бүленә икән, ул бер үк халыҡты икегә бүлеүгә тиң. Ошо хаҡта Зиннур Нурғәлиндың әйткәне бик фәһемле. Гагауз халҡы икегә бүленеп ҡала - бер өлөшө Молдавияла, икенсеһе Румынияла йәшәй. Артабан уларҙың Молдавияла йәшәгәндәренең бер әҙәби теле, Румыниялағыларының икенсе әҙәби теле барлыҡҡа килә. Ғалимыбыҙ фекеренсә, ошо арҡала бер үк гагауз халҡы икегә бүленергә дусар ителә.

Халыҡ тарихында тел берләштереүсе фактор булып тора, шуны оноторға ярамайҙыр.

Ләйлә Хөсәйенова:
Башҡорт халҡы бик күп айырым ырыуҙарҙың берләшеүе һөҙөмтәһендә формалаша. Диалекттарҙы, урындағы һөйләштәрҙе ырыуҙар теле, тип тә нарыҡлап була. Телебеҙҙең 16 айырым һөйләше булыуы асыҡланған һәм улар диалектология фәне тарафынан ентекләп өйрәнелгән. Лингвистикала терәк (опорный) диалект тигән төшөнсә бар. Бына һеҙ ҡыуаҡан диалектын иҫкә алдығыҙ, унан башҡа юрматы диалекты үҙенсәлектәре башҡорт әҙәби телен формалаштырыу өсөн нигеҙ, йәки терәк итеп алынған. Һөҙөмтәлә бер үк башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалекты айырымланып тороп ҡала. Башҡортостан менән Татарстан араһындағы сик шундуҡ билдәләнмәй, ә ул административ сик рәсми рәүештә раҫланғас, Минзәлә, Аҙнаҡай, Аҡтаныш, Бөгөлмә башҡорттары күрше республика биләмәһендә тороп ҡала. Беҙ Башҡортостанда татар ауылдары булыуын бер ҡасан да инҡар итмәнек, сөнки улар Иван Грозный заманынан бирле суҡындырыуҙан, башҡа төрлө баҫымдарҙан ҡасып килеп, башҡорт ерҙәрен төйәк иткән. Шуға күрә хәҙерге Татарстанда тарихи башҡорт ауылдары булыуын инҡар итеү ысынбарлыҡҡа тап килмәй. Бына Аҙнаҡай топонимын ҡараһаҡ, уның башҡорт һүҙе икәнлеге үҙенән-үҙе беленеп тора: татарҙар Атнакай тип атар ине. Уҙған быуаттың 20-се йылдарында халыҡ иҫәбен алыу һөҙөмтәләре буйынса Татарстан территорияһында 120 мең башҡорт теркәлеүе билдәле.

1897 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу һөҙөмтәләре буйынса ул саҡтағы Өфө губернаһында ғына 900 меңгә яҡын кеше үҙенең туған теле итеп башҡорт телен атаған.

Ләйлә Хөсәйенова:
Хәҙерге Татарстанда ни барыһы 19 мең башҡорт теркәлгән, улары ла совет осоронда бында күсеп килеүселәр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Татарстан составына ингән территорияларҙа йәшәгән башҡорттар милли берҙәйлеген юғалтыуға дусар булған. Башҡортостандың төньяҡ-көнбайышында бер нисә быуат дауамында аҫаба башҡорт булып теркәлеп килгән милләттәштәребеҙҙең башҡортлоғо фән тарафынан раҫланған, улар аралашҡан тел дә башҡорт теленең бер диалекты булып тора. Ғөмүмән, тел мәсьәләһе бик сетерекле ул, бында бик һаҡ эш итергә кәрәк. Хәҙерге осорҙа башҡорт телен татар теле менән бутау мөмкин түгел, улар ахырынаса айырым телдәр булып формалашҡан.

Башҡорт әҙәби теле үҙгәрмәй тормай, башҡа бер телдәрҙән килеп ингән байтаҡ ҡына һүҙҙәр, урынлымы, юҡмы, йыш ҡулланыла башланы.

Зөләйха Хәбибуллина:
Европа халыҡтары телдәренән рус теленә, рус теленән беҙҙең телебеҙгә килеп ингән һүҙҙәрҙе ҡулланыуға нигеҙле ҡараш булырға тейеш. Юғиһә, шул уҡ журналистар, күп уйлап тормайынса, шундай һүҙҙәрҙе үҙҙәре яҙған тексҡа индерә лә ҡуя. Был осраҡта башҡорт теленең лексик мөмкинлектәренә таянып эш итеү урынлы булыр ине, терминология комиссияһы ла элек-электән шулай эшләне. Ниндәйҙер бер яңы терминды индергәндә уны "башҡортлаштырыу" мөмкинлеген файҙаланһаҡ, ул әҙәби телебеҙгә еңел генә инеп китәсәк. Журналистар сит ил теленән алынған һүҙҙәрҙе мәҡәләләрендә күпләп ҡуллана, унан улар телевидение, радио аша халыҡ телмәренә инеп китә. Был осраҡта һағыраҡ булыу, телебеҙҙе сүпләмәү тураһында онотмаҫҡа кәрәк.

Һуңғы йылдарҙа үҙҙәрен күренекле телсе, яҙыусы итеп танытҡан ҡайһы бер замандаштарыбыҙҙың әҫәрҙәрендә һөйләш телен саманан тыш артыҡ ҡуллана башлауына шаһитбыҙ.

Ләйлә Хөсәйенова:
Беҙ совет осороноң классик әҫәрҙәрен уҡып үҫтек. Һәҙиә Дәүләтшинаның, Зәйнәп Биишеваның геройҙары, хәҙерге күҙлектән ҡарағанда, наҙан кешеләр булған, әммә яҙыусыларыбыҙ уларҙы саф, матур әҙәби телдә һөйләштерә. Әҙәби әҫәрҙе уҡыусылар өсөн был алыштырғыһыҙ өлгө булып тора. Әҙәби әҫәрҙең әҙәби телдә яҙылыуы мотлаҡ. Һөйләш теле менән әҙәби телде бутап биреүҙән әллә ниндәй фәтеүә табып булмай, киреһенсә, ул әҙәби телдең үҫешенә ҡамасаулыҡ ҡына тыуҙыра. Һөйләш телендә яҙылғанды уҡып, балалар ҙа, шулай һөйләшергә ярай икән, тип уйлауҙары бар. Әүәл әҙәби әҫәрҙә ниндәйҙер диалект һүҙе ҡулланыла ҡалһа, текст аҫтына мотлаҡ һылтанма ҡуйыла ине.
Зөләйха Хәбибуллина: Беҙ, филология фәне уҡытыусылары, студенттарыбыҙҙы филологик анализға өйрәтәбеҙ. Бының өсөн әҙәби әҫәрҙәрҙән тейешле өлгө һайлап алырға тура килә. Хәҙерге авторҙарҙың әҫәрҙәренән матур, өлгөлө булырлыҡ һөйләмдәр табыуы ҡыйыныраҡ. Ә бына Жәлил Кейекбаевтың "Туғандар һәм таныштар" романы беҙҙең өсөн үҙе бер ҙур табыш кеүек: ниндәй генә һөйләмен алма, уны үҙең ҡуйған маҡсатҡа ярашлы анализлап була.
Ләйлә Хөсәйенова: Артистарыбыҙҙың сәхнә телмәренә лә иғтибарлы булыу фарыз. Сәхнә әҫәрҙәренә лә бәғзе авторҙар диалект һүҙҙәрен артыҡ күп индерә. Артистың башҡортса нисек һөйләшеүен тамашасы өлгө кеүек ҡабул итә.

Шул уҡ ваҡытта ҡайһы бер диалект һүҙҙәренең әҙәби телгә инеп китеүенә ҡаршы торорға ла кәрәкмәйҙер. Мәҫәлән, йәренгә йә иһә ярынға тигән һүҙ киләһе, алдағы йылға тигән мәғәнәлә ҡулланыла...
Зөләйха Хәбибуллина:
Бының менән килешеп була, әммә ыҡсым, килешле, матур һүҙҙәрҙе һайлап алырға кәрәктер. Мәҫәлән, сирень һүҙе урынына күксин, тип тә әйтәләр, бик матур, мәғәнәле һүҙ.

Телебеҙҙең бөгөнгөһө һәм киләсәге өсөн бик актуаль булған проблемалар иҫәбенә уның орфографияһы һәм орфоэпияһы инә. Ошо хаҡта ниҙәр әйтер инегеҙ?

Ләйлә Хөсәйенова:
Әҙәби тел - нормаға һалынған тел. Нормалаштырылған яҙма тел талаптарын үтәү мотлаҡ. Һәр бер диалекттың үҙ яҙмаһы булмай, һөйләш һүҙҙәрен транскрипциялап, һүҙлектәрҙә теркәп ҡуялар. Уҡытыусылар, журналистар, яҙыусылар, башҡорт әҙәби телен ҡулланыусылар барыһы ла башҡорт теле орфографияһы нормаларын мотлаҡ үтәргә тейеш.
Зөләйха Хәбибуллина: Башҡорт әҙәби теленең норматив статусының диалекттарҙан өҫтөн тороуын оноторға ярамай.
Ләйлә Хөсәйенова: Тап әҙәби тел нигеҙендә уның стилдәре барлыҡҡа килә, мәҫәлән, әҙәби әҫәрҙәр теленең стиле, журналистикала публицистика стиле. Орфография һәм орфоэпия мәсьәләләре бик сетерекле, тип әйтергә була. Хәҙер шундай ситуация килеп сыҡты, йәнәһе, бер үк һүҙҙе былай яҙһаң да ярай, тегеләй яҙһаң да була. Мәҫәлән, "яугир" һүҙен күплектә рәсми матбуғат баҫмаларында йә "яугирҙәр", йә иһә "яугирҙар", тип яҙалар. 1981 йылда ҡабул ителгән орфография ҡағиҙәләренә ярашлы, ошо һүҙгә тик ҡалын ялғау ғына ҡушылырға тейеш. Һорау бирһәң, беҙ редакцияла шулай яҙырға килештек, тиҙәр. Радио, телевидение журналистарының да, үҙҙәре нисек теләй, шулай һөйләү осраҡтары бар. Ә орфография һәм орфоэпия нормалары дәүләт тарафынан раҫланған, һәм улар мотлаҡ үтәлергә тейеш. Бына бер миҫал. "Урал батыр" эпосы буйынса уҡытыусылар өсөн ойошторолған бер форумда ойоштороусылар "Гөлстан" һүҙен русса "Гулистан", башҡортса "Гөлөстан", тип яҙып ҡуйҙылар. Ә беҙҙең орфография ҡағиҙәләренә ярашлы, бындай ҡушма һүҙҙәрҙә ике һүҙ араһына ялғаусы һуҙынҡы хәреф ҡуйылмай.
Шәхсән башҡорт теленең орфографияһы буйынса докторлыҡ диссертацияһын яҡлаған ғалимәмен. Тел үҙгәрештәр кисерә, шуға күрә орфография ҡағиҙәләрен дә үҙгәртеү ихтыяжы барлыҡҡа килә. Теге йәки был кеше бәғзе бер һүҙҙең яҙылышы буйынса икеләнә башлай икән, был орфографияның камил булмауына бер дәлил. Күптән түгел яҡуттар, сыуаштар үҙҙәренең телдәренең орфографияһын камиллаштырҙы. 1981 йылдан байтаҡ ваҡыт уҙып китте, тел ҡатып ҡалған күренеш түгел, уның дөрөҫ яҙылышы нормаларын да камиллаштырыу яҙыҡ булмаҫ ине. Орфографик норма бер айырым һүҙ өсөн генә ҡабул ителмәй, ул билдәле бер уртаҡ формаһы булған һүҙҙәргә берҙәй ҡағыла. Әлеге "яугир" һүҙе - "ир" ижегенә тамамлана, "яугирҙәр" тип яҙа ҡалһаҡ, "бригадирҙәр", "шағирҙәр", "йыһангирҙәр" тип яҙырға тура килер ине. Орфоэпияға килгәндә лә шундай уҡ ситуацияға тап булабыҙ. Мәҫәлән, кәрәкһә лә, кәрәкмәһә лә "к" өнөн "г"-гә, "ҡ"-ны "ғ"-ға алыштырып әйтеү киң таралған. Шулай уҡ әйтелештә яҙылыштағы хәрефтең өнөн үҙгәртмәйенсә, яңылыш ҡулланыу осраҡтары бар.
Зөләйха Хәбибуллина: Күренекле тел белгесе Жәлил Ғиниәт улы Кейекбаев 1948 йылда башҡорт әҙәби теленең орфоэпияһы буйынса кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай, 1954 йылда ошо тема буйынса уның ғилми хеҙмәте лә баҫылып сыға. Унан һуң, арҙаҡлы ғалимыбыҙ башҡорт һөйләштәренең тарихы буйынса ғилми тикшеренеүҙәр уҙғара, башҡорт теле лексикаһына фин-уғыр, урал-алтай телдәренең йоғонтоһон ентекләп өйрәнә.

Һеҙҙең университетта башҡа төрки халыҡтары менән бәйләнештәр бармы?

Ләйлә Хөсәйенова:
Студенттарға төрөк телен уҡыттыҡ, ваҡытында ҡаҙаҡ студенттары күп булһа, хәҙер ҡырғыҙҙар ҙа байтаҡ. Йәнә бына нимә мөһим: беҙҙең университет Ҡырғыҙстанда рус телен үҫтереү буйынса терәк вуз ролен үтәй. Ҡырғыҙ студенттары бында башҡорт, ҡырғыҙ телдәре менән бер рәттән, рус телен махсус программа буйынса үҙләштереү мөмкинлегенә эйә. Бындай бәйләнештәр төрки халыҡтары араһында халҡыбыҙҙың милли йөҙөн таныта, абруйын күтәрә. Йәнә ҡытай телен дә өйрәтә башланыҡ, Ҡытайҙа стажировка үтеү мөмкинлеге бар.
Зөләйха Хәбибуллина: Беҙҙә ҡаҙаҡ егете Ильяс Сағынбек магистратура тамамланы, аспирантурала уҡый. Ул мәктәптә башҡорт телен уҡыта, хатта башҡорт теле уҡытыусылары конкурсында беренсе урынға лайыҡ булды. Икенсе бер студентыбыҙ, Туратбек исемле ҡырғыҙ егете, Бишкек ҡалаһында тыуып үҫкән, башҡорт телен шул тиклем һәйбәт үҙләштергән, башҡортса йырлай, бейей, төрлө сараларға алып барыусы итеп саҡыралар. Баймаҡ районына барып ҡайтҡас, "Мин хәҙер үҙем дә Баймаҡ башҡортомон", тип маҡтанып та ала икән.
Ләйлә Хөсәйенова: Башҡорт теле менән ҡыҙыҡһыныу башҡа илдәрҙә лә уянған, тип әйтә алабыҙ. Һуңғы йылдарҙа сит илдәрҙең һәм үҙебеҙҙең төрлө юғары уҡыу йорттары менән хеҙмәттәшлек итәбеҙ. Санкт-Петербургтың А.И. Герцен исемендәге Рәсәй дәүләт педагогия университетының көнсығыш телдәре факультеты менән хеҙмәттәшлеккә индек, улар киләһе йылға бер нисә студентыбыҙҙы ғәрәп теле буйынса стажировка үтергә ҡабул итәсәктәр, үҙҙәре лә башҡорт телен өйрәнеү маҡсатында беҙгә килергә йыйыналар.

Башҡорт теле уҡытыусыларын әҙерләүҙә проблемалар бармы?

Ләйлә Хөсәйенова:
Был беҙҙең төп бурысыбыҙ, әлбиттә. Элекке традицияларҙы дауам итәбеҙ, яңылыҡтар индереп торабыҙ. Мәҫәлән, башланғыс мәкәтәптәр, балалар баҡсалары өсөн уҡытыусы, тәрбиәселәр әҙерләү төркөмдәрен асҡайныҡ, өлкән курстарҙа уларға һөнәрҙәре буйынса эшләй башлау рөхсәт ителә. Проблема икенсе нәмәлә: вузды тамамлағас, уларға йәш белгестең эш хаҡына Өфөлә йәшәүе ауырға төшә, шуға аҡсалыраҡ эшкә күсергә мәжбүрҙәр. Шуға ҡарамаҫтан, уҡытыусылыҡ эшендә, журналистика өлкәһендә, башҡорт логопеды вазифаһында, башҡа урындарҙа башҡорт телен яҡшы белгән һөнәрмәндәр, етәкселәр әҙерләүгә үҙ өлөшөбөҙҙө индерәбеҙ.

Шулай итеп...
Әңгәмәбеҙ аҙағында фән менән бер рәттән, башҡорт мәғариф системаһын алға әйҙәүсе мөғәллимәләребеҙ үҙҙәренең ғәмәли эш һөҙөмтәләренән, туған телебеҙҙе һаҡлау һәм үҫтереүҙә ҡатнашыуҙан ҙур эске ҡәнәғәтлек табыуҙары хаҡында белдерҙе. Уңыштар юлдаш булһын уларға!

Вәлиәхмәт БӘҘРЕТДИНОВ әңгәмә ҡорҙо.
"Киске Өфө" гәзите, №15, 17 - 23 апрель 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 21.04.26 | Ҡаралған: 18

Киске Өфө
 

Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! ПР905 индекслы "Киске Өфө" гәзитенә республика ҡалалары һәм райондарының бөтә почта бүлексәләрендә лә 2026 йылдың икенсе ярты йыллығына 1124 һум 40 тингә яҙыла алаһығыҙ. Әйткәндәй, ике кешегә (562 һум 20 тин), өс кешегә (374 һум 80 тин) бер дана гәзит алдырыу ҙа хуплана. Һәр ваҡыттағыса, гәзиткә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәрҙең кемдәрелер матур башҡорт китаптары менән бүләкләнер.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru