«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Был көндәрҙә ҡала халҡы ла, ауылдыҡылар ҙа үҙҙәренең шәхси баҡсаһында эш башларға әҙерләнә. Баҡсағыҙҙан алған уңыш ниндәй дәрәжәлә матди хәлегеҙҙе еңеләйтә?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

ДОШМАН ҠОТҠОҺО ҒЫНА БЫЛ!
+  - 

Һеҙ мәктәптә уҡығанда берәй дәресте селпәрәмә килтергәнегеҙ булдымы? Ә минең булды. Шуны иҫемә төшөрөп, йылмайып иҫкә алып ултырам бына.

1956-1957 уҡыу йылы ине. Илебеҙ иң беренсе булып, бөтөн донъяны шаҡҡатырып, Ер шары тирәләй спутник (юлдаш) осорҙо. Балалар ауыҙ һыуҙарын ҡойоп: "Был спутникты барыһы ла күргән. Бәләкәй генә йондоҙ кеүек, пипелдәп кенә осоп үтә ул", - тип һөйләй. Спутникты барыһы ла күргән, тик мин генә күрмәй ҡалғанмын. Уны шул тиклем күргем килә. Бына беҙҙең дүртенсе синыфта һуңғы дәрес, рус теле дәресе. Икенсе сменала уҡығас, ҡараңғы ла төштө, тышта йондоҙҙар ҙа ҡабынды. Уҡытыусы беҙгә ниндәйҙер бер хикәйә уҡый башланы. Мин уны тыңлайым, үҙем тәҙрәгә төбәлгәнмен. Терһәктәремде партаға терәп, устарым менән яңаҡтарымды тотоп, күктәге бер йондоҙҙо күҙәтәм. Бына бер саҡ башыма: "Бәлки был йондоҙ түгел, ә спутниктыр, уның ҡуҙғалыуын мин генә һиҙмәйемдер", - тигән уй килде. Уйлап та өлгөрҙөм, йондоҙ ҡуҙғалғандай булғайны, һикереп тороп, ҡулым менән төртөп күрһәтеп: "О, спутник! Спутник!" - тип ҡысҡырыуымды һиҙмәй ҙә ҡалдым. Бөтөн уҡыусылар тәҙрәләргә ябырылды. Тик уҡытыусы менән мин генә урындарыбыҙҙа ҡалдыҡ. Уҡытыусы: "Йөрәгемде яра яҙҙың бит", - тип кенә әйтте. Ә уҡыусы балалар: "Алдаҡсы!" - тип, урындарына барып ултырҙы. "Ғәфү итегеҙ, зинһар, яңылыштым", - тип, аҡландым. Уҡытыусы мине әрләмәне лә, дәрестән дә ҡыуманы...
Ул беренсе спутник артынан аҙаҡ Белка һәм Стрелка, шунан Лайка тигән эттәр менән Ер шары тирәләй спутниктар осоролдо. Күп тә үтмәй, бөтөн донъяны тағы шаҡҡатырып, беренсе кеше Юрий Гагариндың йыһанға осоуы мәңгегә тарихта ҡалды. Шағирыбыҙ Рәми Ғарипов "Тағы беҙҙекеләр!.." тигән шиғырын яҙғайны шул уңайҙан:
"Күр, һин, дошман:
Беҙҙең дөрөҫлөк был! -
Ҡояш булып күккә олғашты.
Бел: ҡояштан ҡапланырға мөмкин,
Мөмкин түгел ҡаплау ҡояшты!.."
Беҙ шулай илебеҙ менән ғорурланып, ниндәйҙер күтәренкелек менән йәшәнек. Шул тиклем тырышып уҡыныҡ. Уҡытыусыларыбыҙ ҙа тырышып белем бирҙе. Тик дошмандар хәҙер, совет илендә белем биреү хөрт булған, имеш, тип хәбәр тарата. Европаса, тестар буйынса уҡытыу алға һөрөлә. Яңы быуын фекерләй белмәһен, яуаптарҙы ятлап, механик рәүештә хәтерҙәрендә ҡалдырһындар, тигән маҡсат ҡуйылалыр инде, күрәһең.
Мин үҙем Өфөләге 9-сы һанлы башҡорт мәктәбен тамамлап, Мәскәүгә уҡырға барҙым. Мине, провинциянан килгән баланы, уҡытыусыларым Студенттарҙың фәнни ойошмаһы эшенә йәлеп итте. Төрлө темалар буйынса эҙләнеүҙәр, сығыштар яһау Мәскәү йәштәренә түгел, башҡорт балаһына ышанып тапшырыла ине. Аспирантураға ла саҡырҙылар. Башҡорт мәктәбендә белем алһаҡ та, рус телен рус балаларынан да яҡшыраҡ белә, ә туған телебеҙҙе һыу һымаҡ эсә инек. Әле лә баш ҡалалағы башҡорт мәктәптәрен тамамлаусыларҙың Мәскәү, Санкт-Петербург, хатта сит илдәр вуздарында белем алыуы тураһында ишетеп торабыҙ. Шуға ла, "Башҡорт мәктәптәрендә уҡыған балалар юғары белем ала алмай..." тигән хәбәр таратып, башҡорт телен уҡытыуҙы ҡыҫҡартыуҙарын аңлай алмайым. Әлеге лә баяғы, дошмандар эше инде был. Ата-әсәләрҙең дошман ҡотҡоһона бирелгәненә генә аптырайым бына...

Айгөл АХУНОВА.
"Киске Өфө" гәзите, №16, 24 - 30 апрель 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 23.04.26 | Ҡаралған: 19

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! ПР905 индекслы "Киске Өфө" гәзитенә республика ҡалалары һәм райондарының бөтә почта бүлексәләрендә лә 2026 йылдың икенсе ярты йыллығына 1124 һум 40 тингә яҙыла алаһығыҙ. Әйткәндәй, ике кешегә (562 һум 20 тин), өс кешегә (374 һум 80 тин) бер дана гәзит алдырыу ҙа хуплана. Һәр ваҡыттағыса, гәзиткә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәрҙең кемдәрелер матур башҡорт китаптары менән бүләкләнер.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru